Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Бит сәсән – башҡорт фольклорының һандығы

Халыҡтың боронғо гүзәл һүҙ сәнғәтен, бигерәк тә уның эпик ижад өлгөләрен – ҡобайырҙарын, әйтештәрен, тарихи йырҙарын, әйтемдәрен, һамаҡтарын ижад итеүселәр, яңы быуындарға боронғоларҙың изге аманаты итеп һаҡлап килеүселәр – йыраусы һәм сәсәндәр. Улар халыҡ шағиры, педагог һәм тарихсы, ил-йорт аҡһаҡалы дәрәжәһенә күтәрелгән. Халыҡ уларҙың кәңәшенә һәм фекеренә ҡолаҡ һалыр булған. Илгә яу килһә, сәсәндәр халыҡты дошманға ҡаршы яуға күтәрелергә өндәгәндәр, ырыу араһында килеп сыҡҡан бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итешеүҙә ҡатнашҡан. Шуға борон халыҡ “Яуҙа батыр беленер, дауҙа сәсән беленер” тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Сәсәндәрҙең дә төрлөһө булған. Уларҙың иң һәләтлеләре ҡобайырҙарҙы үҙҙәре сығарған, ә ҡайһы берҙәре уны отоп алып һөйләй йә йырлай алған, йәғни тәүгеләре ижадсы, икенселәре башҡарыусы сәсәндәр. Ә Ғәбит сәсән - ижадсы ла, башҡарыусы ла булған.

Ғәбит Арғынбаев – атаҡлы башҡорт сәсәне, ҡурайсы. Ул Ырымбур өйәҙе II Бөрйән олоҫо, хәҙерге Баймаҡ районы Иҙрис ауылында Бикмөхәмәт (Бүкәй) ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. Сәсәндең тыуған йылын беҙ Мөхәмәтша Буранғоловҡа эйәреп 1856 йыл тип беләбеҙ. Ләкин тарихсы Әнеүәр Әсфәндиәров “Йәшлек” гәзитендә сыҡҡан “Ғәбит сәсән” исемле мәҡәләһендә был датаның дөрөҫ булмауын иҫбатлай, сөнки 1859 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу ҡағыҙҙарында Ғәбит Арғынбаевҡа 7 йәш тип күрһәтелгән, тимәк, ул 1852 йылғы. Атаһы Бүкәй, йәки Бикмөхәмәт Арғынбаев 1828 йылда донъяға килгән. Уның ике ҡатыны була: 31 йәштәге Ҙаһиҙә Тулыбаева, 21-ҙәге Әлимә Ишҡолова, Ғәбит Әлимәнән тыуған бала.

Ғәбит Арғынбаев белемле, халыҡ ижадының бик күп өлгөләрен, бигерәк тә ҡобайырҙарҙы яттан белгән һәм уларҙы ҙур оҫталыҡ менән башҡарған. Ғәбит сәсән йыйындарҙа йырсы, сәсәндәр бәйгеһендә ал бирмәҫ сәсән булған. Ул 1912 йылда Ырымбурҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҙур йыйында, 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан хөкүмәте тарафынан ойошторолған бәйгелә беренсе урындарҙы алған.Уны 1907 йылдан бирле күреп йөрөгән Мөхәмәтша Буранғолов былай тип яҙа: “Атаҡлы ҡурайсы, йырсы – сәсән ниндәй генә көйҙө уйнаһа ла, иң тәүҙә уның легендаһын һөйләй. Төрлө варианттарҙа уйнап, уларҙың ҡайһы ырыуға хас икәнен һөйләп бирә, йырын йырлап тамамлай ине. Унар табаҡлы эпостарҙы һис туҡтауһыҙ яттан һөйләй торғайны. Ғәбит сәсәнгә тиклем ҡобайыр–эпостарҙы образлы итеп һөйләүсе кешегә осрағаным юҡ ине. Һөйләгәндә үҙен онотоп, көлөр ерҙә көлөп, илар ерҙә илап, әҫәрләнеп торор ине. Һөйләгәндә туҡтап ҡалһа, шул ерҙән ялғап китә алмай, яңынан башлар булды. Көйҙәр, легендалар, эпостар өйрәнеүҙә үҙенең остазы итеп Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаевты телгә ала ине.”

Ғәбит Арғынбаев сәсән генә булып түгел, ә ҡурайсы булып та танылған. Ул ҡурайҙа бик оҫта уйнаған. Ҡурайын һәр ваҡыт үҙенең еңендә алып йөрөтөр булған һәм берәй хәл-ваҡиғаға арнап тиҙ генә көй сығарып уйнап ебәргән. Уның көйҙәренең күбеһе онотолоп бөткән. Ғәбит сәсән халыҡтың көнкүрешен сағылдырған көйҙәр сығарған. Быға асыҡ миҫал булып “Сыуаш” көйө тора. Бер ваҡыт ҡурайсы йылға буйында йөрөгән ваҡытта, арғы ярҙа тауыш ишетеп, талдарҙы ярып барып ҡараһа, сыуаш ҡатыны кер сайҡап торғанын күрә. Еңенән ҡурайын ала һалып, уйнап та ебәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көй ҙә онотолған. Элегерәк ҡайһы бер ҡурайсылар уны уйнағандар.

Ғәбит сәсәндең үҙе ижад иткән бер бәйетен Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты Хәйретдинов Борис Мөхәммәт улынан яҙып алдыҡ.

Ғәбит сәсән бәйете

Әле генә яҙ үтте,

Ғәләмдең йәйе етте,

Һеҙгә дауам итәм әле

Үҙем сығарған бәйетте.

Тыңлаһағыҙ, уйлаһағыҙ,

Һеҙгә әйтәм, йәмәғәт.

Ҡолаҡ һалып ултырһана,

Бәйет әйтелер бер сәғәт.

Иң тәүҙә шуны әйтәйем,

Наҙанлыҡ көслө беҙҙә,

Ярлыбыҙ тип һыҡтанмағыҙ,

Күп ғәйеп үҙебеҙҙә.

Халайыҡтар йолаларын

Һәр кемгә белеү кәрәк,

Еренә еткереп үтәү кәрәк,

Уныһы бҙҙә бик һирәк.

Беҙҙең ауыл кесерәк,

Сей башҡорттар ауылы.

Яҙын-көҙөн үтә һуға

Ирәндек дауылы.

Һәр өйҙә тәҙрә уйылған

Ҡояшҡа ҡарап туйырға.

Ишектәре бар инергә,

Хәлде килеп белергә.

Булғанына шөкөр ҡылып

Йәшәүҙәргә ни етә.

Йәйҙән күсеп ҡымыҙ эсһәң

Шул йөрәкте елкетә.

Был бәйеттән күренеүенсә, сәсән ҙур күләмле бәйеттәр ижад иткән, берәр сәғәт дауамында һөйләр булған. Шулай уҡ халыҡты белемгә, йолаларҙы һаҡлауға өндәгән. Үкенескә ҡаршы, сәсәндең ижады һәм уның тураһында мәғлүмәттәр аҙ һаҡланған һәм ныҡлы өйрәнелмәгән.

Ғәбит сәсән Этҡол ауылында йәшәүсе билдәле сәсән Хәмит Әлмөхәмәтов менән бик дуҫ булған, улар һәр ваҡыт осрашып торғандар. Яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәүсе кешеләр был ике сәсәндең осрашыуын ҡыҙыҡһынып көтөп алыр булған.Ололар һөйләүенсә, Көнтөшмәҫ тауы эргәһендә ике сәсән осрашып һүҙ ҡойошҡан, ҡурай уйнаған, бер-береһенә йөрөшкән. Ғәбит сәсәндең Этҡолдан ҡайтҡанын Ҡолсора, Муллаҡай, Иҙрис ауылдары халҡы Һынташ ташы эргәһенә йыйылып көтөп торған. Уның ҡайтып килгәнен әллә ҡайҙан уҡ ишетелгән ҡурай тауышынан белер булғандар. 1921 йылда, илгә килгән йот осоронда, Ғәбит сәсән дә, Хәмит сәсән дә үлеп ҡала. Әлегә тиклем Ғәбит сәсән ҡәберенең ҡайҙалығын берәү ҙә белмәй.

Шулай уҡ, сәсәндең фотоһүрәте лә юҡ. Әммә Мөхәмәтша Буранғолдоң яҙып ҡалдырған ошондай портрет һыҙаттары бар: “Ғәбит сәсән нәҙек оҙон буйлы ине. Арҡаһы аҙ ғына көмөрәйгән булһа ла, йөрөгәндә тиҙ һәм баҙыҡ итеп һәлмәк кенә баҫып йөрөй. Йәйпәк яҫы танаулы, оҙонсараҡ киң битле, ҡыҫығыраҡ ҡыйғас күҙле, ҡарсыға ҡабаҡлы, йоҡа иренле, ҙур ауыҙлыраҡ, һалҡын ҡанлы кеше ине. Үлер йылында өҫтөндә яғаһы ҡыҙыл менән кизеләнгән, иҙеүен ыңғыр бау менән бәйләгән киндер күлдәк, ҡара тирене аҡҡа иләгән тун кейә торғайны. Ҡышҡы һыуыҡта ла иҙеүен элмәй, түше асыҡ, елбегәй йөрөнө”.

Сәсәндең ауылдашы, нәҫелдәше, уның тураһында бик күп мәғлүмәттәр биреүсе, Арғынбай нәҫеленең шәжәрәһен төҙөүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йыһанур Әхмәғәле улы Манапов үҙенең атаһының фотоһын бирҙе, сөнки олораҡ кешеләр һөйләүенсә, Әхмәтғәле Әбделманап улы Арғынбаев менән Ғәбит Мөхәмәт улы Арғынбаевтар бер-береһенә оҡшаған булалар. Был ике мәғлүмәт беҙгә Ғәбит сәсәнде бер аҙ күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.

 

 

 

Ғәбиттең олатаһы Арғынбай Бөрйән районы Янһары, хәҙерге Яңы Собханғол ауылынан Иҙрис ауылына күсеп килгән. Арғынбайҙың ете улы булған, был Йыһанур олатай мәғлүмәттәре буйынса, бишенсе улы Бикмөхәмәттән Ғәбит тыуған. Ғәбиттең бер генә улы Ишемғужа, Ишемғужанан да бер ул тыуған – Әбәйт. Арғынбаев Әбәйт Баймаҡ ҡалаһында йәшәне. Әбәйттән ике ул: Таһир менән Шәрифулла. Таһирҙан – Илдар, Шәрифулланан – Альберт. Шуныһы ҡыуаныслы, Ғәбит сәсәндең нәҫелен дауам итеүселәр бар әле.

Ғәбит сәсән Арғынбаев – данлыҡлы ҡурайсы, йырсы булараҡ ҡына түгел, ә халҡыбыҙҙың боронғо ауыҙ-тел ижадын совет осорона килтереп ялғауы, яңы быуынға тапшырыуы менән яҡын да, ҡәҙерле лә ул.

 

Әбсәләмова А.Ф. Ҡолсора урта мәктәбе.


Дата добавления: 2015-11-30; просмотров: 61 | Нарушение авторских прав



mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.01 сек.)