Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

5 страница

Читайте также:
  1. 1 страница
  2. 1 страница
  3. 1 страница
  4. 1 страница
  5. 1 страница
  6. 1 страница
  7. 1 страница

Нэнси – Хуш…

(Артур сығып китә, шул ваҡытта сәхнәлә Тимер менән башҡалар күренә. Нэнсиҙы шундуҡ эләктереп алалар ҙа, сығып китәләр)

Нэнси – (Ҡысҡырып) Хуш, Артур!...

Т.Р. – Ярай, ярай… (Әсәйҙе күреп) Ә, һаумыһығыҙ Әсәй кеше!

Әсәй – Өндәшмәгеҙ миңә…

Т.Р. – Ниңә? Барыһыла һәйбәт түгелме? Артур иҫән, атаһына бара… Тағы нимә теләргә була?... Мин беҙҙең килешеү буйынса барыһында үтәнем. Тағы ла шуны әйткем килә, һеҙҙең менән эш итеп була, һүҙегеҙҙә торҙоғоҙ. Хис шикһеҙ, әйткәнегеҙҙе үтәнегеҙ… Мин ҡәнәғәт, һеҙ ҙә ҡәнәғәт булығыҙ… һеҙгә аҡса кәрәкмәйме? (Кеҫәһенән аҡса сығара, был һөйләшеүҙе Артур күҙәтеп тора)

Әсәй – Зинһар өсөн, китегеҙ.

Т.Р – Теләмәйһегеҙ икән, ярай, һау булығыҙ.

(Сығып китә)

Әсәй – (Артурҙы күреп) Артур?! Һин нишләп бында?

Артур – Әсәй, был нимә ул? Һин…

Әсәй – Артур, улым, мин һинең өсөн тырышам бит… юҡһа бит…

Артур – Тимәк барыһыла ялған һәм мин, әле генә Нэнсиҙы рәнйетеп, нахаҡҡа ғәйепләнем… Ул ирекһеҙҙән… Ул миңә килде, көттө… Ә мин аңламаным, уны этәрҙем. Ә һеҙ… әсәй…

Әсәй – Артур, ғәфү ит мине…

Артур – Эх, әсәй… нишләнең һин… мин һине яратам, әсәй…

(Әсәй артҡы планға күсә, ут Артурға төшә. Артур бик етди. Ул сумкаһынан сығарып, армиянан ҡайтҡан формаһына кейенә, ҡулына ҡайыш бәйләй, әҙерләнә. Клуб уттары уйнай башлай, кешеләр шаулаша, уларҙың араһына Артур инә, уны шундуҡ егеттәр уратып ала. Ҡаты һуғыш башлана, Артур бөтә көсө менән, күп кешеләргә ҡаршы алыша, ваҡытлыса: “Нэнси” тип ҡысҡыра. Бер аҙ Һуғышҡандан һуң, ситтән ҡарап торған Тимер ҡысҡырып барыһында туҡтата)

Т.Р.- Һин!.. Нимә уйлап килдең бында, ахмаҡ! Минең менән көрәшергәме?

(Бер яҡтан Нэнси йүгереп инә, тик уны шундуҡ тотоп алалар)

Нэнси – Артур, мин бында!

Артур – Нэнси!

Т.Р. – Ах, мөхәббәт… күпме йыуаштарҙы батыр яһап, һин ҡол иттең…

Бына бит бөтмәҫ мөхәббәт йыры… Һеҙҙе туҡтатып булмай бит, бер нисек тә… Нишләргә?... Һин энә осонда таптың тугел меней бәхетеңде, Нэнси? Үҙең һайлап алдың теләгәнеңде… Егеттәр, берегеҙ уға бер доза, шуны көтәһеңдер һин, Нэнси?

Артур – Нимә? Ебәр уны, ҡәбәхәт…

Т.Р. – Бына бит, Нэнси, нисек килеп сыға, һин барыһына ла кәрәкһең… нисек бүләбеҙ һине?...

Артур – Сыҡ миңә ҡаршы, шунда хәл итербеҙ кем менән ҡалыр ул…

Т.Р. – Һиңә ҡаршы?... һин көләһеңме әллә? Мин алйотҡа оҡшағанмынмы? Һин минең ҡулымда, теләһәм, иҙәсәктәр бит үҙеңде хәҙер бында, йыртасаҡтар, ҡағыҙ йыртҡан кеүек…

Артур – Үҙең ҡурҡаһың инде?

Т.Р. – Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым… Мине ҡурҡытыр әҙәм тыумаған әле был донъяла… Минең бысранғым килмәй һәм тағы ла, ни өсөн, минең шундай егеттәрем булғанда үҙемә тығылырға?...

Артур – Улар алдында һин бит ҡурҡаҡ тигән данын алырһың.

Т.Р. – Көлдөрмә әле… улар нимә уйлаһын?

Оҙон – Тимер, һин булдыра алмағас, рөхсәт ит, мин уны бөтөрәм?...

Т.Р. – (Бер аҙ уйлағандан һуң) Булдыра алмай тиһеңме? Эх, артыҡ һикеренәһең һин Оҙон… буйың ҡыҫҡарып ҡалмаһын…

(Уртаға сығып Артур менән һуғыша башлай. Яйлап Артур өҫтөн сыға башлай. Тимер бысаҡ һорай, уға бирәләр, тик Артур уны ла тибеп осора. Тимер ярҙамға егеттәрен саҡыра, тик Оҙон уларҙы туҡтатып ҡала. Артур йәнә Тимерҙе осороп ебәрә, иҙәндә ятҡан бысаҡты алып Тимерҙең муйынына терәй, ләкин үлтермәй, бысаҡты ташлай)

Т.Р. – Булды… етер. Егеттәр, нимә ҡарап ҡаттығыҙ?

(Шул саҡ Оҙон, Артурҙың Тимерҙе үлтерергә теләмәгәнен аңлап, бысаҡты күтәреп үҙе Тимергә ҡаҙай, барыһыла: “ах” тип ҡала. Бөтәһелә аптырап торған саҡта Артур Нэнси эргәһенә килеп, уны ҡосаҡлап ала)

Артур – Нэнси, киттек бынан… Киттек.

Нэнси – Артур, һин минең арттан килдең… һинең килереңә ышанғайным мин… Артур алып кит мине бынан…

Артур – Эйе, матурым, мин килдем… киттек.

(Улар сығып китә, Оҙондо егеттәре урап ала)

Оҙон – Етер ине уға… Хәҙер беҙҙең ваҡыт килә… ә уны, был үлтерҙе тиербеҙ…

(Барыһыла риза була)

 


Дата добавления: 2015-11-30; просмотров: 1 | Нарушение авторских прав



mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.006 сек.)