Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Сурина Нәркәс “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләй.

Ведущий (бабушка Наза) | Ведущий | Национально- культурные условия в рамках дополнительного образования в МАДОУ ЦРР ДС «Йэйгор». | Слайдта әкиәт ҡарау. | Дидактик уйын “Өс сәскә”. | Халыҡ уйындары. | Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеге | Видеоматериал….. | Йомғаҡлау. | Төп өлөш. |


(З.Исмәғилев музыкаһына ҡурай моңо яңғырай)

Борон-борон борондан,

Кеше-маҙар килмәгән,

Килеп аяҡ баҫмаған,

Ул тирәлә ҡоро ер

Барлығын һис кем белмәгән,

Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан

Булған, ти, бер урын.

Унда булған, ти, борон,

Йәнбирҙе тигән ҡарт менән

Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ

Ҡайҙа барһа, уларға

Ул урында юл асыҡ.

Был ҡарт менән был ҡарсыҡ

Ҡайҙан бында килеүен,

Ата-әсә, ер-һыуы

Ҡайҙа тороп ҡалыуын

Үҙҙәре лә онотҡан, ти;

Икәүҙән-икәү шул ерҙә

Башлап ғүмер иткән, ти.

Тора-бара ул икәү

Ике уллы булып киткән, ти:

Шүлгән булған олоһо,

Урал булған кесеһе;

Бүтән кеше күрмәйсе,

Тик йәшәгән дүртеһе.

Донъя-маҙар йыймаған,

Ҡашыҡ-аяҡ тотмаған,

Ҡазан аҫып, ут яғып,

Улар донъя көтмәгән.

Сәсәниә:

Бына шулай башланып киткән ерҙә йәшәйеш. Һуңғараҡ башҡорт халҡы бөйөк Рәсәйгәҡушылып киткән. Һәм беҙҙең күркәм тәбиғәтле гүзәл Башҡортостаныбыҙҙы төбәк итеп башҡорт, татар, рус, украин һәм башҡа милләт вәкилдәре үҙ – ара бик дуҫ, татыу йәшәгәндәр, ти.

Сәсәниә:

В этом чудесном и дружном краю солнце сияло ярче,птицы пели звонче,там под звуки курая танцевал и пел веселый и дружный народ.

(Балалар башҡарыуында Гөлнара Хәлфетдинова һүҙҙәре, Гөлдәр Ишҡыуатова көйө“Минең Ватаным” йыры.)

Минең Ватаным

1.Тауҙар, урмандар,

Таҙа урамдар.

Ҡояш – ямғырҙар,

Ҡарлы бурандар.

Ҡушымта:

Минең Ватаным был –

Тәрән тамырым.

Бәхетемде ситтә түгел,

Һиндә табырмын.

2. Бүре, айыуҙар,

Ялтыр балыҡтар.

Ҡыҙҙар, малайҙар,

Төрлө халыҡтар


Дата добавления: 2015-08-20; просмотров: 135 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Иҙеүкәй.| Балалар башҡарыуында “Аҡҡош бәпкәләре” бейеүе.

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.006 сек.)