Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Йомғаҡлау

Эпос – башҡорт халҡы тормошон киң масштабта монументаль образдар аша һүрәтләүсе, халыҡтың уй-тойғоларын, ҡараштарын, йолаларын, көнкүрешен тәрән яҡтыртыусы, ҡатмарлы эволюция этабын үткән боронғо поэтик жанр. Һәр заман, һәр осор йәмғиәт алдына яңы талаптар, бурыстар ҡуя, идеялар күтәрә. Эпос, халыҡтың поэтик йылъяҙмаһы һәм идеологияһы булараҡ, тарихи үҙгәрештәрҙе, феодаль мөнәсәбәттәрҙең урынлашыу процесын сағылдыра, шул осорҙоң идеаль образдарын тыуҙыра, алдынғы идеяларын күтәрә. Эпос үҙ заманының дәһшәтле ваҡиғалар ағышы эҙенән, геройҙары прототиптарының тын алышы тәьҫиренән ижад ителгәндәренән – башҡорт һүҙ сәнғәтендә бик һирәктәрҙең береһе, ә дөйөм төрки масштабында берҙән бере, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ.

I һәм II бүлектәрҙә ваҡыт төшөнсәһенең сағылышы ҡарап кителде. “Урал батыр”,һәм “Аҡбуҙат” эпосындағы ваҡиғаларҙың ҡайһы дәүерҙә һәм ваҡытта барғанлығын аныҡ ҡына әйтеп булмай. Мәҫәлән, сей ит ашау, һыуһынға ҡан эсеү, әҙәм аяғы баҫмаған ерҙә көн итеү, эпостың тормош ярала башлаған ваҡытта барғанлығы тураһында һөйләй. Ғөмүмән “Урал батыр”, һәм “Аҡбуҙат” эпостары боронғо заманды, йәғни тормош ярала башлаған дәүерҙе сағылдыра.

Ысынлап та, башҡорт халҡының тарихын, рухи мәҙәниәтен, сәнғәтен өйрәнеүҙә эпик ҡомартҡыларҙың әһәмиәте ҙур. Халыҡтың зиһене, аҡылы менән ижад ителгән башҡорт эпосын өйрәнеү һәм пропагандалау халҡыбыҙҙың һынлы сәнғәтен, әҙәбиәтен, хореография һәм музыка сәнғәтен үҫтереү өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам шишмәһе, йәштәрҙе илһөйәрлек, гуманистик рухта тәрбиәләүҙә ҡиммәтле сығанаҡтарҙың береһе буласаҡ.

 

 

УЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

 

1. Башҡорт халыҡ ижады. 1 – се китап. Эпос. / Төҙ. Сәғитов М. М. – Өфө: БКН, 1972. – 342 бит.

2. Башҡорт халыҡ ижады. 2 – се китап. Эпос. / Төҙ. Сәғитов М. М. – Өфө: БКН, 1973. – 368 бит.

3. Башҡорт халыҡ ижады. 8 – се том. Эпос: иртәктәр һәм эпик ҡобайырҙар. / Төҙ. Сөләймәнов Ә. М., Хөсәйенов Ғ. Б., Галин С. Ә., Бикбаев Р. Т. – Өфө: БКН, 2006. – 492 бит.

4. Башҡорт халыҡ ижады. 4 – се том. Эпос. / Төҙ. Сәғитов М.М., Байымов Б.С. – Өфө: БКН, 1999. – 400 бит.

5. Башҡорт халыҡ ижады. 6 - сы том. Эпос: ҡиссалар һәм дастандар./ Төҙ. Зарипов Н. Т., Сөләймәнов Ә. М., Хөсәйенов Ғ. Б. – Өфө: БКН, 2002. – 552 бит.

6. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. I том. Өфө: Китап, 1990. – 301 бит.

7. Галин С. Ә. Тел асҡысы халыҡта. – Өфө: Китап, БКН, 1999. – 328 бит.

8. Нәҙершина Ф. А. Халыҡ хәтере. Монография. – Өфө: Китап, 1986. – 192 бит.

9. Солтангәрәева Р.Ә. Рух терәге – ҡобайыр. – Өфө: Китап, 2005. – 208 бит.

10. Сәғитов М. М. Башҡорт халыҡ эпосының мифологик һәм тарихи нигеҙҙәре. – Өфө: Китап, 2009. – 280 бит

11.Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт халҡының рухи донъяһы. – Өфө:Китап, 2003. – 480 бит.

12. Әминев З. Г. «Урал батыр» эпосы һәм боронғо башҡорттарҙың Яңы йыл байрамы. // Йәшлек. – 2005. – 22 декабрь.

13. Сөләймәнов Ә. М. Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. – Өфө: Китап, 2005. – 296 бит.

14. Теория литературы: учеб. пособие для студ. филол. фак. высш. учеб. завед.: в 2 т. / под ред. Тамарченко Н. Д.. – Т.

15. Яңырыу юлында. Әҙәби тәнҡит мәсьәләләре. / Төҙ. Р. Т. Бикбаев. – Өфө: Китап, 1994. – 272 бит.

 

ТЕЗИС

Секция: Лигвистика

Номинация: башкирская литература

Тема: «Понятие времени в башкирских мифологических эпосах»

(«Урал батыр»и «Аҡбуҙат»)

Автор: Хабибуллина Регина,ученица 6 «А» класса МОУ СОШ №15Советского района городского округа город Уфа

Руководитель: Билалова Фагима Сагитовна, учитель башкирского языка МОУ СОШ № 15 Советского района городского округа город Уфа

Теманың актуаллеге. Халыҡ ижады борон - борондан халыҡтың рухи донъяһында мөһим урынды биләп торған һәм быуындан - быуынға, телдән - телгә изге аманат итеп тапшырыла килгән. Уның аша халыҡ үҙенең тарихы менән танышҡан, ата - бабаларҙан тапшырыла килгән тормош тәжрибәһен һәм әхлаҡ нормаларын үҙләштергән, эстетик зауығын үҫтергән. Бөгөнгө көндә эпостар тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуы менән актуаль.Йыл һайын «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса конкурс үткәрелеп килә,шулай уҡ театрҙарҙа сәхнәләштерәләр, йәғни ҡиммәтле эпосыбыҙҙы һаҡлау һәм киләсәк йәш быуынға өйрәтеү йәһәтенән бик күп саралар үткәрелеп торола. Эпостарҙы хәрәкәт иткән ваҡыт күҙлегенән тикшереү шулай уҡ ҙур әһәмиәткә эйә.

Теманың маҡсаты һәм бурыстары. Бөгөнгө көн ысынбарлығынан сығып, эпик ҡомартҡыларҙы өйрәнеүҙе, фольклористика яңы ҡаҙаныштары күҙлегенән ҡарауҙы маҡсат итеп алдыҡ һәмтикшеренеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

- башҡорт эпостары, уларҙың версия үҙенсәлектәре менән танышыу;

- эпостарҙың ваҡыт төшөнсәләре сағылышын асыҡлау;

- ғилми хеҙмәттәрҙе өйрәнеү, һүҙлектәрҙе ҡарап сығыу;

- өҫтәлмә материалдар туплау, йыйылған материалдарҙы төрлө яҡтан тикшереү, уҡыусыларҙа халыҡ ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу..

Тикшеренеү материалы. Башҡорт халыҡ мифологик эпостары «Урал батыр» һәм«Аҡбуҙат» тикшеренеүҙең төп материалы булып торҙо.


Дата добавления: 2015-12-01; просмотров: 43 | Нарушение авторских прав



mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.011 сек.)