Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

II.Контроль эштәрҙең иҫәбе.

I. Башҡорт теле буйынса эш төрҙәре.

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә: башҡорт теленәнө төрлө тип­тағы күнегеүҙәр, тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм ки­реһенсә), дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү, һорауҙарға яҙма яу­аптар һәм иншалар, тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, таблицалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2. Башҡорт теленән ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

3. Сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп админи­страцияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Был иһә уҡыусыларға артыҡ йөкләмә булдырмау күҙлегенән сығып эшләнә. Көнөнә бер генә контроль эш бирелә, ә аҙнаһына улар икенән артыҡ үткәрелмәй. Кон­троль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә, байрамдан һуң тәүге уҡыу көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

 

II.Контроль эштәрҙең иҫәбе.

Программа материалының үҙләштерелеү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бы­ның өсөн башҡорт теленән һәр класта программала бирелгән күләмдә контроль эштәр үткәреү ҡарала (18-19-сы биттәге таблицалар).

Дәрестәрҙәге ғәҙәти яҙма күнегеүҙәр, һүҙлек диктанттары был таблица­ларҙағы һандарға инмәй. Уларҙың йышлығын билдәләү уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.

Күсереп яҙыу өсөн тәҡдим ителә торған текстар, ғөмүмән, һәр дәрестәге яҙыу эштәренең күләме сама менән контроль диктанттар күләменә тап килергә тейеш.

 


Дата добавления: 2015-10-02; просмотров: 459 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Правьте, правьте, и еще раз правьте – каждый следующий черно-вик всегда лучше предыдущего. Если вы запишете самый первый набросок текста – в нем будет полно недостатков.| Диктанттарҙы баһалау.

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.005 сек.)