Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

II БҮЛЕК “АҠБУҘАТ” ЭПОСЫ

Читайте также:
  1. I БҮЛЕК “УРАЛ БАТЫР” ЭПОСЫ
  2. Эпосы Средней Азии и Кавказа 1 страница
  3. Эпосы Средней Азии и Кавказа 10 страница
  4. Эпосы Средней Азии и Кавказа 11 страница
  5. Эпосы Средней Азии и Кавказа 12 страница
  6. Эпосы Средней Азии и Кавказа 13 страница

“Аҡбуҙат” эпосы “Урал батыр” эпосының логик дауамы булып тора. Әҫәрҙә ижтимағи үҫештең иң боронғо дәүерҙәре өсөн хас булған мотивтар (һунарҙа алынған табыш (трофей) өсөн көрәш, кәләш эҙләп, ҡыҙ күҙләп һыу аҫты донъяһына төшөү, ғаилә ҡороу, хосуси милек тыуыу) күрәләтә һуңғы осорҙар емеше булған күренештәр менән бермә-бер үрелеп бара. Унда төп герой — Һәүбән Урал батыр һәм уның улдары тормошҡа ашырып өлгөрмәгән эштәрҙе үтәй: яуыз дейеүҙәрҙең, аждаһаларҙың һыу аҫты донъяһын һәм уларҙың батшаһы Шүлгәнде тар-мар итә. Бында Һәүбән батырҙың героик эше фантастика менән реаллектең бик оҫта ҡушылышы планында тасуир ителә. Әҫәрҙең мөһим бер үҙенсәлеге шунда ла: һүрәтләнгән ваҡиғалар икеһе ике осорға ҡараған үҙ аллы ике сюжеттың бергә органик ҡушылышы планында бара. Шул сәбәпле эпик геройҙың көрәше лә ике йүнәлештә күрһәтелә. Урал батырҙың, дейеүҙәр тарафынан урланған Аҡбуҙатын, тылсымлы алмас ҡылысын алыу өсөн, Һәүбәндең һыу аҫты батшалығына сәйәхәте, Шүлгән батша ҡыҙы Нәркәсте осратыуы, Аҡбуҙат менән алмас ҡылысты ҡулға төшөргәндән һуң Шүлгән батшалығын тар-мар итеүе, ендәрҙе ярғанаттарға әүерелдереүе, урлап килтерелгән ер ҡыҙҙарын геройҙың азат итеүе, кешеләргә күл төбөнән йылҡылар сығарып биреүе, Аҡбуҙат өсөн дейеүҙәрҙән ҡаяны тиштереп һарай эшләтеүе һәм Нәркәсте кәләшлеккә алып ҡайтыуы әҫәрҙең мифологияға һәм фантастикаға нигеҙләнеп тыуған боронғо сюжет һыҙығын тәшкил итә. Күп кенә төрки-монгол халыҡтарының эпостарында кәләш эҙләү һәм ғаилә ҡороу өсөн көрәш эпик геройҙың һунар итеүе һәм унда ҡыҙға, ә инде боронғо сюжеттарҙа хатта өйрәк һүрәтенә ингән ҡыҙға, тап булыуын һүрәтләүҙән башлана. [5]Ошондай күренеште беҙ «Аҡбуҙат» эпосында күрәбеҙ. Был мотив тәүтормош (община-ырыу) ҡоролошоноң емерелә башлау осорон сағылдыра, ырыу ҡоролошо тыйылған булған.

Әҫәрҙең икенсе сюжет һыҙығы феодал мөнәсәбәттәрҙең башланыу, синфи айырымлыҡтарҙың көсәйеү осорона тура килә. Унда Һәүбән батырҙың халыҡты иҙеүсе яуыз Мәсем ханға һәм уның бейҙәренә ҡаршы көрәше һүрәтләнә. Эпик батыр залим ханды юҡ итеп кенә ҡалмай, ә хан бойороғо менән ҡанаттары ҡырҡылған Һомай ҡошто (Урал батыр һәләк булғандан һуң, уның ҡатыны мәңгегә Һомай исемле аҡҡош булып ҡалған була), диңгеҙ артындағы батшалыҡҡа ҡоллоҡҡа һатылған ете батырҙы ҡотҡара һәм уларҙы ете ырыуға баш итеп ҡуя. Әҫәрҙә икенсе сюжет һыҙығы үҫешендә реалистик һүрәтләү фантастик һүрәтләүҙән өҫтөнөрәк тора. Ике сюжеттың бергә ҡушылыуы һөҙөмтәһендә ике осор идеяһы үрелеп китә.

“Аҡбуҙат”ты иғтибар менән тикшереп ҡараһаң, уның нигеҙендә реаль тормош ваҡиғалары, башҡорт халҡының боронғо аң-ҡарашы, ыҙан-йолалары, киләсәк тормошҡа булған яҡты хыялдары, матурлыҡты, батырлыҡты аңлау ҡеүәһе ятҡанлығын күреү ҡыйын түгел. Мәҫәлән, әҫәрҙә башҡорттарҙың малсылыҡ, һунарсылыҡ менән көн иткәнлеге сағылған. Шулай уҡ был осорҙа феодаль мөнәсәбәттәрҙең ныҡлы ғына тамыр йәйгәнлеге, йәмғиәттә синфи айырымлыҡтарҙың көсәйгәнлеге шаҡтай асыҡ күренә.

Шулай уҡ был әҫәрҙә лә конкрет ҡына ҡайһы ваҡытта барғанлығын әйтеп булмай. Борон-борон заманда, көндәрҙән бер көндө һүҙҙәре күп осрай.

Эпоста Һәүбәндең етем булыуы һүрәтләнә. Ул Тарауыл ҡартҡа әсәһенең нисек үлеп ҡалыуы тураһында һөйләй: “Атайым үлгәс, уның етеһен, ҡырҡын уҡытырға бер нәмәһе лә булмағас, әсәйем зарланып, ил араһына эҙләнеп сығып киткән, шул китеүҙән ҡайтмай ғәйеп булған, тип һөйләйҙәр”. Кеше үлгәндән һуң өсөн, етеһен, ҡырҡын үткәреү йолаһы башҡорттарға ислам дине аша ингән. Ә башҡорттарға ислам дине IX быуаттарҙа ингән, ә дин булараҡ ул XIV быуаттарҙа ҡабул ителгән. Шулай булғас, эпостың тап шул быуаттарҙа тыуыуы мөмкин тип әйтергә була.[6]

Ваҡыт арауығы “Урал батыр” эпосындағы кеүек күҙ асып йомған арала хәрәкәт итә. Мәҫәлән, “ Шунан улар икәүләп һыу батшаһына китергә булғандар. Нәркәс күҙ йоморға ҡушҡан. Һәүбән күҙен йомған. Күҙен асырға ҡушҡан. Һәүбән күҙен асһа, ҡыҙҙың алтын һарайында тора, ти, был.”, “Битенә ҡояш төшкәнгә һиҫкәнеп китеп, күҙен асып ҡараһа, алдында Нәркәс тә, һарайҙар ҙа, юҡ, ти.”, “Һәүбән шунан ҡарсыҡты, күҙ асып күҙ йомғансы, майҙан була торған ауылға алып барып ташлаған да атын ебәргән.”

Ғөмүмән, ике әҫәрҙә лә ваҡыттың аныҡ ҡына ҡасан барғанлығын билдәләп булмай, сөнки был әҫәрҙәр ҙә иң боронғо дәүер сатҡылары ғына сағылып ҡала, ә инде ваҡыт арауығы күҙ асып йомған арала хәрәкәт итә. Шулай ҙа шуны әйтергә кәрәк: кеше үлгәндән һуң өсөн, етеһен, ҡырҡын үткәреү йолаһы башҡорттарға ислам дине аша ингән. Ә башҡорттарға ислам дине IX быуаттарҙа ингән, ә дин булараҡ ул XIV быуаттарҙа ҡабул ителгән. Шулай булғас, эпостағы ваҡиғалар бәлки тап шул быуаттарҙа барғандыр


Дата добавления: 2015-12-01; просмотров: 1 | Нарушение авторских прав



mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.006 сек.)