Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Яҙҙар етә. Кәкүк-ана Сит ояға йомортҡа һала. “Кәкүк-ана, Кәкүк-ана! Минең дә ғүмеремде һана?!”



 

Яҙҙар етә. Кәкүк-ана
Сит ояға йомортҡа һала.
“Кәкүк-ана, Кәкүк-ана!
Минең дә ғүмеремде һана?!”
Ғәйепләмәң кәкүкте
Ташлай, тип, балаһын.
Кәкүк ҡошҡай, матур ҡошҡай
Белә шул үҙ баһаһын.
Яҙын, көҙөн, йәйен, ҡышын
Миҙгелгә тормай ҡарап,
Кәкүк-ана кеүек әсә
Китә балаһын ташлап…
Бала табыу йорто –

Тормоштоң ҡото…
Ауаҙ һала бәпәйҙәр,
Шат йылмая әсәйҙәр.
Алаһың да бәпесеңде
Күкрәгеңә ҡысаһың.
Бәләкәсең менән бергә
Гүйә, мәшәҡәттән ҡасаһың.
Саҡ тыуған ҡыҙ-малай
Күпме һөнәргә эйә:
Күҙҙәреңә тура ҡарай,
Татлы һөтөңдө имә…
Ә бер әсә, йәнһеҙ, нарасыйын
Ошо йортта ҡалдырған.
Хәҙер инде ике йәнде
Йыраҡ юлдар айырған.
Әсә, әсә! Төндәрен һин
Уйламайһыңмы улыңды?!
Яңлыш ҡына күкрәгеңә
Ҡуймайһыңмы ҡулыңды?!
Улың илай. Төндәрен ул
Әсә йылыһын юҡһына.
Әсәкәйе, берҙән-бере
Яндарында юҡ ҡына…
Бала ташлау ғонаһтарын
Күрәбеҙ ҡатын-ҡыҙҙан.
Ниңә Кәкүк-ата ғәйебен
Күтәрмәйбеҙ ҙурҙан?!
Эйе, эйе. Кәкүк-ата!
Бар бит ундайҙар ҙа
Үҙ ҡаны тураһында
Хатта уйламайҙар ҙа.

Улар көттө, күптән көттө
Бала тыуыуын донъяға.
Тик ниңәлер һуңғы ваҡыт
Елдәр керҙе араға

“Кәрәк түгел миңә бала!”-

Тине ата, аңғыра!
Үҙе кеүек зәңгәр күҙ
Сабый тыуҙы донъяға.
Инде хәҙер йәше тулды
Күрмәй ата балаһын.
Әсә йөрәгенә, күңеленә
Ҡайҙан тапһын дауаһын?!
Бала үҫә атаһыҙ,
Ата шундай иманһыҙ.
Бер тапҡыр ҙа улына
Баҡмаған икән, ҡанһыҙ!

Көн һайын илебеҙҙә
Арта йәтим балалар.
Арта кәкүк аналар,
Арта ҡанһыҙ аталар.
Ғәйепләмәң кәкүк ҡошто
Ташлай, тип, балаһын
Баҫырға йомортҡаһын
Еткерәлмәй йылыһын -
Шуға ташлай балаһын,
Әсәләр был миҫалды
Берүк ҡабатламаһын!!!



 

Башҡортостаным, һөйәмен һине!

Күҙем йомдом, күрәмен төш –
Мин сит илдәмен, имеш.
Ете мөғжизә мине уратҡан,
Ҡарап торам шуларға йыраҡтан.

Бөтә нимә ғәжәйеп ят миңә.
Халыҡ теле аңлашылмай ниңә?!
Һауаһын һулайым көскә-көскә,
Ярҙам һорап ҡарайым өҫкә!

Эйфель башняң ҡалай хәтәр бейек,
Башым әйләнеп төшөрмөн килеп.
Хеопс пирамидаң текә бигрәк,
Ул һуң миңә ниңә, ниңә кәрәк?!

Статуя – ике метрҙан да бейек,
“Ҡысҡырып тора”: “Тыныслыҡ!” – тип.
Ышанмаһаң, әйҙә, килеп ҡара,
Илебеҙҙә тыныслыҡ оя ҡора.

Эйе, донъяла күп мөғжизә.
Халыҡ: “Күрәйек!” – тип ил гизә.
Ләкин ҡайҙа ата шулай таң,
Ҡайҙа бар тағын Башҡортостан?!

Ҡайҙа бар һуң тағы ла шундай
Гүзәл Ҡандракүл, Асылыкүлкәй?!
Ҡайһы илдә тағын бормаланып
Аға Ҡариҙел һәм Ағиҙелкәй?!

Мең-мең төрлө ҡошҡайҙары
Нисек һайрай үҙәк өҙҙөрөп.
Беҙҙең республикала ғына
Ҡурайҡайҙан көй сыға өрөп.

Ә татлы балдың шифаһына
Бөтә донъя шундай көнләшә.
Сифатлы, сихәтле ҡымыҙҙы
Ҡунаҡсыл халҡым барына өләшә.

Ана, Салауат ниндәй ғорур,
Үҙе батыр, көслө һәм мәғрүр.
Баш ҡалам – Өфөлә булһаң,
“Дуҫлыҡ” монументын барып күр.

Өнөмдә лә, хатта төшөмдә лә
Кәрәк түгел миңә сит ил хозуры.
Республикам минең ҡәҙерлеһе,
Иң яҡыны, яҡтыһы һәм матуры.

Маҡтар өсөн һине байтаҡ һүҙҙәр.
Тәбиғәтеңә ҡамаша күҙҙәр.
Сит илгә ташлама, берүк, мине,
Башҡортостаным, һөйәмен һине!

 


МАТУР ТӨШТӘР КҮРЕП
ЙОҠЛАЙ БАЛАЛАРЫМ.

ЯҠЫНДАРЫМ, АЛМАЛАРЫМ,
ЯРАТҠАН МАЛАЙҘАРЫМ.
РӘХМӘТ ТИМЕН ХОҘАЙЫМА
БИРГӘНГӘ ШУНДАЙ БӘХЕТ.
ҠАДИМ, ҠАДИР ЯНДАРЫМДА -
КҮҢЕЛГӘ ШУНДАЙ РӘХӘТ.
ҒҮМЕР БИР, АЛЛАМ, УЛАРҒА,
СӘЛӘМӘТ БУЛҺЫН ТОРМОШ.
ТУРА ЮЛДАН АТЛАҺЫНДАР –
БУЛҺА ЛА МЕҢ БОРОЛОШ.
ОЛОЛАРҒА КЕСЕЛЕКЛЕ,
КЕСЕЛӘРГӘ КЕШЕЛЕКЛЕ,
ДОНЪЯҒА МӘНФӘҒӘТЛЕ,
АҠЫЛДАРЫ МӘРМӘХӘТЛЕ,
КҮҢЕЛДӘРЕ ШӘФҠӘТЛЕ
БУЛА КҮРҺЕН ТИП ТЕЛӘЙЕМ!!!

 

ӘЛДӘ ӘЛЕ ҺИН БАР,ӘСӘЙ,
ЮЛ КҮРҺӘТЕҮСЕМ ТОРМОШТА.
НИСЕК КЕНӘ ЙӘШӘР ИНЕМ
ӘСӘЙЕМ, ҺИНӘН БАШҠА.
ТӨН ЙОҠОЛАРЫҢ ҠАЛДЫРЫП
БӘҮЕТКӘНҺЕҢ БИШЕКТӘ.
ИНДЕ ХӘҘЕР ҮҘ УЛДАРЫМ
БӘҮЕЛӘЛӘР БИШЕКТӘ.
ҮҘЕМ ӘСӘ БУЛҒАС ҠЫНА
АҢЛАЙЫМ ӘСӘЙҘӘРҘЕ.
ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ ДОНЪЯҒА
КИЛТЕРЕҮ БӘПӘЙҘӘРҘЕ.
ӘСӘЙ ҘӘ ҺИН, ӨЛӘСӘЙҘӘ!!!
РӘХМӘТ ТИБЕҘ БАРЫНА.
ҺАУ СӘЛӘМӘТ БУЛЫП,
ОҘАҠ ЙӘШӘ ТАҒЫ ЛА!

 

БЕҘ ҒАИЛӘЛӘ ӨС БАЛА,
ӨСӨБӨҘ ҘӘ БЕР ТУҒАН.
ТЕРӘК БЕР-БЕРЕБЕҘГӘ,
ӨС ТУҒАН - ӨС ТАҒАН.
ИКЕ ҠУСТЫМ БАР МИНЕҢ:
БУЛАТ ҺӘМ ЮЛАЙ.
ИКЕҺЕ ЛӘ КҮҢЕЛЛЕ,
ЕГӘРЛЕ, ШАТ МАЛАЙ.

 

 


АТАЙЫМ ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ
ӘСӘЙ КЕҮЕК ҠӘҘЕРЛЕ.
ЯРАТАБЫҘ БЕҘ ҺИНЕ,
БЕРГӘ ГЕЛ БУЛҺАҠ ИНЕ.

       
   


Атайым ауырып китте,
Күңелгә һалҡын үтте.
Үҙемде йыуатам:
"Илама, бөттө!
Бары ла яҡшы булыр,
Матур көн тыуыр.
Терелер атайым!"
Һәр көн ҡабатлайым.

       
   

 


Тәҙрәнән ҡарап торам тышҡа
Китеп бара алкашка.
Яулығы көл төҫөндә,
Күлдәк кейгән өҫтөнә
Нисек кенә түҙә еҫенә,
(Һиҙелгәндәй булды үҙемә)
Ниндәйҙер шарф ураған,
Ҡуландағы муҡсайын
Әллә инде урлаған,
Тамағы икмәккә туймаған,
Харамды ла уйламаған..

Эй, Хоҙайым һаҡлай күр,
Ялғыш адымдарҙан!
Сикләй күрмә, ситкә орма
Яҡты донъяларҙан!

11 апрель 2013 йыл.

 

Оло кеше әйткәненән
(һүҙ уйнатыу)

Р.Назаровҡа эйәреп.

Иғтибар менән алға ҡара.
Был минең ауыл, исеме - Ҡара.
Ере, икмәккә һыларлыҡ, ҡара,
Халҡының күңеле түгел ҡара.
Балам, ал да ҡулыңа ҡара
Булмаһа шиғыр яҙып ҡара...
Ауылым минең Ҡара...

 

       
   

 


БӨГӨН ЕҢЕҮ, БӨЙӨК ЕҢЕҮ!!!
ШАТЛЫҠ ТУЛА КҮҢЕЛГӘ.
АЯҘ КҮК, ЯҠТЫ ҠОЯШ
ЮЛДАШ БУЛҺЫН ҒҮМЕРГӘ!!!
КҮҘ ЙӘШТӘРЕ ТАМҺЫН
БӘХЕТ-ҠЫУАНЫСТАН.
НУРҒА КҮМЛЕП ТЫУҺЫН
ҺӘР АТҠАН ТАҢ!!!

 

 

Минең ғаиләм - минең ҡәлғәм!!!
Тормош иптәшем -таянысым!!!
Улдарым - ҡыуанысым!!!
Шиғырҙарым - йыуанысым!!!

 

 

Туған көнөм менән ҡотлап,
Гөлдәр бирҙең бүләккә.
"Һөйәм!" - тигән һүҙҙәрең
Ҡәҙерле шул бигрәк тә.

 

Бала-сағым һуҡмағынан,
Улым менән етәкләшеп,
Үттем әле.
Кескәй ҡулынан тотоп,
Ал битенән наҙлап,

Үптем әле.
Бала-саҡтар
Ғәмһеҙ саҡтар
Үткән инде.
Хәҙер уландарым,
Балаларым
Үҫкән инде.

       
   

 


Бәхетле мин!!!
Әсәм-атам ҡыҙы мин,
Үҫтергәндәр наҙлап-иркәләп.
Олатайым булды янда
Һәр саҡ миңә терәк -
Бәхетле мин!!!

Әсәй кеше булғанға,
Ирем янда булғанда,
Кемгәлер кәрәк булғанда,
Һау-сәләмәт булғанға
Бәхетле мин!!!

 

 

Һабантуй бөгөн беҙҙә!

 

Һабантуй бөгөн беҙҙә!
Килегеҙ һәммәгеҙ ҙә!
Йыр-моң - сәхнәлә!!
Рәхәт шул сәхрәлә!

Ат сабышын ҡарарға,
Бергә арҡан тартырға,
Бил бөкмәй көрәшергә,
Бер ултырып һөйләшергә
Килегеҙ һабантуйға!!!

Ана бейек ҡолға,
"Алға, әйҙә, алға..."
Берәү ағас ҡалаҡ
Ауыҙына ҡапҡан,
Икенсеһе концерт
Ҡарап ҡатҡан.
Берәү кейгән аяғына
Ҡапсығы ҙуур ғына..

Килегеҙ һабантуйға!!!
Йырға, уйынға, моңға,
Килегеҙ байрамға!!!
Ял итәйек бергәләп.
Күңелгә булһын рәхәт!!!

 

 

Ябыҡтырыу сере
(шаярыу)
Ябығырға булдым әле
Быйылға йәйҙә.
Дуҫтым, тренажерға
Бергәләп әйҙә.
Уңға-һулға эйеләм,
Бер-икене әйләнәм.
Ултырам, баҫам -
Эх, йәмле баҡсам!

       
   

 


Дуҫтан дошман күбрәк булғанда,
Аяҡ һалыусылар алда торғанда,
Кеше муйынынын кеше борғанда,
Әсә үҙ балаһына ҡул һалғанда,
Ата улды, ул атаны хурлаған заманда
Күтәреп йөрөткәндә аҡсалыны,

Ергә һалып тапағанда аҡыллыны –

Кеше булып ҡалырға кәрәк!
Дөрөҫлөк барһын алдан
Ултырһа ла "өҫтә" наҙан.
Тапамайыҡ тыуған еребеҙҙе,
Һатмайыҡ башҡорт телебеҙҙе,
Һаҡлайыҡ бай еребеҙҙе.
Ауыр булһа ла замана,
Донъябыҙ алға бара –

Кешелекле Кешләр булғанда!

 
 

 


МАРТ АЙЫН МИН ОҠШАТАМ
ГҮЗӘЛ ЗАТ - ҠАТЫН-ҠЫҘҒА.
БЕР ҠАРАҺАҢ ШАТ ЙЫЛМАЯ,
БЕР ҠАРАҺАҢ - ПЫР ТУҘА.

       
   

 


ҺАҒЫШ ТУЛДЫ КҮҢЕЛДӘРГӘ
ЕТТЕ БЫНА КӨҘ АЙЫ.
МӘҢГЕЛЕККӘ КҮҘЕН ЙОМДО
ВЕНЕР ДИДАР МАЛАЙЫ...

ҺАЛҠЫН ЕЛДӘР ИҪӘ ГЕНӘ
КҮҢЕЛДӘРҘЕ ӨШӨТТӨ...
ЙӘШЛӘЙ ГЕНӘ ВЕНЕРЫБЫҘ
БЕҘҘЕҢ ЯНДАРҘАН КИТТЕ...

ҺАҒЫНАБЫҘ, ЮҠҺЫНАБЫҘ...

 

 


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 64 | Нарушение авторских прав




<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
Начало второй половины XIX века[править | править вики-текст] Экономический кризис (1847; англ. List of stock market crashes). Революции 1848—1849 годов во Франции, Австрийской империи, | Программа для проведения интересных психологических тестов без выхода в интернет. Программа включает в себя 24 интересных психологических тестов (секс, любовь, характер и др.), которые не дадут вам

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.015 сек.)