Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

В 15 Не сочтите за пророчество: Письма, обращения, выступления/Сост. А. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 1998,— 192 с. ISBN 5-295-02244-7 6 страница



көрәште, РСФСР-ға Рәсәйҙең күрше илдәре менән бәйләнеш урынлаштырырға ярҙам итте. Ләкин рус ком­мунистары урындағы коммунистар ойошмаларына һәм фирҡәләрҙән ситтә ҡалған прогрессистарға һис ышан­маны, шөбһә менән ҡараны. Төркөстан мосолман ком­мунистары һәм фирҡәнән тыш ҡалған эшмәкәрҙәр, элекке прогрессистар 1919 йылда баш күтәреүселәр, Бохара әмире, Каспий аръяғына килгән инглиздәр менән бәйләнештә булған икән, тип шөбһәләнеүҙең, башҡорт Совет хөкүмәте Өфө губернаһында крәҫтиәндәрҙең баш күтәреүен ойошторҙо (1920 йыл­дың марты) тип ғәйепләүҙең хата икәнлеге хәҙер бөтәһенә лә билдәле. 1920 йылдың уртаһында Рәсәй Коммунистар фирҡәһенең үҙенең Мосолман бю­роһына һәм фирҡәнән тыш ҡалған прогрессистарға һәм социалистарға бөтөнләй ышанмауы һәм хатта дош­мандарса мөнәсәбәте тамам асыҡланды һәм ул бюро юҡ ителде. Урындағы халыҡтарҙың ҡыҙыл ғәскәрҙәре тарҡатыла башланы, уларҙың (Ҡырғыҙстанда һәм Башҡортостанда) батша ваҡытынан алып үҙ ҡара­маҡтарында булған һәм инҡилабтан һуң да урындағы ер комитеттары һәм комиссариаттары ҡарамағына күскән ерҙәре (Башҡортостанда) Мәскәүҙәге ер эшкәртеү ха­лыҡ комиссариатына тапшырылды. Шул нигеҙҙә ерҙе баҫып алған күскенселәр теше-тырнағына тиклем ҡоралланды. Был ваҡытта Рәсәй Коммунистар фирҡәһенең урындағы халыҡ ойошмаларына ышанмай ҡарауының нигеҙен аңлатыусы тәғлимәт тезистар рәүешле билдәләнгәйне инде. Тик бер юл ғына ҡалды үҙ ваҡытында йәшерен эш башлау. Быға тиклем урын­дағы халыҡтың сәйәси эшмәкәрҙәре (был ваҡытта уларҙың күпселеге Рәсәй Коммунистар фирҡәһенә ингәйне) тағы бер нисә тапҡыр төп фекер айырым­


 



лыҡтарын көйгә һалырға тырышып ҡаранылар. Ленин Коминтерндың Икенсе конгресына милли-колониаль мәсьәлә буйынса үҙенең 12 пункттан торған тезиста­рын яҙҙы. Миңә ул был тезистар хаҡында үҙ фе­керҙәремде яҙып бирергә ҡушты. Ул саҡта Мәскәүҙә булған Төркөстан, Ҡырғыҙстан һәм Башҡортостан мо­солман коммунистары менән беҙ тейешле төҙәтмәләр әҙерләнек. Бынан тыш мин был төҙәтмәләргә өҫтәлмә рәүештә айырым яҙыу яҙҙым. Һуңынан Шәреҡ ха­лыҡтарының Бакы съезында (1920 йылдың сентябре) Зиновьев менән Радекка шул уҡ фекерҙәр компро­мисҡа тағы ла ҡулайыраҡ хәлдә тәҡдим ителде. Икеһендә лә был тырышлыҡтар уңышлы булманы. Ошонан һуң беҙ урындағы халыҡтың милли-демокра­тик һәм социалистик ойошмаларын яңынан бер союз рәүешле аяҡҡа баҫтырырға һәм уны «Йәмғиәт» тип атарға ҡарар иттек. Беҙҙең ойошмаларыбыҙҙың бөтә эшмәкәрлеге Төркөстандың көньяғында тупланды. Был ваҡытта Бохара ханлығы юҡ ителгәйне. Әмир ҡасты һәм һөҙөмтәлә беҙҙе ике ут аҫтында тотоусы, томана ха­лыҡ араһында (уларҙың наҙанлығы менән файҙаланып) йоғонтоһо сиктән тыш көслө булыу арҡаһында беҙгә халыҡҡа яҡынларға ҡамасаулаусы дошман юҡ булды. Бохара ханлығының юҡҡа сығыуы һәм урындағы халыҡ аҡтарының тар-мар ителеүе беҙгә киң форсат асты. 1920 йылдың аҙағына тик беҙҙең йәшерен ойошмалары­быҙ урындағы эштәрҙең төп хужаларына әүерелде. Был иһә «Йәмғиәт» берекмәһенә ҡушылған сәйәси төркөмдәргә үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙҙе асыҡлап, эске сәйәси төркөмдәргә бүленергә мөмкинлек бирҙе. Йәнле эске сәйәси тормош, етәкселек һәм беренселек өсөн көрәш башланды. «Йәмғиәт»тең 1921 йылдағы ғинуар кәңәшмәһендә программа мәсьәләләрен оҙаҡ тик-




 



шергәндән һуң ике программа — береһе прогрессис- тарҙың «19 пунктлы» һәм икенсеһе социалистарҙың 27 пункттан торған программалары — барлыҡҡа килде. Ошо ике программаның тик 7 пункты, ике яҡ өсөн дә ҡабул итерлек булып, «Йәмғиәт» федерацияһының төп программаһын тәшкил итте. Был дөйөм программаға инмәгән мәсьәләләр буйынса ике айырым фракцияға айырылған социалистар һәм прогрессистар үҙ аллы эшмәкәрлек итте. Дөйөм программаға түбәндәге мәсьәләләр инде: Рәсәйгә мөнәсәбәт, большевиктарға мөнәсәбәт, республика төҙөлөшө, Төркөстанда эске милли мәсьәлә (вәкилдәр һанын халыҡ иҫәбенә ҡарап билдәләү), дин эштәрен дәүләттән айырыу, халыҡ мәғарифы мәсьәләләре. Фекер айырымлығы күҙәтелгән пункттар: ғәҙәттә демократтарҙы һәм ярты­лаш социалистарҙы социалистарҙан айырған социаль- иҡтисади, ер һәм профессиональ мәсьәләләр. Бынан тыш тағы ла урындағы көндәлек ғөрөф-ғәҙәт мәсьәләләре лә бар ине (мәҫәлән, прогрессистарҙың пәрәнжә мәсьәләһендәге икеләнеүҙәре, элекке халыҡ хөкөм сығарыусыларын ҡалдырыу-ҡалдырмау). Тәүге мәлдә бөтә донъя инҡилаб хәрәкәтенә һәм Милләттәр лигаһына мөнәсәбәт пункты ла төрлө фекер тыуҙырҙы, әммә һуңынан күпселек был мәсьәлә буйынса социа­листар фекеренә ҡушылды. Милләттәр лигаһы менән бәйләнештән баш тарттылар. Ғөмүмән Төркөстан про- грессистары, рус социал-демократтары кеүек үк, үҙенең программаһы менән түгел, ә тактикаһы, тәүәккәлһеҙлеге, икеләнеүсәнлеге, ҡыйын мәлдә эштән ситкә тайпылыуы менән сикләнгәнлек күрһәтте. Улар хатта социалистик программа ҡабул иттеләр (ерҙе, һыуҙы дөйөм милеккә әүерелдереү һәм башҡалар), әммә үҙҙәрен социалистар тип атарға ҡыйманылар.


 



Беҙҙең халыҡтың, айырыуса хеҙмәт кешеләренең мәҙәни үҫешенең ниндәй кимәлдә булыуын һәм социа­листарға йәшерен эште ниндәй шарттарҙа башҡарырға тура килеүен европалыларға аңлатыуы ла ауыр. Ләкин ҡайһы бер яҡтарын аңлатыуы еңел. Беҙҙә сәнәғәт про­летариаты, Рәсәй һәм Персиялағы кеүек, урындағы фео­далдар ҙа һәм уларға ҡапма-ҡаршы торған крепостной крәҫтиәндәр синыфы ла юҡ. Бөтә халыҡ — ваҡ мөлкәт эйәһе, һәм уларҙың барыһы ла, шул иҫәптән ҡала сауҙагәрҙәре лә, Европа һәм рус капиталына хеҙмәт итә. Урындағы халыҡ вәкиленең ҡулында бер генә фабрика ла, банк та юҡ. Батша хакимиәте бөтә сәнәғәтте Рәсәйҙең Европа өлөшөндә туплау маҡсатында Төркөстанда ҙур завод һәм фабрика төҙөүгә юл ҡуйма­ны. Европа капиталының иҙеүе — урындағы халыҡтың бөтә синыфтары өсөн дә дөйөм бәлә. Урындағыларҙы рус хакимиәте, капиталы, күскенсе крәҫтиәндәре, чи­новниктары һәм сауҙагәрҙәре, бөтә рус милләте иҙә. Улар беҙҙе синыф булараҡ түгел, ә бөтөн милләт була­раҡ иҙә һәм беҙҙе уларға хаҡлы рәүештә буйһондо­ролған тип иҫәпләй. Был дөйөм иҙеү урындағы халыҡта эске синфи ҡаршылыҡтың үҫешенә ҡамасауланы. Ә был эске синфи ҡаршылыҡ электән бар ине һәм ул илде рустар баҫып алғанға тиклем, көнбайыш илдәрҙәге кеүек үк, Төркөстандың бөтә тормошон билдәләй торғайны. Рус иҙеүе аҫтында ла был ҡаршылыҡ һиҙелде, сөнки рус һәм Европа капиталының ҡуштаны булған урындағы агенттарҙың ҡулында капитал тупланыуы быға тәьҫир итте, иҙелгән хеҙмәт кешеләренең артабан ярлыланыуы арҡаһында был ҡаршылыҡ артабан да көсәйәсәк ине. Инҡилабтан һуң был урындағы алыпһатарҙарҙың сауҙа капиталы юҡ булды. 1917 йылғы инҡилабтан һуң урындағы халыҡ башына бөтә бәләләр


 



коммунизм һәм социализм лозунгылары аҫтында килеп төштө. Ете йыл буйына Төркөстанда эшһеҙҙәрҙең, элек башлыса мамыҡ сәсеүлектәрендә эшләгән хоҡуҡһыҙ дехкандарҙың (крәҫтиәндәр) күтәрелештәре булды. Баш күтәреүселәр тик урындағы халыҡ вәкилдәренән тора ине. Улар тик крәҫтиән һәм эшсе синыфтарҙан тороуы­на ҡарамаҫтан, рус күскенсе крәҫтиәндәре был хәрәкәткә ҡушылманы. Баш күтәргән урындағы ха­лыҡҡа ҡаршы рус хакимиәте, рус ғәскәре һуғышты, һәм был иң башта синфи көрәш булған һуғыш 1921 йыл ба­шында милли бойондороҡһоҙлоҡҡа йүнәлтелгән һуғышҡа әүерелде. Ә инде был күтәрелешкә Әнүәр па­ша ҡушылып етәкселек итә башлағас, Төркөстандағы рустарҙың бөтә синыфтары ла ҡоралға тотондо. 1917— 1918 йылдарҙағы аслыҡ ваҡытында рус хакимиәте Төркөстанда тик рустарға аҙыҡ таратып, урындағы ха­лыҡты һис бер ниндәй ярҙамһыҙ ҡалдырҙы. 1922 йылда оҙаҡ ваҡыт баҫмасылар араһында булғанда мин һәр ваҡыт рус күскенсе крәҫтиәндәренең баҫмасыларға ҡаршы һуғышҡан большевиктарға ярҙам итеүен күҙәттем, ә ғәмәлдә иһә был крәҫтиәндәр большевик­тарға нәфрәт менән ҡарай ине. Ғөмүмән колонияларҙа әҙселек тәшкил иткән осраҡта иҙеүсе милләттең бөтә вәкилдәре, синыфтары һәм ҡатлауҙары үҙ ғүмерҙәре өсөн ҡурҡышынан берләшә, сөнки бөтә был күскенсе крәҫтиәндәр ҙә, ҡала халҡы ла урындағы халыҡтың ерен тартып алып, уларҙы йәшәүгә яраҡһыҙ сүлдәргә ҡыҫырыҡлап, үлтереп урынлашҡандар. Иҙеүселәрҙең был берләшеүенә ҡаршы Төркөстан «Йәмғиәт»е тирәһенә Ҡырғыҙстан һәм Башҡортостандың инҡилаб яҡлы көстәре берләште, сөнки унда урындағы крәҫтиәндәр менән рус күскенсе баҫып алыусылары араһында ҡаршылыҡ бигерәк тә аныҡ күренә ине.


 



Был шарттарҙа большевиктарҙан ситләшеп йәше­рен эш алып барыусы социалистар бер ниндәй хәрәкәтһеҙ ҡалырға йә иһә прогрессистар менән бер­лектә эш итергә тейеш булды. Социализм һәм комму­низм үҙ абруйын юғалтҡан хәлдә лә инициатива һәм етәкселек социалистар ҡулында ҡала килде, сөнки улар һис бер ваҡыт башҡаларҙың етәкселеген таныма­ны. Был иһә туранан-тура халыҡ һәм баш күтәреүселәр менән эш итеп, Коминтернға баҫым яһарға һәм беҙҙең шарттарҙы ҡабул иттерергә ынтылған ваҡыт ине. Улар бер аҙ сигенделәр, ләкин беҙҙең файҙаға түгел, ә мулла­лар менән башҡа реакционерҙар файҙаһын ҡараны­лар. Коминтерндың союздаштары — рус империализ­мы, рус милләтселеге, рус күскенсе бай крәҫти­әндәре — беҙҙең союздаш-прогрессистарға һәм баш күтәреүселәргә (баҫмасылар) ҡарағанда көслөрәк булып сыҡты.

Ләкин аныҡ эштә, айырыуса өгөт-нәсихәт эшендә, уҡыусы йәштәр, уҡытыусылар һәм урындағы профес­сиональ ойошмалар («Кушчи» союзы һәм башҡалар) араһында өгөт-нәсихәт эшендә (большевиктарҙың ту­лы контроле һәм монополияһына ҡарамаҫтан) беҙҙең фракция үҙ аллы эш итте һәм тулы уңышҡа өлгәште. Быға ул ваҡыттағы ваҡиғалар ҙа булышлыҡ итә ине. Ваҡиғалар беҙҙе, йәш быуынды ғына түгел, өлкән йәштәге зыялыларҙы ла донъяға иҡтисади, хужалыҡ итеү йөҙөнән ҡарарға, ысынбарлыҡҡа аныҡ мөнәсәбәттә булырға өйрәтте. Хәҙерге Төркөстан халҡының ата-бабалары борон Ҡытайға ҡаршы һуғыш менән барып та, Ҡытайҙа эске һуғыш сығыуын белһәләр, һөжүм итмәй кире ҡайта торған булғандар, сөнки дошманыңа бындай ваҡытта һөжүм итеү — на­мыҫһыҙлыҡ тип иҫәпләнгән. Улар йоҡлап ятҡан дошма­


 



нын осратһа, уны уятыр булғандар, сөнки дошман аты­на ултырып, ҡоралын алып, һуғышҡа әҙерләнергә те­йеш. Хәҙерге төркөстандарҙа ла был намыҫ төшөнсәләре һаҡланғайны. Ваҡиғалар был фәлсәфәнең бөгөнгө көнгә яраҡһыҙ булыуын күрһәтте. Ваҡиғалар теләһә ниндәй алдыҡтың, мәкерлектең, ике йөҙлөлөктөң, хөсөтлөктөң дошманға ҡарата ғына түгел, үҙ араңда ла ҡулланылыуын күрһәтте. Бер бәхәсләшкән мәлдә Ле­нин үҙе миңә: «Нисек Һеҙ, Вәлидов иптәш, ниндәйҙер әхлаҡи ҡағиҙәләргә һылтанаһығыҙ? Һеҙ ниндәй инҡилабсы? Һеҙҙең менән төҙөлгән Килешеү — бер ҡағыҙ киҫәге генә. Ул бер кемде лә бер нәмәгә лә бу­рыслы итмәй», — тине. Ә беҙ, азиаттар, элек бындай һүҙҙәрҙе Ленин түгел, ә Колесов (Ташкентта), Цвил- линг (Ырымбурҙа) һәм Артем кеүек кешеләр генә һөйләй тип уйлай инек. Батша заманындағы һәм инҡилаб дәүерендәге ваҡиғалар беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте. Батша хөкүмәте шундай тәртип урынлаш­тырғайны: Төркөстан тик мамыҡ етештерәсәк, ҡырғыҙҙар бөтәһе лә сүлдәргә ҡыҫырыҡланасаҡ һәм улар унда күсмә тормош нигеҙендә, иген икмәйенсә, мал үрсетәсәк. Ә иген менән Төркөстан тик Рәсәйҙең Европа өлөшөнән тәьмин ителәсәк. Шул рәүешле Төркөстандың һәм Көньяҡ Ҡырғыҙстандың күп милли­онлы халҡының ғүмере Рәсәйҙең Европа өлөшөнән, ун­дағы уңыштан йә иһә ҡоролоҡтан, Төркөстан менән Мәскәү араһындағы Һамар—Ташкент тимер юлының төҙөк булыу-булмауынан торасаҡ. Рәсәй икмәк бирмәгән хәлдә Төркөстан астан үлергә тейеш. 1917—

1918 йылдарҙа Рәсәй иген бирә алмағанда, тимер юлын­да хәрәкәт өҙөлгән хәлдә шулай булды ла, аслыҡтан ике миллиондан артыҡ урындағы халыҡ һәләк булды. Ошо фажиғәле тәжрибәнән һуң Төркөстанда мамыҡ түгел,


 



иген сәсә, кустар хужалыҡты ла XX быуатта күрелмәгән күләмдә үҫтерә башланылар. Төркөстан, Рәсәй баҫып алғанға тиклемге кеүек үк, хәҙерге көндә лә, хатта бөтә донъянан айырылып ҡалған осраҡта ла, үҙ икмәге һәм үҙ тауарҙары менән йәшәй аласағына ышанды. Хәҙер Төркөстандың төньяҡ өлөшөндә һәм Ҡырғыҙстанда йәшәгән күскенсе халыҡ ултыраҡ тор­мошҡа һәм ер эшкәртеүгә нигеҙле рәүештә күсеп, һуғарыу эшен яҡшыртһа, Төркөстан Персиялағы, Ҡытайҙағы, Һиндостандағы икмәккә бай өлкәләр менән тимер юлы бәйләнеше урынлаштырһа һәм урындағы халыҡтың ғүмере Рәсәйҙәге теге йәки был ваҡиғаларҙан йә иһә рус империалистарының баш­баштаҡлығынан, холоҡһоҙлоғонан тормаһа, эшкәр­телгән, һуғарылған ерҙәрҙе бер кем дә тартып ала ал­маһа, Төркөстан үҙендә мамыҡ етештереүҙе яңынан һуғыштан алдағы күләмгә еткерә алыр. Төркөстандың Мәскәү туҡыма фабрикалары өсөн сырье әҙерләүсе хеҙмәтсәндәре хәҙер эшсе хәлендә ҡалды һәм аяуһыҙ иҙеүсе тиранға ҡаршы эш ташларға мәжбүр һәм был тиран уларҙың эш ташлауы ни тиклем һиҙелерлек миҡдарҙа зыян килтереүен күрә. Коминтерндың Төркөстанда «бындай эш ташлау дөйөм инҡилаб эшенә зыян итә» тип аңлатырға маташыуына төркөстандар «эш ташлау тик империализмға ҡаршы йүнәлтелгән» тип яуап бирә. Төркөстандар электән ғәйәт бай булған ил хәҙер ҙә байырға тейеш тип иҫәпләй. Әммә үлем яр­лылыҡтан да ҡурҡынысыраҡ. Бөтә был хәл Урта Азия­ла урындағы халыҡ аңына ғәйәт мөһим үҙгәреш ин­дерҙе. Төркөстан үҙенең мең йыллыҡ тарихында бер нисә тапҡыр күсмә вәхши халыҡтарҙың һөжүм итеп ҡаплап алыуына дусар булды, ләкин рус инҡилабы дәүерендәге миҡдарҙа ерҙәрен талап алыу һәм урын-


 



дағы халыҡты яңы күскенселәр кеүек ҡырыу—бында һис бер ваҡытта ла күрелмәгән хәл. (Төркөстандың биш өлкәһендә һуғышҡа тиклем 282688 рус йәшәһә,

1920 йылда уларҙың иҫәбе 541611-гә етә. Шул уҡ биш өлкәлә 1917 йылда урындағы халыҡ иҫәбе 8084700 булһа, 1922 йылда уларҙың иҫәбе 5029512-гә ҡала. Ҡырғыҙстан һәм Башҡортостан буйынса мәғлүмәттәр юҡ.) Был ауыр һынауҙарҙы үткәндән һуң урындағы ха­лыҡ, әлбиттә, сәйәси һәм иҡтисади мәсьәләләр буйын­са тормошсан фекерләргә өйрәнде. Хәҙер улар Төркөстандан күпме иген ситкә сығарылып, күпме иген алып киленеүен дә беләләр. Бындай иҫәпләп ҡарай белеү тәжрибәһе, һис шикһеҙ, азиаттар өсөн бик файҙалы күренеш, ләкин был тәжрибәнең хаҡы ла ғәҙәттән тыш ҡиммәткә төштө — өс миллион крәҫтиәндең ғүмере ҡыйылды. Минең был тәжрибәгә баҫым яһауымдың сәбәбе шул: социализмдың беренсе аҙымы — иҙелгән һәм ярлы халыҡты уның эш хаҡы күпме булыуын һәм иҙеүсе уның ни тиклемен тартып алыуын иҫәпләп өйрәтеү.

Хәҙер көн һайын халыҡ марксизм һәм социализм хаҡында ишетә. Марксизм да яҡшы әйбер, ул бөтә нәмәгә аныҡлыҡ индерә. Ләкин һәр кем уны үҙенең син­фи аңынан сығып аңлай. Муссолини марксизмы менән Ленин марксизмы бер түгел. Беҙҙә лә марксизмды үҙҙәренсә аңлайҙар. Большевиктар кешеләрҙе үҙҙәре­нең хәҙер мәшһүр булған көрәш ысулдарына һәм әхлаҡи мөнәсәбәттәренә өйрәтә. Бына шуларҙы беҙҙә марксизм тип аңлайҙар. Әммә большевиктар социализмға өйрәтмәйҙәр. Ете йыл дауамында улар социализм хаҡын­да халыҡҡа аңлайышлы бер генә китап та нәшер итмәне. 1922 йылда Төркөстандың төрлө яҡтарында йәштәрҙең социализм фекеренең Рәсәйҙә тыйылған ағымдарын,


3—46


 




Дата добавления: 2015-08-28; просмотров: 42 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.01 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>