Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Диктанттарҙы баһалау.

Читайте также:
  1. Инша һәм изложениеларҙы баһалау.

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тек­сына бөтә үҙаллы һәм ярҙамсыл һүҙҙәр инә. Грамматик эштәр өҫтәп бирелгән осраҡта диктант тексы, класына ҡарап, 5-15 һүҙгә ҡыҫҡартыла.

Башҡорт орфографияһының фонетик принципҡа нигеҙләнгән булыуына таянып, текстарҙа әйтелеше һәм яҙылышы тап килгән һүҙҙәрҙең булыуы мот­лаҡ. Теге йәки был тема буйынса уҡыусыларҙың белемен тикшереү өсөн дик­танттар тексында шул темаға ҡараған иң мөһим орфограммалар һәм пункто-граммалар була. Тикшерелә торған орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны кластар буйынса түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш: I кла­ста - 3 орфограмма, II класта - 4 орфограмма һәм 1 пунктограмма, IIIкласта -5 һәм 2, IV класта - 6 һәм 2, V класта - 8 һәм З, VI класта - 10 һәм З, VII кла­ста - 12 һәм 6, IX класта - 16 орфограмма һәм 6 пунктограмма.

Диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай: 1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар; 2) әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар; 3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацион хаталар; 4) механик рәүештә бер хәреф урынына икен­сеһен яҙыу.

Диктантты баһалағанда, тупаҫ һәм тупаҫ булмаған хаталарға иғтибар ителә. Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә: 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар; 2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар; 3) бер тыныш билдәһе өсөн икенсеһен ҡуйыу; 4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе хатаһыҙ йәиһә тупаҫ булмаған орфографик йәки пунктуацион хата ебәрелгән эшкә ҡуйыла.

«4» билдәһе 2 орфографик һәм 2 пунктуацион, йәки 1 орфографик һәм З пунктуацион (2/2 йәки 1/3) хатаһы булған диктанҡа ҡуйыла.

«З» билдәһе 4/4, йәки 3/5 хаталы эшкә ҡуйыла. I-IV кластарҙа 5/4 ха­талары булған эштәргә лә ыңғай баһа ҡуйырға мөмкин. Әгәр эштә өс бер тип­тағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә «З» билдәһен ҡуйып була. һаналғандарҙан күберәк хаталар ебәрелгән эштәр ыңғай баһалана алмай.


Дата добавления: 2015-10-02; просмотров: 563 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
II.Контроль эштәрҙең иҫәбе.| Инша һәм изложениеларҙы баһалау.

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.008 сек.)