Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Бабичтың әҙәби мираҫы тураһында

Дәрдемәнд менән танышлығы | Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек | Уҡыу – белем туҡыу осором | Дүрт бәрәңге | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу | Бабич йомошсоһо | Бабич хаты | Ып-ҡыҙыл Бабич |


Читайте также:
  1. Бабичтың алдағы өмөттәре, теләктәре тураһында иҫтәлек
  2. Бабичтың биографияһына ҡарата
  3. Бабичтың төрмәнән ҡасыуы
  4. Шәйхзада Бабич тураһында
  5. Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек

 

1919 йылдың яҙында мин Төркөстан фронтының 1-се Армия реввоенсоветы политбюроһына үҙем теләп мәҙәниәт эшенә күсергә ғариза бирҙем. Ләкин шәһәр мәғариф бүлеге ебәрергә теләмәй. Ахыры реввоенсовет мине мобилизациялап алды. Был ваҡытта армия штабы Быҙаулыҡ ҡалаһында булып, ундағы Вәли Мортазин-Иманский идаралығында күсмә театр труппаһы бар ине, шунда әҙәби етәксе булып киттем. Был труппа ҡалаларҙа, станицаларҙа, ауылдарҙа, фронттан ялға сыҡҡан йәки фронтҡа китергә йыйынған ҡыҙыл ғәскәрҙәргә спектаклдәр ҡуя, концерттар бирә. Шул осорға, урынға ауаздаш төрлө агитшиғырҙар, йырҙар табып, һайлап, йәки үҙем яҙып, артистарҙың амплуаһына яраҡлы бүлеп бирәм, һөйләргә лә өйрәтә инем. Үҙем дә шул күсмә әҙәбиәт кисәләрендә үҙемдең, Бабичтың шиғырҙары менән сығыштар яһап йөрөйөм. Был йәһәттән Бабичтың “Көлкө ҡапсығы” тигән көлкөләр йыйынтығы, беҙҙең өсөн нигеҙ ҡулланма булып, ифрат ҡулайлы ине. Бабичыбыҙ ана шулай һуғыш бөткәнсе беҙҙең менән күсмә театрҙа Ҡыҙыл Армияға хеҙмәт итте.

Шул йылдың көҙөндә армия штабы үҙйөрөшөндә Тоҙтүбә ҡалаһына күсенде, сөнки аҡ бандалар бөтмәгән -- тимер юлдар хәүефле ине. Армия реввоенсоветы иһә Ырымбурҙа урынлашты. Тоҙтүбәлә бернисә спектакль, концерт ойошторғандан һуң, беҙ ҙә Ырымбурға килдек. Дутовсыларҙың ҡалаға керә торған иген юлдарын өҙгөләүҙәре, халыҡты өҙлөкһөҙ талауҙары арҡаһында ҡала аслыҡ кризисы кисерә, төрлө йоғошло ауырыуҙар таралған, тифтың әллә нисә төрө ҡоторона. Тап шул йылдың декабре һуҙымында сәбертмәле (сыпной) тиф менән ауырыным, алдағы йылдың ғинуар башында ғына аяҡҡа баҫһам да, Төркөстан фронтына китергә әҙерләнгәйнем, көтмәгәндә, 1920 йылдың 10 ғинуарында 1-се армия ҡаршындағы Башҡортостан Хәрби комиссариатының вәкиле Рәүеф Сафаров миңә Башҡортостан Мәғариф комиссариатынан “Сенәкәйҙе беҙҙең ҡарамаҡҡа күсерегеҙ” тигән саҡырыу ҡағыҙы килтерҙе.

-- Йә, давай, бөгөн үк китәһең! – тигәс, ныҡ аптырашта ҡалдым:

-- Юҡ, Рәүеф, ауырыуҙан яңы ғына тороуым. Аяҡ быуындарым шешкән – хроник ревматизм да бар. Доктор:”Тифтан һуң яман биртенеү мөмкин” тип, берәр ай һаҡланырға кәңәш бирҙе, яҡшы ашау (усиленное питание) кәрәк, ти. Бер тин аҡсам юҡ, тапҡан-таянғаным дауаланырға китеп бөттө, фатир өсөн ике-өс айға түләниәгән, башҡа бурыстарым да күп. Бөгөн үк политотделға барып күренеп, юлға аҙыҡ талондары алып, труппам менән Ташкент яғына – йылы тарафҡа китергә ниәтләндем. Йылы ерҙә ревматизмым да бөтөр. Өҫтөмдә, аяғымда йылы кейемдәрем юҡ, унда ошолары ла ярар, -- тип, иламһырап аңлаттым. Рәүеф:

-- Юҡ, һин төптән уйлап ҡара, кейемдәр, аҙыҡ түлек табып бирербеҙ, ун-ун биш көн ошонда ҡалып хәл алырға рөхсәт итербеҙ. Һине Бабичтың шиғырҙарын йыйнатырға, баҫмаға әҙерләтергә саҡыралар, буғай… -- тине. Һуңғы һүҙҙәрҙән күңелем бөтөнләй Башҡортостанға тартылды:

-- Барам, барам! Улай булғас, барам…

Юл ҡағыҙҙары әҙерләнгәс, шуның буйынса өс көнлөк икмәк алып, 1920 йылдың 25 ғинуарында Эстәрлегә ҡарай сәфәрләндем. Ул йылдарҙа машина юҡ, ауылдан-ауылға тишек санала барам. Уныһын табыр өсөн, ауыл һайын туҡталып, ауыл советына инеп, талаш-тартыш аша ғына ирешәм. Ауылдарҙа ҡунырға, ауыл ара үтергә лә ҡурҡыныс: аҡтарҙың ҡалдыҡтары, армиянан йәки төрмәнән ҡасҡан юлбаҫарҙар, уғрылар, төрлө шайкалар… Ҡарғалы менән Имәнғол араһында икәүһе винтовкалы, икәүһе тимер таяҡтар тотҡан бик шикле дүртәү осраны. Бәхетебеҙгә, ылаусым (Ҡарғалы кешеһе) быларҙың танышы булып сыҡты. Ситкәрәк китеп, бышылдашып нимәлер һөйләштеләр, йәнем ус төбөндә тора.

-- Ну ярай, улай булһа, -- тип үткәреп ебәрҙеләр. Ылаусыбыҙ Әхмәт абзый:

-- Аллаға шөкөр, энем, бер үлемдән ҡотолдоң. Былар яман ҡасҡындар, беҙҙең Ҡарғалынан. Был кем, әйберҙәре күпме, комиссар түгелме, тип төпсөндөләр. Юҡ, уға теймәгеҙ, уны миңә расписка менән бирҙеләр – Сенәкәй тигән яҙыусы. Алмаш күлдәктәренән, өҫтөнә кейгән аламаларынан башҡа бер нәмәһе лә юҡ. Был кеше өсөн башым менән яуап бирергә тейеш, тигәс кенә сигенделәр, юҡһа эш харап ине…

Имәнғолға барып еткәс, ваҡытлыса кейҙертелгән быйма менән ҡатҡан тунын һалдыртып алып китте, идарала бөршәйеп ултырып ҡалдым. Мейесе яғылмаған, тәҙрәләре ватыҡ – ел-буран уйнап тора. Ҡалтыранып ултыра торғас, идара рәйесе ылаусы ебәрҙе. Аяҡҡа, өҫкә юҡ. Рәйескә:

-- Теге ауылға барып еткәнсе быйма менән тун табып бирегеҙ, был килеш ҡатып үләм бит, -- тинем. Кейем эҙләргә кеше ебәрҙеләр, табып килтергәнсе кис булды, ҡараңғы төшә башланы.

-- Төнгө юлға сығыу хәтәр, ҡуналҡа күрһәтегеҙ, иртән оҙатырһығыҙ, -- тинем.

-- Иртәгә ат-сана булмаҫ. Аттар Ырымбурға бесән илтергә билдәләнгән…

-- Ярай, йәйәү китермен. Ә бөгөн ҡалам.

Мәктәптә ҡундырҙылар. Таң атҡансы ҡурҡып сыҡтым. Буранлап тора, мәктәптә һыу юҡ – ҡоро икмәк ашаным, һыуһағас, ҡар алып инеп һыуырҙым. Иртән ат-сана килде.

Был юл үҙ ғүмеремдә ауыл юлы буйлап үткән иң беренсе оҙон сәфәрем ине. Ырымбурҙа маршрут өйрәтмәнеләр, үҙем дә һорай белмәгәнмен. Ҡайһы бер ауыл рәйестәре, ылаусылары Эстәрлегә ҡайһы ауылдар аша барырға икәнлеген үҙҙәре лә белмәйҙәр. Түрәләрҙең ҡайһылары Ырымбурға йәки Эстәрлегә киткән, урынына кеше ҡалдырмаған йәки ҡарауылсы ғына ҡалдырған булып сыға, шуға күрә ике ауылда берәр көн ылау көтөп ятырға тура килде. Мәләүезгә яҡын бер ауылға яҡынлашып килгәндә бик көслө, әсе буран ҡуҙғалды, ҡараңғылана башланы. Ҡаты ҡар өйөрмәһе, боҙло һепертке менән ҡыйнағандай, биттәргә ауырттырып бәрелә. Ҡулда тишек бармаҡлы бирсәткә, аяҡҡа, үс иткән кеүек, еүеш быйма биргәндәр – абайламай кейгәнмен дә киткәнмен. Улары шаҡырлап ҡатты, аяҡ, ҡул бармаҡтарым өшөүҙең сигенә етеп сәңгене. Был юлы яныма Мәләүезгә барыусы берәү ултырғайны, ул бисара минән дә алама кейенгән.

-- Әйҙә, Вәли ағай, шәберәк ҡыу, юҡһа ҡатып үләм…-- тип, ҡалтырай-ҡалтырай саҡ әйтә. Ылаусыбыҙ уны ҡыҙғанды, буғай, сыбыртҡыға көс төшөргәс, атҡынабыҙ ҡолаҡтарын шымартып, морондарын хоролдатып, бар көсөнә йүгерҙе. Шул арала ылусы:

-- Бүреләр!.. Харап булдыҡ! Таяҡ алығыҙ! Ныҡ тороғоҙ! Һөрәнләгеҙ! Ҡарауыл!.. тип ҡотто алды.

Таяҡ тотоу түгел, бармаҡтарҙы бөгөп тә булмай. Юлдан барабыҙмы, юлһыҙмы – уны белеү ҡайғыһы юҡ. Сумаҙаным өҫтөнә ултырғанмын, уның биге боҙолған, йоҙаҡһыҙ. Сана кәйлегеп бер түмәргә ҡаты бәрелде лә сумаҙаным менән ҡуша осоп төштөм. Тегеләр быны белепме, белмәйме, былай ҙа тулап сапҡан атты ҡыуа-ҡыуа һыҙҙылар. Күрәләтә бүре тамағына ташланғанымды тойоп, һуңғы көсөмдө егеп ҡысҡыра-ҡысҡыра, тунымды ла, быймамды ла һалып ташлап (ойоҡсан), сана артынан йүгерҙем…

Алда мылтыҡ шартланы, эттәр өрҙө, күмәк кеше тауыштары салынды. Шуларҙы ишеткәс, артыма бер әйләнеп ҡараһам да, һис нәмә күренмәне – буран ғына. Ҡаршыға этле-мылтыҡлы кешеләр килеп етте, санабыҙ ҙа күренде…

Ауылға алып ҡайттылар, сумаҙанды, быйма менән тунды эҙләргә кеше ебәрҙеләр. Идарала төнгө мажараны һөйләп көлөшөү… Мине идараға күрше бер өйҙөң мейес башына илтеп һалдылар. Аяҡ-ҡулдарҙы самогон менән ыуҙылар. Мейес башында ашаным, эстем, шунан төшмәйенсә, төшөмдә бүреләрҙән таланып йоҡланым. Төнгө эҙәрмәндәр сумаҙанды ла, тун менән быйманы ла тапмай ҡайтҡан. Иртә менән кире барып, сумаҙанды алып ҡайттылар, ундағы яңы күлдәк, аҙыраҡ кейелгән костюм менән ботинкалар юҡ, башҡалары төгәл. Рәйес “әйберҙәрең бөтәһе лә бармы?” тигәс, мин “барыһы ла урынында, тик яңы күлдәк менән костюмды, ботинкаларҙы бүреләр кейеп киткәндер” тигәйнем, йығылып ятып көлдөләр. “Быйма менән тунды ла бүреләрҙең берәй түрәһе кейгәндер -- өшөгәндер, бисара. Тап шул кейем-һалым өсөн ҡамағандыр улар беҙҙе” тип өҫтәнем… Шул арала бер ҡарт инеп:

-- Тундың аҙ-маҙ йөндәре генә ҡалған -- өҙгөләп, ашап бөтөргәндәр. Һине, балам, шул ҡыптырҙаҡ туның ғына ҡотҡарған, әгәр шуны һалып ҡалдырмаған булһаң, өҙгөләп ашарҙар ине. Бер йылды тиресе Барый ҡалаға тире тейәп китеп барғанында көпә-көндөҙ бүреләргә тап булғас, кәзә тиреһен ташлап ҡотолған үлемдән, тип шуға оҡшаш төрлө ваҡиғалар һөйләп йыуатты. Бер-ике сәғәттән һуң рәйес:

-- Бына, туған, күлдәк-костюмдарыңды ла, ботинкаларыңды ла бүреләрҙең өҫтәренән һалдырып алып ҡайттыҡ, -- тип, әйберҙәремде килтереп бирҙе.

-- Ниңә үҙҙәрен дә алып ҡайтманығыҙ?

-- Тотторманылар.

-- Тоттормағас, кейемдәрҙе нисек һалдырҙығыҙ?

-- Мылтыҡ тауышынан ҡурҡып, үҙҙәре ташлап ҡастылар…

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 78 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Минең Бабичҡа яҙған, ебәрелмәгән яуап хатымдың ҡыҫҡасаһы| Эстәрлетамаҡта

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.012 сек.)