Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 28 страница




күҙҙәре аҡыллы. Матур ҡатындарға аҡылдың хәжәте юҡ, тип бушты һөйләйҙәр. Матур ахмаҡтан да аяныс нәмә юҡ. Тәбиғәттең иң ҙур хатаһы ул...

Бынан ары беҙ икебеҙ ҙә, юнәйеп, аяҡҡа баҫтыҡ. Тау яғына ынтылырға батырлыҡ етмәһә лә, көн эҫеһе баҫылған мәлдәрҙә, диңгеҙ буйына төшөп ултырғыланыҡ. Диңгеҙ эргәһендә Людмиланың күңеле, күҙгә күренеп, күтәрелә. Беҙ тулҡындарҙың шартлап сәсрәүен күҙәтәбеҙ, сәләмәт кешеләрҙең, дарья менән алышып, йөҙгәнен ҡарайбыҙ, алыҫта, офоҡ ярында төтәп барған караптарҙы бүлешәбеҙ: береһе уныҡы, береһе минеке, береһе уныҡы, береһе минеке... һәр ҡайһыбыҙҙың өлөшөнә байтаҡ тейә. Щул тиклем караптарыбыҙ була тороп, үҙебеҙ яр башында ултырабыҙ.

Хәлдәребеҙ арыуланғас, Людмила әллә минән һыуына төштө, әллә былай баҫалҡыға әйләнде: сәстәремде лә һыйпамай, күрешкәндә-хушлашҡанда ҡулдары ла бер ни әйтмәй. Улай тиһәң, саҡ ҡына күрешмәй торһаҡ, үҙе, тәҙрә алдына килеп, тауыш бирә. Мин дә уның эргәһенә барырға атлығып ҡына торам. Людмиланың күршеләре лә, минең күршеләр ҙә беҙгә инде айырылмаҫлыҡ ғашиҡтәр итеп ҡарайҙар. Ғашиҡ булышыу — сирҙең иң яманы икәнен аңлап, улар беҙгә теләктәшлек белдерәләр, беҙҙе ҡыҙғаналар. Хатта Мария Аристраховна ла беҙгә иғтибар итмәҫ булды. Киевтән килгән бер йәш подполковник кенә, бик тырышып, Людмилаға тоҙаҡ һалып маташты. Урамда күрһә, артынан эйәрҙе, киноға инһәк, мине бар тип тә белмәй, уның эргәһендә һырпаланды. Людмила торған палатаға минең алда ғына әллә нисә тапҡыр килеп ишек шаҡыны. Ләкин ауыҙы тиҙ беште тегенең. «Күрәһегеҙ бит, подполковник, мин капитан менән мауығам», — тине уға, үҙе аңламағас.



...Егерме биш йыллап ваҡыт үткәс, әлеге подполковник ниндәйҙер эш менән Өфөгә килеп сыҡты. Кешеләрҙән һорашып, мине эҙләп тапты, өйөмә килде, сәй эстек. Анау ваҡыт Людмилаға күҙе төшөу генә түгел, илереп ғашиҡ булыуын, ғүмер баҡый онота алмауын һөйләне. «Әллә ниндәй тылсымлы йән эйәһе ине шул. һеҙ бәхетле, һеҙ уның эргәһендә булдығыҙ... Ул яҙҙы һеҙгә ҡарата нәфрәтем-

237

дең, үсемдең сиге юҡ ине. Ә хәҙер үҙем эҙләп таптым. Ниндәйҙер сихри көс етәкләп килтерҙе мине һеҙгә, йәнем бер йыуаныс алды -бына...» Ул күптән инде хәрби түгел икән. һүҙгә-ҡылыҡҡа сабыр, йыуаш күренә. Теге саҡта уны, күрәһең, мөхәббәт кенә шундай ҡыйыу, сая яһаған...

Людмила өсөн мин хәҙер берәүҙе лә алмаштырмайым, үҙем генә -булып йөрөйөм. Шуға күрә мөнәсәбәттәребеҙ талғын, ипле. Етмәһә, мин уны, күреүегеҙсә, төрлө -ирҙәрҙең һөжүменән, нәфселе ҡарашынан һаҡлаусы ҡалҡан хеҙмәтен дә башҡарам. Туҡта әле! Был ни мөғжизә? Баҡһаң, мин барыбер кемдеңдер, нимәнеңдер вазифаһын үтәйем икән: хәҙер бына ҡалҡан вазифаһын үтәйем...

Ҡайтыр ваҡыт та етте. Беҙ бергә китергә тейешбеҙ. Кистән байтаҡ тышта ултырҙыҡ. Теге ай бөтөп, инде бөкөрө генә, зәғиф кенә икенсе ай тыуған. Ул күктә түгел, магнолия ботағында аҫылынып тора. Үрел дә тот. Ләкин миндә уның ҡайғыһы юҡ. Людмила бойоҡ. Әйтер һүҙҙәр ҡайҙалыр аҙашып йөрөй. Иҫтәлектәр һөйләшергә әле иртә, вәғәҙәләр бирешеү — ялғанлыҡ булыр ине. Тәүләп ул өндәште:

—- Рәхмәт, һеҙгә, Капитан.

— Нимә өсөн?

— Нимә өсөн икәнен айырып-ваҡлап әйтә белмәйем.— Ул минең ҡулымды усына алды. Килке- килке ҡыҫып ҡуйҙы, ләкин ебәрмәне, «һин үҙен генә лә миңә ҡәҙерлеһең. Артығын әйтергә ҡурҡам...»— тине уның ҡулы. Иәнә нимәлер өҫтәп ҡуйҙы, уныһын аңлап еткермәнем.

Иртәнсәк еләҫтә юлға сыҡтыҡ. Автобус туп- тулы ине. Симферополгә имен килеп еттек. Людми- ланы юл, бөтөнләй тип әйтерлек, йонсотманы. Беҙҙе вокзалдан алыҫ түгел бер йортҡа урынлаштырҙылар. Поезд кисләтеп кенә китәсәк.

Автобустан төшкәс тә бәләкәс кенә буйлы, өтөргө тешле бер һары лейтенант минең тирәлә урала башланы. Нимәлер әйтергә теләне, ҡайҙалыр китергә ымланы. Уның менән аңлашып торорға әлегә ваҡыт юҡ. Сумаҙандарҙы индерергә, Людмила- ны урынлаштырырға кәрәк ине.

238

Әйберҙәрҙе ҡуйып сығыуым булды, «өтөргә теш» минең алға килеп тә баҫты.

—• Лейтенант Уточкин! Леня Уточкин! Таныш булайыҡ!— Ул кинәт башын артҡа сөйҙө. Был мәл ул боғаҙындағы аҙығын йотоп ебәргән өйрәк балаһына оҡшап ҡуйҙы. Әгәр фамилияһын «Уточкин» тимәһә, уның был хәрәкәтенә, бәлки, иғтибар ҙа итмәҫ инем. j.

— Таныш булайыҡ. Капитан...

— Беләһегеҙме, капитан, кискә тиклем һыуһап үлергә мөмкин бит бында. Етмәһә, көн заяға үтә.

— Заяға үтмәһен өсөн ни эшләргә кәрәк?

—• Иртүк вино, эсә башларға кәрәк. Мин' ифрат йәтеш бер урын беләм. Киттекме?

'Был «һөнәр»гә тигәндә, минең дә тамаҡ ҡытҡылдап ҡына тора ул. Ымлаусы ғына булһын! Тик Людмилаға белдермәй кңтеү килешмәҫ.

—• Мин әйтеп кенә сығайым да...

— Ка-пи-тан!.— тип һуҙҙы Леня Уточкин.—■ Европаны азат иткән һалдат бит һин. Үҙ иркендең ҡәҙерен бел. Ниндәй рөхсәт һорап тороу тағы? Киттек!

— Ҡатын кеше унда...

—- Ҡатындар көтөргә тейеш. Анау йырҙа нимә тип әйтелә әле: «һалдаттар шарап эскәнде йәрҙәре көтөп тора...»— тип әйтелә. Йыр ул, брат, точно һөйләй.

Сибек кенә лейтенант мине өтөп бара. Ай-вайы- ма. ҡарамай, алып та китте. Уның был үтә әрһеҙ ҡылығына әсемдән ҡаршы төшәм, ә ғәмәлдә буйһонам, һис нәмә эшләй алмайым.

Леня Уточкин мине вино һата торған ҙур ғына аласыҡ эргәһенә алып килде. Аласыҡтың алғы ишеге бикле, тәҙрә ҡапҡасы ябыҡ ине.

— Быныһы һәйбәт. Аулаҡ буласаҡ,— тине юлдашым. Ул артҡы ишекте барып шаҡыны. Яуап булманы. Шунан Морзе азбукаһы буйынса туҡылдатырға тотондо. Ниндәй ҡөҙрәт менәндер ишек үҙе асылып китте. Беҙҙе ағас аяҡлы әрмән ҡарты ҡаршы алды:

-— Ә лейтенант? Әйләнеп тә килдегеҙме?

—■ Илгә ҡайтам, олатай, аҡ билет тотторҙолар. һинең ағас аяғың шикелле, ғүмерлеккә...

 
 

4

— Минең ағас аяҡ сыҙамлы булды, өшөмәне, һыҙламаны, үпкәм юҡ үҙенә. Нимә әсәһегеҙ?

— Нимә һәйбәт, шуны.

Башта беҙ берәр стакан әскелтем аҡ шарап эстек, унан татлы алһыуынан ауыҙ иттек, бара торғас, ҡыҙылына күстек. Кире аҡҡа әйләнеп ҡайтҡас, Леня Уточкин шап иттереп өҫтәл һуҡты:

— Мин бит генерал булыр өсөн тыуған кеше инем. Кавалерия генералы! Хәҙер — отставной лейтенант... Буш гильза...

—■ Иҫән ҡалыуыңа, йәшәүеңә шөкөр ит, иҫәүән,— тип орошто уны хужа ҡарт.

— Тиреҫ ҡорто ла йәшәй ана! Түшемде ҡаплап торған бынау хәситәмде көтөүсе сәкмәненә таға- йыммы ни?— Ул ҡулының ҡыры менән түшен һыпырып алды. Күкрәк тулы орден, миҙалдары сылтырап ҡуйҙы.— Егерме өс йәшеңдә хыялдарың менән хушлашыу еңел түгел. Ой, еңел түгел!..

Мин арыу ғына иҫерһәм дә, Леня Уточкинде аңларлыҡ, хатта ҡыҙғанырлыҡ хәлдәмен. Беҙ икебеҙ, гүйә, ике донъяла, ике заманда йәшәйбеҙ. Уның өмөттәре артта тороп ҡалған, ә минекеләр, иҫән булһам, әле алда. Баяғы тәүәккәл, ғәмһеҙ, шуҡ лейтенант ҡайҙа булды һуң? Быныһы бөтөнләй бүтән кеше бит. Күрәһең, ул үҙенең ғазаптарын, әрнеүҙәрен тыштан ялтырауыҡ ҡабыҡ эсендә йәшереп йөрөтә. Нимә тип йыуатайым? Мин тәүтап- ҡыр бындай хәлгә осраным. Беҙ, иҫән ҡалғандар, әрмән ҡарты әйтмешләй, йәшәүебеҙгә шөкөр итәбеҙ. Ә Леня Уточкингә был ғына аҙ.

Шуныһы сәйер: лейтенант зарҙарын ошо урында шып туҡтатты, ҡабат үҙенең ялтырауыҡ ҡабығын кейҙе. Беҙ, донъябыҙҙы онотоп, типтерергә тотон- доҡ. Әрмән бабайынан һуң, ниндәйҙер вино мөгәрәбенә инеп, тағы берәр кружка түңкәрҙек, унан баҙарға барып сыҡтыҡ, ҡайтышлай вокзал буфетенә һуғылдыҡ. Бында ҡолас йәйергә өлгөрмәнек, кемдер минең еңемдән тотто.

— Капитан!? Мин һеҙҙе бөтә ҡаланы ҡыҙырып эҙләйем. Ҡоттарым осто. Иҫән... Ярай иҫән!

Мин күтәрелеп ҡараным, ләкин өндәшә алманым. Тел әйләнмәй, аңҡауға йәбешкән.

— Хоҙайым! Ниндәй көнгә төшкән...

240

Тәүҙә буфет кәштәһендәге шешәләр, унан тәҙрәләр, стеналар сайҡалып китте. Улар ауып төшөр- төшмәҫтән, йорт үҙе әйләнергә тотондо. Бөтә нәмә әйләнә, тик төпһөҙ ике ҡара күҙ генә ҡымшанмай, үҙ урынында тора. Мин иреп юғала барам, юғала барам. Юҡ, иремәйем, батам, һеңәм. Ошо ике күҙ мине үҙенә йота.

Мин нимәлер дыңғыр-дыңғыр килеүҙән уянып киттем. Вагонда барабыҙ икән. Маңлайымда дымлы сепрәк. Уны кемдеңдер ҡулы баҫып тора. Таныйым мин ул ҡулды — Людмила. Кисәге көндөң иҫерек мажаралары кинәт күҙ алдыма килеп баҫа. Мин ҡурҡып күҙҙәремде йомам. Ә ул күренештәр торған һҙйын асығыраҡ, мәсхәрәлерәк төҫ алалар. Күҙҙе сытырҙатып йомоп ҡына, хурлыҡтан ҡотолоп булмай шүл.

— һыу әсәһегеҙ киләме?

— Килә.

Ҡулын елкәмә ҡуйып, ул минең башымды күтәрҙе. Ҡулдары эҫе. Әллә аҙ ғына ҡалтырайҙар ҙа инде...

— Мөмкин булһа, көсөгөҙҙән килһә, кисерегеҙ мине, Людмила.

— Ваҡ-төйәкте ҡуйып торайыҡ. Мә, әсегеҙ, һаҡаллы сабый, һулышығыҙ туҡтай ҙа ҡуя, туҡтай ҙа ҡуя биг. Шул тиклем ҡурҡтым... Әсегеҙ инде!— Стаканды ул үҙе тотоп эсерҙе.

Өҫтәге һәндерәнән кемдеңдер ҙур арыҡ аяғы һәленеп төшкән. Ул вагон көйөнә аҙ ғына бәүелеп бара. Әрмән ҡартының ҡырҡылған аяғын аҫып ҡуйғандармы әллә? Моғайын, шулдыр... Тамам һаташам, аҡылдан яҙам бит инде!

— Мин һаташам, ахыры, Людмила.

— Хәҙер һаташмайһығыҙ инде. — Ул минең башымды йәнә мендәргә төшөрҙө.— Йоҡлағыҙ!

— һеҙ ҙә...

— Мин дә йоҡлармын.

Төн буйы Людмила мендәргә баш та терәмәне. Нисә уянһам да, шул бер хәлдә, минең маңлайыма дымлы сепрәк баҫҡан көйө, ултыра ине. Таңға табан хәлем арыуланды. Людмила ла, сисенмәй генә ятып, ойоп китте. Ғүмеремдә тәүге һәм һуңғы тапҡыр мин уның йөҙөнә, оҙаҡ итеп ҡарап торҙом. Оҙон

241

керпектәренә, аҙ ғына ҡабарынҡы ирендәренә, киң маңлайына, күпереп торған ҡара сәсенә, кескәй генә ҡолаҡтарына танһығым ҡанғансы ҡарап ҡалдым. Минең ҡараштарымды һиҙеп, буғай, ул күҙҙәрен асты.

— Нимә, Капитан? Ниңә шул тиклем текләп ҡарайһығыҙ?

— Айырылышабыҙ бит. Аҙаҡ бик ҡарарҙай булырмын да...

—• Ваҡытынан элек бойоҡмағыҙ. Алда — башланмаған көн бар. Йылдың иң оҙон көнө — 23 июнь.

Бынан да ҡыҫҡа, бынан да тиҙ үткән көпөм булмағандыр. Саҡма саҡҡан шикелле, сағылып ҡына ҡалды. Үҙебеҙ менән бер купелә барған кешеләрҙе лә, тәҙрә аръяғында тороп ҡалған йәйге йәшел донъяны ла шәйләргә өлгөрмәнем. Ул көн — Людмиланың күҙҙәрендә генә ине. Күҙ асып йомо- уы булды — янды ла һүнде көн.

Төнөн беҙ Сталинградҡа килеп еттек. Поезд бында ярты сәғәт тора. Людмила, ошонда төшөп, Ростовҡа китәсәк. Уны ире ҡаршыларға тейеш. Беҙ, нәмәләрҙе алып, вагондан сыҡтыҡ. Ҡойоп ямғыр яуа. Людмиланың ирен көтәбеҙ. Беҙҙең эргәгә килеүсе юҡ. Моғайын, биш минут, ун минут үткәндер. Торабыҙ, һөйләшергә һүҙ юҡ. Тиҙҙән башҡа кеше менән башҡа һүҙҙәр һөйләнеләсәк.

Ә ул юҡ та юҡ. Юҡты көтмәҫкә, вокзалға инергә булдыҡ. Вокзал тигәне байтаҡ ситтә торған таҡта бина булып сыҡты. Людмиланы шунда илггем. Болдорға еткәс, ул хушлашырға ҡулын бирҙе:

— Хуш, Капитан, бәхил бул... Хат яҙ. Берҙе генә...

Мин уны сумаҙаны-ние менән ишек төбөндә ҡалдырҙым. Эскә индереүемде теләмәне. Мин поезд эргәһенә ашыҡтым. Тыным ҡыҫҡылап туҡтайым да йәнә югерәм. Ямғыр көсәйгәндән-көсәйә бара. Етмәһә, елләп тә ебәрә. Мин үтәнән-үтә сыландым. Перронға еткәс, үҙебеҙҙең составты күреп, тынысландым. Аҙыраҡ туҡтап хәл алдым. Ҡапыл, ямғыр шауын баҫып, буш перронда ҡеүәтле тауыш яңғыраны; ул тауыш шундай хәүефле; был ҡараңғы

242

хәтәр төндә ул йә үҙе аҙашҡан, йә аҙашҡан берәүҙе эҙләй булырға тейеш. Кемде саҡыра ул?

— Людмила! Людмила Соколова, ҡайҙа һин? Людмила!!

Ул минең арттан составтың ҡойроғона югереп үтте. Мин уға әйләнеп ҡараманым. Ваҡытынан һуңлаған ошо тауыш, ямғыр эсенә инеп батҡансы, бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы:

—• Людмила Соколова, ҡайҙа һин?! Людмила! Людмила Соколова!

Был саҡырыу минең йөрәгемде телеп үтте. Поез- ға ултырғас та, төшкәс тә, ятҡас та, торғас та ҡолағымда һәм күңелемдә шул ауаз яңғыраны. Хәҙер инде мин үҙем һөрәнләйем, аҙашҡан йәнем үҙе саҡыра: «Людмила Соколова, ҡайҙа һин?!» Яуап юҡ.

Мин уға бер-бер артлы ике хат яҙҙым. Мөхәббәт хаттары ине улар. Людмиланың көндәре һанаулы икәнен дә беләм, тойғоларымдың фажиғәле икәнен дә аңлайым, һүҙҙәремдең йыуанысһыҙ икәнен дә күрәм, шулай ҙа яҙам. Сөнки янам. Бәлки, хаттарым уға әжәле алдынан ғына барып етер, бәлки, уның аҡыллы ҡулдары был ҡағыҙға ҡағылып та өлгөрмәҫ, шулай ҙа яҙам. Сөнки әле мин теремен:

Хаттарым барып өлгөргән. Яуап килде.

«Ҡәҙерле кеше!

Яҙыуыка ҡарап, һиҙерһегеҙ, бармаҡтарым миңә буйһонмай. Хәрефтәрем таралып тора. Шулай ҙа яҙам. Мин бары шуны ғына әйтергә теләйем: мин һеҙҙе, инде һеҙҙе үҙегеҙҙе яратып үләм. Симферо- полдәге сағығыҙҙы түгел, Ялталағы сағығыҙҙы яратам. Юҡ, дөрөҫ түгел! Бүлеп-айырып ваҡлашыу — дөрөҫ түгел. Мин һеҙҙең бөтә үткән ғүмерегеҙҙе, бөтә ҡалған ғүмерегеҙҙе яратам... Әле мин апрель уртаһында уҡ донъя менән бәхилләшергә тейеш инем. Теге саҡ, автобустан төшкәс, мин сумаҙаныма ултырып диңгеҙ менән хушлаштым, тауҙар менән һаубуллаштым, һеҙ килеп туҡтанығыҙ. Мин, яфа- ланыуымды күрһәтмәҫ өсөн, һеҙҙе ҡыуып ебәрҙем. Ҡыуып ебәрҙем дә үкенеп ҡуйҙым. Юҡһынып ҡалдым. Шөкөр, яңынан тап булыштыҡ. Беләһегеҙме, Һеҙ нимә эшләнегеҙ1? һеҙ миңә өс ай, тулы өс ай

243

ғүмер бүләк иттегеҙ. Үпкәләрем бөткәйне, йөрәгем көрсөккә килеп терәлгәйне. Өс ай буйы мин мөхәббәт иҫәбенә йәшәнем. Өс ай буйы мине әжәлдән һаҡлап торҙо ул. Элегерәк осрашһаҡ, бәлки, еңер ҙә инек. һуң, һуң, һуң ине шул... Быныһы өсөн дә Һеҙгә, яҙмышҡа рәхмәт. Шатланмаған шатлыҡтарымды, ирешелмәгән бәхеттәремде һеҙгә ҡалдырып китәм. Минең өсөн дә шатланығыҙ, минең өсөн дә бәхетле булығыҙ. Бойоҡмағыҙ...

Людмила.»

Гимнастерка кеҫәмдәге икенсе хат бына ошо ине.

Кем устарына башымды һалайым икән? Оло инәйемдең йомшаҡ, йылы ҡулдары күптән һыуынды шул. Уның мәңгелек ҡара юрғаны өҫтөнә берсә йәшел, берсә һары, берсә аҡ япма ябыла. Унда ла миҙгелдәр алмашына...


оло

ИНӘЙЕМ

ХУШЛАША

Зирәк кешеләр әжәлдең дә ниндәй көндә, ниндәй сәғәттә килерен беләләр, ахыры. Минең Оло инәйем һуңғы йылдарҙа сырхауыраҡ булды. Эс-бауыры маҙа бирмәне. Йәйен-ҡышын тиерлек йә андыҙ тамыры, йә әрем ҡайнатып эсте. Ул әрем һыуы ауыҙға алырлыҡ түгел, һәләк әсе. Оло инәйем сырайын да һытмай эсә шуны. Сиренән дә, әрем әсеһенән дә зарланманы ул. (Кемгә зарланһын? Йортта ул иң өлкән кеше. Уның үҙ хәсрәте лә, хәстәре лә, хатта сире лә юҡ. Уның ауырыу ере һыҙламай, бешкән ере әрнемәй. Бүтәндәрҙеке генә әрней. Ул эскән әрем дә әсе түгел, бүтәндәргә генә әсе... Әлбиттә, быларҙы мин һуңыраҡ аңлаясаҡмын.)

Кискә ҡаршы талғын ғына күбәләк ҡар яуа башланы. Тәүге ҡар. Оҙаҡҡа һуҙылған ҡара көҙ күҙ алдында ап-аҡ ҡышҡа әйләнә. Иыл миҙгелен үҙгәртеү өсөн ана нимә генә — ҡар болотоноң ер өҫтөнән бер елпенеп үтеүе генә — кәрәк икән. Бары шул ғына, ләкин ошо аҡ донъя күҙ асып йомған арала яңынан сөм-ҡараға ла әйләнә икән. Быныһын да мин үҙем күреп кисерҙем.

һауала беренсе ҡар күҙәнәктәре бәүелешә башлаған мәлдә Оло инәйем түшәккә ятты. Элек гел эске яҡтағы иҫке өйҙә бала-саға менән бергә ғүмер иткән кеше урынды Кесе инәйемдән урам яҡтағы ҙур өйгә һалдырҙы. Ятыр алдынан ул сәскәле яңы күлдәген, тәңкәле йәшел камзулын кейҙе, башына ап-аҡ яулыҡ бәйләне. Сәлих ағайым менән икебеҙ- ҙән үлемтек һандығын үҙ янына сығартты.

«Үлемтек һандығы» нимә, тиһегеҙме? Ифрат серле нәмә ул. Әбей кешеләр, үҙ әжәлдәрен алыҫтан


уҡ ҡаршылап, хәлдән килгәнсә яйлап ҡына үлемтек туплай. Үҙе өсөн кәфен, кәфен тегергә энә-еп, кәфен эсенән кейҙерелә торған әхирәт күлдәге [2],үҙен йыуырға һабын, үҙенә һибергә хушбуй һәм башҡа йыназа кәрәк-яраҡтары әҙерләй. Быныһы — һандыҡлағы мөлкәттең кескәй бер өлөшө генә. Ундағы төп хазина — мәрхүмдең тереләргә таратыласаҡ бүләктәре. Әлбиттә, тереләргә ул үҙ ҡулы менән өләшә алмай. Уның исеменән бүтән берәү өләшә. Иҫ китерлек йола инде: әҙәм гүргә керә, ә үҙе, туйға килгәндәй, бүләк тарата. Беҙ күтәреп килтергән һандыҡта Оло инәйемдең ана шул байлығы ине. Тос булып сыҡты. Байтаҡ тупланған.


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 49 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.018 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>