|
Әсә теле, 3-сө класс
|
11-12 | Башҡорт теленең төп законы. Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар | Һүҙ. Ижек. Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр | Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға |
13-15 | Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр | Башҡорт һүҙҙәренең йә ҡалын, йә нәҙек ижектән генә тороуы. Сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Уларҙа ҡалын һәм нәҙек әйтелешле ижектәрҙең ҡатнаш килеүе | Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға, һығымта яһарға. Ҡоштар тураһында мәғлүмәт алырға, уның менән уртаҡлашырға |
16-18 | Тартынҡы өндәр | Парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Сонор өндәр. Тартынҡылар таблицаһы. Һүҙҙең өн моделе. К, ҡ, п өндәренең сиратлашыу үҙенсәлеге | Өндәрҙе сағыштырырға, күҙәтергә, анализларға. Уларҙы төркөмләргә, таблица һыҙырға. Тартынҡылар тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирә белергә. Мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе телмәрҙә ҡулланырға |
19-21 | Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр | Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ҡулланылышы. Уларға ялғау ҡушыу үҙенсәлектәре | Рус һәм башҡа сит телдән ингән һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға. Уларға хас булған үҙенсәлектәр тураһында фекер алышырға. Уларҙы дөрөҫ яҙырға |
22-24 | Ч, щ, ц, ё хәрефле һүҙҙәр | Ч, щ, ц, ё хәрефтәре рус һәм башҡа сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы | Ч, щ, ц, ё хәрефтәренә һүҙҙәр тупларға. Уларҙы дөрөҫ яҙырға. Был һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға |
Ике өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәр: е, ю, я | Й хәрефе һүҙ башында, уртаһында һәм аҙағында. Ике өндө белдергән хәрефле һүҙҙәр. Һүҙ уртаһында йе ҡушымсаһының яҙылыуы | Ике өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе сағыштырырға, күҙәтергә, анализлар- | ға, һығымта яһарға |
26-27 | Үтелгәндәрҙе нығытыу | Рус теленән ингән һүҙҙәрҙе һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу. Һүҙлек менән эш. Башҡортостан гербы, флагы, гимны | Рус теле һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға. Уларҙың ҡайһы осорҙа ҡулланыла башлауы тураһында ҡыҙыҡһынырға |
[й] тартынҡы өнө ҡайҙа йәшенгән? | Ике өндө белдергән хәрефтәр менән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу өҫтөндә эш | Ике өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәр: е, ю, я менән һүҙҙәр йыйырға. Уларҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөргә | |
29-30 | Ике өндө белдереүсе хәрефтәр: е, ю, я | Ике өндө белдергән хәрефтәр менән һүҙҙәр туплау. Һүҙҙәрҙең өн моделе, транскрипцияла яҙылышы | Ҡоштар тураһында мәғлүмәт эҙләргә. Улар тураһында һөйләргә. Ҡоштарҙың йәшәйешенә ҡағылған проблемалар тураһында фекер алышырға. Уларҙы һаҡлау, ишәйтеү буйынса тәҡдимдәр индерергә |
Нығытыу дәресе | Диктант, изложение яҙыу йәки тест эштәрен үтәү | Алған белем сифатын тикшерергә, һөҙөмтәләрҙе анализларға | |
32-33 | Һөйләм. Баш һәм эйәрсән киҫәктәр | Һөйләмдең тамамланған бер фекерҙе белдереүе. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең билдәле бер тәртиптә килеүе. Эйә - һөйләм башында, хәбәр - уның аҙағында | Һөйләмде мәғәнәле һәм килешле итеп төҙөргә. Уны кицәйтергә. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен билдәләргә. Дәрестә парлап йәки төркөмдә килешеп эшләргә |
34-36 | Һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше | Һөйләмдә һүҙҙәрҙең ялғауҙар һәм ярҙамсы һүҙҙәр ярҙамында бәй- | Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатырға. Ул һүҙбәйләнештәрҙе үҙ-ара |
оо о |
|
| ләнеше. Эйәгә бәйләнгән һүҙҙәр эйә алдында, хәбәргә бәйләнгән һүҙҙәр һөйләмдең төрлө урынында килеүе | сағыштырырға. Уларға хас оҡшашлыҡтарҙы билдәләргә. Икмәк ҡәҙере тураһында фекер алышырға |
37-39 | Һүҙбәйләнештәр | Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу. Һүҙбәйләнештәрҙе оҡшашлыҡтары буйынса төркөмләү | Күҙәтеүҙәр һәм сағыштырыуҙар ярҙамында эйәгә бәйләнгән һүҙҙәр эйә алдында, хәбәргә бәйләнгән һүҙҙәр һөйләмдең төрлө урынында килеүен билдәләргә өйрәнергә. Күсмә мәғәнәле һүҙбәйләнештәрҙе танырға өйрәнергә |
40-41 | Баш һәм эйәрсән киҫәктәр | Эйәгә бәйләнгән һүҙҙәр, хәбәргә бәйләнгән һүҙҙәр. Баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙе айырыу | Һөйләмдә баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙе дөрөҫ табырға һәм һыҙырға өйрәнергә. Тәбиғәтте күҙәтеүҙәргә таянып, инша яҙырға өйрәнергә. Әйтергә теләгән фекерҙе тулы һәм аныҡ итеп бәйән итергә |
42-43 | Нығытыу дәресе | Диктант. Хаталар өҫтөндә эш | Һөйләмде иғтибар менән тыңлап, иҫтә ҡалдырырға һәм грамоталы итеп яҙырға. Диктант тексын дәфтәрҙә дөрөҫ урынлаштырырға: абзац башында «ҡыҙыл юл», һүҙҙәр араһындағы аралыҡ бер иш һ. б. |
Һүҙ нисек яһала? | Һүҙҙең яһалышы. Тамыр һәм ялғау. «Ҡөрьән» - изге һәм ҡиммәтле китап | Һүҙҙе күҙәтергә, уны тамыр һәм ялғауға тарҡатырға өйрәнергә. Һүҙҙә тамырҙы һәм ялғауҙы тейешле тамғалар менән билдәләргә. |
|
|
| Бер үк тамырҙан, яһаусы ялғауҙар ҡушып, яңы һуҙ яһарға өйрәнергә һәм уларҙың һүҙ төркөмөн билдәләргә |
45-46 | Ялғауҙар ниндәй була? | Ялғауҙарҙың ике төрө. Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар, һүҙьяһалыш | Ялғауҙарҙы һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарға айырырға. Яһаусы ялғауҙың һүҙҙә башҡарған эшен ацлата белергә. Уларҙы тейешле тамға менән тамғаларға. Бирелгән тамыр һүҙҙән һүҙҙәр төҙөргә өйрәнергә |
47-48 | Ҡуш тартынҡы - орфограмма | Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Ҡуш тартынҡының береһе төшөп ҡалғанда, һүҙҙең мәғәнәһе үҙгәреү осраҡтары (ҡаҙҙы - ҡаҙы, етте - ете һ. б.) | Ҡуш тартынҡылы һүҙҙе иғтибарлы тыңларға. Уның ҡуш тартынҡылы урынын яҡшы тойомлап, дөрөҫ яҙырға. Шул уҡ һүҙҙең ҡуш тартынҡыһының береһен төшөрөп ҡалдырып, һуҙ яһарга һәм был ике һүҙҙе сағыштырырға (ҡатты - ҡаты, ҡаҙҙы - ҡаҙы һ. б.), куҙәтергә һәм мәғәнә үҙгәреүен билдәләргә |
Нығытыу дәресе | Тест үткәреү | Алған белем сифатын тикшерергә, һөҙөмтәләрҙе анализларға | |
50-51 | Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр | Һүҙҙең тамырында о - ө хәрефе булһа, ялғауында ла о - ө хәрефе яҙылыу осрағы | О - ө хәрефле һүҙҙәрҙе сағыштырырға, куҙәтергә, анализларға. Тикшереү эше һөҙөмтәһендә тамырында о - ө хәрефтәре булған һүҙҙәрҙең ялғауында әйтелгәнсә яҙыл- |
|
|
| мау осраҡтарын асырға һәм ундай һүҙҙәрҙең яҙылыш ҡағиҙәһен формалаштырырға |
52-53 | Тамырында ла, ялғауында ла - о булған һүҙҙәр | Һүҙҙең тамырында о хәрефе булһа, ялғауында ла о яҙылыуы | Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылыш -ҡағиҙәләрен уҙләштерерг ә |
54-55 | Тамырында ла, ялғауында ла - ө булған һүҙҙәр | Һүҙҙең тамырында ө хәрефе булһа, ялғауында ла ө яҙылыуы | Һүҙҙең тамырында ө хәрефе булһа, ялғауында ла ө яҙылыу осрағын куҙәтергә. Бындай һүҙҙәрҙең яҙылыш ҡағиҙәһен сығарырға |
56-58 | Телмәр. Уның төрҙәре. Һөйләү телмәре. Диалог | Телмәр төрҙәре (һөйләү һәм яҙма телмәр). Күренештәр, хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеү, бәхәсләшеү. Ике йәки бер нисә кешенең араһында ҡоролған һөйләшеү - диалог. Диалогты дәфтәргә теркәү. Һәр кешенең әйткәнен яңы юлдан башлап яҙыу, уның алдына һыҙыҡ ҡуйыу. Фекер әйтелеп бөтһә, һөйләм аҙағында.?! билдәләре ҡуйылыуы. Автор һүҙҙәре. Уның дөрөҫ яҙылышы | Парлап һәм төркөмләп эшләп өйрәнергә. Диалог ҡорорға. Диалогты дәфтәргә дөрөҫ теркәргә (яҙырға). Диалог барышында әңгәмәсең әйткәнен тыңлай белергә. Уның фекерен ихтирам итергә. Әйтергә теләгән уй-фекереңде әңгәмәсеңә ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткерергә |
59-61 | Монолог | Монолог. Кешенең аулаҡта үҙ аллы һөйләнеүе (фекер йөрөтөүе, уйла- ныуы) | Монологты диалог менән сағыштырырға, анализларға. Монолог текстың йөкмәткеһенә ярашлы эмоция, интонация, мимика, ишара сараларын ҡулланып һөйләргә өйрәнергә |
62-64 | Яҙма телмәр | Яҙма телмәр - уй-фекереңде эҙмә- эҙ ҡағыҙ битенә теркәү. Яҙма телмәр төрҙәре. Инша, хикәйә, әкиәт, шиғыр, көндәлек яҙыу, хат, иғлан, белдереү һ. б. | Әҙәби жанр төрҙәрен сағыштырырға, күҙәтергә, анализларға һәм бер-береһенән айырырға өйрәнергә |
65-67 | Ым-ишара. Уйлау, хыял итеү | Кешенең эстән уйланыуы, ым- ишараһы, йөҙ мимикаһы - эске телмәр | Яҙма телмәр менән эске телмәрҙең айырмаһын асыҡларға. Хис-тойғоларыңды, уй-хыялдарыңды монолог формаһында һөйләргә өйрәнергә |
68-69 | Ҡушма һүҙҙәр | Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. Ҡушылып яҙылыусы ҡайһы бер ҡушма һүҙҙәрҙең башҡорт теленең төп законына буйһонмау осрағы | Ҡушма һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға, һығымта яһарға. Уларҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштерергә. Ағиҙел, Ҡариҙел һ. б. йылғалар тураһында мәғлүмәт, материал табырға |
70-71 | Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр | Ике һүҙҙән яһалып, бер нәмәнең атамаһы булып йөрөгән һүҙҙәр. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы | Ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Уларҙы ҡулланып һөйләм, текстар төҙөргә |
72-74 | Ҡушма һүҙҙәрҙә ь һәм ъ билдәләре ҡасан яҙыла? | Ҡушма һүҙҙең беренсе ижеге нәҙек булып, икенсе һүҙе я, ю хәрефтәренән башланған осраҡта, ике һүҙ араһында ь айырыу билдәһенең яҙыЛыуы. Ҡушма һүҙҙең беренсе ижеге ҡалын булып, икенсе һүҙе я, ю хәрефтәренән башланған осраҡта, ике һүҙ араһында ъ айырыу билдәһенең яҙылыуы | Ҡушма һүҙҙәрҙең әйтелешен транскрипцияла яҙырға. Уларҙың хәрефтәр менән яҙылыш үҙенсәлектәрен күҙәтергә һәм дөрөҫ яҙырға күнегергә өйрәнергә. Ҡушма һүҙҙәрҙә ь һәм ъ билдәләре булған һүҙҙәргә миҫалдар уйларға, уларҙы дөрөҫ яҙырға күнегергә |
75-77 | Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр | Ҡабатлау йәки ишләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр | Һыҙыҡса аша яҙылған һүҙҙәрҙе күҙәтергә. Уларҙы башҡа төрлө яҙылған ҡушма һүҙҙәр менән сағыштырырға һәм айырмаһын билдәләргә. Ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәнергә |
78-79 | Нығытыу дәресе | Диктант йәки башҡа төр ижади эш | Үтелгән темаларҙы үҙләштереү кимәлен тикшерергә |
Шиғыр. Әкиәт. Хикәйә | Шиғырға, әкиәткә, хикәйәгә хас үҙенсәлектәр | Был әҙәби жанр төрҙәрен айырырға өйрәнергә | |
81-82 | Шиғыр нисек яҙыла? | Шиғыр һыҙмаһы. Рифмалы һүҙҙәр. Ритм. Шиғырҙы күсереп яҙыу ҡағиҙәләре | Шиғриәткә битараф булмаған иптәштәреңдең ижади эштәрен тыңларға, хупларға. Рифмалы һүҙҙәр аша ике йәки дүрт юллыҡтар ижад итеп -карарға |
83-84 | Әкиәт яҙып ҡарайыҡ | Әкиәтте яҙыу үҙенсәлеге. Әкиәттә күп ҡулланылған һүҙҙәр. Башҡорт халыҡ, рус халыҡ әкиәттәренең үҙенсәлекле геройҙары (дейеү, мәскәй әбей һ. б.) | Башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәрен сағыштырырға. Уларҙың сюжет үҙенсәлектәрен, геройҙарына хас оҡшаш һыҙаттарҙы асытсларға. Үҙ аллы әкиәт сюжеты уйлап сығарырға, уны тасуирлап һөйләргә |
85-86 | Хикәйә ижад итергә өйрәнәм | Хикәйә - бәйләнешле телмәрҙең бер төрө. Картина буйынса хикәйә төҙөү. Хикәйәгә план төҙөү | Һөйләмдәр тәртибе дөрөҫ бирелмәгән тексты тәртипкә һалырға. Уның планын төҙөргә. Хикәйә йөкмәткеһенә ҡарата һорауҙар төҙөргә. |
|
|
| Класың, класташтарың, дуҫтарың тураһында хикәйә ижад итергә |
87-89 | Аҡыллы текстар | Аҡыллы текстар - халыҡ ижады (әйтем, йомаҡ, мәҡәл, һынамыштар, һанашмаҡтар һ. б.) | Халыҡ ижады төрҙәрен айырырға өйрәнергә: әйтем, мәҡәл, һынамыш, һанашмаҡ һ. б. Уларҙы телмәрҙә ҡулланырға күнегергә |
90-91 | Олатайымдың, өләсәйемдең әйткәне | Ололарҙың аҡыллы һүҙҙәре. Аҡһаҡалдар әйткәне. Мәҡәлдәр, әйтемдәр | Олатай-өләсәйҙәрҙең аҡыллы һүҙҙәрен, әйткән кәңәштәрен төшөнөргә, башҡалар менән уртаҡлашырға |
92-93 | Һаумы, йәмле йәй! | Үтелгән темаларҙы системаға килтереү | Йыл буйына алған белемде, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе системаға һалырға |
94-95 | Ура! Йәйге каникул етә! | Үтелгән темаларҙы нығытыу | Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте тураһында һөйләшергә. Уны һаҡлау буйынса ҡағиҙәләр уйлап сығарырға |
96-97 | Белемеңде тикшер | Дәреслектәге тест эштәрен үтәү | Алған белем сифатын тикшерергә, һөҙөмтәләрҙе анализларға |
98-99 | Контроль диктант. Хаталар өҫтөндә эш | Грамоталы яҙыу оҫталығын тикшереү | Үтелгән орфограмма, пунктуация ҡағиҙәләрен уҙләштереу кимәлен өйрәнергә |
100- 102 | Үҙ аллы эштәр | Һорауҙарға яуаптар биреү йәки тест эшләү | Үтелгән тема буйынса белемдәрҙе тикшерергә. Каникулға әҙерлек. Үҙ-үҙеңде һаҡлау, имен-аман булыу һәм һау-сәләмәт йәшәү ҡағиҙәләрен нығытырға --------------------------------------- |
Дата добавления: 2015-09-30; просмотров: 239 | Нарушение авторских прав
<== предыдущая лекция | | | следующая лекция ==> |
| | Статья о кислородной косметике |