|
Бөгөн һеҙгә кейеҙ баҫыу нимәһе менән оҡшаны?
Ә кемдең бөгөнгө баҫылған кейеҙе һеҙгә оҡшаны? Ни өсөн?
Беҙ ниндәй ырыуҙан? Ырыуыбыҙ нисек атала? Әйҙәгеҙ бергәләп әйтәйек әле: Үҫәргән.
Ырыуыбыҙҙың тамғаһы нисек атала? (Ырыуыбыҙҙың тамғаһы «ырғаҡлы әүернә” тип атала).
“Аҫаба башҡорт төшөнсәһе”
Лкәндәр төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеге
Төҙөнө:
Хәйбуллина Йәмилә Фәтих ҡыҙы,
1-се квалификацион
категориялыбашҡорт теле уҡытыусыһы
Төп белем биреү өлкәһе: танып-белеү
Белем биреүҙә интеграциялар: социаль-коммуникатив үҫеш, телмәр үҫтереү, художестволы-эстетик үҫеш.
Маҡсаты:
Балаларҙы башҡорт халҡының тарихы менән таныштырыуҙы дауам итеү.
Бурыстары:
1. «Аҫаба башҡорт” төшөнсәһен аҫаба башҡорт белергә тейешле өс нәмә хаҡында балаларға башланғыс төшөнсәләр биреү;
2. Балаларҙың халҡыбыҙ тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуҙарын, бәйләнешле телмәрҙәрен үҫтереү;
3.Балаларҙа үҙ милләте менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.
Эш төрҙәре: әңгәмә, уйындар, слайдтар, видеояҙма ҡарау,йыр, легенда тыңлау.
Йыһазландырыу: слайдтар, ырыу билдәләре карточкалары, видеояҙма, йыр “Мин башҡорт” (Ҡ. Ильясов һүҙҙәре һәм көйө) Етегән, Ҡош юлы йондоҙҙарының иллюстрациялары.
Һүҙлек эше: аҫаба – аҫ-ер, ба-бабай, атай, Етегән, Ҡош юлы, өләң-хикәйәт, эпос.
Ткәреү алгоритмы
Ойоштороу.
(Бала башҡарыуында) “Мин башҡорт” йырын тыңлау.
Тәрбиәсе (артабан- Т.). Балалар, йыр нимә тураһында барҙы?
Балалар (артабан- Б.). Йыр башҡорт милләте тураһында.
Т. Балалар, ә һеҙ ниндәй милләт балалары?
Б. Башҡорт.
Т. Ә тыуған илебеҙ нисек атала?
Б. Башҡортостан.
Дата добавления: 2015-08-20; просмотров: 101 | Нарушение авторских прав
<== предыдущая страница | | | следующая страница ==> |
Видеоматериал….. | | | Төп өлөш. |