Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

I БҮЛЕК “УРАЛ БАТЫР” ЭПОСЫ

Читайте также:
  1. II БҮЛЕК “АҠБУҘАТ” ЭПОСЫ
  2. Эпосы Средней Азии и Кавказа 1 страница
  3. Эпосы Средней Азии и Кавказа 10 страница
  4. Эпосы Средней Азии и Кавказа 11 страница
  5. Эпосы Средней Азии и Кавказа 12 страница
  6. Эпосы Средней Азии и Кавказа 13 страница

 

Йәшәйештең мөһим категориялары булған ваҡыт һәм киңлек төшөнсәләре лә әҫәрҙә поэтик ҡанундарға ярашлы художестволы сағылыш тапҡан. Мифологик нигеҙле героик эпос булараҡ, «Урал батыр» ҙа билдәле, иң әүәл мифологик ваҡыт һәм киңлек төшөнсәләре менән эш итә. Сикләнмәгән мифологик ваҡыт (тормош яралған замандан алып) һыҙаттары менән бер рәттән билдәле миҙгелдәр ҙә, ваҡыт аралары ла сағылыш таба: мең йыл, йыл, ай, көн, төн, йәйге эҫе, ырашҡыла һ. б.

Ваҡыт төшөнсәһе башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыларында, һүҙ сәнғәтендә бик үҙенсәлекле рәүештә сағылыш таба. Эпостағы ваҡыт төшөнсәһенә ҡағылышлы мәсьәләне ҡарап үтәйек.

Ваҡыт – ул быуат, йыл, сәғәт, минут һәм башҡалар менән иҫәпләнгән дауамлы арауыҡ һәм уларҙың бер – бер артлы алмашыныуы. Ваҡыт – ул нимәлер булып үткән ҡыҫҡа бер мәл. Поезд китеүе, самолет осоуы, эш ваҡытының йәки дәрестең башланыуы –барыһы ла билдәләнгән ваҡыт эсендә башҡарыла. [1]

Был эпик әҫәрҙә кешелектең бик боронғо дәүере өсөн характерлы тормош уклады сағылыуын айырым-асыҡ әйтергә кәрәк. Кешеләр айырым төркөм, ырыуҙар булып, ҡырағай йән­лектәргә һунар итеп көн күрәләр:

Һунарҙа ат менмәгән,

Ҡулға һаҙаҡ тотмаған;

Менәренә – арыҫланды,

Балығына – суртанды,

Ҡошҡа сөйгән шоңҡарҙы,

Эте тотҡан йәнлекте,

Ҡан һурырға һөлөктө

Үҙ иштәре яһаған.

Был заманда әле йәнлек итен сей көйө ашау ҙа бар:

Донъя-маҙар йыймаған,

Ҡашыҡ-аяҡ тотмаған,

Ҡаҙан аҫып, ут яғып,

Улар донъя көтмәгән.

Шулай уҡ кешеләрҙең әле йорт хайуандарын белмәгәнлектәре күренә. Эпос күп йәһәттән бо­ронғо дәүерҙә ук формалашҡан һәм, бик оҙайлы осорҙар кисе­реп, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Шул сәбәпле унда төрлө осорҙар эҙе һаҡлана. Мәҫәлән, әҫәрҙә ҡырағайлыҡ дәүе­ренә характерлы һыҙаттар ҙа, унан күп һуңғы община-ырыу ҡоролошоноң емерелеү дәүеренә хас күренештәр ҙә, аҙаҡ ки­леп ҡол биләүселек ҡоролошона хас деталдәр ҙә урын алған. Мәҫәлән, Урал йәншишмәне эҙләп юлға сыҡҡанда, Ҡатил батшаның иленә барып сыға. [2] Унда ул халыҡтың хәл-әхеүәлен һораша, араларынан бер ҡарт алғараҡ сығып былай ти:

...Беҙҙең илдә батша бар,

Аҡһаҡалдан түрә бар;

Мына бы халыҡ эсендә

Төрлө ырыуҙан кеше бар.

Һәр йыл батша тыуған көн

Ата-әсәһе хаҡы өсөн,

Батша тыуғас, һыу алып,

Йыуған ҡойоһо өсөн

Һәр ырыуҙан йыл һайын

Ҡорбан бирер йола бар.

Батшаның тыу биҙәге –

Ҡара ҡоҙғон ҡошо бар,

Шул ҡоштарҙы йыл һайын

Һыйлай торған көнө бар.

Өҙөктә батшаның тыуған көнөндә ата-әсәһе, туғандары өсөн һәр ырыуҙан йыл һайын ҡорбан салдырып тороуы, ҡоҙғондарҙы һыйлауы һүрәтләнә. Йәғни ҡорбан салдырыу электән килгән йола.

Ана, егет, күрәмһең,

Ул ҡоштарҙы беләмһең,

Килеп тауға ҡунғандар,

Ем булырын белгәндәр.

Ҡойоға ҡыҙҙар һалған һуң,

Ҡыҙҙар анда үлгән һуң,

Барын алып ҡойонан

Ҡоҙғондарға ташлайҙар,

Алар шунда ашайҙар.

Ҡатил батша ҡыҙҙарын да йәлләмәгән, хатта ҡойоға һалдыртып, үлтертеп ҡоҙғондарға ташлатып торған. Бына ниндай ҡанһыҙлыҡ булған ул замандарҙа.

Мынау бәйле егеттәр

Һәр ырыуҙан килгәндәр, -

Батша ҡыҙы йыл һайын

Тәүҙә һайлай берәүһен;

Анан ҡала батша үҙе

Ҡолдар һайлай һарайға;

Анан тороп ҡалғаны –

Тәңре өсөн ҡорбанға.

«Урал батыр» ҡобайырында кешеләр ерҙә, һирәкләп йыһанда йәшәйҙәр. Әҫәр дүрт яғын диңгеҙ уратып алған, әҙәм аяғы баҫмаған ҡара урманлы бер ерҙе һүрәтләүҙән башлана:

Борон-борон борондан,

Кеше-маҙар булмаған,

Килеп аяҡ баҫмаған,

Ул тирәлә ҡоро ер

Барлығын һис кем белмәгән,

Дүрт яғынан диңгеҙ уратҡан

Булған, ти, бер урын.

Ҡобайырҙың был өлөшөндә, А. С. Мирбадалеваның хаҡлы раҫлауынса, «ер йөҙөндәге туфан, туфандан һуң ерҙә тереклек — йәшәүҙең башланыуы, кешелекте башлап ебәргән тәүге ҡатын һәм ир хаҡындағы легендаларҙың сатҡыһын күрергә мөмкин».[3] Бында ҡобайырҙың төп геройҙарының исемдәренә үк ҙур хикмәт һәм мәғәнә һалынған. Әҫәрҙә ер йөҙөндәге тәүге кешеләр, хатта ярым аллалар рәүешендә һүрәтләнгән Йәнбирҙе һәм Йәнбикә, ысынлап та, кешелекте башлап ебәреүселәр, уға йән, йәшәү биреүселәр сифатында күҙ алдына баҫа. Боронғо легендалар буйынса, Әҙәм менән Һауа – кешелекте башлап ебәреүселәр булһа, мифология ерлегендә тыуған “Урал батыр” эпосында Йәнбирҙе менән Йәнбикә башҡорт ырыуҙарын башлап ебәреүселәр ролендә сығыш яһайҙар. Улар «ауырыу-һыҙлау күрмәгән, үлем барын белмәгән» кешеләр. Улай ғына ла түгел:

Ҡайҙа барһа, уларға

Шул урында юл асыҡ.

Был ҡарт менән был ҡарсыҡ

Ҡайҙан бында килеүен,

Ата-әсә, ер-һыуы

Ҡайҙа тороп ҡалыуын

Үҙҙәре лә онотҡан, ти.

Ҡобайырҙың тәүге өлөшөндә Йәнбирҙе менән Йәнбикә һәм уларҙың улдары Урал менән Шүлгән генә һүрәтләнә. Улар асылда был төбәктә кешелек ырыуын башлап ебәреүселәр сифатында сығыш яһай. Йәнбирҙе балаларына бына нимә ти:

Мында кеше булмаған,

Килеп аяҡ баҫмаған,

Шуңа үлем бы ерҙе

Килеп эҙләп тапмаған.

Беҙ килгәндә, мында әле

Йәнлектәр ҙә аҙ ине,

Ере лә йүнле кипмәгән,

Уаҡ-уаҡ күллек, һаҙ ине.

Һуңғараҡ ер йөҙөндә уларҙан башҡа ла кешеләр һәм уларҙың дошмандары булған һәр төрлө ғифриттәр йәшәгәнлеге асыҡлана. Шуға күрә лә «Урал батыр»ҙы кешелек тарихының тәүге осоро, тәүге кешеләрҙең барлыҡҡа килеүе, уларҙың күбәйә, ишәйә барыуы, ҡыҫҡаһы, кешелек йәмғиәтенең беренсе аҙымдары хаҡындағы әҫәр булараҡ баһаларға мөмкин. Ысынлап та, «Урал батыр» ҡобайыры тәүтормош кешеләренең тормош-көнкүреше хаҡында байтаҡ материал бирә. Уларҙың төп кәсебе булып, мәҫәлән, аусылыҡ һүрәтләнә, төп аҙыҡтары — емеш-еләк, тамыр-томор; кешеләр һыуһынға йәнлек ҡаны эсәләр. Йәнбикә менән Йәнбирҙе «һунарҙа ат менмәгән, ҡулға һаҙаҡ тотмаған» кешеләр, шуға ла уларҙың төп ҡоралы ла таяҡ менән суҡмар; Йәнбирҙе менән Йәнбикә әле уттың да нимә икәнен белмәй. «Ҡаҙан аҫып, ут яғып, улар донъя көтмәгән», ти ҡобайыр. Тап бына ошондай билдәләр менән кешелек йәмғиәтенең үҫешендә ҡырағайлыҡтың түбәнге баҫҡыс осоро билдәләнгән].

Ҡобайырҙа ҡоштар батшаһы Самрау ҙа үҙ илендә тәүге кеше һәм кешелек ырыуын башлап ебәреүсе булараҡ һүрәтләнә. Ерҙә һис кемде тапмағас, ти ҡобайыр, ул күккә осоп йәр эҙләгән һәм «Айҙы, Ҡояшты күҙләп йәр һайлаған». Уларҙың тәүгеһенән Самрауҙың Айһылыу, икенсеһенән Һомай исемле ҡыҙҙары тыуған.

«Урал батыр» ҡобайырында йәмғиәт үҫеше тарихында әле кешеләр үҙҙәрен тәбиғәт донъяһынан айырып ҡарамаған дәүер сатҡыларын күрергә мөмкин, һәр хәлдә ҡобайырҙа кешеләр ҙә, йәнлектәр ҙә (әлегә йорт хайуандары юҡ) бер үк донъя, бер үк мәшәҡәттәр менән йәшәй. Урал батыр, мәҫәлән, Аҡбуҙатты үҙ ҡулына эйәләткәнсе үҙенең тоғро юлдашы булған юлбарыҫҡа атланып йөрөй. Ошо уҡ сифатта болан күренеп ҡала. Шуныһы характерлы: был осраҡта арыҫлан да, болан да ҡулға эйәләштерелгән хайуан итеп һүрәтләнмәй: бының менән эпос ғөмүмән тәбиғәттә йәнле донъяның бүленмәгәнлеген, берҙәмлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шуға күрә лә ҡобайырҙа йәнлектәр һәм ҡоштар кешеләрҙең беренсе ярҙамсылары булып сығыш яһай. Шоңҡар менән арыҫлан, мәҫәлән, Йәнбирҙе менән Йәнбикәгә һунар ваҡытында ярҙам итәләр, ә суртан хатта уларға балыҡ тотоп бирә. Ауыр мәлдәрҙә Урал батыр үҙе лә йәнлек-януарҙарға ярҙам һорап өндәшә.

Академик Ғ. Б. Хөсәйенов билдәләүенсә, эпостағы ваҡыт төшөнсәһе үҙе мифологик ваҡыт. Уны архаик заман кешеһе аңы ғына абсолют киңлегендә һүрәтләй ала. Ваҡыт символы – үҙе дәүер һыны. Мифик әҫәрҙәрҙәге ваҡыт хәҙерге ваҡыт төшөнсәһе һәм үлсәме менән тиңлеге һәм мөнәсәбәте булмаған мифологик ваҡытүтә шартлы атама. Ул үҙ эсенә меңәр, миллионышар йылдарҙы төҫмөрләтер осһоҙ-ҡырыйһыҙ дәүерҙәр ағы­шын иңләр. Уның ер йөҙө, кешеләр барлыҡҡа килгәнгә тиклемге һанһыҙ эпохаһын һәм тәү кешеләр барлыҡҡа килгәндән һуңғы эпохаларын ғына айырырға мөмкин. Икенсе этап мифологик ваҡыт та хәҙергесә ваҡыт һу­ҙымы, йылдар ағышы менән иҫәпләмәйенсә йола, йәшәү рәүеше, тәжрибәләр нигеҙендә тыуған дөйөм төшөнсә. [4] Ул башлыса миҙгелдәр алмашыныуын, самалап төрлө ыҙан-йолалар башҡарылышын, ниндәйҙер онотол­маҫ оло ваҡиғаларҙы, катастрофаларҙы хәтерләтер мәғәнәгә эйә. Ошо ерлектә уның оҙайлы моделдәре, өлгө­ләре тыуа башлаған: ер-һыу барлыҡҡа килгән дәүер, ке­ше донъяға килгән дәүер, төрлө кейекте мал итеп эйә­ләштергән замандар һ.б.

Хисапһыҙ һәм исемһеҙ-ниһеҙ көн-төн, миҙгелдәр ал­машыныуы мифологик ваҡыттың вағыраҡ киҫәктәргә, исемдәргә бүлгеләнә башлаған һуңғыраҡ дәүерҙәре. Әҫәрҙә Урал менән Шүлгәндең Ҡатил батшаны ҡыйратыр өсөн көн, аҙна, ай, йыл һанап, күл, йылға аша һыу кисеп, күп урмандар, тау ашып, һаман алға киткәндәре һүрәтләнә. Ваҡыт күҙ асып йомған арала хәрәкәт итә:

…Былар юлға сыҡҡандар,

Тауҙар ашып киткәндәр,-

Күҙ асып, күҙ йомғансы

Былар ҡайтып еткәндәр.

Мәҫәлән, эпоста Шүлгәндең ташты алып ташлай алмай тороуы нисегерәк тасуирлана:

Ай айҡашҡан ти, Шүлгән,

Йыл айҡашҡан, ти, Шүлгән –

Таш һис ҡуҙғалышмаған,

Шүлгән сәсәп алйаған…

Мифологик ваҡыттың нисек сағылышын һәм үҙгәрә барышын «Урал батыр»ҙа ла күҙәтергә мөмкин. Унда ер йөҙө тоташ һыу менән ҡапланған, яңы тауҙар барлыҡҡа килгән, туфандар ҡалҡҡан, йән эйәһеҙ дәүер­ҙәрен тоҫмаллап була.

«Ерҙә һис кем тыумаҫтан,

берәү аяҡ баҫмаҫтан,

ҡуш булырға йәр эҙләп,

ерҙә һис кем тапмағас,

бүтән йәндән һайларға

берәүһен тиң күрмәгәс,

күктә осоп йәр эҙләп,

Айҙы, Ҡояшты күҙләп,

үҙенә йәр һайлаған»

мифик Самрау ҡош та бик күпте аныҡ аңлата. Ҡоба­йырҙың «Борон-борон борондан, кеше-маҙар булмаған» тип башланышы уҡ кешеләр йәшәгәнсе борон-борон дәүерҙәр булыуын, Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең тәү кешеләрҙән икәнлеген иҫкәртеп торғандай. «Улар донъя көтмәгән, ауырыу-һыҙлау күрмәгән, үлем барын белмә­гән, һунарға ат менмәгән, ҡулға һаҙаҡ тотмаған», «менәренә - арыҫланы», «сөйәренә — шоңҡары» булған мифологик заман аръяғы бәндәләрҙең ҡы­рағай дәүерҙәрен аңлатмаймы ни?

Һыуһынға ҡан әсеүҙе

«бик борондан булғанмы,

Йәнбирҙе үҙе ҡылғанмы,

бара-бара шул ерҙә

йола булып киткәнме»

тип, йола менән ваҡытты бергә ҡуйып хәтерләүе, үрҙә әйткән ми­фологик ваҡыттың йола аша сағылған моделе булмай ни булһын. Билдәһеҙ ваҡыт менән билдәһеҙ йола тәңгәлле­гә күренеше лә был. Бик-бик архаик заман.

Архаик мифологик ваҡыт төшөнсәһе, рус ғалимы М. Бахтин билдәләүенсә, абсолют үткәндең меңәр-меңәр йылдар менән иҫәпләнер эпик дистанцияһы характерын­дағы милли риүәйәт-эпос формаһы ул.

Ҡырағай шарттарға яйлашып кешеләр тереклек итә бара йыл миҙгелдәрен ныҡ айыра һәм уларҙы ҡаршы­ларға, күрергә әҙерләнә башлай: миҙгелдәр төшөнсәһе тыуа («Үҙ миҙгеле еткәндә, көҙгө ҡырау төшкәндә», «йәй миҙгеле уҙғансы», ҡыш бауыры еткәнсе һ.б.). Бик бо­ронғо кешеләр бала сағын, йәшлеген, ир етеүен, ҡарт­лығын кисереп ваҡыт төшөнсәһен үҙ ғүмере менән дә киңәйтә, уға вағыраҡ үлсәмдәрең, исемдәрен таба.

«Урал батыр»ҙа мең йәшәр үлемһеҙ ҡарт йөҙөндә һәм уның әйткән һүҙендә быуын-быуын йәшәгән һәм алы­шынған кешеләрҙе күргән, төрлө осорҙарҙы кисергән баҡый ғүмерендә ваҡыт төшөнсәһенә быуын-быуындар, осор-осорҙар сылбыры ингәнлеген дә төшөнәбеҙ:

...Бик күп быуын күрҙем мин,

бик күп ерҙә булдым мин»,

«Ба­ла — атаһын белмәгән,

ата балам тимәгән

осорҙо ла күрҙем мин»,

«Кешеләр бергә тупланып,

үҙ араһы йоп­ланып,

көслө ырыуҙар көсһөҙҙө

талауын да күрҙем мин»,

«Йылан, дейеү, батшалар

кеше затын эҙәрләп,...

ҡайһы­һын ҡол иттереп,

ил өҫтөндә түш киреп,

кешеләрҙе буҫығытып,

ҡан илатҡан осорҙа

егет булып үҫтем мин...

«Ай үҫәһен көн үҫкән», «ай киткән, ти, йыл киткән, ти», «ай айҡашҡан, ти, йыл айҡашҡан ти», — тибында әкиәттәрҙә ҡалыплашҡан әкиәти ваҡыт берәмектәре лә сағылып ҡала эпоста. Тимәк, унда әкиәт персонаждары­нан тыш (йылан, дейеү һ. б.) әкиәт поэтикаһынан килгән үҙенсәлектәр ҙә бар. Тимәк, «Урал батыр» эпик ҡобайы­ры тылсымлы һәм батырҙар тураһындағы әкиәттәр поэ­тикаһынан әкиәти ваҡыт төшөнсәһен дә ижади үҙләште­рә һәм үҙ поэтик туҡымаһына һеңдерә. Ул инде хәҙер мифологик ваҡыт элементы.

Эпостағы ваҡиғаларҙың ҡасан булғанлығын аныҡ ҡына әйтеп булмай, сөнки миҫалдарҙан күренеүенсә әҫәрҙә тормош ярала башлаған дәүер һүрәтләнә. Кешеләр айырым төркөм, ырыуҙар булып, ҡырағай йәнлектәргә һунар итеп көн күрәләр, кешеләрҙең әле йорт хайуандарын белмәгәнлектәре күренә. Дөйөмләштереп әйткәндә, эпос күп йәһәттән боронғо дәүерҙә үк формалашҡан һәм оҙайлы осорҙар кисереп, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән.


Дата добавления: 2015-12-01; просмотров: 1 | Нарушение авторских прав



mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.019 сек.)