Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Инша һәм изложениеларҙы баһалау.

Читайте также:
  1. Дастаннар һәм аларның барлыкка килүе
  2. Диктанттарҙы баһалау.

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә изложение һәм иншалар алдан ныҡлы әҙерлек менән үткәрелә. Изложение һәм иншалар ярҙамында уҡыусыларҙың йөкмәткене аса, кәрәкле тел сараларын темаға ярашлы һайлай һәм, шулай уҡ, уларҙың грамматик нормаларҙы һаҡлап, орфографик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү һәләтлеге тикшерелә. Шуға күрә изложение һәм инша ике билдә менән баһалана. (Башланғыс кластарҙа изложение һәм иншаларга бер генә билдә ҡуйыла). Билдәләрҙең тәүгеһе - эштең йөкмәткеһе һәм теле өсөн ҡуйылһа, икенсеһе грамоталылыҡ кимәлен билдәләй.

Эштәрҙе баһалауҙың төп критерийҙары:

 

 

Билдә Йөкмәтке һәм телмәр Грамоталылыҡ
«5» 1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә. 2. Фак­тик хаталар юҡ. 3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле яҙылған. 4. Эштең һүҙлеге бай, һүҙҙәр урынлы ҡулланыла, морфо­логик категориялар һәм синтаксик конструкциялар күп төрлө. 5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштең йөкмәткеһе һәм телмәре буйынса берәр хата булыуы мөмкин. 1 орфографик йәки 1 грамматик хата булыуы мөмкин.
«4» 1. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тап килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар булыуы мөмкин). 2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик хаталар бар. 3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған. 4. Телмәрҙең лексик һәм грамматик төҙөлөшө, дөйөм алғанда, шаҡтай төрлө. 5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Эш йөкмәткеһендә 2 һәм телмәрендә 3 кәмселек булыуы мөмкин. 2 орфографик һәм 2 пунктуацион йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион йәки 4 пунктуацион, шулай уҡ 2 грамматик хата булыуы мөмкин.
«3» 1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған. 2. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, дөрөҫ, ләкин фактик хаталар бар. 3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай. Телмәр байлығы түбән, синтаксик конструкциялар бер төрлө, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар. 5. Эштең стиле бик ук төҙөк, телмәре тасуири түгел. Эш йөкмәткеһе яғынан 4 һәм телмәре буйынса 5 хата булыуы мөмкин. 4 орфографик һәм 4 пунктуацион, йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион, йәки 7 пунктуацион, шулай 4 грамматик хата булыуы мөмкин.
«2» 1. Эш теманы асмай. 2. Бик күп фактик хаталар ебәрелгән. 3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, бәйләнеш юҡ, эш планға тура килмәй. 4. Эш­тең һүҙлеге бик ярлы. Ул бер типтағы ҡыҫҡа һөйләмдәр менән яҙылған, һөйләмдәр араһында бәйләнеш бик йом­шаҡ, һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар бик күп. 5. Текстың стиль берҙәмлеге боҙолған. Дөйөм алғанда эштең йөкмәткеһендә - 8, телмәрендә 7 хата ебәрелгән. 7/7, 6/8, 5/9, 8/8 нисбәтендәге орфогра­фик һәм пунктуацион, шулай уҡ 7 грамматик хата булыуы мөмкин.

Уҡыусының үҙаллығы, инша фекеренең оригиналлеге, композицион һәм телмәр төҙөлөшө эште баһалағанда иҫәпкә алына. Оригиналь фекерҙең булы­уы инша өсөн баһаны бер балға күтәрергә мөмкинлек бирә.

Башҡа күрһәткестәре буйынса ярайһы уҡ булған инша, әгәр темаһы асылмаған булһа, ыңғай баһалана алмай. Инша һәм изложениеларҙа осраған бер типтағы хаталар, шулай уҡ төҙәтеүҙәр диктанттарға булған күрһәтмәләргә таянып баһалана.


Дата добавления: 2015-10-02; просмотров: 275 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Диктанттарҙы баһалау.| Требования к оформлению мультимедийных презентаций

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.005 сек.)