Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Башҡорт теленән уҡыу программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән дөйөм



 

 

Аңлатма яҙыу.

 

Башҡорт теленән уҡыу программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып ҡоролған.
Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учереждениеһы Байма7 районы К2решк2 дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу йылы календарь графигына һәм БР регионының 2014-2015 уҡыу йылына төҙөлгән башланғыс дөйөм белем биреү базис уҡыу планына нигеҙләштереп 99 сәғәтк2 планлаштырылды. Башҡорт теле дәреслеге “Башҡорт теле” Сынбулатова Ф.Ш. авторлығында 2012 йылғы, дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын Федераль дәүләт белем стандарттары нигеҙендә төҙөлгән.

 

Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып-белеү һәм социомәҙәниәт маҡсаттарын тормошҡа ашыра.

Донъяны танып-белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрһәткесе булараҡ уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү барышында ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү өсөн түбәндәге ғәмәли бурыстарҙы үтәү кәрәк.

· Уҡыусының телмәрен, фекерләү, күҙ алдына килтерә алыу, аралашыу үҙенсәлектәренә һәм шарттарына ярашлы тел саралары һайлай белеү мөмкинлеген үҫтереү,

· башҡорт теленең лексикаһы, фонетикаһы, грамматикаһы буйынса нигеҙ белемде үҙләштереү.

· дөрөҫ яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу, ауыр булмаған монолог, ҙур булмаған күләмдәге яҙма тасуирлау һәм хикәйәләү текстарын төҙөй белеү,



· башҡорт теленә позитив эмоциональ-баһалы ҡараш, уның уникаллеген һәм таҙалығын һаҡлауға туранан-тура мөнәсәбәтле булыу тойғоһо тәрбиәләү, телгә танып-белеү ҡыҙыҡһыныуы, үҙ телмәрен яҡшыртырға ынтылыш уятыу.

 

Башланғыс мәктәп сығарылышы уҡыусыларының башҡорт теле программаһын өйрәнеү һөҙөмтәләренә талаптар.

 

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхсән һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр керә.

 

· Тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү,

· башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү,

· дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе,

· үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге.

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора.

· Белем алыу бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мөғлүмәт табыу маҡсатында телде ҡуллана белеү оҫталығы,

· аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу,

· телмәрҙең һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;

· үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем төгәл итеп аңлатырға ынтылыу;

· һорауҙар биреү оҫталығы.

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр керә.

· Башҡорт әҙәби теле нормалары һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу,

· орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен /өйрәнелгән күләмдә/ ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү,

· өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек /өйрәнелгән күләмдә/ тел берәмектәрен таба, сағыштыра, классификациялай, ҡылыҡһырлай /характеристика биреү/ алыу оҫталығы,

· үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлелеге.

·

Курстың структураһы.

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү уҡыусыларҙың лингвистик белемгә эйә булыуының тәүге этабы булып тора. Башҡорт теленең башланғыс курсы спецификаһы уның башҡа уҡыу предметтары менән, бигерәк тә әҙәби уҡыу менән, тығыҙ бәйләнешендә сағыла.

Был ике предмет үҙ-ара башҡорт телен өйрәнеү аша уҡыуға өйрәтеү / тәүге әҙәби белем биреү/ кеүек берҙәм белем алыу өлкәһен тәшкил итә.

 

Төп йөкмәтке өлөштәре.

Башҡорт теленең системалы курсы башланғыс мәктәптә үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән төшөнсәләр, ҡағиҙәләр, мәғлүмәт йыйылмаһы итеп бирелгән, һәм донъяны танып-белеү – коммуникатив йүнәлешкә эйә. Был коммуникатив мотивация үҫтереүҙе күҙ уңында тота, барлыҡ тел берәмектәренең мәғәнәһенә һәм функцияларына үтә ныҡ иғтибар кәрәклеген аңлата.

“Башҡорт теле” курсы материалы үрнәк программала түбәндәге йөкмәтке өлөштәре аша тәҡдим ителгән.

· Лингвистика белеме нигеҙҙәре, фонетика һәм орфоэпия, графика, һүҙ төҙөлөшө /морфемика/, грамматика /морфология һәм синтаксис/.

· орфография һәм пунктуация,

· телмәр үҫтереү.

Тел материалы кескәй уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, башҡорт теленең структураһы тураһында башланғыс төшөнсә формалаштырырға, башҡорт әҙәби теленең нормаларын үҙләштереүҙә ярҙам итергә тәғәйенләнгән.

Орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү, шулай уҡ тел һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү аралашыуҙың ғәмәли бурыстарын хәл итеүгә хеҙмәт итә һәм уҡыусыларҙың, йәмғиәтебеҙҙең киләсәк вәкилдәренең, мәҙәниәтен тел кимәлендә билдәләүсе күнекмәләрен формалаштыра.

Балалар төрлө телмәр эшмәкәрлегенең маҡсаттарын, бурыстарын, сараларын һәм әһәмиәтен аңлаһын өсөн, программала махсус “Телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре” тигән бүлек айырып күрһәтелгән.

Дөйөм уҡыу белектәре, күнекмәләре һәм эшмәкәрлек ысулдары.

 

Башҡорт телен уҡытыу барышында кескәй йәштәге уҡыусылар өсөн мөһим роль уйнаған дөйөм уҡыу белеген, күнекмәләрен һәм эшмәкәрлек ысулдарын үҫтереү буйынса маҡсатлы эшләү түбәндәгенән тора.

· Интеллектуаль дөйөмләштереү, классификациялау, сағыштырыу, үҫеш һ.б.,

· танып белеү эшмәкәрлеге,уҡыу-танып-белеү мотивтары, уҡыуҙа үҙаллылыҡ һәм үҙ-үҙеңде ижади яҡтан күрһәтеү кәрәклелеге һәм уҡыу эшмәкәрлеге барышында яңы маҡсаттар һайлау, ҡуйыу, ҡабул итеү һәм уларға өлгәшеү өҫтөндә эшлә1,

· ойоштороу /хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙэшмәкәрлекте планлаштырыу эше/.

“Башҡорт теле” курсын өйрәнгәндә, дөйөмләштереү, классификация тышҡы контролдән үҙконтролгә, һөҙөмтә буйынса контролдән эш ысулы буйынса контролгә, булғанды аныҡлауҙан алға сығып өйрәнеү кеүек дөйөм уҡыу интеллектуаль белектәрен үҫтереү аша тормошҡа ашырыла.

Башҡорт телен үҙләштергәндә мәғлүмәти мәҙәниәт менән бәйле оҫталыҡтар формалаша: уҡыу, яҙыу, дәреслек менән эффектив эшләү, лингвистик һүҙлек һәм белешмәләр менән файҙаланыу.

 

Курстың йөкмәткеһе

 

Тыңлау. Телдән аралашыуҙың маҡсатына һәм ситуацияһына төшөнөү. Яңғырап торған телмәрҙе адекват ҡабул итеү. Бирелгән текстағы мәғлүмәтте тыңлағанда аңлау, текстың төп фекерен билдәләү, уның йөкмәткеһен һорауҙар ярҙамында биреү.

Һөйләү. Коммуникатив бурысты эффектив хәл итеү өсөн аралашыуҙың маҡсаттарына һәм шарттарына ярашлы тел сараларын һайлау. Телмәрҙең диалог функцияһына ғәмәлдә эйә булыу. Һөйләшеүҙе башлау, ҡеүәтләү, тамамлау, кемдеңдер иғтибарын йәлеп итеү оҫталығына эйә булыу, һ.б. уҡытыу бурыстарына яраҡлы /тасуирлау, хикәйәләү, фекерләү/ телдән монологик һөйләй алыу оҫталығына эйә булыу. Уҡытыу һәм көнкүреш ситуацияһында /сәләмләү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтеү, үтенес менән мөрәжәғәт итеү/ телмәр этикеты нормаларына эйә булыу. Орфоэпик нормаларҙы һәм дөрөҫ интонацияны үтәү.

Уҡыу. Уҡыу өсөн тәҡдим ителгән тексты аңлау. Тейешле материалды табыу маҡсатында һайлап алып уҡыу. Тәғәйен текста бирелгән мәғлүмәтте табыу. Күҙгә күренгән текста тупланған мөғлүмәт буйынса, ябай һығымталар яһау. Текст йөкмәткеһендә тупланған мәғлүмәтте интерпретациялау һәм дөйөмләштереү. Текстың йөкмәткеһен, тел үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн анализлау һәм баһалау.

Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлап уҡыу. Өндәү билдәләренә ярашлы интонация һәм паузалар менән уҡыу. Бәләкәй текстар һәм шиғырҙарҙы аңлап һәм тасуири уҡыуҙы үҫтереү.

Һүҙҙе тоташ менән уҡыуға күскән осорҙа орфоэпик уҡыу менән танышыу. Орфографик уҡыу /шыбырлап ижекләп әйтеү/ – әйтеп яҙҙырғанда һәм күсереп яҙғанда үҙконтроль сараһы.

Яҙыу. Грамотаға өйрәтеү системаһында хәреф, хәрефтәр бәйләнешен, ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыу. Яҙыу төрө кеүек уҡытыу эшмәкәрлегенә тура килгән гигиеник талаптарҙы үтәп, аңлайышлы бөхтә яҙыуға өйрәтеү. Өйрәнелгән ҡағиҙәләргә тап килтереп, күсереп яҙыу, диктовка /әйткәнде/ яҙыу. Тыңланылған һәм ентекле, һайланма уҡылған тексты теҙеп яҙа алыу /изложение/. Балаларға ҡыҙыҡлы темалар,кисерештәр, әҙәби әҫәрҙәр, сюжетлы картиналар, картиналар серияһы, видеояҙма фрагменты буйынса үҙҙәренең кескәй текстарын төҙөтөү.

Яҙыуға ҡарата гигиеник талаптарҙы үҙләштереү. Бармаҡтарҙың ваҡ моторикаһын һәм ҡулдарҙың хәрәкәт азатлығын үҫтереү. Дәфтәр бите һәм класс таҡтаһы арауығында дөрөҫ ориентация оҫталығын үҫтереү, ҙур һәм бәләкәй яҙма хәрефтәрҙе яҙыуҙы үҙләштереү.

Хәрефтәрҙе, хәрефтәр бәйләнешен, ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе гигиеник нормаға ярашлы яҙыу. Аңлайышлы һәм ыҡсым яҙырға өйрәнеү. Әйтелеше менән яҙылышы айырылмаған /оҡшаш/ һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе әйтеп яҙҙыры. Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу алымдарын һәм тәртибен өйрәтеү.

Хәрефһеҙ график сараларҙың, һүҙҙәр араһында ҡалдырылған буш урын, юлдан юлға күсереү билдәһенең функцияһын аңлау.

Һүҙ һәм һөйләм. һүҙҙе өйрәнеү объекты, анализлау материалы итеп ҡабул итеү. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау буйынса күҙәтеүҙәр ойоштороу. Һүҙ һәм һөйләмде айырыу. Һөйләм менән эшләү, һүҙҙәрҙе айырып алыу, уларҙың тәртибен үҙгәртеү.

Орфография. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре һәм уларҙы ҡулланыу менән танышыу.

· һөйләм башында, яңғыҙлыҡ исемдәрҙә баш хәреф,

· һүҙҙәрҙе айырып яҙыу,

· һүҙҙәрҙе ижекләп юлдан-юлға дөрөҫ күсереү,

· һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.

Телмәр үҫтереү. Тексты үҙ аллы ҡысҡырып уҡыу һәм уны тыңлау барышында аңлау. Сюжетлы картиналар, үҙҙәренең уйындары, шөғөлдәре, күҙәтеүҙәре буйынса хикәйәләү характерындағы бәләкәй хикәйәләр төҙөү.

Системалы курс

Фонетика һәм орфоэпия. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе айырыу. Нәҙек һәм ҡалын тартынҡы өндәрҙе айырыу, ҡалынлыҡ-нәҙеклек буйынса парлы һәм парһыҙ тартынҡы өндәрҙе билдәләү. Һуҙынҡы һәм һаңғырау тартынҡы өндәрҙе айырыу, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡы өндәрҙе айырыу, яңғырау, һаңғырау парлы һәм парһыҙ өндәрҙе билдәләү. Өндөң сифат буйынса характеристикаһын билдәләү, һуҙынҡы – тартынҡы, ҡалын – нәҙек тартынҡы, парлы – парһыҙ, яңғырау тартынҡы – һаңғырау, парлы – парһыҙ. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү. Хәҙерге заман башҡорт әҙәби теле нормаларына ярашлы өндәрҙе һәм өндәр бәйләнешен дөрөҫ әйтеү. Һүҙҙе фонетик тикшереү.

Графика. Өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу. Яҙыуҙа ҡалынлыҡ-нәҙеклекте билдәләү. Тартынҡы өндәрҙе яҙыуҙа сингармонизм принцибына таяныу. Хәрефһеҙ график сараларҙы, һүҙҙәр араһында ҡалдырылған буш урын, юлдан юлға күсереү билдәһен, абзацты ҡулланыу. Алфавитты белеү, хәрефтәрҙе дөрөҫ атау, уларҙың тәртибен белеү. Алфавитты һүҙлектәр, белешмәләр, каталогтар менән эшләгәндә файҙаланыу.

Лексика /курстың бар бүлектәрендә лә өйрәнелә/. Һүҙҙең яңғырау һәм мәғәнә берлеген аңлау. Мәғәнәләрен аныҡларға кәрәкле һүҙҙәрҙе айырып алыу. Аңлатмалы һүҙлек ярҙамында текстағы һүҙҙе билдәләү һәм уның мәғәнәһен асыҡлау. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр менән таныштырыу.

Һүҙ составы /морфемика/. Тамырҙаш һүҙҙәр төшөнсәһен үҙләштереү. Тамырҙаш һүҙҙәр менән бер үк һүҙҙең төрлө формалары араһындағы айырма. Тамырҙаш һүҙҙәр һәм синонимдарҙы, тамырҙаш һүҙҙәр һәм омонимик тамырлы һүҙҙәрҙе айырыу. Айырып алына торған бер үк төрлө морфемалы һүҙҙәрҙә ялғау, тамырҙар, нигеҙ билдәләү. Һүҙҙе составы буйынса тикшереү

 

 

“Әсә теле”н өйрәнеү осоронда түбәндәге мәсьәләләр ҡуйыла.

-Баланың тәү башлап уҡырға, яҙырға өйрәтеү күнекмәһен, оҫталығын артабан үҫтереү,
-тел ғилеме өлкәһендә алған башланғыс төшөнсәләрҙе аңлы эшкәртеү процесын әүҙемләштереү,
-һөйләү, яҙма телмәрҙе ғәмәли ҡулланыу,
-универсаль уҡыҡ эш аҙымдарын үҙләштереүҙе интенсивлаштырыу.


I.Телмәр эшмәкәрлеге.

Телмәрҙе тыңлау, ишетеү, аңлау.
Кешенең өндәшеүен тыңлау, төшөнеү, ситуацияға ярашлы ҡабул итеү һәм эш итеү.
Уҡыу.уҡыу оҫталығын шымартыу. Аңлы, шыма уҡыу. Тасуири уҡыу. Уҡыу күнекмәһен мәғлүмәт белем алыу сығанағы итеп ҡулланыу.
Һөйләү телмәрен белем алыу сараһы итеп ҡуллана белеү.Аралышыу оҫталығы башланғысын артабан үҫтереү.
Телмәр этикетына өйрәнеүҙе дауам итеү. Һөйләмде дөрөҫ төҙөп һөйләшеү.
Һөйләмде дөрөҫ интонация менән таҙа дөрөҫ итеп әйтеү. Ниндәйҙер предмет, күренеш, хәл- ваҡиғаға ярашлы мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау, һөйләм төҙөргә өйрәнеү. Уны әңгәмәсегә биреп, тыңлап анализлау.
Яҙма телмәр. Бәйләнешле яҙма телмәр төҙөү оҫталығына өйрәнеү өлкәһендәге башланғыс күнекмәләрҙе үҫтереү.
Һөйләм һәм текст төҙөлөшө. Һөйләм төҙөү. Фәнни-популяр текст, иғлан, белдермә, ҡотлау һүҙҙәре (открытка яҙыу). Ҡыҙыл юл, абзац төшөнсәһе.
Синоним, антоним менән танышыу. Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге.
Матур яҙыу. Дәрестә 4 – 5 минут ваҡытты дөрөҫ коллеграфия менән яҙыуға бағышлау. Юл һәм ҙур хәрефтәрҙең яҙылышына даими күнекмәләр үткәрелә, камиллаштыра. һүҙлек һүҙҙәрен яҙыу. Һүҙҙәрҙе һөйләмдәрҙе тиҙ яҙыу оҫталығын үҙләштереү. Контроль күсереп яҙыу.

 

 


II Тел ғилеме.

Һөйләм. Һүҙҙәр теҙмәһе, йыйылмаһы мәғәнә. Һүҙбәйләнеш. Һөйләмде сағыштырыу. Һөйләмгә хас үҙенсәлектәр /мәғәнә – фекер, интонация /. Әйтелеү маҡсатына ҡарап һөйләм төрҙәрен үҙләштереү, хәбәр, һорау, өндәү. Һөйләмде дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре, ҙур хәреф, аҙағында тыныш билдәләре.
Һүҙ. Һүҙ төркөмдәре. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ предмет атамалары /исемдәр/. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҙур хәрефтән яҙыу.
Алфавит. Унда хәрефтәр тәртибе. Алфавитты ҡулланыу.
Өн. Хәреф. Һүҙҙең өн структураһы һәм мәғәнәһе араһындағы бәйләнеш.
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Ижек. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү өсөн ижеккә бүлеү. Нәҙек, ҡалын һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙып өйрәнеү. Орфограммалар.

III. Универсаль уҡыу эш төрҙәре.

Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәтле булыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу. Маҡсатты күҙаллау. Эште планлаштырыу. Тикшереү эшен ойоштороу. Уҡыу объекттарын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. Эшләнелгән эшкә байҡау яһау. Контроль. Эште баһалау.

1-се класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр.

Әсә теле программһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш.

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә.
- уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырырға, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға,
- мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырырға,
- тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем бирергә,
-һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.
2.Предмет буйынса белем алырға
- һүҙҙәрҙе мәғәнәүи яҡтан төркөмләргә/ предметтың атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр/,
- һөйләм төрҙәрен билдәләргә/ хәбәр, һорау, өндәү/ һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡырға, һөйләмде дөрөҫ яҙырға,ҙур хәреф, аҙағында тыныш билдәләре,
-үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе айыра, таный белергә, һөйләмде күсереп яҙғанда ярҙамсы һүҙҙәрҙе уртаҡлыҡ яңғыҙлыҡ исемдәргә айыра белергә,кеше исемен, фамилияһын, ер-һыу атамаларын, хайуан ҡушаматтарын ҙур хәрефтән яҙырға,
-өндәрҙе һуҙынҡы, тартынҡыларға айырырға, нәҙек-ҡалын һуҙынҡыларҙы, парлы яңғырау-һаңғырау, парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы дөрөҫ билдәләргә, график рәүештә тамғаларға,
-һүҙҙең/3-4, 5-6 өндән торған/ өн моделен төҙөрг,
- 6-7, 7-8 һөйләмдән торған тексты күсереп яҙырға,
-25- 30 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙырға,
- һүҙҙе ижеккә бүлергә, уны юлдан юлға күсерә белергә,
-о-ө, у-ү, э /һүҙ башы/ хәрефтәр, йә, йө, йү, йе /һүҙ уртаһы/, йо,йы ҡушымсалары булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға, һүҙ башында я,е,ё,ю хәрефтәре менән булған 2-3, 3-4,хәрефтән торған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға, тартынҡы өндөң аҙағында килгән нәҙеклек билдәһен /ь/ рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе /3-4, 4-5 хәрефле)/дөрөҫ яҙырға.

3. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә.

-!тенес менән уҡытыусыға класташыңа өлкәндәргә өндәшергә,
-уҡыу объектыын өйрәнеү процесында күҙәтергә, сағыштырыға анализларға һәм һығымта яһарға,
-аралашыу оҫталығын шымартыу,тыңларға, яуап бирергә, һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә,
-диалог, монолог ҡора белергә,
-мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә, алған мәғлүмәтте эшкәртә белергә, маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға,
-мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм ҡорорға,
-парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә,эште планшатырырға, уны тормошҡа ашырырға,
-3-4, 4-5 һөйләмдән торған иғлан, ҡотлау, белдермә/ записка/ яҙа белергә тейеш.


Программа материалы түбәндәге уҡыу әсбаптары нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Уҡыу йылының беренсе ярты йыллығы.
-,,Әлифба,,китабы автор Ф. Ш. Сынбулатова һ.б.
,,Әлифба,, дәреслегенә эш дәфтәре, ике киҫәктән, автор Ф.Ш. Сынбулатова,
,,Әлифба,, дәреслегенә методик ҡулланма, автор Ф.Ш Сынбулатова.
,,Тикшереү эштәр,, дәфтәре,авторы Ф.Ш.Сынбулатова.
Икенсе ярты йыллыҡ.
-,,Баш7орт теле,,дәреслеге, автор Ф. Ш. Сынбулатова һ.б.,
-,,Баш7орт теле,, дәреслегенә эш дәфтәре, автор Ф.Ш. Сынбулатова,
-,,Тикшереү эштәре,, дәфтәре,авторы Ф.Ш.Сынбулатова

- Комплекслы предмет ара тикшереү эштәре,автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.

Материаль-техник йы3азландырыу.

-телевизор,

-DVD-уйнат7ыс,

-ноутбук,

-музыкаль 162к,

-аудио 32м видео кассеталар.

 

 


Календарь – тематик план

 

 

Тема

Д2р.

3аны.

План

Дата.

Факт

дата

И9к2рм2.

 

№аумы, м2кт2п! Предмет тура3ында т0ш0нс2.

 

01.09

 

 

 

Предмет 3әм 316.

 

03.09

 

 

 

Предмет.Уны8 эше,х2р2к2те.

 

03.09

 

 

 

Предмет. Уны8 т090,билд23е.

 

08.09

 

 

 

Предмет нинд2й?

 

10.09

 

 

 

№0йл2м.№16б2йл2неш.

 

10.09

 

 

 

Яр6амсы 31662р 32м,мен2н.

 

15.09

 

 

 

Яр6амсы 31662р да-д2,та-т2.

 

17.09

 

 

 

Яр6амсы 31662 4ыны-кен2.

 

17.09

 

 

 

№у6ын7ы, татын7ы 0нд2р.Ижек.

 

22.09

 

 

 

Н26ек 32м 7алын 31662р.

 

24.09

 

 

 

№а84рау, я84рау тартын7ылар.

 

24.09

 

 

 

Тикшере1 эше.

 

29.10

 

 

 

Ба9ым.

 

01.10

 

 

 

Н26ек 32м 7алын 2йтелешле 31662р.

 

01.10

 

 

 

«2-Аа х2рефт2ре.

 

06.10

 

 

 

0 0н0. Уны)0 х2рефт2ре.

 

08.10

 

 

 

о 0н0. Оо х2рефт2ре.

 

08.10

 

 

 

у 0н0. Уу х2рефе.

 

13.10

 

 

 

!1-Уу х2рефт2ре.

 

15.10

 

 

 

Э 0н0.

 

15.10

 

 

 

Ы ы х2рефе.

 

20.10

 

 

 

и 0н0.

 

22.10

 

 

 

И и х2рефе

 

22.10

 

 

 

н 0н0.Нн х2рефе

 

27.10

 

 

 

8 0н0

 

29.10

 

 

 

Лл х2р2фе

 

29.10

 

 

 

р 0н0.

 

05.11

 

 

 

Р р х2рефе

 

05.11

 

 

 

Г хәрефе.

 

10.11

 

 

 

к 0н0. Кк х2рефе.

 

12.11

 

 

 

4 0н0.;3 х2рефе.

 

12.11

 

 

 

Б өнө

 

17.11

 

 

 

Бб хәрефе

 

19.11

 

 

 

Пп х2рефе

 

19.11

 

 

 

с 0н0.

 

24.11

 

 

 

Сс х2рефе.

 

26.11

 

 

 

Зз-Сс х2рефт2ре.Тикшере1 эше

 

26.11

 

 

 

Д 0н0. Дд х2рефе

 

01.12

 

 

 

Тт х2рефе

 

03.12

 

 

 

Дд - Тт х2рефт2ре.

 

03.12

 

 

 

Ш 0н0. Шш х2рефе.

 

08.12

 

 

 

Жж – Ш ш х2рефт2ре.

 

10.12

 

 

 

Тикшере1 эше

 

10.12

 

 

 

Ф 0н0.

 

15.12

 

 

 

Фф х2рефе

 

17.12

 

 

 

Ике 0нд0 йа белдерг2н Яя х2рефе.

 

17.12

 

 

 

Ике 0нд0 йэ белдерг2н Ее х2рефе.

 

22.12

 

 

 

Ике 0нд0 йу белдерг2н ю х2рефе

 

24.12

 

 

 

Ике 0нд0 йу белдерг2н ю х2рефе

 

24.12

 

 

 

Яя,Ее,Юю,Ёё х2рефт2ре

 

29.12

 

 

 

3 0н0..

 

19.01

 

 

 

№3 х2рефе.

 

21.01

 

 

 

Х 0н0. Хх х2рефе.

 

21.01

 

 

 

щ 0н0.

 

26.01

 

 

 

Щщ х2рефт2ре

 

28.01

 

 

 

Мин у7ый бел2м.

 

 

28.01

 

 

 

Алфавит.

 

02.02

 

 

 

Х2реф 32м 0н

 

04.02

 

 

 

№у6ы87ы.

 

05.02

   
 

Тарты87ы 0нд2р 32м х2р2фт2р

 

09.02

   
 

Н26ек 32м 7алын 2йтелешле 31662р

 

11.02

   
 

№166е ижекк2 б1ле1

 

12.02

 

 

 

№166е юлдан юл4а к1сере1

 

16.02

 

 

 

Тикшере1 эше.

 

18.02

 

 

 

Баш х2реф.

 

19.02

 

 

 

Хайуан 7ушаматтары.

 

02.03

 

 

 

Ер-3ыу атамалары.

 

04.03

 

 

 

№0йл2м.

 

05.03

 

 

 

Х2б2р 30йл2м.

 

09.03

 

 

 

№орау 30йл2м.

 

11.03

 

 

 

)нд21 30йл2м.

 

12.03

 

 

 

Тикшере1 эше.

 

16.03

 

 

 

О-) херефле 31662р

 

18.03

 

 

 

У-! херефле 31662р

 

19.03

 

 

 

Э х2рефе 316 башында.

 

01.04

 

 

 

Тикшере1 эше.

 

02.04

 

 

79-80

Й х2рефе 7ай6а 32м 67асан я6ыла

 

06.04

08.04

 

 

81-

!6л2штерелг2н 31662р62 е,ё,ю,я х2рефт2ре.

 

09.04

 

 

 

Ю х2рефе.

 

13.04

 

 

 

Е х2рефе.

 

15.04

 

 

 

Я х2рефе.

 

16.04

 

 

 

№1662р62 йа 0нд2рен х2реф мен2н там4алау.

 

20.04

22.04

 

 

 

Тикшере1 эше.

 

23.04

 

 

 

Предметты белдерг2н 31662р.

 

27.04

 

 

 

Предметты8 билд23ен белдерг2н 31662р.

 

29.04

 

 

 

Предметты8 эшен белдерг2н 31662р.

 

30.04

 

 

 

Яр6амсы 31662р: 32м,мен2н.

 

04.05

 

 

 

Яр6амсы 31662р: да-д2,6а-62,ла-л2.

 

06.05

 

 

 

Яр6амсы 31662р: 4ына-ген2.

 

07.05

 

 

 

Тикшере1 эше.

 

11.05

 

 

 

Хаталар 09т0нд2 эш.

 

13.05

 

 

 

!телг2нд2р6е 7абатлау

 

14.05

 

 

 

!телг2нд2р6е 7абатлау

 

18.05

 

 

 

Йом4а7лау д2ресе.

 

20.05

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


Дата добавления: 2015-09-30; просмотров: 214 | Нарушение авторских прав




<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
§ 1. Аппликация как вид декоративного изобразительного искусства | Акциз (фр. accise, от лат. accido — обрезаю) — косвенный общегосударственный налог, устанавливаемый преимущественно на предметы массового потребления (табак, вино и др.) внутри страны, в отличие от

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.164 сек.)