Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

1. Нури к - 17 йәштә, элекке студент



 

Шамил Рәхмәтуллин

«Ҡош та ояһына ҡайта...»

(Фәжғәле драма, ике булектә)

 

Өфө,1999 йыл

 

Ваҡиғала ҡатнашалар:

1. Нури к - 17 йәштә, элекке студент

2. "Мадам” - исеме Асия

3. “Ҡарайөҙ" - элекке телеателье мастеры

4. Энгель - элекке доцент

5. “Зинтыҡ’ - элекке РОВД сотруднигы

6. Ҡарсыҡ - янғыҙы ғына тороп ҡалған, 90-дан уҙған.

Ваҡиға бөгөн бара

 

БЕРЕНСЕ ШАРШАУ Емерелергә торған иҫке өйҙөң сарҙағы. Иҙәндә араҡынан бушаған ящик, коробкалар ята. Бер яҡ ситтә ташландыҡ иҫке кровать. Төрлөнө-төрлө ерҙә уйынсыҡтар аунап яталар. Күрәнен, ҡасандыр был өйҙө йәшәүселәрҙән балалары был уйынсыҡтар менән уйнағандарҙыр ҙа, кврөге бөткәс сарҙаҡҡа ырғытҡандарҙыр. Унда уйынсыҡ бөби, танк, вертолет пропеллеры кеүектәр ҙә күренә. Ваҡиғала ҡатнашыусылар кәрәк ерҙә ошо уйынсыҡтартар менән файҙалана алалар. Мәҫәлән, Мадам бала тураһында һөйләгәндәҡулына уйынсыҡ бөбиҙө ала.

Шаршау асылыр алдынан бульдозер тауышы ишетелә. Уға тауыштар ҡушыла.

- Туҡта!

- Т ан тишеге менән эсмөһөң....

- Емерә инде, әйтегеҙ начальнигына!

- Ботонан ^өйрөп төшөрөгөҙ!

- Сусҡа урынына эсмәһән!

- Кем мине эскән ти? Миңә ошо өйҙө емерергә ҡуштылар!

Таш менән тондор үҙенә!

Туҡта-а-а!....

Күрәиең, кемдер кабина тәҙрәһенә таш бәргәндер, быяла ватылғаны ишетелә, бульдозер туктап ҡала. Лирик музыкаға шаршау асыла.

Сарҙаҡта ҡош ояһытотҡан ҡарсыҡ. Уның ҡарашы алыҫҡа-алыҫҡа төбәлгән.

ҠАРСЫҠ. Пи-пи-пи... Әллә ҡайттығыҙмы?Минөн ҡәҙерлеләрем.... Инегеҙ инде ояғыҙға.... Һеҙгә тип йылы мамыҡтан ғына урын түшәнем. Ниңә инмәйһегеҙ? Әллә оноттоғоҙмо мине? Мин һеҙҙе ашаттым, үҫтерҙем, бейеккә-бейеккә осорҙом... Ояғыҙға ҡайтығыҙ, ҡошсоҡтарым минең...

Сарҙаҡта ике йән эйәне пәйҙә була.



Береһе Зинтыҡ, икенсеһе йәш кенә егет Нур. Кәйефтәре күтәренке.

ЗИК ТЫ Ҡ. Атла инде йәһәтерәк! (Урынлашып алғас) Ә һин бәлтерәп

төшмәнең, молодец! Һинең менән разведкаға барырға була!

НУР. ‘ Маҡтама әле шул тиклем. Нисек килеп сыҡҡанын үҙем дө белмәйем....

3 И Н Т Ы Ҡ. Оҫта, оҫта эшләнең. Әйҙәле, эсен ҡарайыҡ....

Нур йәһәт кенә ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһын килтереп сығара, бушаталар.

Инәңде... беҙгә кәрәге булманы. Барып сыҡманы был. Ә мин уны аҡсалы тип, һиңә күрһәткәйнем. Эх, көнөбөҙ заяға үтте. Ярай инде, башҡалар тамаҡ яллыҡ алып ҡайтырҙар әле.

К А Р С Ы К. (Үҙ-үҙөнө) Пи-пи-пи... Ниңә ояғыҙға инмәйһегеҙ? Инегеҙ инде, ҡошсоҡтарым минең..

ЗИНТЫҠ. Һин нимә, әбекәй? Кемде саҡыраһың? Эшкинмәгән ояң менән нимә эшләмәксе булаһың?

НУР. Ҡалдыр уны. Күрмәйһеңме ни, хәле шәптән түгел.

ЗИНТЫҠ. Мейе шыйығая башлаған уның, Мадамдыҡы һымаҡ. Әбекәй, ниңә

 

, һинйылы мөйөшөндә генә ултырмайһың, ә? Өс көн буйы бында юҡты бушҡа ауҙарып йөрөгәнсе? (Ҡарсыҡ иғтибар итмәй)

Пауза

Бир әле биноклеңде?

НУР. Үтенеп һорайым, рәнйетмә шул әбейҙе...

3 И Н Т Ы К. Бинокль ҡайҙа?

Н У Р. Мөйөштә, коробка эсендә.

3 И Н Т Ы Ҡ. Мин рөнйеттәмме? Һинен дә мейең шыйығая башланымы әллә? Хәле хөртәйеүгә мин түгел, кейәүе ғәйепле. Йә инде, япа-яңғыҙын ҡалдырып, өряны квартираға күсеп кит инде... Бына кем уны рәнйетә! Етте, яратмайым, синтементтарҙы!(Аҫҡа төшөп китә).

Пауза.

ҠАРСЫҠ. Ошонда үҫкәйне, минең өйәнкем... Мин уны 54 йыл, ике ай, 16 көн ҡарап үҫтерҙем. Ҡыйыҡҡа тикпем килеп етте. Япраҡтарын ошо ҡулдарым менән һыйпай торғайным... Иркәләнә торғайны улар. Ә ҡошсоҡтарым минең, өс йыл буйы ошо ояла йәшәнеләр... Һайранылар... Бала сығарҙылар!.. Йә инде, өсөнсө көн, өйәнкемде киҫеп ташланылар..

Н У Р. Әбекэйем, кәрәкмәй, тыныслан... Үтенеп һорайым, тыныслан...

К А Р С Ы Ҡ. Ҡартайған саҡта ошо фажиғәне күргәнсе, үлеп кенә ҡуйһам бит...

Хоҙай тәғәлә алмай йәнемде. Күрәһең, гөнаһламындыр инде...

Н У Р. Әйҙә оҙатып ҡуяйым. Ял итеп ал (ярҙам итә). Бына шулай...

Әйҙә...

ҠАРСЫҠ. (Туҡтап ҡала). Ә ҡош ояһы? Осоп ҡайтһалар ҡайҙа ҡунырҙар? Аҙашып ҡуйырҙар бит... (Зинтыҡ килеп сыға).

3 И Н Т Ы Ҡ. Ә һин әбекэй, бар, ҡайт. Ҡош ояһы өсөн борсолма, үҙем тотоп

торормон. Ҡошсоҡтарың өсөн дә борсолма, үҙем ҡаршы алырмын.

ҠАРСЫҠ. Рәхмәт инде, улыҡайым минең. Осоп ҡайтһындар..., балалар

үҫтерһендәр....

Нур әбейҙе оҙата төшә, Зинтыҡ ҡош ояһынатып бәрә.

ЗИНТЫҠ. Ҡаҙалып китмәгәйең, шул ояң менән!

Биноклде алып ниҙер күҙәтә. Ҡаршылағы өй тәҙрәһенән кемделер күреп ҡала.

Яланғас!.. Кара әле, бөтөнләй яланғас бит был. Еләктәй бешкән тейерһең, сәйнәмәй йоторлоҡ. Миңә килеп эләкһәң, рәхәтләнеп йотор инем үҙеңде. (Пауза). Кейенмә! Кейенмәй тор инде!.. (Нур ҡайтып инә).

Н У Р. Күҙең төштөмө?

3 И Н Т Ы Ҡ. Ҡамасаулама!

Н У Р. Биноклде бир!

3 И Н I Ы Ҡ. Сукынып ҡына китьен, кейенде инде.

Ы У Р. Бир инде биноклде, үтенәм! Бөткәнме ни, икенсе тәҙрәгә ҡара, йәме?

3 И Н Т Ы Ҡ. Әллә көнләшәһеңме?

НУР. Минә ул оҡшай, бик тә. Ә һин нисектер, йәмһеҙ ҡыланаһың.

3 И Н Т Ы Ҡ. Ышанма һин уларға. Улар халҡы бер күҙе менән һиңә ҡараһалар, икенсеһе менән башкапарға. Эттән яралғандар улар! Улар арҡаһында ошо көнгә төштөм. Ҡапҡаларға берәй нимә юҡмы?

Нур биноклдән ҡа рауын дауам итә. Зинтыҡ ашарға эҙләй.

 

 

3И Н Т Ы К. Ул әллә үҙе генә йәшәйме?

Н У Р. Үҙе генә түгел. Атайы бар, бесәйе...

3 И Н Т Ы Ҡ. Бесәйе? (Келә). Шул ғынамы?

НУР. Күрәһең.... (Ҡарауын дауам итеп). Сығып бара...

3 И Н Т Ы Ҡ. Кем?

Н У Р Һөйөклөм. Бына хәҙер кискә тиклем көт инде... Осрашҡанға

тиклем.

3 И Н Т Ы Ҡ. Кискә тиклем? Ә көндөҙ бер кем дә булмаймы?

НУР. Бесәйҙәре генә.

3 И Н Т Ы Ҡ. Насар булмаҫ ине, бесәйҙәрен һыйпап алғанда, ә?

НУР. Бынын менән нимә әйтергә теләйһең? Һыйпап ҡына ҡара!

3 И Н Т'Ы К. Әллә йәлләйһеңме? Улар йәннәттә йөҙәләр, һин уларҙы

йәлләйһең! Ә башҡаларҙы, аслы-туҡлы, һалын сарҙаҡтарҙа йәшәгәндәрҙе йәлләмәйһеңме? Һин хаҡлы түгел, Нурик. Беҙ һинең менән Робин Гуд һымаҡ. Шундай геройҙы беләһеңме? һинең менән беҙ шулар арҡаһында тамаҡ туйҙырабыҙ! Беҙ генә түгел, Ҡарайөҙ ҙә, Мадам да һинең менән мин тапҡан ризыҡҡа йәшәйҙәр! Ә һин уларҙы йәлләйһең....

НУР. • Килешәм, тик...

3 И Н Т Ы Ҡ. Аңлашыла... Сибәркәйгә ғашиҡ булдыңмы? Ниңә өндәшмәйһең? Шуны бел, ул бит квартираға кем төшкәнен белмәйәсәк.

Н У Р Бәлки икенсе квартираны?

3 И Н Т Ы К. Һаман да үҙенекен сәйнәй. Неужели һин ошондай уңайлы

ситуациянан файҙаланып ҡалырға теләмәйһең?

Н У Р. Шунан һуң уның күҙҙәренә нисек ҡарармын?

3 И Н Т Ы Ҡ. Мин бит һиңә ҡатын-ҡыҙҙарҙың кем икәнен аңлаттым. Минең дә, ғашиҡ булған ҡыҙым бар ине. Бына һинең һымаҡ, аҡылдан яҙып яратҡан инем. Ул да, һинән башка йәшәй алмайым тигәйне.

Хыянат итте, һатлыҡ йән булып сыҡты. Иҫкә алаһы килмәй, ғәфү ит.

НУР. Миңә нимә эшләргә?

3 И Н Т Ы К. Мә, биноклеңде ал да иғтибар менән ишек йоҙағын ҡара. Түңәрәк йоҙаҡмы, квадратныймы, фигуралымы. Асҡыс инә торған тишеккә иғтибар ит. Турамы, змейка менәнме.

Н УР. Ә кем аса?

3 И Н Т Ы Ҡ. Быныһы инде минең профессия.

Н У Р. Унан һуң нимә эшләргә?

3 Й Я Т Б! К. Уныһы һинең профессия. Иғтибар менән тыңла: беренсе объект - tсервант, икенсе - диван. Күтәрәһең дә, постель аҫтында нимә бар

- бөтәһен дә сумкаға! Һуңғыһы - трюмо. Бөтәһе лә өс минут эсендә,

- аңланыңмы? Ә мин һине ишек алдында көтөрмөн. Курҡма. Бер- бер хәл булһа - һыҙғырырмын.

Н У Р. Ниңә, ниңә ҡотҡарҙың мине теге саҡта?

3 И Н Т Ы К. Әҙәмсә йәшәр өсөн! Ваҡытты һуҙма, бар йөрөп кил.

Н У Р. Бөгөн... теләмәйем.. Үтенәм...

3 И Н Т Ы Ҡ. Ә нимәгә йәшәмәк булаһың?

НУР. Үтенеп һорайым.... Бөгөнгә генә...

3 И Н Т Ы К. Ҡабатларға яратмайым. Бар! (Нур теләр-теләмәҫ сыға башлай) Теләмәйһең икән, башҡаса күҙемә күренмә! Мә, әйберҙәреңде ал да юғал! (Артынан әйберҙәрен ырғытып ҡала. Ковер күтәргән Мадам инә).

 

М А Д А М Ярҙам итегеҙ! Нимә ҡатып ҡалдың? Йәле, ярҙамлаш!

3 И Н Т Ы Ҡ. Тағы ла ҡарт-ҡоро малына айыу майы һөрттөңмө?

МАДАМИке көн инде, турникта эленеп тора. Шулай булғас, үҙ тауарым!

Һинең һымаҡ квартирҙан-квартираларға...

ЗИНТЫҠ. Но-но-но!

МАДАМ.Нукаланып торма! Ә теге моңноу йөҙлө малай ҡайҙа?

ЗИНТЫҠ. Йөрөп килергә булды.

М А Д А М. Йөрөп килеүҙәр беҙҙә өс төрлө: үҙ участкаңда шешә йыйыу, ғәрип булған булып, үткенселәрҙән хәйер һорау, дачалар буйлап сәйәхәт итеү. Үтенәм һинән Зинтыҡ, ҡайтар һин уны, йәш егеттең ғүмерен әрәм итмә. Әйт, ҡайҙа китте?

ЗИН Т Ы К. Беҙҙең эшкә тығылма, үҙ эшеңде генә бел!

Пауза.

МАДАМ.Ярай әле ковер булды. Көнөм заяға үтмәне, (босмаҡҡа барып) Кем минең бүлмәмдә соҡсондо? Кем һиңә рөхсәт итте?

ЗИНТЫҠ. Көлдөрмәле, ҡайҙа һинең бүлмәң?

МАДАМКоробкалар яткан ерҙә. Бел, мин бында пропискала!

ЗИНТЫҠ. Һинең пропискаң ана, вокзалда. Әллә учеттан төштөңмө?

М А Д А М Унда һинең эшең юҡ. Нимә ҡатып ҡалдың? Ярҙам ит!

Ковөрҙы эләләр, уртайында тишек.

3 И Н Т Ы К Тәҙрәһе лә бар икән. Әллә үең эшләтеп алдыңмы?

МАДАМКөнөм заяға үтте...

3 И Н Т Ы К Ҡайғырма... (Тишектән башын тығып). Тәҙрә аша миңә ҡарап һоҡланырһың.

МАДАМҺинең ишеләрҙе күп күргән. Иҫкәртеп ҡуям, тағы ла бер инһәң...Был һиңә кеше квартираларына инеп...

ЗИНТЫҠ. Но-но-но!...

МАДАМНукаланма тинем бит инде. Был минең льготалы бүлмәм! ЗИНТЫҠ: Һиңә тағы льгота! Льгота тигәндәре йәшерәк сағыңда булғандыр инде.

МАДАМҠара әле, ҡайҙан белдең?

3 И Н Т Ы К. Һиңә ҡарап торам да, уйлап ҡуям. Йәш сағында тим, арыу ғына булғанһыңдыр әле, ә?

М А Д А М. Әле лә бына тигән. Һоҡлан әйҙә, һинең алда сибәр ҡатын Мадам Батерфлей!

Мадам бейей башлай. Оҫта бейей. Зинтыҡ уның бейеүенә һоҡланып ҡарап тора. Нур ҡайтып керә. Зинтыҡ көтмәгәндә ҡулдары менән күҙҙәрен ҡаплай.

3 И Н Т Ы К Туҡта! Туҡтат бейеүеңде!

М А Д А М Әллә ышанмайһыңмы?

3 И Н Т Ы!(. Һин нимә, әйткәнде ишетмәйһеңме?

Н У Р Тыныслан, Зинтыҡ, үтенәм...

3 И Н Т Ы К. Мин һине шундай итеп бейетермен, ғүмергә онотмаҫһың! (Мадам китә). Ул да нәҡ шулай бейегәйне...

НУР Кем? Үҙең һөйләгән ҡыҙмы?

3 И Н Г Ы К. (Иҫкә төшөрөп). Эйе... 31-се декабрҙә, Яңы йылды ҡаршы алғанда булды был хәп. Дөйөм ятаҡта.. Икәүҙән икәү генә инек. Ул бейей.башлау менән ике егет бүлмәгә бәреп инделәр. Егеттәрҙең береһе ҡыҙҙың ҡолағына ниҙер бышылданы ла, алып сығып та китте. Күрәһең, таныштар булғандыр. Мин инде түҙеп тора алманым, икеһенең дә елкәләренән эләктереп, иҙмәләрен иҙә башланым

 

 

’ Артығыраҡ сәпәгәнмен, береһе ғәрип булып ҡалды. Ә икөнсөһө, ҡыҙҙы алып сығырға маташҡаны минен начальниктың малайы булып сыҡты. Мине ғәйепләнеләр, көсләмәксе булған тип...

Йәнәье, начальник малайы ғына ҡыҙҙы ҡотҡарған. Ҡыҙ ҙа шуны раҫлаған! Мине эштән дә, званияларымдан да, бөтәһенән дә бушаттылар, холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙаттылар.

МАДАМ.Холҡон төҙәлдеме һуң?

3 И Н Т Ы Ҡ. Күреп тораһың. Унан фәрештә лә иблис булып сыға.

М А Д А М (Ковер тишеге аша). Шунан һуң осрашманығыҙмы? Бейеүсе ҡыҙ менән тим...

3 И Н Т Ы К. Эйе, бейеме ул минең әҫтәмдә, рәхәтләнеп бейене. Шунан һуң

бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға нәфрәт менән ҡарай башланым. Һиңә түгел, һин былай ҙа бәхетһеҙ.

Күрше ҡарсыҡ күренә.

К А Р С Ы Ҡ Пи-пи-пи.

3 И Н Т Ы Ҡ. Һиңә тағы нимә кәрәк?

К А Р С Ы Ҡ (Ҡош ояһын күреп). Бына ҡайҙа ята икән? Ә мин уны өйҙә эҙләйем. (Эсен ҡарай). Ҡайтмағандар икән шул... Буш...

И Н Т Ь! Ҡ. Һин үҙең бушағанһың! Һиңә кем кәрәк?

; I У Р. * Ҡысҡырма инде.

И NT Һ! Ҡ. Теңкәмә тейҙе инде. Кем кәрәк?

К А Р С Ы Ҡ Ҡошсоҡтарым осоп ҡайтманылармы?

Н У Р. Юҡ бит әле. Ҡайтырҙар, мотлаҡ осоп ҡайтырҙар.

К А Р С Ы Ҡ. Улайһа мин ошонда ғына ултырып торайым әле....

3 И Н Т Ы К. (Мадамға). Бар, оҙатып ҡуй.

МАДАМ.Ултырһын инде.

3 И Н Т Ы Ҡ. Кемгә әйтәләр?!

НУР. Ултырьын инде, Зинтыҡ.

3 И Н Т Ы Ҡ. Улайһа мин сығып китәм. Башҡа сарҙаҡтарҙы ҡарап сығаһы бар.

Бына был, убырлы ҡарсыҡ, мин ҡайтҡансы эҙе булмаһын! (Төшөп

китә).

М А Д А М (Ҡарсыҡҡа) Һин уға бик күренеп йөрөмә инде Ҡай сағында туҡмап ташларға ла ю/п һорамай. Бына Ҡарайөҙ, тейешле аҡсаһын бирмәгәйне, йәшергәйне буғай, аҡсаһын тапты ла, үҙен тотоп туҡманы. Ҡарайөҙ бахырың, ике көн сығалмай ятты.

МУР.Улай уҡ түгел инде, һәйбәт ул.

М А Д А М. Һин дә һаҡ бул. Ҡайтыр инең өйөңә. Атайына үпкәләмә, ҡайт. Үҙ ояңа ни етә. Ҡошта үҙ ояһына ҡайта... Беҙ генә ҡайталмайбыҙ, һуңланыҡ.

Давай, был турала онотайыҡ Э Зинтыҡты юҡҡа яманлайһың Уп мине ҡотҡарҙы, атайым түгел. Мин уға ғүмерем менән бурыслы Ҡотҡармаһа эт һымаҡ дөмөгә инем, ҡанауҙа...

Л А Д А М Ни өсөн ҡотҡарғанын аңламайһыңмы?

НУР. Кәрәкмәй. Нисек кенә булмаһын, атайыма ҡарағанда яҡын ул миңә.

Хәҙер минең атайым да, өйөм дә ошонда!

М А Д А М. Юҡты һөйлөмо! Атайың түгел, үҙең үҙһүҙләнеп сығып киткәнһең!

11 У Р Ә ниңә үҙһүҙләнеп? Өгөт-нәсихәт мине туйҙырҙы, бына бынан! Үҙемсә йәшәйһем килә, үҙемсә!(Мөйөшкә барып ултыра).

Пауза.Бер ситтәрәк ултырған ҡарсыҡ оҙон бер көйҙө ауыҙ эсенән генә көйләп ебәрә.

М А Д А М. Һин нимә, әбекәй? Туҡтат әле шул бүре һымаҡ олоуынды, үлем

 

 

саҡыраһың һымаҡ Үлге килә башлай.

Ҡ А Р С Ы К. Үлге килә тинеңме? Минең дә үлгем килә. Күпме хоҙайҙан

һораным, юҡ, бирмәй. Гөнаһтарым күптер инде, гөнаһтарым. Ә ниндәй гөнан - үҙем дә белмәйем.

М А Д А N4. Һинең ниндәй гөнаһың булһын ти инде! Бына минең ул. гөнан тиһәм дә була

Нур Мадам эргәһенә килеп ултыра.

НУР. • Бына беҙ ахмактар, бер-нисә малай менән аптеканы таламаҡ

булғайныҡ. Витринаны ғына ватҡайныҡ, эләктереп тә алдылар. Был хаҡта атайыма... Ә ул., тепәнәгеҙ нисек хөкөм итегеҙ, ул минең улым түгел тигән.

М А ДА М. Юҡты нөйләп ултырма әле!

НУР. Юҡты мы? Абруйына тап төшөүҙән ҡурҡҡан. Ә үҙе ғүмер буйы ғәҙел булырға өйрәтте. Ошомо ул ғәҙеллек?! (Үҙ урынына барып ултыра). ҠАРСЫҠ. Ғүмерем буйы йәмғиәт эштәренән башым сыҡманы. Кейәүгә лә хатта сыҡманым, иртәрәк әле тинем, ғаилә мәшәҡәттәренә сумырға. Белмәйем, әллә шуға гөнаһлы микәнни мин?

М А Д А М. Һин әбекәй, заманында паргияла булғанһың, комсомолда инде билдәле. Ә үҙең бөгөн килеп алла ла, алла тиһен.

К А Р С Ы Ҡ. Көлөп ултырма әле. Минең йәшемә еткәс һин дә шулай тейерһең.

Бөтәбеҙҙе лә ул күреп тора. Берәүҙәрҙе ярата, ә бәғзе берәүҙәрҙе - юҡ.

М А Д А М. Нимә теләйһең һун алланан?

Ҡ А Р С Ы Ҡ. Үлемемде теләйем, үлемемде...

НУР. Мин дә үлергә теләгәйнем. Ләх булғансы эстем-эстем дә...

Канауҙа аунап ятканымда һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, ярай әле Зинтыҡ. күреп ҡалған. Ул булмаһа мин инде күптән... Шуға ла ул миңә

атайымдан да ҡәҙерлерәк...

КАР С Ы Ҡ. Насар атай ул, тупаҫ тик томал ға ҡысҡыра...

М А Д А М. Үҙенә әйтә күрмә тағы.

К А Р С Ы Ҡ. Ә нимәнән миңә ҡурҡырға? Йәшем кырҡҡа еткәндә Исламымды осраттым. Шулдыр инде буласаҡ ирем тип, уға кейәгә сыҡтым. Күрәнең, яратҡанмындыр инде. Һуғышҡа кипе лә юғалды. Юҡ булды...

М А Д А М. Етте, артығын лығырҙаным. Теге ҡайтып инһә, күрмәгәнде күрһәтер...Әйҙә әбекәй, оҙатып ҡуяйым үҙеңде.

К А Р С Ы Ҡ. Буп-буш фатирға ҡайтҡым килмәй. Йөрәккә ятмай.

М А Д А М. Ҡайт инде, ҡайт. (Мадам оҙата бара)

Ҡ А Р С Ы К. Бында йылыраҡ шул, күңел йылыһы бар (Сығалар).

Нур уйланып ултыра Ҡош ояһын ҡулына ала < 1 ■>' i! Һе, кош га оянына ҡайта., (һикереп гора, кош ояһын ҡайҙалыр

урынлаштырырға теләй). Бында ҡайтығыҙ, бында!... (Китә).

Пауза. Ошо саҡта сарҙаҡҡа сәйер кеше күтәрелә. Кемгәлер асыуы ҡабарған, аяҡ аҫтында ни ята, шуларҙы ырғыта. Үҙе иҫерек.

С Ә Й Һ Р К Ь Ш Е. Минең һымаҡ бөйөк шәхескә ҡул күтәрәһеңме? Мин дә!<имә... Мә, ал, ал! Тағы кәрәкме? Мә, быныһы өҫтәү булыр!

\Лин нинең ише генә түгеп, мин - шәхес... Демократик илдә йәшәүсе ирекле шәхес! Ә-ә-ә, киттеңме, ҡурҡтыңмы? Шулай була ул... (Тирә- жка күҙ һала, буш кровать эргәһенә килә, ҡулындағы портфелен ырғыта). Ҡатын! Миңә ванна әҙерлә! Ишетмәйһеңме, ванна тиҙәр һиңә!

 

(Кроватька ауа, йоҡлап та китә).

Сарҙаҡҡа Зинтыҡ күтәрелә. Кеҫәһенән бер төргәк аҡсалар сығарыл нанай башлай. Шул саҡ теге кешенең хырылдауы ишетелә. Аҡсаларын тиҙ генә йәшереп, уны н эргәненә килә. Иҫерек икәнен белгәс, кеҫәләрен тикшерә. Уята.

ЗИНТЫҠ. һин кем?

ЭНГЕЛЬ. (Көс-хәл менән). Минме ни?

ЗИНТЫҠ. Һин булмай кем бульын! Әллә тағы ла берәйһе бармы? Кем һин?

ЭНГЕЛЬ. Элекке...

ЗИНТЫҠ. Нимә элекке?

ЭНГЕЛ Ь. Элекке марксизм-ленинизм уҡытыусыһы, доцент Энгель!

Баш эйгәндә йығыла яҙа.

ЗИНТЫҠ. Бында шаярмайҙар.

Э Н Г Е Л Ь. Ә нинә? Тормошобоҙ шаярыуҙан тора ла. Ысынын һәйләһән дә барыбер шаярыу килеп сыға. Шуны аңлағас ҡына кеше үҙ-үҙенә ҡул һала. Йә минең һымаҡ һала башлай. Һин әллә һалмайһыңмы?

ЗИНТЫҠ. һал!

Энгель күкеш күрһәтә, Зинтыҡ яңағына тондора.

ЭНГЕЛЬ. Аңламаным?

ЗИНТЫҠ. (Тағы ла тондороп). Ә хәҙер?

Э Н Г Е Л Ь. Бына хәҙер аңланым. Шул тиклем тондормаһаң, айныта яҙҙың да.

ЗИНТЫҠ. Ҡайҙа төшөрҙөң?

ЭНГЕЛЬ. Минән һорайһығыҙмы, хөрмәтле әфәнде?

ЗИНТЫҠ. Ҡайҙа төшөрҙөң тип һорайым мин һинән?!

ЭНГЕЛЬ. Ҡунаҡ иттеләр... Элекке студенттарым. Эйе, эйе, элекке... Шул элеккеләрҙең береһе. Шешә тапшырырға китөп барғанда. Сеткамды тартып алды ла, бах-асфальтка!

ЗИНТЫҠ. Аңламаным?

ЭНГЕЛЬ. Шешәләрҙе әйтәм, селпәрәмә килделәр. Паралич һуҡты тип торам.

Эйәр миңә ти был... Ул бара, мин барам. Минең арттан эйәр ти. Ул алдан, мин арттан... Барға инеп китте был. Ә мине индермәйҙәр.. Теге, автоматлы шантрапалар. Теге күҙ генә ҡыҫҡайны, мине честь биреп үткәреп ебәрҙеләр. Беләһеңме, кем булып сыҡты?

ЗИНТЫҠ. Ҡайҙан беләйем ти.

ЭНГЕЛ Ь.Элекке инде... Райкомдың элекке инструкторы, хәҙер бизнесмен.

_______ Студент сағында айныҡ сағын һирәк күрә инем. Хәҙер эсмәй. Минең

менән дә эсмәне.

3 И Н Т Ы Ҡ. Ә һин сусҡа урынына инде?

Э Н Г Е Л Ь. Һин эсмәйһенме?

3 И Н i Ы К. Әсәм! Баш төҙәтергә бер ни ҙә бирмәне инде, ҡәбәхәт?

Энгель кеҫәһенән аҡса сығарып юғары күтәрә.

ЭНГЕЛЬ. Бына күр! Элекке Советтар союзының элекке марксизм-ленинизм уҡытыусыһы доцент Энгель... Ғафү итә күр инде, хөрмәтле әфәнде, фамилиямды онотҡанмын. Йә инде, уйлап ҡына ҡара, элекке студент элекке уҡытыусыһын һыйлап, баш төҙәтергә аҡса бирә.ә?

Баш эйәргә итә, йығыла яҙа. Мадам күренә.

ЗИНТЫҠ. Оҙаттыңмы?

М А Д А М. Ул яңғыҙ... Бөтөнләй бер үҙе йәшәй.

Энгель көс хәл менән яғына баҫа.

 

О, беҙҙә ҡунаҡ бар икән Таныш булайыҡ, мин....

Э Н Г Е Л Ь. (Иғтибар менән ҡарап) Кәрәкмәй! Кем икәнлегең былай ҙа күренеп тора.

МАДАМ.Рәхмәт, Ә һин кем?

ЭНГЕЛЬ. Донъялағы иң бәхетле әҙәми зат - Энгель. Энгельс менән бутай күрмәгеҙ тағы. “С” хәрефен әйтмәһәң - Энгель килеп сыға!

М А Д А М. Бәхетле кешепәр ҙә бар икән әле.

ЭНГЕЛЬ. Бөгөн иҫерек кеше генә бәхетле. Айнынымы - бөттө! Бына шулай,

> хөрмәтле вә ғиззәтле Мадам...

М А Д А М Ҡушаматымды ҡайҙан белдең?

3 И Н Т Ы Ҡ. Ҡасандыр осрашҡан булғанһығыҙҙыр...

МАДАМҺинән һорамайҙар!

ЭНГЕЛЬ. Минең өсөн бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа - Мадам!

3 И Н Т Ь! Ҡ. һайлагьнитеп томайһың инде (көлә)...

М А Д А М. Хайуан!

ЭНГЕЛЬ. Улай тимә. Кеше менән хайуан араһында айырма шунда, кеше ғашиҡ була белә. Бына мин - однолюб. Ә сибәрҙәргә тиҙ ғашиҡ булам. Минең курста бер һылыуҡай бар ине - ғашиҡ булдым. Иң артҡы партала ултыра торғайны. Уға ҡарай-ҡарай лекция уҡыйым. Һиҙеп ҡалды ла был, йә уң яҡҡа күсеп ултыра, йә һул яҡҡа....

3 И Н Т Ы Ҡ. Шәп укытыусы булғанҙың икән. Юҡҡа ғына ҡыумағандарҙыр үҙеңде.

МАДАМӘллә һин укытыусымы? Һин минә оҡшайһың..

3 И Н Т Ы Ҡ. Элекке..

МАДАМ.Беҙ бөтәбеҙҙә элеккеләр.Һинең алда МВД-ның элекке сотруднигы 3 И Н Т Ы Ҡ. Шуға ла ул ҡыйыҡ аҫтындағы эштәрҙе күҙәтеп тора. Һин элекке уҡытыусы Энгельсмы?

ЭНГЕЛЬ.МС" хәрефен төшөрөп ҡалдыр.

М А Д А М. Ә беҙҙең телеателье мастеры Ҡарайөҙ ҡайҙа?

3 И Н Т Ы Ҡ. Шешә йыйырға киткән.

М А Д А М. Ә ғашиҡ утында яныусы егетебеҙ ҡайҙа?

3 И Н Т Ы К. Осто, ғишыҡ утында янырға.

М А Д А М Институттан ҡыуылған студент. Ысынлап та, бында йәмғиәтебеҙҙең ҡаймаҡтары йыйылған түгелме?

3 И Н Т Ы Ҡ. Элекке социализм йәмғиәтенең. Үҙең тураһында ла әйт инде, исемең кем?

МАДАММин - бар ҙа, юҡ та.

3 И Н Т Ы К Күтәр әле беҙҙең кәйефте Йырың менән булһа ла?

МАДАМ.Була ул. Етмәһә, бөгөн минең тыуған көнөм.

Э Н ГЕЛ Ь. (йүгереп килеп ҡаршыһына теҙләнә) Йомшаҡ ҡына ҡулдарығыҙҙан ҡат-ҡат үбергә рөхсәт итегеҙ. Бүләгем һеҙгә, Мадам, ғәли йәнәптәре, шул булыр (ҡат-ҡат үбә, кеҫәһендәге аҡсаны сәскә һымаҡ тотоп уға һуҙа, Мадам шатланып ала)

МАДАМАртыҡ маҡтанығыҙ түгелме?

3 И Н Т Ы Ҡ. Йырла, тиҙәр һиңә!

М А Д А М Рәхәтләнеп йырлайым!

3 И Н Т Ы К. Хөрмәтле тамашасылар! Һеҙҙең алдығыҙҙа эстрада ансамбле * солисткаһы Мадам Батерфлей!

М А Д А М Эйе, рәхәтләнеп йырлайым!

Мадам йыр башлай Башкал а р ҙа уға ҡушыла. Сумка күтәргән Карайәҙ пәйҙә була.

 

М А Д А М., Йырҙы бүлдерҙе, алйот!

З И Н Т Ы Ҡ. Оҙаҡ йәшәрһең әле, кине гөнә һәйләп тора инөк.

Э Н Г Е /I Ь. Оҙаҡ йәшәүҙән ни мәғәнә?

3 И НТ Ы Ҡ. Нинә былай шат күренәһең? Эштәрен уңдымы әллә?

К А Р А Й Ө Ҙ. Ғүмер баҡый ҡара йөҙ булырға тимәгән. Әллә ҡунаҡ та бар инде... Байрам түгелдер бит бөгөн?

3 И Н Т Ы Ҡ. Һиҙенеп тораһын. Нимә бар сумкаңда?

К А Р А Й Ө Ҙ. Башта таныш булайыҡ. Мин - Ҡарайөҙ.

Э Н Г Е Л Ь. Мине Энгель тип йөрөтәләр. Элекке ғалим.

Ҡ А Р Й Ө Ҙ. Таныштырмаһаң да булыр ине. Төҫөң-ҡейәфәтеңдән күреп торам. ЭНГЕЛЬ. Нисек күреп тораһың?

К А Р,Й Ө Ҙ. Мин кешеләрҙе үтәнән-үтә күрәм. Ренгент аппараты һымаҡ. ЭНГЕЛЬ. Һеҙ мине аптырашта ҡалдарҙығыҙ. Әллә ысынлап та, ғалим икәнем күренеп торамы?

3 И Н Т Ы Ҡ. Юҡты бушҡа ауҙарып ултырмағыҙ әле Ғалим имеш! Ғалим булғас, нинә сарҙаҡтаһың? Йә, Ҡарайөҙ. Һөйләп ебәр әле, эштәрен уңдымы?

КАРА Й Ө Ҙ. Күреп тораһың бит, йылмаям. Күрегеҙ, әфәнделәр, мин йылмаям! (ауыҙын йырып күрһәтә).

3 И НТЫҠ. Һин миңә сумка эсендәгеһен күрһәт!

К А Р А Й Ө Ҙ. һәр ваҡыт әҙер!

Кара йөҙ сумканын асып юғары күтәрә. Унан колбасалар ҡойола Бөтәһө лә шаҡ ҡатып торалар.

3 И Н Т Ы Ҡ. Ҡайҙан сәлдерҙең?

К А Р Й Ө Ҙ. Мусорға килтереп бушаттылар. Мин шунда инем.

ЭНГЕЛЬ. Мусорға?! Һин аҡылындамы? Был бит... (колбасаларҙы ырғытып) Ҡарайөҙ. Һин нимә эшләйһең? Кире йый!

МАДАМ.Ауыҙ итеп ҡарайыҡ. Ғалим кеше, башпа!

ЭНГЕЛЬ. Аҙыраҡ йәшәйһе ине...

3 И Н Т Ы Ҡ. Ауыҙ итер алдынан профилактика кәрәк.

М А Д А М Минең тыуған көнөм хөрмәтенә берегеҙҙә лә юҡмы ни?

К А Р А И Ө Ҙ. Тыуған көн?

3 И Н I Ы К Бөгөн байрам тип әйттем бит инде. Закуска бар, ә бына.. ЭНГЕЛЬ. Иң мөһиме - юҡ.

ҠАРАЙӨҘ. Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ! (Бөтәһе лә күҙҙәрен йома, Ҡарайөҙ бер ярты сығара) Асығыҙ! Һоп-ля!

БӨТӘҺЕ ЛӘ. Ур-р-ра!

Ҡ А Р Й Ө Ҙ Байрам итеп алайыҡ. Бөгөнгө тантананың ғәйепле кешеһен

табындың иң түренә ултыртайыҡ (Коробка алып). Бына был-өҫтәл,

Байрам өҫтәле. Рәхим итегеҙ, ханым!

Йәһәт кенә табын әҙерләнә, Мадам түргә ултыра.

Ҡарайөҙ стакандарға араҡы н һала, тик Энтелгә генә

стакан етмәй. Ул портфеленән ҙур кружка сығарып

алдына ҡуя. Ҡарайөҙ бер-ике тамсы ғына араҡы

һала. Энгель быға риза булмай, Ҡарайөҙ тағы өҫтәп

ҡуя. Сәкәштереп эсергә итәләр...

М А Д А М. Тост! Тост кәрәк. Кем әйтә?

БӨТӘ Һ Г ЛӘ. Мин! Мин Әйтәм!

 

 

МАДАМ, Бөгөн минен тыуған көнөм... Үҙем әйтәм! (Ҡул сабалар). Бөтәгеҙгә лә мөхәббәтһеҙ бәхет теләйем!

ЭНГЕЛЬ. Бәхет - мөхәббәтһеҙ булмай.

Әсәләр, бушаталар.

3 И Н Т Ы К. Ә хәҙер мин әйтәм. Был тосты мин ьинең өсөн түгел, үҙем өсөн

дә... Үҙем өсөн генә түгел, сарҙаҡтарҙа йәүсе һәм башҡалар өсөн _ дә күтәрәм. Башкаларға ҡарағанда ла шәберәк йәшәү өсөн!

Әсәләр, бушаталар.

ЭНГЕЛЬ. Шәп әйтттең. Мин однолюб. Ә ғашиҡ булаһы килә. Кешеләр

хайуандарҙан шунын менән айырыла ла. Хөрмәтле вә ғиззәтле Мадам! Мин һинә оло мөхәббәт теләйем, иң олоһон!

МАДАМ,(әрнеп). Кәрәкмәй! Бер кемде лә яратаһым килмәй, бер кемде лә!

Мин ғүмеремдә бары 15 көн мөхәббәт утында яндым. Ундай мөхәббәт башҡа бер ҡасан да ҡабатланамаясаҡ. Илайһым килә., үкһеп...үкһеп илайһым килә. Мөмкинме?

Э Н Г Е Л Ь. Тик бында түгел. Үҙең генә ҡалғас иларһың. Беҙҙең алда түгел.

ҠАРАЙӨҘ. Бөгөн һин көлөргә, рәхәтләнеп көлөргө тейешһең.

Мадамдың кәйефен аңлап Энгель йыр башлай.

ЭНГЕЛЬ. Капитан, капитан, улыбнитесь

________ Ведь улыбка - это флаг корабля!

Капитан,капитан, подтянитесь - Только смелым покоряются моря!

К А Р Й Ө Ҙ. (Араҡы һалып). Был тосты мин яҙғы ташҡындарҙан ҡурҡып, ҡараңғы подвалдан яҡты сарҙаҡҡа күсеүебеҙ өсөн күтәрәм. *. Бөтәбеҙҙе лә көтөп торған яҡты киләсәк өсөн!

ЭНГЕЛЬ. Шәп әйттең.

ҠАРАЙ ӘҘ Колбасанан етешегеҙ...

Бәтәһө лә ашай-ашай һөйләшәләр, көлөшәләр.

ЭНГЕЛЬ. Ғәфү үтенәм, хөрмәтлем.... Оноттом, кем тип әйтәйем?

Ҡ А Р А Й Ө Ҙ. Ҡарайөҙ, шунан?

ЭНГЕЛЬ. Нисек? Шундай исем буламы ни? Ә ниңә Ҡарайөҙ? Ниңә Аҡйөҙ түгел?

3 И Н 1Ы Ҡ. Бында берәүҙең дә исеме юҡ. Был ирекле зона.

ЭНГЕЛЬ. Эйе,эйе... ирекле. Мин бындай иректе күптән тойҙом. Марксизм

 

 

тәғлимәттәрен укыттым...

3 И Н Т Ы К. Марксизм тәғлимәттәрен!

ЭНГЕЛЬ. Нимә?

3 И Н Т Ы К. Дуризм тәғлимәттәрен!

ЭНГЕЛЬ. Нимә әле һөҙ шул тиклем борсолаһығыҙ, хөрмәтле әфәндем? Мин бит быны һеҙгә һөйләмәйем...

ОН Г Е Л Ь. Был төбәктә кем хужа икәнен беләһенме?

Э Н Г Е Л Ь Һеҙҙер инде. Тик мин башлаған темаға уның ни ҡыҫылышы бар?

3 И Н Т Ы Ҡ. Бар икән!...(Ситкә китә).

Ҡ А Р Й Ө Ҙ. Дауам итегеҙ, ғалим әфәнде!

Э Н Г Е Л Ь. Ғалим.... Минен ғалим булыуымдын бер кемгә лә кәрәге юҡ хәҙер.

Бөтәһе лә юҡҡа сыҡты, кирегә әйләнде. Уҡытыуҙарым да, бөтәһе лә бушҡа булған. Ауыр был донъяны аңлауы. Бөтә коллегаларым үҙ профессияларына хыянат иттеләр. Атеизм фәнен уҡытҡандар дин тарихын уҡыта башланылар, мораль уҡытҡандар үҙ позицияһынан киттеләр. Һатлыҡ йәндәр! Мин генә булдыра алманым, үҙ позицияма тоғро ҡалдым. Нәтижәһен күреп тораһығыҙ.

3 И Н Т Ы Ҡ. Етмәһә ғалим тигән булаһың бит әле. Һин ниндәй ғалим! Юҡҡа сыҡҡан бәндә!

ЭНГЕЛ Ь. Һеҙ хөрмәтле әфәндем, кем менән һөйләшкәнегеҙҙе онотаһығыҙ.

. Эйе, мин юҡҡа сыҡҡан бәндә, һеҙҙең аңлауығыҙса. Ә минең аңлауымса, мин түгел. Һеҙ юҡҡа сыҡҡан бәндә!

3 И Н Т Ы Ҡ Яҡыныраҡ килегеҙ әле...

Энгель ҡаршыиына баҫа, Зинтыҡ уны ьалып осора. Бөтәне лә ҡатып ҡалалар. Мадам Энгелде тынысландырмаҡ була.

ЭНГЕЛЬ Кәрәкмәй, шул таман минә. Аңламанылар мине. Өйҙәгеләр ҙә

аңламанылар, ситләштеләр. МИн улар өсөн тырыштым... Көндәр буйы укыттым, төндәр буйы ғилми хеҙмәттәр яҙҙым. Донъялар кирегә китеп бер кемгә лә кәрәгем ҡалмағанын аңлағас, үткәремде ҡәьәрләй-ҡәһәрлә иреккә сығып киттем. Бары тик пивнушкаларҙа, бына һеҙҙең кеүектәр мине аңланылар, йотлоғоп тыңланылар. Шунда ғына мин яҡындарымды таптым. Кафедрала түгел,

* пивнушкаларҙа аңланылар мине. Кеше үҙ ғүмерндә бер генә

 

тапҡыр бульа ла үҙе теләгәнсә йәшәргә тейештер бит? Бына мин хәҙер, ғәфү итегеҙ, беҙ... ирекле.

Мәшхәр донъянан иреккә сыҡтым... Һеҙгә килдем. Ҡыумағыҙ мине, ҡыумағыҙ, иреккә сыҡҡан алкашты!

3 И Н Т Ы Ҡ. Вәт ҡәбәхәттәр! Бына тигән колбасаны мусорға ташлайҙар. Лишь бы трудовой халыҡ ашамаһын.

М А Д А-М. Араҡыны ҡайҙан алдың?

К А Р А Й Ө Ҙ. Мужик сиратта тора ине. Бер яртыға өс палка колбаса тигәйнем, ризалашты.

3 И Н Т Ы Ҡ. Тимәк, бартер?

Ҡ А Р А Й Ө Ҙ. Шулай була инде.

3 И Н Т Ы ft. Күп биргәньен. Икенсе тапҡыр башка баш!

К А Р А Й Ө Ҙ. һәр ваҡыт әҙер!

Мадам һаман да әле Энгель һөйләгәндәр менән йәшәй. Тәҙрә эргәһенә килә. Йөрәк ярһыуына түҙә алмай, "Ах, ты рожь”йырын йырлай. Бөтәһе лә баштарын эйеп тыңлайҙар. Ҡул сапмайҙар, күҙҙәре йәшләнгән.Атылып Нур инә. Бөтәһө өсөн дә яратҡан шиғырын уҡый.

Н У Р. Күҙ алдымдан китмәй күҙҙәрең,

Онотолһа ла әйткән һүҙҙәрең. Карап туймайым ул нурҙарға - Әллә ниндәй ялҡын уларҙа! Оҡшамаған ҡара төнгә лә,

Окшамаған зәңгәр күлгә лө - Һоро күҙҙәр! Шундай ябайҙар,

Улар шундай наҙлы ҡарайҙар.

Йыйған улар ҡояш нурҙарын,

Уйҙарымдың иң, иң татлыһын.

Онотолһа ла әйткән һүҙҙәрең,

Күҙ алдымдан китмәҫ күҙҙәрең!

ЭНГЕЛЬ. (Нурға). Гүзәллектең бөтә нескәлектәре алдында башэйеүсе

 

НУР. Нур...

 

Э Н Г Е Л Ь. Күренеп тора, “Луч света в темном царстве”. Һөр саҡта ла шулай булығыҙ!

3 И Н Т Ы К. (Нурҙың яғаһынан алып) Һин нинә алдашып, минең башымды бутайһың? Кем һиңә ғашиҡ булһын ти... Һин - бомж,

*

аңлайһыңмы, наркота! Ғашиҡ булған, имеш берәүҙәр! Кем беҙҙе, кешелектән сыккан бәндәләрҙе яратһын ти? Ергә төш, кипкән тараҡан! Атайың һине ҡыуып сығарып дөрөҫ эшләгән...

НУР. Дөрөҫ түгел! Мөмкин беҙҙе яратырға. Хыялдарымды тапама! Һин

әйткәнсә түгел, сибәр ул, мин ғашиҡ уға. Мин уның өйөнә ҡараҡ булып бер ҡасан да төшмәйәсәкмен, бер ҡасан да! Мәжбүр йөһең икән, мин үҙемде күрәалмаясаҡмын. Үҙемде лә, һине лә, бөтәгеҙҙе лә!

Зинтыҡ көслө йоҙроғо менән егетте йыға һуға.

Ошо саҡта ҡарсыҡ тауышы ишетелә: пи-пи-пи... Ҡайттығыҙмы, ҡошсоҡтарым...

ЗИНТЫҠ. Бында бер ниндәй ҙә ҡош ояһы булырға тейеш түгел! Эшкә! Нимә __ ашарһығыҙ иртәгә? Һораныу, урлашыу, баш эйеү - шул беҙҙең эшебеҙ. Башҡаса бегә көн юҡ! Аңланығыҙмы? Бөтәгеҙгә лә йоҡларға, йоҡларға!!!

Бөтәие лә үҙ урындарына барып баҫалар. Ятмайҙар, тора алмай ятҡан Нурға ҡарап торалар.

ШАРШАУ.

 

 

ИКЕНСЕ ШАРШАУ

Тан атып килә. Мадам, Ҡарайөҙ, Энгель тороп ултырғандар, Нур әле йоҡлай. Энгель ьөйләнә- нөйләнә ҡатырҡаға ниҙер төшөрә.

МАДАМ. Таңата... Тирә-яҡта ниңдәй тынлыҡ...

ЭНГЕЛЬ. Шулай тереклек тә тыуғандыр инде, тынлыҡта. Кескәй генә үҫенте төртөп сыҡҡандыр, сәскәгә моронлағандыр, шунан ҡалғандары... Ер йөҙө сәскәгә күмелгәндер....

МАДАМ.Ниндәй матур булған ул саҡта! Әйтерһең дә бер ниндәй ҙә яманлыҡ

булмаған. Бәлки, бына әле лә яңы тормош тыуып киләлер? Ни тиһәңдә

өсөнсө меңгә килеп еттек.

ҠА Р А Й Ө Ҙ. Юҡ, йәшәгән тормошобоҙ шулай тамамланалыр.

ЭНГЕЛЬ. Ниндәй ул һеҙҙә, хөрмәтлем, пессимизм, ошо йәштә?!

Ҡарайөҙ өндәшмәй генә улар эргәһенән китә, ситкә барып ултыра.

МАДАМ.Йоҡлай....

ЭНГЕЛЬ. Нурмы ни? Йоҡлаһын әйҙә. Кисә хужабыҙҙан арыу ғына эләкте уға. Беҙгә лө ауыҙ асып тормаҫҡа ине.Күмәкләп тотонһаҡ - белер ине,ә?

ҠАРАЙӨҘ. Һуңынан бөтәбеҙҙе лә берәм-берәм тотоп туҡмаһын инеме? Ә

-

көтмәгәндә ҡыуып сығарһа, ҡайҙа барабыҙ? Ул булмаһа ҡайҙа йәшәр

инек?

ЭНГЕЛЬ. Нисек инде? Үҙебеҙҙең иректә, бөрәүҙән дә ҡурҡып йәшәмәйбеҙ.

Һеҙ ниңә шулай һөйләнәһегеҙ ул?

МАДАМ.Бөтәбеҙҙе лә ҡыуып сығарып, беҙҙең һымаҡтарҙы урынлаштырһа? Ни тиһәң дә мент, бөтәһе лө белә. Бына шулай, хөрмәтле ғалим, һеҙ ҙә быны иҫтән сығармағыҙ.

ЭНГЕЛЬ, Мин быға риза түгелмен. Мин уға шундай итеп сәпәйәсәкмен,

ҡаршы килә икән, нимә эшләргә белермен. Һеҙ ҙә ярҙам итерһегеҙ тип

.

ышанам.

ҠАРАЙӨҘ. Минән башҡа...(Энгель уға асыулы ҡарап ҡуя). Ҡурҡыуын мин ҡурҡмайым, тик хәлем мөшкөл, бөтә тәнем һыҙлай, көс-хәл менән баҫып торам. Әйҙәгеҙ, башҡа нимә тураһында һөйләшәйек.

МАДАМ.Нисек теләйһең...

 

К А Р А Й Ө Ҙ. Күңеллерәген. Бөгөн миңә, бөгөн тигәнем кисә инде, бер ир ҡыҙыҡ бер көләмәс һөйләне. Бына тыңлағыҙ: күрәҙәсе берәүгә ьинен үлемең самолеттан буласаҡ тигән. Шуға күрә ул бер ҡасан да самолетҡа ултырмаған. Бер мол эшләгән ерендә уға янып барған путевка тәҡдим иткәндәр. Ал да, йәһәткенә ос, юғиһәпутевка рәм була тигәндәр. Ай- вайына ҡуймай тегене көсләп самолетка ултыртып ебәргәндәр. Осоп барғанда иллюминатор аша араиа - самолеттың бер яҡ моторы яна икән. Әжәлем ошо икән тип хоҙай тәғәләгә ялбыра икән: йә раббым, минең арҡала ниңә башҡалар үлергә тейеш? Мине йәлләмәйһең икән. Башҡаларҙы йәллә, уларҙың ни ғәйебе бар? -тигән. Ә хоҙай тәғәлә уға: ьине самолетка ултыртыу өсөн юҡа ғына йыйманым мин уларҙы, һинең генә түгел, башҡаларҙың да әжәле самолеттан!-тигән.

Бөтәһе лә көлә, пауза.

Энгель коробка ала ла, телевизор итеп башына ҡуя. Э.Ы ГЕЛЬ.Хөрмәтле тамашасылар! НТВ каналында - сарҙаҡ... “Хайуандар дочъяһы" тигән темаға пресс-конференция башлана. Студияла ҡунаҡта - хайуандар донъяһыбелгесе, төрлө-төрлө фәндәр докторы, доцент Энгель! Ул һеҙҙең һорауҙарығыҙ ға рәхәтләнеп яуап бирәсәк. Турана- тура эфир. Белешмә әсән телефон - 9-99-99 МАДАМ.Ҡысҡырма әле шул тиклем, баланы уятаһың бит.

ЭНГЕЛЬ.Онотҡанмын да. Йәш-елкенсәк йоҡларға тейеш! Ә һин., телевизор тигән булаһың, электричество юҡ бит. (Бәтәье лә урамға ҡарай)

Пауза.

Әнә ул, беҙҙең әсән телевизор, (урамды күрһәтә)

КАРАЙ ӘҘ. Чернобыльгә ебәргәс, беҙҙең рота егеттәренең бөтә сәстәрен дә ҡырып алдылар. Беҙгә иллешәр грамм спирт эсереп, полетилен плащ

койҙереп блоктарға төшөрөп ебәрҙеләр. Көнөнә сәғәт ярым эшләһәк тә, без инде аяҡлы аккумуляторҙар инек. Машинаға яҡын килдеңме, бәләкәй лампочкалар үҙенән-үҙе тоҡана. Бына шулай,Энгель әфәндем, мин үҙем

аккумулятор...

Карайөҙ устары менән битен ҡаплай.

Э Н \ [ Л Б. Һин нимә,хөрмәтлем? Бирешмә, ныҡ бул. Күҙ йәштәреңде сығарма... Беҙ ирҙәрҙә баһа!

 

К А Р Д Й Ө Ҙ. (Асыу менән). Ниндәй ир ти инде мин, Чернобыльдән һун?

Ғапим башың менән шуны ла белмәйһең. Тере мәйет мин!

ЭНГЕЛЬ. Ғәфү ит, былай булыр тип...

К А Р А Й Ө Ҙ. Ярай инде (урам яҡҡа ҡарап) Ниндәй матур иртә тинегеҙ. Ә мин

уп матурлыҡты тоймайым. Күрәһең, һоҡланыу һәләте бөткәндер инде

миндә. Бөтәһенә лә битараф ҡалдым.

М А Д А М. Ниңә әле һин ебеп төштөң? Йәлләтер өсөнмө? Ниңә үкенергә, үҙ

ихтиярыбыҙ менән урынлаштыҡ, үҙ ихтиярыбыҙ менән йәшәйбеҙ. Һин

беләһеңме, мин нисек яраттым? Аҡылдан шашып яраттым! Уны һөйләп

булмай, һаҡлап ҡына була. Бына бында, күнел түрендә һаҡлана ул. Әле

лә... Яратам мин уны, яратам!..яратам! яратам!

Мадам был һүҙҙәрҙе әйткәндә кровать сеткаһына төҙҙәре менән ултырып бер туҡтауһыҙ һикерә, ахыр сиктә хәле бөтөп кроватьҡа ауа.

Э Н Г Е Л Ь. Нимә булған уға?

К А Р А Й Ө Ҙ. Уның менән йыш була. Күрәһең, тормош әсеһен күп татыған.

Етмәһә Зинтыҡ башына һуҡҡылай.

Э Н Г Е И Ь. Карап тороуға нормаль күренә..


Дата добавления: 2015-09-29; просмотров: 22 | Нарушение авторских прав




<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
Я не останусь, Так ясно, что мне здесь никак. | Получайте комплименты от компании!

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.13 сек.)