Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтың көтөлмәгәнсә килеп кереүе

БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ | Бабич кәңәштәре | Дәрдемәнд менән танышлығы | Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек | Уҡыу – белем туҡыу осором | Дүрт бәрәңге | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу | Бабич йомошсоһо |


 

1917 йылда мин Каруанһарай урамындағы 53-сө өйҙөң икенсе ҡатында Вәли тигән бер уҡытыусы башҡорт менән фатирҙа тора инем. Шул йылдың август баштарында бер көндө иртүк, сәғәт 7-ләр тирәһендә, беҙ йоҡонан уянып, торорға иренеберәк, бер-беребеҙгә ҡарашып һөйләшеп ятҡанда, бикләнмәгән ишекте берәү шаҡылдатты ла, беҙҙең “мөмкин!” тигәнде лә көтмәҫтән, шаран асып ебәргәйне, ҡарпыш ҡолаҡлы, йырыҡ ауыҙлы, шаян йөҙлө баш күренде, күҙҙәрен уйнатып әле беребеҙгә, әле икенсебеҙгә ҡараны ла:

-- Керергә мөмкинме? – тине. Ятҡан еремдән, рөхсәтһеҙ ишек асыуынан ҡыҙыбыраҡ:

-- Башыңды мөмкинһеҙ үк тыҡтың бит. Инде аяғыңды һалырға һорайһыңмы? Башың кергәс, ултыра торған нәмәң дә керһен инде, әйҙә! – тинем. Шарҡылдап көлдө лә:

-- Һүҙҙәреңдән ҡармаҡ еҫе килә… -- тип, ишек яңағына әллә яңылышмы башын бәреп алды ла: -- Әссәләмәғәләйкем, Сенәкәй кем? – Оҙон аяҡтарын һуҙа атлап түрҙәге урындыҡҡа барып та ултырҙы. Әммә беребеҙ ҙә уны Бабич тип шәйләмәнек. Ятҡан урынымдан:

-- Маңлайың менән ишекте емерә яҙҙың, түләүле була инең, -- тинем. Ул:

-- Ә минең баш ярылһа, уны кем түләр ине? – тип көлдөрҙө. Вәли тороп, урынын йыйнай башлап:

-- Һеҙ, ҡунаҡ, ғәйеп итмәгеҙ инде, беҙ бөгөн оҙағыраҡ йоҡлап ҡалдыҡ, әле яңы торабыҙ, -- тигәс, тегеһе:

-- Яңы торһағыҙ ҙа, иҫке торһағыҙ ҙа, иҙерәп йәбешеп ятһағыҙ ҙа минең өсөн барыбер, тик ҡатып ҡына ҡалмағыҙ – Ырымбурҙа гүр садаҡаһын Каруанһарай манараһылай оҙондан һорайҙар икән… -- тип мәҙәкләне лә күҙҙәрен йүгертеп бүлмәнең иҙәндәрен, түшәмдәрен, стеналарын, өҫтәл өҫтәрен һәрмәнгәс, “әллә берәй тинтәгерәк бәндәме” тип, ҡурҡыбыраҡ та, аптырабыраҡ та ҡуйҙым (Вәли ҙә шулай уйлаған). Сәйер кеше:

-- Йә, әйтегеҙ инде: Сенәкәй кем? – тип, әле мине, әле Вәлиҙе ҡарашы менән һынаны.

-- Бына мин Сенәкәй! – тигәс:

-- Бына мин Бабич! – тип ҡысҡырып урынынан тороп миңә ҡулын һуҙҙы. Мин, ырғып тороп, уға табан ташландым, ҡосаҡлашып күрештек. Вәли ҙә, мендәрен тотҡан килеш йәһәт әйләнеп, Бабичты мендәре менән ҡуша ҡосаҡлап күреште. Бабич ҡосаҡлаған мендәрҙе Вәлиҙән айырҙы ла:

-- Бына рәхмәт! Мендәрем юҡ ине, мендәрле лә булдым. Танышҡан берем миңә ошондай матур мамыҡ мендәр бирһә, Ырымбурҙан мендәргә байып ҡайтам икән. Вагон яллап китергә тура килер, -- тип эсебеҙҙе ҡатырҙы. Сығып киткәнсе мәҙәк һүҙен яуҙырҙы, барыһын иҫләп яҙып бөтөрлөк түгел. Мин уға:

-- Бабич дуҫҡай, кисерә күр инде – бик тупаҫ ҡаршыланыҡ, кем икәнеңде белмәнек, -- тигәс, хәтеремдә ныҡ ҡалған һүҙҙәрен әйтте:

-- Был тап Сенәкәй менән Бабичтың, ҡармаҡлы ике балыҡсының, беренсе осрашыуы булды бит. Быны һин дә, мин дә көндәлеккә теркәйек.

Йыуынып, сәй әҙерләп, өҫтәл тирәһенә түңәрәкләнеп ултырыштыҡ. Ул иң элек беҙҙең һорауҙарға яуап биреп,үҙенең үткәндәрен, Өфө хәлдәрен, юлда күргәндәрен, көләмәс һүҙҙәр ҡатнаштыра-ҡатнаштыра, ҡыҫҡаса ғына, ҡыҙыҡлы ғына һөйләп үтте. Беҙ ҙә уның һорауҙарын ҡәнәғәтләндереп, үҙ хәлдәребеҙҙе, Ырымбур хәлдәрен һөйләнек. Бер-ике сынаяҡ сәй эсте лә, бүлмә иҙәнен аҙымлап үлсәгәндәй, бер-ике тапҡыр түрҙән ишеккә табан йөрөп әйләнде, стенала ҡаҙауға эленгән мандолинаны алып, ҡылдарын көйләне лә, уң тубығын һулы өҫтөнә һалып, мандолинаны ҡултығына ҡыҫтырып уйнай, шул ыңғайы “Һандуғас – күгәрсен” көйөнә йырлай башланы:

 

Самауырың һары икән,

Мөрйәләре тар икән.

Сенәкәй менән күрешеп

Һөйләшер көн бар икән.

 

Мин дә тиҙ генә кейенеп, күршенән мандолина алып инеп, ҡара-ҡаршы уйнап йырлаштыҡ:

 

-- Мандолинаң ҙур икән,

Грифтары туры икән.

Шиғырҙарың зерә матур,

Мәғәнәләре мул икән.

 

-- Күркәм икән бүлмәгеҙ,

Ҡайғы-хәсрәт күрмәгеҙ!

Икегеҙ ҙә күп йәшәгеҙ,

Ғүмер бөтмәй үлмәгеҙ!

 

-- Мандолинаң гөллө икән,

Йырҙарың мең төрлө икән.

Туҡай шиғырҙары кеүек,

Шиғырың серле икән.

 

-- Сәйҙәрегеҙ тәмле икән,

Тормошоғоҙ йәнле икән.

Һеҙҙең менән ултырышыу

Йәннәттән дә йәмле икән.

 

Самауырың еҙ икән,

Ҡайнауҙары тиҙ икән.

Ырымбурҙың былбылдары

Һинең менән беҙ икән.

 

Ярты сәғәт самаһы шулай ҡара-ҡаршы уйнап йырлаштыҡ. Күңелемдә һәм иҫке яҙмаларым араһында ана шул 5-6 куплет ҡына ҡалған. Башҡалары онотолған, юғалған, хәтерләмәйем. Бабичтың бер яҡшы яғы бар ине: шундай ҡыҙыҡлы саҡтарҙы ҡуйын дәфтәренә теркәп, күҙ алдына килтермәле ҡыҫҡа ғына бер-ике һүҙ менән билгеләй. Беҙҙең был беренсе осрашыу йырҙарын, мәҙәктәрен шунда уҡ күсереп ҡуйҙы. Тик, ниңәлер, үҙенең фажиғәһенән һуң ҡалған юл сумаҙанында был дәфтәр осраманы.

Шуныһын да әйтмәй үтергә ярамай: Бабич йырҙы бик тиҙ ипләй – был тәңгәлдә ул халыҡ сәсәне (импровизатор) ине. Ә мин Бабичтың һәр өс йырына ҡаршы көскә генә бер йыр сығарып йырлай алдым. Бабич менән осрашҡан һайын шулай йырлаша-йырлаша мин дә Бабичҡа тиңләшә яҙып ҡалдым, буғай.

Бабич үҙенең ошолай үҙе уйнап, тиҙ генә йыр сығарып йырлауын түбәндәгесә аңлатҡаны хәтеремдә:

“…Мин Өфөлә саҡта мандолинаға өйрәнеп, шулай бераҙ йырлаштыра килдем. Сәйфи Ҡудаш менән дә шулай ҡара-ҡаршы йырлашҡылай инек. Бигерәген мин был йоланы ҡаҙаҡтарҙан өйрәндем. Йәй көндәре ҡырғыҙ-ҡаҙаҡтар араһына уҡытыусы булып сыҡҡан осорҙарҙа ҡаҙаҡ думбырасылары, аҡындары менән күп осраштым. Уларҙы бик яратып тыңлай инем, думбыраларын да өйрәнеп алдым. Ҡаҙаҡ аҡындары кеүек йырлаштыра башланым…”

 

 

Аяҡ менән дә…

 

Бабич мандолинала бик матур уйнай. Күбеһенсә “Һандуғас – күгәрсен”, “Ҡаҙ ҡанаты” көйҙәренә йырларға ярата. Шул йылдарҙа Хөсәйен Абушай Атлаши тигән бер шағирҙың “Алтындарым” исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡҡайны. Ҡайһы ваҡыт уның “Күңелгә” тигән шиғырын бик яратып йырланы, бер куплеты ғына ҡалған иҫемдә:

 

…Әй күңел, йырларға өйрәнгәс алырбыҙ думбыра.

Бәлки шунан, йырлай-йырлай, өйрәнербеҙ, думбыра…

 

Бер көн шулай мандолинала уйнап йырлап ултырғанында, кинәт кенә мандолинаһын ҡуйып, иҙән уртаһына ултырып, ботинкаларын һала башланы. Аяғын ҡандала һымаҡ берәй нәмә тешләнеме? Әллә ҡаҙауҙары сығып ауырттырамы икән, тип уйлап, аптырап ҡарап тора инем. Ул иһә уң аяҡ бармаҡтары араһына медиаторын ҡыҫтырып, һул ҡулы менән мандолинаның грифынан тотоп, аяҡ менән мандолина уйнап йырлай башланы… Беҙ йығылып ятып эстәребеҙҙе тота-тота көлөштөк. Үҙе көлмәй ҙә -- уйнауын ғына белә. Ҡылығын туҡтатты ла:

-- Мин аяҡ менән генә түгел, башҡа нәмәләрем… менән дә музыка тауышы сығара беләм, -- тигәс:

-- Улары менән дә уйнап күрһәт, -- тигәйнек, иренен ослайтып һыҙғырып бер көй, тешен ыржайтып һыҙғырып икенсе көй көйләне лә:

-- Тағы бер төрлөһө бар… уныһын аулаҡта ғына… -- тине. Вәли:

-- Һинең бик күп ҡыҙыҡлы һөнәрҙәрең бар икән, Бабич! Циркта клоун булаһың ғына ҡалған. Унда һиңә Мәхмүт Мәржәни кеүек 150 һум ғына түләмәҫтәр, айына 500 һумды кәгерһең, -- тине. Бабич:

-- Урыҫса белмәйем шул. Татар циркы асылғас, татар клоуны булып йөрөрмен.

Вәли:

-- Үҙең шағир булып та, урыҫса белмәгәнең өсөн хурланмайһыңмы?

Бабич:

-- Иван үҙенең татарса йәки башҡортса һөйләшә белмәгәне өсөн хурланмай бит, мин кемдән кәм?! – тип аяҡтарына кейенде лә тағы урындыҡҡа ултырып йырлай башланы:

 

-- Ҡулдарымда кәкре башлы,

Алтын ҡашлы мандолин.

Ҡайғырғанда, ҡыуанғанда

Шуны уйнап алғалыйм…

 

Ҡыҫҡа диалог булып алды:

-- Ә думбыраны ҡасан алаһың?

-- Йырларға өйрәнгәс.

-- Йырлай беләһең бит инде?

Тағы уйнауға күсте:

 

-- Мандолинды ватып ташлап

Алам тиһәм думбыра,

“Думбыраңды дыңлатма” тип

Бабай башҡа ҡундыра…

 

Йор һүҙле булыу менән бергә, мәҙәктәрен дә, йырҙарын да бер-береһенән уҙҙырып сығара, яҙып алып өлгөрөп булмай, бының өсөн бик оҫта стенографиясы кәрәк. Ә шулай ҙа беҙ – мин дә, Вәли ҙә, Ҡасим да, Ғабдулла Кәримов та уның ҡыҙыҡлы һүҙҙәрен, йырҙарын яҙып алғылай барҙыҡ. Миндә уларҙың йөҙҙән бер генәһе, тиерлек, һаҡланған, тегеләрҙәгеләр уларҙың үҙҙәре менән киткәндер инде…

Бабич Ырымбурға яңы килгән саҡтарында күбеһенсә, аҙ ғына буш ваҡыты булһа, ҡулына мандолина алып, уйнап-йырларға керешә ине. Кеше менән һөйләшкән арала ла һүҙ бөтөбөрәк торғанда бер генә тапҡыр булһа ла йырлап ала. Һүҙҙән-һүҙ сыҡһа, мандолинаһын тубығына баҫтырып тота ла һөйләшә башлай. Һуңғараҡ, берәр айҙан һуң, ул мандолинала күп уйнамаҫ булды. Әллә бөтөнләй ташланы, әллә бармаҡтары ауыртты. Бер көндө аҙ ғына уйнаны ла:

 

Мандолиндан да туйҙым,

Йырҙарынан да туйҙым.

Һау булығыҙ, сығып киттем –

Уйын-көлкөнө ҡуйҙым, --

 

тип елтерәп, ашығып сығып китте.

 

 

“Быныһы – иң етди осрашыу”

 

Бер-ике көндән һуң Бабич тағы беҙгә килеп инде. Был юлы эш тураһында, “Ҡармаҡ” журналының киләһе һанын нисек сығарыу, шуға материалдар туплау хаҡында һөйләшергә килгәнлеген белдереү өсөндер, иҫәнләшеү менән:

-- Сенәкәй, был – иң етди осрашыу булһын! – тине лә ҡулындағы гәзиткә төрөлгән яҙмаларын өҫтәлгә йәйеп һалып, урындыҡҡа ултырҙы. Ҡағыҙҙарҙы аҡтарғылап, ҡулына ҡәләм алып:

-- Йә, Сенәкәй дуҫ, нишләйбеҙ? Ниндәй көлкөләрең бар? Барыһын да тир. Ҡармаҡты үткерләп һалып ебәрәйек. Ҙур-ҙур балыҡтар эләктерәйек! – тип беренсе һүҙҙәре менән үк беҙҙе йылмайтты.

-- Иң етди осрашыу, тинең дә үҙең көлдөрә башланың. Шулайғас, етди буламы ни ул? – тинем.

-- Була, көлкө аралаш илау була, -- тип, тағы мандолинаһына тотондо:

 

-- Сенәкәй, һинән һорайым,

Көнө-төнө аптырайым:

Инде һеҙҙең Ырымбурҙы

Ҡай еренән ҡаптырайым?

 

Күрше бүлмәнән мандолина алып кереп яуапланым:

 

-- Балағынан да ҡаптыр,

Аяғынан да ҡаптыр!

Ҡолағынан да ҡаптыр,

Тамағынан да ҡаптыр!

 

Ул уйнауҙан туҡталып, ҡаты шарҡылдап көлдө лә:

-- Әһә, Сенәкәй, оҫтара башланың бит, әй. Әйҙә! – тағы уйнап йырланы:

 

-- Ырымбурҙа кемдәр бар?

Ниндәй шайтан-ендәр бар?

Ярып дарыу һала торған

Ниндәй яман сирҙәр бар?

 

-- Бында һимеҙ байҙар бар,

Тәреләр һәм айҙар бар.

Ҡойроҡтарын күтәреп

Ырғып сапҡан тайҙар бар.

 

Бик күп йыуан ҡорһаҡтар,

Оятһыҙ яман ҡурсаҡтар.

Алдаҡсылар иҫәпһеҙ –

Һатып йөрөй борсаҡтар.

 

-- Борсаҡтарын алып бир!

Исемдәрен яҙып бир!

Ҡайҙа ҡыҙыҡ күмелгән?

Һәммәһен дә ҡаҙып бир!

 

Үҙҙәренең борсағын

Күҙҙәренә аттырып,

Һимеҙҙәрен, байҙарын

Ҡорһағынан ҡаптырып,

 

Аҫып ҡуйып ҡармаҡҡа,

Күрһәтербеҙ бар яҡҡа.

Өфө, Ҡазан таң ҡалһын

Беҙ ҡаптырған балыҡҡа…

 

-- Бик күп бында муллалар –

Егермеләп мулла бар.

Дүрт-биш ерҙә мәсет бар,

Шыпырт ҡына шунда бар.

 

Бында сыға салмалы

“Дин-мәғишәт” журналы.

Ҡабыр шунда ҡармаҡҡа

Балыҡтарҙың ҙурҙары.

 

-- Иртәгә беҙ икәүләп

Ҡармаҡтарҙы алайыҡ та

Тубалдарҙы елкәләп

Тотонайыҡ балыҡҡа…

 

Шуның артынан өҙлөкһөҙ 3-4 йыр йырланы ла, туҡталып:

-- Әй, Сенәкәй, һин дә йәһәт йыр сығарырға өйрәнеп ал да, икебеҙ ике мандолина күтәреп, етәкләшеп урамдарға, баҙарҙарға сығып китәйек, көлтә-көлтә аҡса йыйырбыҙ тип шаяртты. Ишектән керер-кермәҫ беҙҙең ҡыҙыҡты ҡарап-тыңлап торған Ғабдулла Кәрими (Ярлы Кәрим):

-- Мине лә эйәртегеҙ. Мин түбәтәй тотоп йыйнармын: ике түбәтәй аҡса һеҙгә, бер түбәтәйе миңә, -- тип көлдөрҙө лә, Бабичҡа ҡарап: -- Мин үҙе уйнап үҙе йырлағандарҙы беренсе тапҡыр күрәм. Үҙегеҙ уйнап үҙегеҙ бейей алаһығыҙмы? – тип әйтеп өлгөрмәне, Бабич бейеү көйөн уйнап бейей ҙә башланы. Үҙе бер-ике тапҡыр бейеп әйләнгәс, мине лә, Вәлиҙе лә, Ғабдулланы ла һөйрәп сығарҙы. Шул арала Ҡасим (Шамун Фидаи) килеп керҙе. Бабич уны ла бейергә төшөрҙө. Бүлмәләге ғәҙәттән тыш дөбөрләүгә “был ни булды икән?” тип ҡарарға ингән бабушканы ла (беҙҙең фатир хужабикәһен) Бабич, етәкләп, түңәрәккә төшөрҙө:

 

Бейе, бейе, бабушка!

Татарҙарҙан ҡалышма!

Бик хорош килеп керҙең

Беҙҙең хозур тауышҡа… -- тип таҡмаҡлай башлағас, бабушкабыҙ “Ой батюшки! Батюшки!” тип боролоп сығып китте. Ҡасим:

-- Был ҡунағығыҙ кем һуң был? Әллә Бабич ошомо? – тип һорай ҡуйҙы. Ғабдулла Кәримов:

-- Мин дә шулмы тип һорамаҡсы инем дә, ҡыланышынан Бабич икәнен белдем дә һораманым… -- тине. Мин:

-- Эйе, Шәйхзада Бабич тап ошо була, “Ҡармаҡ”тың яңы мөхәррире, тип уларҙы таныштырҙым. Арабыҙҙан иң кесе йәштәге Ҡасим, ишек төбөндә баҫҡан килеш, шағирҙан күҙен алмай ине. Бабич егеттең мөкиббәнлегенә иғтибар итеп:

-- Һин, энем, минең һымаҡ шаталаҡты күргәнең юҡмы әллә? Улайһа ҡара, күр! Бына алдым, бына артым, бына башым, бына аяҡтарым, ҡулдарым! – тип зыр-әйләнеп тамаша ҡылдыртты. Беҙ көләбеҙ, ә ул һаман һамаҡлай: -- Бына танауым, бына күҙҙәрем, бына ҡолаҡтарым… тик улары бик оҙон, ә һинекеләр үтә кескенә икән. Бына бит, энем: Алаһы Тәғәлә ҡолаҡтарҙы бороп алына торған итеп яһамаған. Бороп ҡына алып алмашыр инек. Һиңә -- оҙон ҡолаҡ, миңә ҡыҫҡа ҡолаҡ килешер ине. Әллә, тим, дүртеһен бергә ит турағыстан үткәреп, яңынан тигеҙләп дүрткә бүлеп, бер тигеҙ дүрт ҡолаҡ яһап алабыҙмы? – тип егетте аптыратты. Һүҙҙәрен ул ҡоро теҙмә итеп түгел, ә әкәмәт хәрәкәттәр, ымлыҡтар, мимикалар менән йәнләндереп башҡара ине. Бераҙ туҡталды ла, Ҡасимға ҡарап алып, минән һорай ҡуйҙы:

-- Был сибәр малай кемең була һуң? Энеңме, уҡыусыңмы? Ябай ғына күренмәй – ярылмаған серле сәтләүектәй был!

Ҡасим ул ваҡытта 15-16 йәштәрендә булһа кәрәк; төҫкә бик матур, буйға зифа, сибәр сырайлы, оҙон керпекле, ебәк сәсле, күҙҙәре, Сәғит Рәмиевтың “Ул” тигән шиғырындағыса, киске ҡамышлы күл һымаҡ нурлы керфекле ине.

1916-1917-се уҡыу йылында мин Ырымбурҙағы бер земство мәктәбендә лә уҡытыусылыҡ иттем. Ҡасим шул мәктәптең 4-се синыфында уҡыусым булды. Шул уҡ йылда ул, үҙенең белемен күтәрер өсөн, минең менән һөйләшеп, мәктәптән тыш та минән һабаҡ алып йөрөнө. Мин уны Өфөләге Мәдрәсәи Ғалиәнең беренсе әҙерлек синыфына әҙерләйем. Барынан да бигерәк ул әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, үҙенең шиғыр яҙырға, шағир булырға теләген һиҙҙертеп йөрөй. Был йылдарҙа Ырымбурҙың иң күп баҫылып таралған шиғри йыйынтыҡтары ошо юлдарҙы яҙыусыныҡы булды. Ҡасим шуларҙы ҡулынан төшөрмәй уҡый. 1917 йылдың яҙында ул, минең шиғырҙарға оҡшатып, эйәреп яҙа башланы. Шулай уҡ минең кәңәшем буйынса Туҡайҙың, Дәрдмәндтең, Сәғит Рәмиевтың, Шәйхзада Бабичтың һәм башҡаларҙың шиғырҙарын йотлоғоп уҡый. Шуға күрә Бабичтың Ырымбурға килеүе менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың иң йәше Ҡасим булғандыр. Мин уны Бабичҡа:

-- Был малай – буш ҡыуыҡ түгел. Күренекле шағирҙарыбыҙҙың күп әҫәрҙәрен яттан белә, һинең “Көлкө ҡапсығы”ңды ҡулдан төшөрмәй. Һәр шиғырыңды көтөп алып уҡыусың, шағирәнә шәкертең булырға теләүселәрҙең бероеһе был, -- тип таныштырҙым. Ул Ҡасимды янына саҡырып алып сәстәренән һыйпап, күҙҙәренә текләп ҡарап торҙо ла:

-- Һе! Төҫө-ҡиәфәте лә шағирҙыҡы, күҙ ҡараштары тәрән – серле диңгеҙ кеүек, шағир йәки рәссәм күҙҙәре… -- тип һөйләнде. Шиғырҙарын күргеһе килеүен әйтте.

Ҡасимдың өйө беҙгә яҡын ғына ине, ҡайтып, дәфтәрен алып килде. Бабич уның яҙған, яҙа башлағандарын ҡарап сыҡты ла:

-- Матур, шәп яҙыусы булырһың. Тик күңелеңә ауыр алма, әле быларың өйрәнсек кенә, мәғәнәләре һай, һүҙҙәре, теҙемдәре ҡытыршы. Хәҙергә күп яҙырға тырышма, күп уҡырға тырыш. Өфөгә уҡырға барырға әҙерләнеүең бик яҡшы. Бар, унда Сәйфи Ҡудаш менән Ғәлимйән Ибраһимов, Сәғит Рәмиев, Мәжит Ғафури һәм башҡалар менән танышырһың, улар һиңә файҙалы кәңәштәр бирер, -- тип хупланы. Шунан һуң был икәү минең бүлмәлә һәм башҡа урындарҙа бернисә тапҡыр осрашты. Бабич уға төрлө кәңәштәр бирә, шиғырҙарын төҙәткеләп өйрәткеләй ине.

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 59 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Шәйхзада Бабич тураһында| Абдулла Кәримов менән Бабич

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.03 сек.)