Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Йомаҡтың яуабын әйтеүсе һүрәттәр буйынса әңгәмә.

Родительское собрание на тему | Ход собрания | Музыкальная пауза: показ дефиле нарядов из бросового материала | Организационный этап | Задание. Как вы думаете, нужен ли камень человеку? Использует ли человек для своих нужд камень? И как? Что такое минералы? | Презентация проектной работы на тему “Пять чудес Хайбуллы”. | Ход презентации | Уйынды башлаусыны нисек һайларға? | Уйын “Алырмын ҡош,бирмәм ҡош”. | РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН |


- Был нимә?

- Бал ҡорто.

- Уның тураһында нимә әйтерһегеҙ?

- Ул бал йыя, уның балы тәмле, уның балы шифалы.

- Әйе, балалар, башҡорт халҡы борон – борондан умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Бал ҡортоноң өйө умарта тип атала.

- Бергәләп әйтәйек әле: умарта. Бәләкәй генә бал ҡортоноң эштәре шул тиклем күп. Кешеләр умартаны ҡуйғас, бал ҡорттары уны бик ентекләп таҙарта, стеналарын шымарта, тишек – тошоҡтарына елем (прополис) һылай, кәрәҙҙәр эшләй.

– Балалар, бер көндө Наҙлыҡай исемле бал ҡорто татлы һуттар йыйып килергә, тип осоп киткән.

Бал ҡорто күҙ ҡамашырлыҡ аллы – гөллө яланға килеп сыҡҡан (сәскәләр ҡуйыла). Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә, бал ҡорто булайыҡ та, Наҙлыҡайҙың артынан осайыҡ. Яланға һоҡланып йөрөгәндә хуш еҫле сәскәләр күреп ҡалған да, уның һутын йыйырға тотонған. Ул күңелле генә итеп “ҙ – ҙ – ҙ” тип безелдәгән.

Бал ҡорто бына ошолай бал йыя (видеозапись, бал ҡортоноң безелдәп сәскәнән һут йыйғаны күрһәтелә).

– Әйҙә, беҙ ҙә, бал ҡортона ҡушылып, күңелле генә безелдәп, бал йыяйыҡ: “ҙ – ҙ – ҙ”.

- Көҙгөгә карап: “ҙ – ҙ – ҙ” тип ҡабатлайыҡ.

- ҙ өнөн әйткәндә ирендәр йылмая, яҫы телдең осо аҫҡы һәм өҫкө тештәр араһында урынлаша, телдең уртаһынан ҡыҫылып һалҡын һауа сыға.

- Ҡулыбыҙҙы ҡуйып ҡарайыҡ: “ҙ – ҙ – ҙ”.

Ҙ өнөн дөрөҫ әйтеү, уға характеристика биреү: ҙ – тартынҡы, яңғырау.

Ҙ өнө ошондай билдә менән белдерелә: (ҙ киҫмә хәрефен күрһәтеү). Ҙ хәрефен һауала яҙып ҡарайыҡ.

Наҙлыҡай исемле бал ҡорто һут йыйырға тағы осҡан. Ул бер сәскәгә ҡунған, ләкин был сәскә мөғжизәле булған, уның япрағына нимәлер яҙылған, уҡып ҡарайыҡ әле. Дидактик уйын «Ижектәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйт».

а) ҙа, ҙы, ҙе

аҙ, оҙ, үҙ, ҙә, ҙө (Ижектәр карточкала бирелә).

б) Экрандағы һүрәттәргә ҡарап, предметтарҙы атау.

- Был нимә? (Был Наҙлыҡай, был ҡыҙыл сәскә, был кәрәҙ).

- Нимә ул кәрәҙ?

- Бына был рамлы кәрәҙ була, кәрәҙҙәрҙе бал ҡорттары яһай һәм унда бал йыя.

в) Ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөйөк.

Наҙлыҡай исемле бал ҡорто һут йыйырға осҡан.

Бал ҡорто ҡыҙыл сәскәгә ҡунған.

Бал ҡорто кәрәҙ яһай.

- Рәхмәт. Хәҙер ял итеп алайыҡ.


Дата добавления: 2015-08-20; просмотров: 162 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Телмәр үҫтереүҙә башҡорт халыҡ ижадын ҡулланыу| Эшмәкәрлек барышы

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.006 сек.)