Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

арабулат(1779-1841йй)

       
 
 
   


Идрис -1809й Ниғмәтулла -1825й Фәтхулла-1827-38йй.

 
 


Хәнифә-1838й Хәбибъямал-1844й Сәхипъямал-1846й

 

Заһиҙа-1850й

Ильяс- 1833й Исмәғил -1845й

 

Истамғол-1847й Ғөбәйдулла -1854й


Хәйрулла- 1872й Ғәбитулла -1900й

 

Исмаҡай -1898й Насибулла -1900й. Хәмидулла -1927й

(Дин әһеле зыяраты Рафаэль -1946й

Ағап Ҡасабаһында) Ғүмәр -1948й.

 

Марсель -1950й Һиҙийәт -1952й

Хәҙис- 1954й Дания-1956й

 
 


Ләйсән-1976й Арсен-2008й

Вәсилә-1960й Рәүийә-1963й

Гөлназ

Зөбәржәт Хәдит - Айҙар-

Рөстәм- Айзилә

Гөлнара Данил

Рушан-

 

Ҡарабулат Ҡотлогилдең 2-cе ҡатыны-Мәликә-1807й.

Иҙрис Ҡарабулатовтың 2-се ҡатыны –Хәбибъямал-1816й

 

Ғөбәйдулла Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин,Ҡаҙмаш ауылы кешеһе-1853-се

йылғы, ҡатыны Хәсбиямал-1854й. сығышы менән Дауыт ауылынан

Аман заты.Һеңлеләре Сәхибъямал, Өмөкамалды ҡәйнештәренә кәләш

итеп әйттерә. Хәсбиямал әбей 105-йәш йәшәп 1958-се йылда мәрхүм

булды. Зыяраты Ҡаҙмаш ауылында.Халыҡ уны Ҡаҙаҡ килене,Ҡаҙаҡ әбейе

тип кенә йөрөттө.

Хәсбиямал Ниғмәтуллина, сығышы менән Дауыт ауылынан,яҡын туған-

дары ҡустыһы Хәсән,ағаһы Аман.1 2-йәшлек Хәсбиямал,еңгәһенең ауылы

Ҡолбаҡтыға икәүләп йәй уртаһында ҡунаҡҡа баралар,Ауылда ир-ат бесәнгә төшкән мәл була.Бер көн ауылға Яйыҡ аръяғынан ҡаҙаҡтар барымта менән килә. Бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ҡаҙаҡтар 12-йәшлек Хәсбиямалды һәм дә

14-йәшлек бер туған еңгәһен көслөк менән алып китәләр.Әммә.уға хоҙай

ярҙамы менән ҡаҙаҡ далаһынан ҡасып ҡайтырға насип була.Еңгәһе ҡала.

Уға аҡһаҡ (аяҡ табанына ярып ҡасмаһын өсөн ат ҡылы һалып тегелгән)

ҡоллоҡта йөрөгән башҡорт егете ярҙам итә.Ул ҡаҙаҡ байының иң шәп ярыш атына атландырып ҡасыра.Яйыҡ йылғаһында ҡаҙаҡтар ҡыуып килгән һыбайлыны элекке(Ноғай) казак кисеүендә Мағнит станицаһы казактары

ҡаршы ала.Улар араһында,буласаҡ тормош иптәше Ҡаҙмаш ауылы егете Ғөбәйҙулла Ниғмәтуллин дә була.Станицала Ғөбәйҙуллаға кейәүгә сыға

һәм тағы бер йылдан һуң Ҡаҙмашҡа ҡайталар.

Урындағы халыҡ уны башта Ҡаҙаҡ килен,Ҡаҙаҡ еңгәй,аҙағыраҡ Ҡаҙаҡ

инәй,Ҡаҙаҡ әбей тип йөрөтә.Аслыҡ,Революция,Ватан һуғышы йылдары

балалары,ауыл халҡы Ҡаҙаҡ әбейҙең тирә-яҡта билдәле йәшелсә,картуф баҡсаһын хәтерләй әле. Станица атаманы Кирилл уларҙы,ат,йөк арбаһы,

тимер һуҡа өр яңы сбруй,ике бот сәсеү игене,йәшелсә орлоҡтары,өс тоҡ

картуф менән бүләкләй.Уйламағанда Ғөбәйҙулла Мағнит дистанцияһында

һәм станицала ете йыл хеҙмәттән һуң кәләшле булып Ҡаҙмашҡа ҡайтып

донъя көтә.

Ғәбитулла Ғөбәйт улы Ғөбәйдуллин,уның ҡатыны Нәҡия лә Әбйәлил

районы Дауыт ауылы Шәрәфетддин ҡыҙы,тыуған йылы яҡынса 1903 йыл

тирәһе,Ватан һуғышынан алда 1940 йылдары баланан үлеп ҡала.унан ир бала 12-13 йәшлек Хәмит ҡала.уны ҡарт өләсәһе көтә.Атаһы 1942-се йыл

һуғышта рейдта һәләк була,ҡәбере Ворошиловоград районы,Русаково хуторы янында.

Хәмидулла Ғәбит улының Ниғмәтуллиндең ҡатыны 6-бала әсәһе Әминә Муллабай ҡыҙы Фәттәхова хеҙмәт ветераны 2010 йылда мәрхүм була.

Хәмидулла Ғәбитулла улы Ниғмәтуллин -1927-се йыл 25 апрель Ҡаҙмаш

ауылында тыуған,хеҙмәт ветераны мәрхүме 2005-се йыл.ноябрь айы.

Ниғмәтуллина(Фәттәхова) Әминә Муллабай ҡыҙ1924-се йылғы Ҡаҙмаш

ауылында тыуған,әсәһе Мәймүнә Ғәлиәкбәр ҡыҙы Ғәлиәкбәрова,Ташбу-

лат ауылынан,әсәһенең бер туған ағаһы, апаһы Иҙрис Ғәлиәкбәров,

ҡустыһы Шаһыбал Ғәлиәкбәров.

Хәмит һәм Әминә Ниғмәтуллиндәрҙең балалары;

1- Марсель-1950-се йыл 15-се июль,ҡатыны-Зөһрә Ниғмәтуллина (Йәһү-

ҙина)-1952-се йылғы;уларҙың балалары;-Рөстәм-1976й.,Гөлназ-1978й.,

Зөбәржәт-1980.,Гөлнара-1982й.

2-Һиҙийәт-1952-се йыл 5-се март,ҡатыны-Йәҙилә Ниғмәтуллина

(Кәлимова)-1960-сы йылғы;балалары;-Хәдит,Айҙар,Айзилә.

3.-Хәҙис-1954-се йылғы,ҡатыны-Сәбилә Ниғмәтуллина(Махиянова)-1960-сы йылғы,-балалары;-Ләйсән-1976й.,

4- Дания(Елена)-1956йылғы. Юлдаш ауылында тормошта мәҙәниәт

хеҙмәткәре

5-Вәсилә-1960йылғы,Ҡушый ауылында тормошта.уҡытыусы

6-Рәүиә-1963йылғы,Йәнгел ауылында тормошта,Магнитогорскиҙә эшләй.

 

4). Биккужа (1793й)

 
 


 

 

Хөсәйен-1826й Хәсән-1835-37йй Аҡһылыу-1831й Таңһылыу-1835й

 

Гөлбәйҙә-1828й Шаһисолтан-1824й. Һәнәүәт-1839й Гөлбостан-1842й

 

 

Биккужа Ҡотлогилдендең әсәһе Бәрхәт-1774-се йылғы.

Биккужа Ҡотлогилдендең ҡатыны Әликбикә-1791-се йылғы

 
 


5).Асылғужа (1786й)

 
 


Сөйәрғол-1822й

 

Тимербай-1811й Ибраһим-1817й Абдулла-1827й

 

 

Әбделйәлил-1832й

Хәйрулла-1841й

Хәтирә-18349й

Лоҡманхәким-1838й Зөлҡәрнәй-1843й Ғәбделмотал-1847й

 

 

Исхаҡ-1849й Йәмилә-1824й Сәмиғә-1841й

 

 

Аҫылғужа Ҡотлогилдиндең ҡатыны Шәкирә-1791-се йылғы

Тимербай Асылғужиндең ҡатыны Үмәрбикә-1816-сы йылғы

Ибраһим Аҫылғужиндең ҡатыны Гөлистан-1824-се йылғы

6) Арсланғужа (1805й)

 
 


Мөхәмәтсәлих-1832й Яҡуп-1840й Зәйнулла-1845й

 

 

Гөлзәбиға-1835й Сәмсиямал-1844й Зирәкбикә-1849й

 

Арсланғужа Ҡотлогилдиндең ҡатыны Сәфәрбикә-1809-сы йылғы

Башҡаса мәғлүмәт юҡ.

 

7) Алдағужа (1803й)

Алдағужа Ҡотлогидин 1831 йылда мәрхүм.

Башҡаса мәғлүмәт юҡ.

Ҡаҙмаш ауылының ҡанлы тарихы оҙайлы һә м бик тәрәндә ята.Беҙ белеп,

күргән,олатай -өләсәйҙәрҙән ишеткәндәр өҫтөнә йылдар буйы эҙләнеү

емешен бирҙе тип әйтә алабыҙ һымаҡ.Ҡаҙмаштарҙың хәҙерге сүрәттә

Әбйәлил районы сиктәрендә ныҡлап урынлашыуы Х1Х-быуаттың башына

тура килә.Официаль рәүештә ауыл булараҡ тик1816 йылда ғына теркәлгән

рәүиз яҙмаларынан күренә.Ауылдаштарҙың ҡайһылыр бер өлөшө Урал

һырттары буйлап был яҡтарға,әйтәйек Салауат яуынан алда уҡ күсеп

ултыра башлағандарҙыр,ахырыһы.Ул тарихты теүәл генә өйрәнеү бик кәрәкле һәм дә бөтә халҡыбыҙ өсөн дә әһәмиәтле.

Урал армыттарында, йөҙәр саҡрым аралыҡта таралған булһа ла,ҡандаш

туғандарҙың уртаҡ тарихы улар йәшәп,төйәк иткән ерҙәрҙә бөгөнгә тиклем һаҡланған әле.тик йыбанмай йыйып,төйнәп ҡуйыу фарыз.

 

Ҡаҙмаш ауылының ысынбарлығы.

Дөрөҫөн генә әйткәндә,Ҡаҙмаш ауылы тарихына бик ентекле ҡараш ҡына

етмәй,уны төрлө мин-минлектәрҙән,әкиәткә ҡоролған фараздарҙан азат

булғанда ғына теүәлләп буласаҡ.Әлегә,шөкөр тәүге аҙымдар яһалды,күре-

үебеҙсә яңылышлыҡтар бар әлбиттә,әммә төп йүнәлеш дөрөҫ юҫыҡта;-

 

- Туҙғалта араһы-Шаһғәле Шаһмандың өлкән улы Буралының тармағы,

оҙон-оҙон юлдар үтеп,ҡасып элекке Минзәлә өйәҙенән Ыҡ йылғаһы

ҡушылдығы Ҡаҙмаш буйҙарынан ХҮП-быуаттың аҙаҡтарынан уҡ,

Ҡалмыҡ тайшаһы Әйүкә Мончаковтың 40 меңлек ғәсҡәре менән 1682 йылдары Минзәлә менән Өфө араһында башҡорт халҡын тураҡлауына бәйле йәшәгән урындарын ташларға мәжбүр булғандар. Күсә-ҡаса килә,

улар хәтәр,дәһшәтле юлдарҙан,йылдар,айҙар,көндәр аяҡ өҫтөндә

үтәләр.Был турала,йыйылған тарихи материалдар етәрлек тупланды.

Туҙғалталарҙың юлдары Ағиҙел,Ҡариҙел,Инйәр,Ыҡ йылғалары,уларҙың

ҡушылдыҡтары бер мәғәнәле Ҡаҙмаш,Ҡалтас,Ҡотоҡай,Ҡоян,Соҡсон,

Илмәш,Иңкешле.Сусаҡ,Ырҫыҡай,Сайырбаш,Суйыр,Айыс,Уҫманғәле,

Үҙәнбаш,Байҡыбаш,Бағыры,Ҡобағышбаш кеүек атамалар менән тығыҙ

бәйләнгән,һаҡланған.Һ.б.Туҙғалталар боронғо-Ҡаҙмаш йортоноң төп

араларының береһе- Йәнйегет түбәһенә ҡарай.

 

- Ҡаҙаҡтар(Сөй) араһы;-Шаһғәле Шаһмандың икенсе улы Бураштың тармағы, Боранғол йортоноң Боранғол бейҙең Бохарбай тамырынан.

Боранғол йорто Ағиҙел йылғаһының урта ағымында,Дим йылғаһы буйын-

да көн күрә,билдәле тарихи сәбәптәр арҡаһында таралып хәҙерге башта,

Ағиҙел башына,унан Инйәр,Нөгөш,Инәк буйына,аҙаҡ хәҙерге Мәләүез,

Күгәрсен, Әбйәлил,Учалы,Ишембай райондары ерҙәренә таралып ултыра.

Боранғол йортоноң тәүге нигеҙ ташы Асылыкүл буйындағы ерҙәр,Ҡоръят-

маҫ тауы төп Боранғол ауылы урыны. атамаһынан уҡ күренеүенсә был

кешеләр руда,ҡаҙыу эшкәртеү эше менән шөғөлләнгәндәр,Ҡаҙмаш туҙғал-

талары кеүек үк тимерселәр,мәғдән эҙләүселәр,шуның менән кәсеп итеүсе

ләр.Улар 1735-40йылдарҙан башлап ултырған Ағиҙел-Дим буйҙарынан ҡыҫы

рыҡлап сығарылған,ағиҙел башына күсеп Ирәмәл тауы араларында,Ҡаҙмаш

һәм Боранғол йорттары күршеләш көн итә.1740 йылда карательдәр был

йорттарҙың кешеләрен үлтереп,ауылдарын яндырып бөтөрәләр.Иҫән ҡалғандар Ағиҙелдең урта өлөшөнә,Инйәрҙең ҡушылдыҡтарына таралып китеп ултыралар.Былар яңы Ҡушыҡ,Туғанаш(Туғандаш),Иңкеште,Илмеш исемдәрендә ике йорттоң ҡалдыҡ тамырҙары берләшеп йәшәйҙәр,әммә

оҙаҡҡа тгүгел батшаға тоғро Табын,ҡатай,ҡыпсаҡ,күбәләк старшиналары

форсаттан файҙаланып,уларҙың йәшәгән ерҙәрҙе заводчиктарға һаталар,

арендаға бирәләр.Ә халыҡты Ырымбурҙан ғәсҡәр саҡыртып йәшәгән

ерҙәренән ҡыуалар.Ошо арҡала 1740-сы йылдарҙан алып Тамйан халҡын

ҡыуыу,үлтереү,киҫеү,янау дауам итә.Уларҙы тик ХҮШ быуаттың башында ғына Ырымбур губернаторы указы менән хәҙерге Әбйәлил, Учалы,

Мәләүез,Күгәрсен,Бөрйән райондары сиктәренә тараталар.

 

Маңҡалар араһы-Был ара вәкилдәре лә шулай уҡ Шаһғәле Шаһмандың икенсе улы Бураштың Мырҙағол тамырынан.

Маңҡа атамаһы ике һүҙҙән барлыҡҡа килә,Ман(Мағ) һәм Ҡая(Ҡағ),йәғни

Маңҡа ул -Ҡаяның кесеһе,бәләкәйе,Маңҡа ул кесе,бәләкәй Ҡая ташы.

Ҡаҙаҡ(Сөй) аралары менән туғандаш ауылдар вәкилдәре. Урта Уралтау

тамйандарының данлыҡлы улдары. Өлкән Ҡыҙылташ һәм бәләкәй Ҡыҙылташ маңҡаларҙың да изге ташы.

 

Сүпелдәк(Оҙон тәсбих араһы)-Был ара вәкилдәре Шаһғәле Шаһмандың

Килдейәр исемле улынан таралған Ҡусҡар бей тамырынан. Ҡусҡарҙар

Батшаға антына,Рус флагына тоғролоҡ һаҡлайҙар,улар хәҙерге Әбйәлил,

Бөрйән райондары сиктәрендә 20-нән ашыу ауылды яңынан ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтәләр.Оҙон тәсбихтәр шул ваҡыттағы дин һәм власть кешеләре.Ҡаҙмаш ауылы Ярлыҡап Шаһгәрәй улының йәйләүендә улты-

ра,Ҡыҙылташ аръяғындағы ялпы үңерҙәге иҫке зыярат Ярлыҡаптарҙыҡы.

 

Ҡараҡалпаҡтар араһы-Был аранан билдәле кеше Аҡҡужа,Ҡаҙмаштар менән берегеп,донъя михнәттәрен бергә кисергән ара,тамйандар араһында

ХҮП-се быуат аҙағында,Ҡалмыҡ яуы сәбәпле ярҙамға килгән Ҡараҡалпаҡ-

тар нәҫеленән тип уйларға нигеҙ бар.1740-сы йылдары Уралда Ҡараһаҡал

ҡан-ҡойошонан һуң Ағиҙел-Мейәс башында Ҡаҙмаштарға ҡушылған булырға тейеш.

Аҙаҡҡы һүҙ урынына;

Бөйөк Шаһғәле Шаһмандың улдарының береһе Буралы бейҙән ике малай

Тыуған.улар Тоҡомбәт(Янсәйет түбәһе) һәм Туҡмайрыҡ(Янйегет түбәһе)

Ике бер туғандарҙы берләштергән ғаилә -ара түбәләргә ойошҡандар.

Беҙҙең Ҡаҙмаш йорто Янйегет түбәһенә ҡарай. Тамйандарҙың иң актив

батшаға,һәм уның ярандарына ҡаршы ҡулдарына ҡорал алып иле-йорто өсөн һуңғы кеше ҡалғансы көрәшкән батырҙар,бөтә халыҡты азатлыҡҡа

әйҙәүсе ҡаһарман Туҡмайрыҡтың уландары ХҮ1-сы быуаттың аҙағынан

алып,ХҮП-ХҮШбб,буйына бөтә Рәсәйҙе тетрәткән батырҙар;Атығаш Туҡалов,Ҡалый Таныҡаев,Маннан Сартов,Биксумай улы Түлеҡай,Түлеҡай

улы Күсем,Күсем улы Аҡай,Аҡай улы Абдулла,Солтанморат Дөсҡаев ул Яныбай тамырынан,Балтач Нуғаев,Тоҡан Балтачев,Ҡаҙаҡбай Тоҡанов

Йософ Ҡаҙаҡбаев,Иҫәрғап Аҡтымов,Ирмәш Иҫәрғаповтар бына улар

барыһы ла беҙҙең Ҡаҙмаш йортоноң ҡан-ҡәрҙәш иң яҡындары була.

 

 

Кенәз Шаһғәле Шаһман- Шаһиғәле Ирғәле улы

1519й Ишбулатовтың

Буралы бей шәжәрәһе

Й

Туҡмайрыҡ бей

Й

Аҡсары бей

Й

Ялыҡай

Й

Шаһгәрәй

Й

Ярылғаб

Й

Текәй

Й

Булат

Й

Ишдәүләт

Й

Ишбулат

1768й

Ирғәле Хажиғәле

1894й 1900й

Шаһиғәле Нәғим

1920й 1926й

Информаторҙар;

Измайлов Насибулла Исмәғил улы. Әбйәлил районы.Ҡаҙмаш

ауылында тыуған 1900 й,вафаты 1978й.Шаһман шәжәрәһе.

Ишбулатов Шаһғәле Ирғәле улы. Әбйәлил районы.Ҡаҙмаш ауылында

Тыуған.телсе-ғалим.информация -1971й.Шаһғәле Шаһман шәжәрәһе.

Ниғмәтуллин Хәмит Ғәбит улы. Әбйәлил районы.Ҡаҙмаш ауылында тыуған

Информация-1977й.вафаты 2005-се йылда.

Әһелов Шәкирйән олатай -Әбйәлил районы.Ҡаҙмаш ауылында тыуған.информация 1978й.зыяраты Ҡаҙмашта.

Әлбиттә,шәжәрә төҙөү еңелдән түгел,

уға намыҫ эше,йөрәк ҡушыуы тип ҡарау

кәрәк.Киләһе быуындар өҫтәрҙәр,яңы

асыштар бәлки индерерҙәр.

Хәҙис Хәмит улы Ниғмәтуллин.Ҡаҙмаш ауылы.

Йыл.июнь

Өҫтәлмә; 2011йылда Өфө лә Авторҙар коллективы тарафынан.Таулы төйәге

беҙ – Белорет исеме аҫтында/Төҙөүселәре С.Н.Шәрипов,Д.М.Шәрәфетди-

нов.-Өфө; китап,2011.-208 бит.сыҡҡайны.

Был китап республикабыҙҙың иң ҙур районы-Белорет ере тураһында.

Ҡайһы бер матереиалдар республикала быға тиклем сыҡҡан энциклопедия-

ларҙан алынды тип яҙа авторҙар.Әлбиттә,тыуған ер,бигерәктә үҙеңдең йә-

шәгән тыуған төбәгең тураһында халыҡҡа үҙ ата-бабаларыңдың инде юғала

барған боронғоһон ошолай бәйән итеү,еткереү оло хөрмәткә эйә бик тә кәрәкле эш.Әммә,авторҙар,ғәйепкә алмаһындар,тарихи ысынбарлыҡты һөйләгәндә,шулайҙа турараҡ,еңелерәк шымараҡ юлды һайлағандар,

минеңсә.Әйтәйек,Ҡатай башҡорттарына,Тамйандың; Ҡоҙғон,Ҡушыҡ,

Туғанаш(Туғандаш) тамырҙарына ҡараған;- Әзекәй,Ҡоҙғон-Әхмәр,Белорет ҡалаһының урынындағы,Инйәр поселогы урынындағы Боранғол,Һарайса,

Ҡаҙмаш ауылы кешеһе Әбләй Кәҫәпҡолов нигеҙләгән Усманғәле ауыл-

дарын Ҡаҙмаш,Мәнәйәк буйындағы Суйыр-Айыс,Айыс,Арышпар,Ноҡат,

Урман Рәүәте,Собханғол,Көйөк,Манышты,Сәфәрғол (Туғанаш) Яңы Хәсән

ауылы(Дегәнәктуй,Сусаҡ)-хәҙерге Әбйәлилдәге Ҡаҙмаш ауылы янындағы

тау Сусаҡ,артындағы үҙәк Дегәгнәтуй тип атала.Бирҙеғол(Суйыр улы),

Көнбә ауылы,Лапышты,Зәйет,Аҙналы,Ҡаҙыш,Сермән,Аҙнағол,Әрепҡол

(Күҫәк Әрепҡолов нигеҙләгән),Хоҙайбирҙе,Үрге,Түбәнге Әүжән.Үҙән

ерҙәре,Исмаҡай,Рысыҡай,Үҙәнбаш,Хөсәйен,Үткәл тағы ла Иңкеште(ауыш,

иңкеш урын),Илмәште,Иштеле(Иште)Ҡуштау.ауылдарын индерә.

Ә Белорет ере,Инйәр заводтары ерлеге тураһында ләм-мим.Тарихты яңы-

нан үҙеңә оҡшатып яҙыумы әллә.ысынбарлыҡты һанға һуҡмаумы икән?

Тарихта билдәле 1735-40йылдарҙағы ҡанлы фажиғәне,башҡорт халҡының,

бигерәк тә Тамйан халҡының аянысы тип ҡабул итергә кәрәк,әлегә халҡы-

быҙҙың башынан үткән ҡәһәрҙе шулай анһат ҡына легендаға сығарып,хикә-

йәләү күңелдә төрлөсә фекерләү тыуҙыра.Ә бит,шул хәҙерге Белорет ерен

дәге ошо аталған ауылдар Боранғол Һәм Ҡаҙмаш йортоноң саҡ-саҡ имен ҡалған сарпыуҙары бит.Ҡаҙмаш йорто кешеләре һәм Боранғолдар Ямантау,

Ирәмәлтау,Янғантау араларында 1738-39йылдары туҙҙырылғас,ике йорт

бергә ҡушылып,Шаһғәле Шаһмандың Буралы(Ҡаҙмаш) һәм Бураш(Боран-ғол) Ҡушыҡ,Туғандаш(Туғанаш) һәмдә тамғалары -(Даға)Ҡоштары(Ҡоҙғон)

атамалары менән Ағиҙелдең,Инйәрҙең ҡушылдыҡтарына урынлашып ҡарай

Ләкин 1752-се йылдан тағы ла ҡыуылыуға дусар ителәләр.Был бит билдә-

ле тарихи ысынбарлыҡ.Ошолай эшләү,гүргә ингән кешелекһеҙ,януарҙарса

тәләфләп үлтерелгән ата-бабаларыбыҙҙың рухына төкөрөү булмай микән?.

Күрше генә ятҡан Әбйәлил тамйандарының бөтәһе Ҡусҡар йортонан баш-

ҡаһы, барыһы ла хәҙерге Белорет,Дәүләкән,Стәрлетамаҡ,Ҡырмыҫҡалы,

Архангель,Өфө яғынан,йәғни, Ағиҙел,Дим,Инйәр Ҡариҙел,Ыҡ йылғалары буйҙарынан баштарын алып ҡасҡан халыҡ.Әммә,иң төп дөрөҫлөк,Тамйан-

дарҙың аянысы хәҙерге Белорет ерлегендә,уны әле лә шулай тәләфләү да-

уам итә икән,уйлап та,уйламай ҙа.ХУП-ХУШбб-ҙа бөтә Рәсәйҙе тетрәткән

восстаниеларҙың башында торған Тамйандарҙың Йәнйегет,Йәнсәйет,Япалаҡты түбәһенә ҡараған Шаһғәле Шаһмандың улы Буралынан тыуған Туҡмайрыҡтың

тамырҙары Байҡыларҙың,Ҡалтастарҙың,Ҡояндарҙың(Соҡсон,йәки Ҡаҙмаш йорто)шәжәрәһе;

Кенәз Шаһғәле Шаһман- 1519г

Буралы

Туҡмайрыҡ

Аҡсары

 

Нуғай Ялыҡай Яныбай

 

Балтач Аҡтым Шаһгәрәй Тәнле

       
   
 


Тоҡан Иҫәрғап Ҡуса Ишҡыуат

 

Ишбулат Ирмәш Имай Солтанморат

Сәйетбаттал

Ғәбделкәрим Ярылҡап Әшир Әмир

Ҡаҙаҡбай

Юлай Сибек Биксумай

Юсыф Тәкәй

 

Имәнбай Торсонбай Түләкәй

Ярмөхәмәт Ишдәүләт Акайхан

       
   


Рысыҡай(Рысай) Ишбулат Абдулла Бикташ

Ҡотлогилде Ирғәле Хажғәле

       
   


Шаһғәле Нәғим

тағы ла,өҫтәп шуны әйтергә кәрәктер,бөгөнгө Ҡаҙмаш ултырған ер,ул

элекке Ярылҡап утары урыны булараҡ иҫкә алына,былда дөрөҫ,ләкин был

ер беҙҙең олатайҙарҙың ҡандары һеңгән,изге һөйәктәре ятҡан ерҙә.4-саҡ-

рым Ҡаҙмаш ауылының,Амагилде ауылына барған юл буйы,Ҡыҙыл йылға-

Һының Яр буйы аралыҡ Убалар тип атала,шулай тау аша Ҡаҙмаш йылғаһы-

нда текә кисеү янындағы Ҡурған, Иҫке зыярат,Остотау артындағы Йәмейәт,

Бәләкәй Тауҙың Йосыф үҙәге, Ҡаҙаҡбай,Хәсән,Ырҫыҡай(Рысыҡай),Этйыу-

ған аталған туғайҙар, Ҡарағош тауы, Денәкәй башынан алып,хәҙерге Ҡусҡар

ауылына (Ҡыҙыл йылғаһы буйлап) тиклем аралыҡ үрҙә шәжәрәлә күрһә-

телгән изгеләребеҙҙең ҡәһәрле 1740-сы йылдары һәләк ителгән урындары.

Ҡаҙмаш,Рыҫҡужа,Тирмән,Ҡолоҡас,Ярылҡап,Буҙыҡай ауылдары шул ҡара йылдары ирекһеҙҙән зыярат киткән кешеләрҙең һөйәктәре өҫтөндә ултыра.

 


Дата добавления: 2015-12-01; просмотров: 33 | Нарушение авторских прав



mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.071 сек.)