Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Абдулла Кәримов менән Бабич

БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ | Шәйхзада Бабич тураһында | Дәрдемәнд менән танышлығы | Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек | Уҡыу – белем туҡыу осором | Дүрт бәрәңге | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу | Бабич йомошсоһо |


Читайте также:
  1. АБДУЛЛА
  2. Абдуллах Абу АбдуРрахман. Египет, Каир.
  3. БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ
  4. Бабич ҡыҙыҡтары
  5. Бабич бабай
  6. Бабич йомошсоһо

 

Буласаҡ Ярлы Кәрим – Ғабдулла Кәримов был йылдарҙа Ырымбур педагогия техникумында уҡый ине, мине үҙе эҙләп килеп танышты. Ярлы студент. Уға фатирҙашым уҡытыусы Вәли Ғәбитов та, мин дә төрлө күләмдә матди ярҙам иткеләнек.

Февраль революцияһынан һуң яҙылған ирек йырҙарымды үҙемдең уҡытыусылыҡтан алған эш хаҡым хисабына баҫтыртып, китап магазиндарына ҡуйып һаттырта инем. Төрлө революцион шиғырҙарымдың айырым бер бит (листовка) ҡалын ҡағыҙға баҫылғанының хаҡы 5 тин була. Ғабдулла буш ваҡыттарында шуларҙы күтәреп урамда һатып йөрөй. Өс тинен миңә килтереп бирә, ике тине үҙенә ҡала. Был уға үҙ ваҡытында ҙур ғына ярҙам булды, буғай. Һатып бөткәс:

-- Сенәкәй ағай, тағы баҫтырт әле, һорайҙар бит, үтә бит… -- тип килеп етә. Бара торғас был да Ҡасим кеүек шиғыр һәүәҫкәренә әйләнде. Ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына куплеттар яҙа, мин уға ла кәңәштәремде бирәм. Бабич ижады менән мауығыусыларҙың тағы береһе ошо Ғабдулла ине. Ул үҙенең әҫәрҙәрен Бабичҡа күрһәтергә ҡушып миңә ҡалдырып китте. Ҡайһа саҡта Бабич, мин, Ҡасим, Ғабдулла, Вәлирахман Ғәбитовтар бергә осрашып, шиғырҙарыбыҙҙы уҡыйбыҙ, тикшерәбеҙ, маҡтайбыҙ, яманлайбыҙ… Шулай итеп, беҙҙең бүлмә әҙәбиәт усағына әйләнде. Шул усаҡтың Ҡасимы – Шамун Фидаи, Ғабдуллаһы – Ярлы Кәрим булып әүерелделәр, әҙәбиәт тарихының шағирҙар битендә йәш йондоҙҙар булып ялтырап ҡалдылар.

 

 

“Ҡыҙыҡтың ҡыҙығы”

 

Шәйхзаданың һүҙе был.

Теге көндө мин Бабичты Ҡасим Шакирйәнов һәм Ғабдулла Кәримов менән таныштырғандан һуң, уға үҙемдең Ырымбурҙағы әҙәби тормошомда осраған бер ҡыҙыҡлы хәлде һөйләп көлдөрҙөм.

Октябрь революцияһына тиклем татар урта мәктәптәре түгел, башланғыстары ла бик һирәк ине, ә уҡырға теләүсе йәштәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Тик уларҙың күпселегенә урыҫ мәктәптәренә лә, Мәҙрәсәи Хөсәиниә, Ғалиә, Ғосманиә кеүек уҡыу йорттарына керергә лә мөмкинлек булманы. Уҡыуға ныҡ тартылған, уҡып берәй һөнәр алырға йәки урта, юғары урыҫ мәктәптәренә инергә теләүселәр үҙ иҫәптәренә -- айырым уҡытыусыларға аҡса түләп уҡыйҙар, әҙерләнәләр ине.

1916-19 йылдарҙа Ырымбурҙағы татар уҡытыусыларының фатирҙарында шундай уҡыусылар шәғәлләнә ине. Мин үҙем дә Ҡасимдан башҡа ла бернисә уҡыусыны Ғалиә, Хөсәиниә кеүек мәҙрәсәләрҙең беренсе рөшди, тәхзәри синыфтарына әҙерләнем. Шул осорҙа Ырымбурҙа сыға торған ваҡытлы матбуғатта иң күп ҡатнашыусы “шағир” булып та танылдым. Өҫтәүенә, күп кенә шиғри йыйынтыҡтарым да күренде. Ҡайһы бер йәштәр мине “бик ҙур шағир” тип уйлапмы, йәки шиғырҙы арифметика йәки география кеүек айырым фән тип уйлапмы, “миңә шиғыр яҙырға өйрәт әле, айына нисә һум алырһың?” тип килгеләнеләр. Шуларҙың береһен юрый ҡыҙыҡ яһар өсөн:

-- Ярай, өйрәтермен, -- тинем.

-- Айына нисә һум?

-- Айына 100 һум.

-- Нисә айҙа шағир яһарһың?

-- Биш айҙа. Әммә Туҡай ише шағир яһар өсөн 200 һум алам, -- тигәс:

-- Ярай, атайға ҡайтып әйтәм дә, ул ярай тиһә, иртәгә килермен, -- тип китте.

Иртәгәһен мин өйҙә юҡта шағирлыҡҡа уҡырға килгән. Уны Вәли:

-- Йүләрләнеп йөрөмә, шағирлыҡҡа берәү ҙә уҡымай. Үҙ талантың булһа, ҙур мәктәптәрҙә төрлө фәндәр уҡыһаң, күберәк әҙәбиәт, шиғыр менән мауыҡһаң һәм үеңдән-үҙең яҙғылаһаң, бәлки шағир ҙа булырһың. Кеше көлдөрөп йөрөмә, Сенәкәй һинең ахмаҡлығыңдан көлгән. Үҙең – дурак, атаң тинтәк икән дә! – тип ҡыуып сығарған. Баҡһаң, бер ит сауҙагәренең малайы имеш…

Бабич шарҡылдап көлдө лә:

-- Был бит ҡыҙыҡтың ҡыҙығы! Юҡҡа ҡайтарғанһығыҙ, өйрәткән булып, ул аҡсалы мал-тыуарҙың тиреһен тунарға ине. Әйҙә, икебеҙ шиғыр курсы асайыҡ, гәзиткә иғлан бирәйек. Ундай иҫәүәндәр күп кенә табылыр. Әйткәндәй, “шиғыр яҙырға өйрәт” тип миңә килеүселәр ҙә булғыланы, -- тип бер-ике ҡыҙығын һөйләп алды. Бер йәш кенә ҡыҙ килеп, “шиғыр яҙырға өйрәт әле” тигәнендә ул:

-- Миңә кейәүгә сыҡһаң, өйрәтәм, -- тигәс, ҡыҙ оялып ҡасып киткән.

Шул көндө “Ҡармаҡ”ҡа материал алырға килгән Бабич йәш шағирҙар менән ҡыҙыҡһынып, ҡыҙыҡлы көләмәстәр һөйләп, тыңлап, киске сәғәт бишкәсә улар менән әңгәмәләшеп ултырҙы. Алдына үҙемдең журналға әҙерләгән яҙмаларҙы һалғас, ҡараштырып, һайлап, ҡайһыларын оҙонайтырға йәки ҡыҫҡартырға, үҙгәртергә кәрәклеген аңлатып ҡалдырып, бернисәһен “былары шул көйөнсә бара” тип алып китте. Мин һөйләгән “ҡыҙыҡтың ҡыҙығын” да, “Ҡармаҡ”ҡа эләктерәм тип, ҡуйын дәфтәренә теркәп өлгөрҙө.

 

 

Беҙҙең дуҫлыҡ

 

Бабичтың яҡын дуҫтарының береһе уның тураһында: “Ул бик ябай, бер ҡатлы, эскерһеҙ. Кеше менән дуҫлыҡты һөйә торған кеше ине. Уның йөрәге үтәнән-үтә күренеп торған саф йөрәк…” тип яҙа.

Кеше тигән йән эйәһе бик ҡатмарлы, ифрат тәрән серле йөрәк бит ул. Ҡайһы берҙәренең холҡон, характерын яҡшылап өйрәнеп һөҙөмтәгә килер өсөн уның менән бергә уҙған бернисә ай, бер-ике йыл да аҙ булып ҡала. Бабич иһә ысынлап та эскерһеҙ, үтә күренеүсе ихласйән булып, кешенең эске тойғоларын зирәк һиҙеүсән – уның шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлаша белеүсе, үҙенең аң-белемен, изге кәңәштәрен ҡыҙғанмаусан йомарт йөрәкле, хаҡлыҡ һәм халыҡ кешеһе ине (шул хаҡлыҡ һәм халыҡ юлында гонаһһыҙ ҡорбан булды). Шуға күрә ул минең менән дә, миңә һырныҡҡан йәштәр, ҡарттар менән дә бик йәһәт – танышлыҡтың беренсе көнөндә генә түгел, беренсе минутында уҡ йөрәген асып иҫке дуҫтарса, ысын туғандарса аралашты. Уның Ырымбурға яңы килгән көндәрендә торған өйө минекенә алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, көн һайын бер тапҡыр, ҡайһы саҡта ике-өс тапҡыр ҙа килеп китер ине.

Ул ҡалаға килеп ике-өс көн торғас та үҙенә айырым бүлмә эҙләй башланы. Мәхмүт Мәржәни фатирында тора башлаһа ла, күберәген миндә була, ҡунғылап та китә. Беҙ уны үҙ яныбыҙға күсереп алырға теләнек, тик бүлмәнең тарлығынан уңайһыҙланыпмы, былай тине:

-- Мәхмүттәрҙә тороу хәйерле. Ашау-эсеү, урын-ер барыһы ла әҙер. Тик шуныһы, ирле-ҡатынлы кешеләрҙә уңайһыҙ. Улар алдында һеҙҙәгеләй иркен йәйелеп китеп ауыҙ йырып һөйләшеп булмай. Тел осона бизмән элеп, үлсәп кенә сығараһың. Мин үлсәүле һүҙҙе яратмайым…

-- Улайһа, бергәләп фатир эҙләрбеҙ, табырбыҙ, әлегә шунда ҡалып тор. Күберәген беҙҙә бул. Бына бүлмә, ана өҫтәл, ҡағыҙ-ҡәләм – ултыр ҙа яҙ. Күбеһенсә өйҙә булмайбыҙ, берәү ҙә тынысһыҙламаҫ, борсомаҫ.

-- Ә бабушка инеп һөжүм итмәҫме?

Бына шулай эш, яҙыу тураһында етди генә һөйләшкәндә лә берәй көлкө килтерә лә сығара. Вәлирахман уға:

-- Бабушканан ҡурҡаһың, Мәхмүттең ҡатынынан шөрләмәйһеңме – йәп-йәш, ҡыҙҙар һымаҡ һылыу, һөжүм итә ҡалһа… -- тигәс:

-- Ҡурҡыу ғына түгел, ҡотом осоп йөрөй. Шуға күрә тиҙерәк табан тайҙырырға итәм дә.

-- Улайһа, сыҙай алғаныңса ошонда тороп тор – бүлмәбеҙ тар булһа ла, күңелебеҙ киң, -- тинек. Бүлмә табылғансы беҙҙә торҙо.

Ырымбурға килеүе менән ул беҙҙә генә түгел, беренсе аҙнанан уҡ минең менән бергә шәһәрҙең күренекле кешеләренең күбеһенең өйөнә, эшләгән урындарына барып, йәки урамда осратып танышып өлгөрҙө. Ҡайһы саҡ көнө буйы шул яңы таныштары араһында йөрөп, материал йыйып ҡайта ла төнө буйы яҙып ултыра. Ҡайһы берҙә бер ҡайҙа ла сыҡмай, көн оҙоно тигәндәй эшләй. Яңы шиғырын, мәҡәләһен, аҡҡа күсермәҫе борон, миңә йәки Вәлигә уҡып ишеттерә лә фекер һорай. Тәнҡитләһәк, кәңәш көтә. Мин дә шулай үҙ яҙмаларымды уға күрһәтеп, уның фекерҙәре, кәңәштәре менән кәмселектәрен төҙәтәм. Беҙҙә ҡуна ҡалғанында икебеҙ бер карауатта һуҙылған килеш төрлө көлкөләргә батып, төнгө сәғәт икеләргәсә йоҡлай алмай ята инек. Бер көндө мин Бабич юҡта өҫтәл өҫтө блокнотыма:

 

Насип булды Бабич менән танышырға,

Танышырға, күп фекерҙәр алышырға.

Инде иллә Сенәкәйгә яҡшы булды

Бергәләшеп көлкө-мөлкө яҙышырға… --

 

тип сыбарлап ҡуйғайным, мин өйҙә юҡта Бабич уның аҫтына:

 

Мин кеҫәмә үткер ҡәләм һалып килдем,

Ҡырыҡ вагон көлкө-мөлкө алып килдем.

Ярулланы, Ямал, Камал, Мәржәниҙе,

Дәрдемәндте, Сенәкәйҙе һағынып килдем.

 

Ҡәләмдәрҙең үткерлеген арттырырбыҙ,

Дошмандарҙы ҡармаҡтарға ҡаптырырбыҙ.

Майҙандарҙа ҡәләм менән еңеп сыҡһаҡ,

Байҙарҙан да былайыраҡ шәп торорбыҙ… --

 

тип яҙып киткән.

Бабич килгәндән һуң “Ҡармаҡ”тың тиражы күтәрелде, абруйы артты, уҡыусылары ла ыраны. Бабич мөхәррирлегендә сыҡҡан журналдар элеккеләренә ҡарағанда үткерерәк көләмәстәр менән тулыша ине. Ҡайһы берәүҙәр уға:

-- Һин, Бабич, кешеләрҙең гел кәмселектәрен генә күреп “Ҡрмаҡ”ҡа эләһең. Бәндәнең яҡшы яҡтарын да күреп маҡтарға кәрәк! – тип үпкә белдергәләнеләр. Бабич иһә уларға:

-- “Ҡармаҡ” ул балыҡтың кәкере-бөкөрөләрен ҡаптыра, уҡыусыларына шуларҙы ҡыйыш көҙгө аша сағылдыра торған ҡорал. Яҡшы яҡтарын төҙ көҙгөлө гәзиттәр, журналдар яҙһын” – тип яуаплар ине.

 

 

Шағир әҙәбиәт кисәләрендә

 

Бабич менән бергәләп йәш көстәрҙе ойоштороп, төрлө әҙәбиәт, концерт кисәләре ҡуйҙыҡ. Репетиция үткәргәндә Хөсәиниә мәҙрәсәһе ашханаһының бер яғына ҙур өҫтәлде күтәреп илтеп, сәхнә ишараты яһап куябыҙ ҙа ҡаршы стена янындағы эскәмйәлә алмашлап беребеҙ тамашасы булып ҡарап ултыра, икенсебеҙ өҫтәлгә менеп, сәхнәлә һөйләнәсәк шиғырҙарыбыҙҙы, көләмәстәребеҙҙе яңғырата. Кәмселектәребеҙҙе бөтөрәбеҙ.

Был кисәләрҙе ойоштороусылар араһында иң әүҙемдәре Хәбибулла Ғәбитов, Сәхи Рәхмәти иптәштәр ине. Хәбибулла йырҙарҙы, шиғырҙарҙы, бейеүҙәрҙе ойоштора, Сәхи – администратор, ә беҙ дөйөм әҙәби яҡтары өсөн яуаплы. Бабич мәҙәк һүҙгә бай. Үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да көләмәстәрен һөйләй. Сәйфи Ҡудаштан, Фатих Әмирхандан, минән һәм башҡаларҙан һайлап алып үҙенә бай репертуар туплаған. Тамашасы халыҡ уны алҡышлап, сәхнәнән сығармай тота. Исеме ишетелеү менән ҡул сабып, түҙемһеҙләнеп көтөп ала.

Шуныһы ҡыҙыҡ: Бабич ҡалаға яңы килгән осорҙарында репетиция барышында ҡайһы саҡ сәхнә артынан миңә “әй, Сәйфи!” тип өндәшкеләп ҡуя. Өйҙә сағында “Ғәлимйән ағай, ҡара әле!” тип тә ысҡындыра. Сәбәбен һорағас, былай тип яуап бирҙе:

-- Мин Өфөлә Сәйфи Ҡудаш менән бик дуҫ инем, һин уны беләһеңме?

-- Бик аҙ, Өфөлә булғаным юҡ. Быйыл көҙөн барып сығырға ниәт.

-- Беҙ уның менән Мәҙрәсәи Ғалиәлә ике-өс йыл бергә уҡыныҡ. Яҡшы шағир, оҫта декламатор. Әҙәбиәт кисәләрендә бергәләп ҡатнаштыҡ. Ул миңә матди, мәғәнәүи яҡтан бик күп ярҙам иткән дуҫым, серҙәшем – шуға өйрәнеп ҡалғанмын. Һин күп яғың менән Сәйфигә оҡшаш… -- тип, уның тураһында оҙон итеп иҫтәлектәрен тирҙе лә икенсеһенә күсте: -- Ғәлимйән Ибраһимов минең әҙәбиәт уҡытыусым, мин уның шағир шәкерте. Уның менән бер фатирҙа ла торҙом. Яҙған шиғырҙарымды күбеһенсә уның күҙенән үткәрҙем. Ул миңә мәҙрәсәлә генә түгел, бергә торғанда йоҡларға ятҡансы әҙәби-сәйәси лекциялар һөйләй, урыҫ шағирҙарынан төрлө шиғырҙар уҡып аңлатып бирә. Ғәрәп, төрөк шағирҙарының әҫәрҙәренән үрнәктәр күрһәтә. Мин элегерәк милләтсе инем, динсе инем. Дини-милли рухта күп кенә яҙҙым. Ғәлимйән ағай мине динһеҙ яһаны. Ул мине Өфөлә ҡалып, ундағы һул партияларҙың гәзиттәрендә яҙышырға димләне. Бына шуға күрә лә мин Ғәлимйән менән һаташҡылайым. Һиңә генә түгел, Мәхмүткә лә “Ғәлимйән ағай!” тип өндәшкеләйем…

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 61 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтың көтөлмәгәнсә килеп кереүе| Бабич кәңәштәре

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.015 сек.)