Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

В 15 Не сочтите за пророчество: Письма, обращения, выступления/Сост. А. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 1998,— 192 с. ISBN 5-295-02244-7 5 страница



дәүләткә ентекле яҙып бирҙем. Ниәтем аҙағына тиклем самими булғанлыҡтан, берегеҙгә яҙғандарымды икенсе- геҙҙән йәшерерлек һис бер уй-фекерем юҡ. Тик рус­тарҙың даими рәүештә үткәргән милли шовинизм сәйәсәтенән ҡәтғи рәүештә һаҡланыу мотлаҡ. Был айҡанлы исламиәт тә өс милләт өсөн файҙалы ярҙамсыға әүерелер. Өс мәмләкәттең һәр береһендә төрлө ҡәүемдәрҙең хоҡуҡтары танылһа ине. Афғанстанда үзбәк, төркмән һәм тажиктар өсөн үҙ телдәрендә мәктәптәр асырға, хәрби хеҙмәттә вазифа биләүҙә улар менән афғандар араһында айырма булдырмаҫҡа кәрәк. Был хосуста селжук вәзире Низамелмөлөктөң «Сәйәхәтнамә»һендәге 24, 25, 26-сы бүлектәрҙәге фе­керҙәре иғтибарға лайыҡлы.

3. Рәсәйҙең көнсығышта үткәргән сәйәсәтендә ниндәйҙер инҡилабсылыҡ эҙләү хата. Советтар батшанан мираҫ булып ҡалған сәйәсәтте шул уҡ йүнәлештә дауам итәсәк һәм марксизм нигеҙендә нығытасаҡ. Был хосуста үткән йыл (1922) Сәмәрҡәндтә саҡта «Шәреҡтә ижтимағи инҡилаб» исеме менән бер мәҡәлә яҙҙым һәм Хашим Шаиҡ бейгә ебәрҙем. Хәҙер бер нөсхәһен Мөхәммәт Вәли Ханға бирҙем. Беҙ мәмләкәтебеҙҙә милләтсе булған коммунист зыялыларыбыҙға таянып эш иттек. Шуға күрә был мәҡәлә улар өсөн әҙерләнгәйне, тәьҫире ыңғай бул­ды. Инҡилабсы һәм алдынғы шәхес булыуығыҙ сәбәпле, был әҫәрҙә һеҙҙең кеүек хөкөмдар иғтибар итерлек бәғзе фекерҙәр бар. Беҙҙең төп дошмандарыбыҙ «рус комму- нист-империализмы» һәм үҙ арабыҙҙы серетеүсе реак­ция.

4. Өс ислам дәүләте араһында радиобәйләнеш урын­лаштырыу һәм мәғлүмәт алышыу заманы етте. Рустар менән инглиздәрҙең ҡеүәтле мәғлүмәт туплау система­лары бар».




 



1923 йыл 15 июлдә был яҙыуға өҫтәлмә сифатында сит ил эштәре вәзире Мөхәммәт Вәли Ханға түбәндәге кескәй хатты ла юлланым:

«Дәүләтегеҙгә килгәс, һеҙгә һөйләгәндәремде яҙып бирергә ҡушҡан кәңәшегеҙ буйынса «Күркәм хәҙрәткә» тапшырыу өсөн яҙыу әҙерләнем. Яҙған саҡта был мәсьәләләр хаҡында тағы бер аҙналай уйландым, бына хәҙер тәҡдим итәм. һеҙгә айырым әйтәсәк фекерҙәрем бар, сөнки яҙған һүҙҙәрем «Күркәм хәҙрәткә» аҡыл өйрәтеү кеүек күренеүенән ҡурҡам. Мин үҙем Амери­ка менән Японияны Урта Азия эштәренә йәлеп итеү мәсьәләһенә ҙур әһәмиәт бирәм. Әле 1918 йылда уҡ, бат­ша режимы ҡолау һөҙөмтәһендә тарҡау ҡалған Себергә Япония һәм Америка хәрби көстәре килгәс, уларҙың етәкселәре янына Талха Рәсүлев исемле арҡадашы- быҙҙы, һуңыраҡ Милли комитетыбыҙҙың Ташкент бүлегенән Кульджала асылған Япония вәкәләтенә Мос­тафа Шаһкули, Ғариф Кәрими һәм Садретдин хан исем­ле арҡадаштарыбыҙҙы ебәрҙек. Хәҙер ҙә, хөрмәтле хөкүмәтегеҙ ышанып бойора ҡалһа, Хашим Шаиҡты ошо йүнәлештә эш итеү өсөн Японияға ебәрә алыр ине­геҙ. Бер айҙан бирле Кабулда булған арала мәмләкәте­геҙҙә Рәсәй сәйәсәтен өйрәнеү буйынса ниҙәр эшләнеүе менән ҡыҙыҡһындым. Әмир Хәбибулланың вафатынан һуң нәшер ителгән бөтә газета һәм мәжмүғәләрҙе ҡарап сыҡтым. Сит ил эштәре вәкәләтендә һеҙ тәҡдим иткән шәхестәр менән һөйләштем, әммә күңелемдә бик ауыр тәьҫир ҡалды. Мәскәүҙәге илсегеҙ һәм Ташкенттағы консулығыҙ бәғзе газеталарҙан материалдар ҡырҡып алып ебәргән. Бындай мәҡәләләр баҫа торған газеталар һәм мәжмүғәләр тулыһынса килтерелһә һәм Сит ил эштәре вәкәләтендә коллекция рәүешендә һаҡланһа ине. Тифлиста сығарылған «Заря Востока» ла бик


 



мөһим. Биш йыл инде рус эмигранттарының Европала үҙ нәшриәте бар, Европа милләттәре лә үҙҙәренең Рәсәй буйынса тикшеренеүҙәрен китаптар һәм мәжмүғәләр рәүешендә баҫып сығарҙы. Уларҙы йыйып килтерергә кәңәш итер инем. Хәҙер Хажи Сәми, шәрҡи Бохаранан айырылып, бында килә, уның менән килгәндәр араһын­да исемдәре иҫкә алынған Мостафа Шаһкули, Ғариф Кәрими һәм Садретдин хан да бар. Мостафа Шаһкули менән Ғариф Кәрими — Рәсәйҙә университет тамам­лаған милләтсе татарҙар. Мостафа бер аҙ французса ла белә. Уларҙы янығыҙға алһағыҙ, рус нәшриәтен өйрәнеү эшендә һеҙгә файҙалы булырҙар. Фарсыса яҡшы белгән Садретдин хан иһә—Ташкенттың абруйлы ғалимы. Ул һәм Бохара кешеһе Ғәбделхәмит Арифов һеҙгә Төркөстанда сыҡҡан бөтә нәшриәтте өйрәнеүҙә ярҙам итә алырҙар. Мәмләкәтегеҙҙә миңә ҡарата күрһәтелгән иғтибарығыҙ һәм хөрмәтегеҙ өсөн Күркәм хәҙрәткә һәм Һеҙ ғәли йәнәпкә күп-күп рәхмәттәр белдерәм. Рәсәйҙә Фәйез Мөхәммәт, Сардар Ғәбделрәсүл хан һәм Һеҙ ғәли йәнәп менән осрашыуҙан һуң хасил булған ыңғай мөнәсәбәтебеҙ арабыҙҙағы бәйләнешебеҙгә артабан да дауам итергә мөмкинлек бирер тигән ышанысым бар.

Хатымдың һуңында тағы бер ҡабатламаҡ булам: Төркөстан менән Афғанстандың яҙмышы өсөн көрәш ярым-ярты саралар нигеҙендә хәл ителәсәк эш түгел. Япония һәм Америка менән һөйләшеү мәсьәләһенә бик етди ҡарарға, беренсе тапҡыр әһәмиәт бирмәһәләр, мәсьәләне ҡайта-ҡайта уртаға ҡуйырға кәрәк булыр. Минең белгәндәрем шул. Тәрән ихтирам һәм ҡәрҙәшлек сәләмдәре менән

Әхмәтзәки Вәлиди. 15.VII.1923».


 



СССР-ҙың БЕРЛИНДАҒЫ ТУЛЫ ХОҠУҠЛЫ ВӘКИЛЕНӘ


1924 йыл, 12 апрель

Башҡорт Совет Республикаһы Инҡилаб комитетының элекке Рәйесе Әхмәтзәки Вәлидиҙән

Афғанстанда булған сағымда мин, Ташкентта Рудзу- так иптәшкә яҙма рәүештә хәбәр итеүемсә, Рәсәйҙең Кабулдағы Вәкиле Раскольников иптәш менән осра­шырға теләнем, ләкин минән тормаған сәбәптәр арҡаһында был мөмкин булманы һәм миңә Вәкилгә яҙма мөрәжәғәт итеү менән сикләнергә тура килде (уның күсермәһен ошо хатыма ҡушып һалам), мөрәжәғәтем­дең һөҙөмтәһен дә белә алманым. Хәҙер мин Һиндостан, Мысыр һәм Франция аша Берлинға килдем һәм Рәсәй Вәкиленә үтенестәремде үҙем тапшырып, үҙем яуабын да ала алыр инем:

1) Хәҙерге көндә ғаиләм — ҡатыным менән мин киткәндән һуң тыуған балам Төркөстанда (бәлки, хәҙер Башҡортостандалыр) йәшәй. Тулы хоҡуҡлы вәкил­лектән Совет хөкүмәтенең минең ғаиләмә Германияға, Берлинға, килергә рөхсәт биреүенә булышлыҡ итеүен үтенәм. Шулай уҡ ҡатыныма минең кескәй генә китап­ханамды ла үҙе менән бергә алырға рөхсәт итеүен һорайым. Был китапхана башлыса (хатта тулыһынса) рус һәм шәреҡ телдәрендәге фәнни китаптарҙан тора. Бынан тыш, ғаиләмә, ҡатыныма һәм Башҡортостандағы ата-әсәмә минең менән тик ғаилә мәсьәләләре хаҡында хат алышып торорға рөхсәт итеүегеҙҙе һорайым.


 



2) Төркөстанда сағымда уҡ, 1922 йылдың сентяб­рендә, Рудзутак иптәшкә ебәргән хатымда РКП Үҙәк Ко­митетына һәм Рәсәй Совет хөкүмәтенә 1920—1922 йыл­дарҙа Рәсәй Урта Азияһы милли хәрәкәтендә ҡатнашы- уым фәҡәт Рәсәй эсендәге эштәр булыуын, йәшерен хәлгә күсеү мәжбүриәте етәксе рус иптәштәрҙең миңә бөтөнләй ышанмай ҡарауҙары менән аңлатылыуын һәм Рәсәй шарттарында, легаль хәлдә ҡалып, үҙ ҡараштарың өсөн асыҡ йәки хатта ярым асыҡ рәүештә көрәшеп бул­мауын аңлатҡайным. Мин ул хатта, Совет Рәсәйенән сығып киткәндән һуң, миңә Рәсәйгә ҡарата лояль бу­лыуҙан башҡа сара юҡлығын һәм сит илдә бөтә иғтиба­рымды тик ғилми эштәргә йүнәлтәсәгемде лә аңлатҡай­ным. Бына бер йылдан ашыу инде сит илдәрҙә мин был ҡарарыма тоғро булып ҡалдым. Хәҙер мин бер-ике йыл Европала ҡалырға һәм үҙемдең ғилми эшемде дауам итергә уйлайым. Инҡилабтан алдағы бөтә ғилми эшмәкәрлегем рус ориенталистары даирәләре менән бик тығыҙ бәйле булғанлыҡтан миңә хәҙер Рәсәй ғалим­дары менән бәйләнешкә инергә бик кәрәк. Ленинград- тан 1) академик Бартольд, 2) профессор Самойлович, Мәскәүҙән 3) профессор Гордлевский, Ташкенттан 4) профессор Шмидт, 5) Әбүбәкир Диваев, Ҡазандағы, Ь1рымбурҙағы һәм Ташкенттағы халыҡ мәғарифы ко­миссариаты ғилми комиссиялары менән хат һәм китап­тар алышырға теләр инем.

Гәзиттәрҙән минең менән хат алышҡан ҡайһы бер кешеләрҙең ҡулға алыныуы хаҡында белгәндән һуң ошо үтенес менән мөрәжәғәт итергә бурыслымын. Рәсәй хөкүмәте миңә юғарыла иҫкә алынған кешеләр менән ғилми мөнәсәбәттә булырға рөхсәт итһә һәм уларҙы ми­нең менән ниндәйҙер сәйәси бәйләнештә тороуҙа ғәйепләмәһә ине, сөнки Рәсәй Совет хөкүмәте әле булһа


 



минең Рәсәй эсендәге теге йәки был сәйәси төркөмдәрҙең эшмәкәрлегенә бер ниндәй мөнәсәбәтем булмауы хаҡындағы белдереүемдең самими булыуына ышанмауын дауам итә.

Рәсәйҙә инҡилабҡа аҙ хеҙмәт итмәнем һәм был хеҙмәтте мин таяҡ аҫтында түгел, ә ихлас теләк менән башҡарҙым. РКП Үҙәк Комитеты һәм Совет хөкүмәте минең был кескәй үтенестәремде үтәүҙән баш тартмаһа ла булыр ине.

Ә. Вәлидов.

БЕРЛИНДА ҮТКӘН СОЦИАЛИСТАР КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ДЕЛЕГАТТАРЫ АЛДЫНДА УҠЫЛҒАН ДОКЛАД*

1924 йыл, декабрь

Мин Төркөстандың «Йәмғиәт» исемле милли-демо­кратик союзының социалистар фракцияһы исеменән сығыш яһайым. «Төркөстан йәмғиәте» исеме аҫтында Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш биләмәләре булған Төркөстандың биш өлкәһе, Хива һәм ҡаҙаҡ-ҡырғыҙ, шу­лай уҡ, алыҫ урынлашҡан булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан халыҡтарының милли-демократик һәм социалистик ойошмалары берләшкән.


 

* Юғарыла килтерелгән доклад Берлинда үткән социалистар конферен­цияһы делегаттарына 1924 йылдың декабрендә уҡылды. Докладтың авто­ры — Өфө губернаһы башҡорто, Инҡилабтан алда уҡ үҙ халҡының йәмғиәт эштәре менән тырыш шөғөлләнгән Ә. Вәлидов иптәш 1917 йылдың апре­лендә Ташкентта социал-революционерҙар фирҡәһенә ингән. Учреди- телдәр йыйылышына башҡорт халыҡ фирҡәһе исемлегенән үткән, эсерҙар менән бергә Учредителдәр йыйылышы өсөн (башҡорт ғәскәре төҙөп) боль­шевиктарға һәм Колчакка ҡаршы көрәшә. Учредителдәр көсө Колчак тара-





Беҙҙең ойошма исеменән мин Европа социалистары конференцияһында тәүге кеше булараҡ сығыш яһайым, шуға күрә һеҙҙе үҙебеҙҙең фирҡә менән таныштырып китергә тейешмен.

Беҙҙә, бөтә йүндән артта ҡалған ил булараҡ, фирҡә эштәре бөтөнләй яңы күренеш. Беҙҙекеләр, ҡыҫҡа ғына әйткәндә, төркөстандар, рустарҙың үҙҙәре кеүек үк, па­лата ағзаларын бөтә халыҡ ҡатнашлығында һайлау эше һәм рустарҙың фирҡә органдары менән беренсе тапҡыр 1905 йылда ғына таныштылар һәм үҙҙәре өсөн дә сәйәси ойошмаларҙың кәрәк икәнлеген шул ваҡытта аңланы­лар. Ләкин батша урындағы (рус булмаған. — Ә. Ю.) ха­лыҡты һайлау хоҡуғынан мәхрүм итеү арҡаһында пар­тия ойошмаһы булдырыуҙың мәғәнәһе ҡалманы.

Рус социал-демократтары Наливкин менән Вяткин Ташкентта үзбәк телендә «Таракке» тигән социалистик гәзит сығара башлағайнылар ҙа, уны тыйҙылар. Йәше­рен сәйәси ойошма хаҡында ул саҡта беҙ күҙ алдына ла килтермәй инек. Фирҡәләр ойоштороу ғәҙәте булмаһа ла, 1917 йылғы инҡилабтың беренсе көндәрендә үк беҙҙә


фынан тар-мар ителгәс, Вәлидов ғәскәр менән бергә большевиктар яғына сыға. 1919 йылдың февраленән алып 1920 йылдың сентябренә тиклем ул хәрби комиссар һәм инҡилаб комитеты, Башҡорт совет йөмһүриәте рәйесе сифатында большевиктар менән хеҙмәттәшлек итә. 1920 йылдың апрелендә ул Рәсәй коммунистар фирҡәһенә инә,ләкин шул уҡ йылдың июль аҙаҡта­рында йәшерен эш алып барыу өсөн Мәскәүҙән Төркөстанға ҡаса һәм унда өс йыл «Йәмғиәт» исемле халыҡ ойошмаһы ағзаһы,йыл ярым уның Үҙәк Ко­митеты рәйесе булып эшләй,иптәштәре менән дөйөм комитеттың социа­листар фракцияһын тәшкил итә. 1923 йылдың башында ул сит илгә сығып китә.

Бында Вәлидов иптәштең сиктән тыш мөһим докладын тулыһынса нәшер итеп, беҙ «Знамя борьбы»ның яҡын һандарының береһендә уның эстәлегенә кире ҡайтырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ «Знамя борьбы» журналы — һул социал-революционерҙар фирҡәһенең сит илдәге делегаттары һәм со- циал-революционер максималистар союзының органы. 1925 йылдың фев- раль-март һаны. № 9—10).


 




фирҡә ойоштороу эштәре башланды һәм шунда уҡ өс ағым барлыҡҡа килде: 1) консерваторҙар, 2) прогрессив демократтар һәм 3) социалистар. Консерваторҙар хәрәкәтенең башында Бохара әмире, уның чиновникта­ры, консерватор руханиҙар торҙо, һәм улар тик бай си­ныфтарҙың мәнфәғәтен яҡланы. Был бик көслө хәрәкәт ине, инҡилабтың беренсе көндәрендәге һайлауҙарҙа урындағы халыҡтың томана ҡатламдарын үҙ артынан эйәртә алды, рус кадеттары, капиталистары менән бергә эш итте, әммә фирҡә булын ойоша алманы. Башлыса ев­ропаса белем алған урындағы халыҡ араһынан сыҡҡан кешеләрҙән торған прогрессистар тиҙ арала ойоштолар, фирҡәнең программаһын, уставын төҙөнөләр, урын­дарҙа тап европаса итеп бүлектәрен булдырҙылар. Был иһә консерваторҙар ҡаршыһында уларҙың ҙур өҫтөнлөктәре ине. Был ойошма, синыфтарҙан ситтә бу­лып, народниктар рухында ойошһа ла, инҡилабтың бе­ренсе көндәренән үк кадеттарҙың буржуаз-демократик фирҡәләренән ҡырҡа ситләште һәм һәр ерҙә рус социа­листары фирҡәләре (социал-революционерҙар һәм со- циал-демократтар фирҡәләре) менән хеҙмәттәшлек итте,

1917 йылдың аҙағында ҡараңғы халыҡ ҡатламдарын ойошторған берҙән-бер көскә әүерелде. Халыҡтың ыша­нысын айырыуса асығыусыларға ярҙам ойоштороп яула­ны, үҙенең сәйәси мәсьәләләрҙә эҙмә-эҙлекле эш итеүен урындағы халыҡтың мәнфәғәтен яҡлап, уларға һай­лауҙарҙа һәм ҡоролтайҙарҙа етәкселек итеп иҫбатланы, аҙаҡ сиктә, Төркөстанда урындағы халыҡтың хөкүмәтен төҙөнө.

Социалистар йүнәлеше тағы ла әүҙемерәк, милли хоҡуҡтар өсөн көрәштең тәүәккәлһеҙлеге менән ҡәнәғәт булмаған, ерҙе дөйөмләштереү фекерен ҡыйыу яҡлаған, эшсе-крәҫтиән ҡатлауҙарына яҡын булырға


 



ынтылған шәхестәрҙе берләштергәйне. Был төркөмдәр «Туран» исемле фирҡәгә берләштеләр, был фирҡә һуңғы һайлауҙарҙа айырым исемлек менән сыҡһа ла, халыҡ ҡатламдары социализм тәғлимәте менән һис тә таныш булмағанлыҡтан, уңышҡа өлгәшмәне. Бынан һуң социалистар ойошмаһы прогрессистар менән хеҙмәттәшлек итергә, йәиһә рус фирҡәләренә ҡушы­лырға мәжбүр булды. Ҡырғыҙстанда' етәксе фирҡә со­циализм менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы булмаған «Алаш» фирҡәһе ине. Башҡортостанда иһә шундай уҡ халыҡ фирҡәһе булды, тик уның программаһында ер, урман, рудник һәм фабрикаларҙы дөйөмләштереү ҡаралғайны. Төркөстандың прогрессив фирҡәһе һәм Ҡырғыҙстан менән Башҡортостандың халыҡ фирҡәләре ойошоп берләшмәһәләр ҙә, һәр саҡ бергә хәрәкәт иттеләр. 1918 йылда улар бер төптән Учреди­телдәр йыйылышы өсөн уң фирҡәләргә ҡаршы ла, боль­шевиктарға ҡаршы ла көрәште. Ләкин рустарҙың урта ағым фирҡәләре тарҡалып, иң уң (Колчак) һәм иң һул (большевиктар) тарафҡа бүленде. Урындағы ха­лыҡтарҙың прогрессив демократия ойошмалары 1918 йылдың аҙағында ошо ике төркөмдөң береһен һайларға мәжбүр булды. Улар, әлбиттә, коммунистарҙы өҫтөнөрәк күрҙе. Төркөстандың Коммунистар фирҡәһенә ҡушылған эшмәкәрҙәре Рәсәй Коммунис­тар фирҡәһе органдарында «Мосолман коммунистар бюроһы» ойоштороп ҡаранылар. Был бюроға ингән прогрессистар һәм социалистар, шулай уҡ Коммунис­тар фирҡәһенән ситтә ҡалғандарҙың күпселеге үҙҙәре­нең элекке ойошмаларын тарҡалды тип иҫәпләнеләр. Улар бөтә көстәрен һалып Советтарҙың еңеүе өсөн



*Автор был әҫәрендә Ҡырғыҙстан һүҙен Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстан- ды бергә күҙ уңында тотоп ҡуллана. (Ә. Ю.)


 




Дата добавления: 2015-08-28; просмотров: 42 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.012 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>