Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Дәрдемәнд менән танышлығы

БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ | Шәйхзада Бабич тураһында | Көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтың көтөлмәгәнсә килеп кереүе | Абдулла Кәримов менән Бабич | Уҡыу – белем туҡыу осором | Дүрт бәрәңге | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу | Бабич йомошсоһо |


Читайте также:
  1. Абдулла Кәримов менән Бабич
  2. Шәйхзада Бабич менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов

 

-- Дрдемәндте бик һөйөп, яратып уҡый инем. Ҡайһы бер шиғырҙарын күңелдән ятлап йөрөтәм. Ул, Ғәлимйән ағай әйтмешләй, үҙенсәлекле моң, музыка менән уйнап, йырлап,, көйләп яҙа кеүек. Мин уны бер ҡарт мулла тип күҙ алдыма килтерә инем, яңылыш булып сыҡты. Ә Ырымбурҙа миңә уны “үҙен бик юғары, эре тотоусы кеше” тип һөйләгәйнеләр. Һис улай күренмәне. Беҙҙе бик асыҡ сырай, һый-хөрмәт менән ҡаршыланы, хәлдәребеҙҙе һорашты, үҙенекен дә аңлатты: ҡартайыуын, һауһыҙланыуын белдерҙе. Шиғырҙарымды уҡып барған икән: “Ҡәләмең йор, ҙур өмөтлө. Яурупа шағирҙарын, Шәреҡ шағирҙарын күберәк уҡы, улар һинең ҡәләмеңә тағы ла көслөрәк шиғриәтле тәьҫир итер” тип матур кәңәштәр бирҙе. Ғәрәп, төрөк, фарсы, урыҫ шағирҙарының ҡайһы бер ҡыҫҡа шиғырҙарын уҡып ишеттереп, мәғәнәләрен һөйләп төшөндөрҙө.

Кабинеты китап шкафтары менән тулған. Күбеһе матур әҙәбиәт. Минең менән һөйләшкәндә өҫтәлдәге блокнотына нимәләрҙер билдәләп, яҙғылап ултырҙы.

-- “Шиғырҙы ашыҡмай яҙырға кәрәк. Яҡшы уйлап, күңелгә ятышлы, яғымлы итеп яҙырға тырыш! Матбуғатҡа сығарырға ҡабаланма! Яҙғандан һуң үҙең төрлө ваҡыттарҙа ҡат-ҡат уҡып ҡара, иптәштәреңә уҡып ишеттер. Уларҙың тәнҡиттәрен, кәңәштәрен тыңла. Шунан һуң ул шиғырыңды яңынан ҡарап, төҙәтеп, аҡҡа күсер. Тағы тикшер! Шунан һуң ғына матбуғатҡа оҙат… Бына мин үҙем ошо шиғырымды яҙғандан һуң йыл буйы өйҙә тотоп, ҡат-ҡат төҙәтеп, 12 юлын 12 ай яҙғандай әҙерләп баҫтырҙым”, -- тип бер шиғырын уҡып күрһәтте (был шиғырҙы Бабич ҡуйын дәфтәренә күсереп алғайны, исеме иҫемдә ҡалмаған. – Автор). Миңә һуңғы һүҙе итеп: “күберәк яҙырға тырышма, күберәк уҡырға тырыш!” тине. Ә беҙ, малай, шиғырҙы урамда барғанда ғына иҫкә төшөрәбеҙ ҙә, тиҙ генә яҙабыҙ ҙа, ҡараһы кипмәҫе элек үк гәзит-журналдарҙа баҫтыртырға ашығабыҙ. Шулайғас, ниңә сейле-бешеле сыҡмаһын?!

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 44 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Бабич кәңәштәре| Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.006 сек.)