Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

4 страница

Читайте также:
  1. 1 страница
  2. 1 страница
  3. 1 страница
  4. 1 страница
  5. 1 страница
  6. 1 страница
  7. 1 страница

Т.И. – Минең беренсе ҙур мөхәббәтемде дошмандарым юҡ итте…

Әсәй – Һуң шул мөхәбәтегеҙ хаҡына, кисерегеҙ уларҙы… ебәрегеҙ. Ниңә улар шулай яфаланырға тейеш? Заманында һеҙ кеүек?

Т.И. – Быныһы бары лирика ғына… (китергә ынтыла)

Әсәй – Туҡтағыҙ, ҡалдырығыҙ миңә улымды, теймәгеҙ уға.

Т.И. - Кем әйтте мин уға тейәм тип? Мин бер нимә лә эшләмәйем, мин ябай кеше. Ғәфү итегеҙ, миңә китергә кәрәк.

Әсәй – Нишләп һеҙ инәлтәһегеҙ? Мин бит әсәй. Һәр әсәһенә үҙ балаһы ҡәҙерле. Теймәгеҙ Артурға! Үтенәм һеҙҙән, һеҙҙең әсәгеҙ хаҡына… Һеҙҙең дә бит әсәйегеҙ барҙыр, булғандыр… Һеҙ аңларға тейеш. Мин аяғыҙға йығылғанымды көтәгеҙме? Мин теҙләнәм, кәмһетеләм, тик теймәгеҙ уға…

(Тубыҡланырға итә, тик уны Т.И туҡтата)

Т.И. – Йә хоҙай, нишләйһегеҙ һеҙ? Кәрәкмәй улай, әйҙәгеҙ, ултырығыҙ. (Скамьяға ултырта, тыңлыҡ урынлаша) Ярай. Тик улар барыбер айырылырға тейеш. Һеҙ ҙә мине аңлағыҙ, Нэнси минеке.

Әсәй – Аңлайым, алып китегеҙ Нэнсиҙы, мин алып китәм улымды.

Т.И. – Килештек. Мин көтөп торормон, тик оҙаҡҡа түгел. Һеҙ Артурҙы күндерә алмаһағыҙ, үҙем күндерәм. Биш көн ваҡыт һеҙгә. Тырышығыҙ, апай.

Әсәй – Рәхмәт әйтмәйем һеҙгә, булдыра алмайым. Тик һеҙҙең дә кешелек сифаттарығыҙ әле үлеп бөтмәгән. Ғәзиз йәнегеҙ тураһында ла уйлағыҙ, хоҙай бит барыһында күрә.

Т.И. – Онотмағыҙ, биш көн. (Әсә сығып китә) Да, ҡартая бара йомошараһың, шикелле, Тимер Искәндәр. Әсәй… (Тиҙ атлап сығып китә)

(Сәхнәлә булған егеттәр, йыйылып алға килә, араларынан Оҙон егет сыға)

Оҙон егет – Юҡ, мәмәйләнергә ярамай, ағай- эне, юҡһа улар бөтөнләй еҫ юғалтасаҡ. Был донъя бөтөнләй сереп бөткән икән, таҙартып алырға кәрәк. Антиквариаттан арынырға кәрәк, яңыса йәшәргә кәрәк. Шулай түгелме ней, егеттәр? (Барыһы ла уны хуплай) Оҙоҡламай күрешербеҙ әле, Артур.

 

Картина

(Фатир. Эске бүлмәнән Нэнси сыға, ул тиҙ генә йыйынып йөрөй, сумкаһына бер ике әйбер тыға, шаҡы-шоҡо тултыра, куртка кейә. Туҡтап бүлмә яғына оҙаҡ итеп ҡарай, өҫтәл эргәһенә килеп ултыра, сумкаһынан ҡағыҙ сығарып тиҙ генә нимәлер яҙа. Ҡағыҙҙы өҫтәлгә һалып сығырға ынтыла, ләкин кире боролоп яҙыуҙы йәнә сумкаһына тыға. Ишекте аса, туҡтап ҡала, шул саҡ ишеккә бер нисә егет килеп инә, улар тиҙ генә Нэнсиҙы ҡамап ала, ауыҙын ҡаплай. Нэнси бөтә көсө менән көрәшә, тартыша, тик көстәр тигеҙ түгел, егеттәр уны күтәреп алып китә. Уның артынса икенсе бүлмәнән Артур сыға)

Артур – Нэнси? Һин ҡайҙа? (Ул кухня яғына китә. Бер аҙҙан Әсәй килеп инә, ул ишек асыҡ булғанына аптырай)

Әсәй - Йә хоҙай, ишек тағы ла асыҡ. (Иҙәндә ятҡан шарфикты күтәреп, уға ҡарап тора ла, ҡапыл ниҙер һиҙенгән кеүек икенсе бүлмәгә ташлана) Артур, улым һин ҡайҙа? (Унан йүгереп сыға) Артур? Артур?

Артур – (Кухнянан сығып) Әсәй ни булды? Нишләп ҡысҡыраһың улай?

Әсәй – Артур! Улым! (Ултыра)

Артур – Әсәй, һин Нэнсиҙы күрмәнеңме? Әллә ҡайҙа ул.

Әсәй – Юҡ, улым, күрмәнем.

Артур – Әллә ҡайҙа булған ул.

Әсәй – Улым, һинең менән һөйләшер һүҙем бар ине.

Артур – Әйҙә, әсәй, һөйлә, берәй нимә булдымы әллә?

Әсәй – Булды, улым… Нисек тип әйтергә икән… Һиңә китергә кәрәк, бына билеттар.

Артур – Нимә һөйләйһең һин, әсәй?

Әсәй – Туҡта, тыңлап бөт. Бына нимә, улым, һин мине ғәфү ит - ваҡытында әйтмәгән өсөн, беләһеңме… һинең атайың иҫән, ул әле Мәскәүҙә йәшәй. Төрлө сәбәптәр арҡаһында беҙ бергә була алманыҡ, юҡ, ул ысынлап та мине лә, һине лә ның ярата ине, тик тормош барыбер үҙенекен итте… беҙгә айырылырға тура килде.

Артур – Әсәй…

Әсәй – Бүлдермә улым, әйтеп бөтәйем. Ул килә торғайны һине күрергә, хаттар яҙа ине, һин бәләкәй саҡта, тик мин уға рөхсәт итмәнем. Бәйләнеште үҙем өҙҙөм…

Артур – Ниңә? Ниңә әсәй?

Әсәй – Һин минең улым Артур, мин һине ысын ир итеп тәрбиәләргә тырыштым, һин уның һымаҡ булырға тейеш түгел инең. Ул китмәһә… һин уға оҡшар инең, уны күреп уға ынтылыр инең… Аңлайһыңмы, Ул насар кеше лә булманы, тик нисек итеп әйтәйем… йомшаҡ күңелле, кеше һүҙен тыңлап бара ине, көнләшә ине… Шуға ла беҙ бергә була алманыҡ. Ир - ир булырға тейеш, әйттеме бөттө, һүҙе ҡыҫҡа, тәүәкәл… Һин мине ғәфү ит, уның турала шундай итеп һөйләгән өсөн. Тик…

Артур – Әсәй… Нимә әйтергә лә белмәйем…

Әсәй – Улым, атайың больницала ауыр хәлдә, һинең килеүеңде һорай… Һин барырға тейеш. Был һинең, уның алдындағы бурысың, атай хаҡы. Мин борсолмайым, мин һине дөрөҫ тәрбиәләнем, ысын ир итеп… һүҙеңдә тора беләһең… миңә хәҙер атайыңа барырға һүҙ бир, Артур.

Артур – Әсәй… нисек һуң ул? Нишләп улай?... Ярай, әсәй, мин барырмын, тик башта Нэнсиҙы күрергә кәрәк, уның менән һөйләшергә.

Әсәй – (Ҡулындағы шарфикты күрһәтеп) Бына улым, әле ишек төбөндә таптым, ишек асыҡ ине…

Артур – Юҡ, юҡ мөмкин түгел, ул хәҙер килер ул, магазинға ғына сыҡҡандыр… Әсәй ул улай итмәҫ…

Әсәй – Улым… һин бит үҙең беләһең, һиҙәһеңдер… ул беҙҙең донъяның кешеһе түгел. Ул ҡасан да булһа китер ине… бәлки былай яҡшыраҡ та? Улым …

Артур – Нимә һөйләйһең һин, әсәй? Юҡ, бында икенсе нимә бар, ул беҙгә ҡыйынлыҡ килтермәйем тип киткәндер, ул һәйбәт кеше… Мин уны табырға тейеш, әсәй. Шунан барырмын Мәскәүгә.

Әсәй – Артур, улым…

Артур – Юҡ, әсәй, мин быны былай ҡалдыра алмайым. Мин бит уны яратам.

Әсәй – Шулайҙыр улым, шулайҙыр, тик ҡайҙа табаһың һин уны? Ҡайҙан эҙләргә беләһеңме?

Артур – Табырмын, әсәй, табырмын.

 

Картина

(Клуб, сәхнәлә рок – төркөм сығыш яһай. Уйланып Тимер Рамиль йөрөй, ул борсоулы, быны барыһыла һиҙгәндәй эргәһенә килергә лә ҡурҡа. Ул көтә. Йыр бөтөүенә, сәхнәлә Нэнси күренә, эргәһендә егеттәр һағалап тора, уны йүгереп Эльза ҡаршы ала)

Эльза – Нэнси, супер, һин бында! Класненько… Ҡыуан төнгө ҡала, бөгөн “Ҡара фәрештә Нэнси” беҙҙең менән! (Бөтәһе лә шатланып ҡысҡыра) Нэнси, все будет гламурненько… (Эльза Т.Р күреп ситкә китә)

Т.Р. – Нэнси, ҡәҙерлем, беҙ һине һағынып бөттөк бит инде.Оҙаҡланың.

Нэнси – Эльза, ҡайҙа һинең алтын ҡумтаң, аҡ ләззәт, һыҙайыҡ аҡ юлдар, осайыҡ күктәргә, ә? Эй, кешеләр, мин бында, тамаша дауам итә. Егеттәр, дер һелкетегеҙ әле был ҡаланы. Аяҡ аҫтарынан сыҡҡан туҙан ҡояш йөҙөн ҡаплаһын. (Рок-төркөм йәнә ҡыҙыу уйнай башлай. Нэнси музыка аша ҡысҡырып) Тимер, шатлан, һин еңдең. (Эльза биргән шкатулканан еҫкәп ҡуя) Эһе-һей, ҡояш йылмайыуы, миңә шундай рәхәт. (Бейей башлай)

Т.Р. – (Ҡәнәғәтлек тоймайынса) Нэнси, туҡтат ҡыланыуыңды…

Нэнси – Ә ниңә, Тимер? Һин теләгәнсә булып сыҡты, бына мин һинең менән, теләһәң нишләт. Тик шуны бел, һин минең тәнемдең генә хужаһы, ә йәнем… уныҡы! (Көлөп) Һин Иблес түгел дә инде йәнемде һатып алырға? Мин уны үҙем бүләк итәм уға, ошо аҡ ләззәткә. Артур булмаһа, ул булһын минең пар ҡанатым. Мин бер ҡасан да һинеке булмайым, ишетәһеңме? отолдоң һин Тимер, хәҙер мин шәүлә генә, һин һөлдә хужаһы… әйҙә, нимә теләйһең? Бойороғоҙ, түрә…

Т.Р. – (Асыу менән) Нэнси…

Нэнси – Ундай етди булма әле, Тимер, әйҙә күңел асайыҡ… Эһе-һей… әйҙәгеҙ бергәләп… (Бейеүселәр араһына китә, Эльза менән бергә шашынып бейейҙәр)

Т.Р. – (Тимер ҡатып ҡала, тик бер аҙҙан һуң терелеп, егеттәргә ишаралай, тегеләре Нэнсиҙы алып килә) Аҡ ләззәт һиңә пармы хәҙер, ярай, шулай булһын… алығыҙ уны.

(Нэнсиҙы алып китәләр, Эльза быны күреп шаҡ ҡатып тора)

Эльза – Нэнси!..

Т.Р. – Юҡ, нимә булды ул? Аңламайым… Күпме бар мин был донъяла, барыһыла минеңсә булды… Мине урам үҫтерҙе… Уның ҡанундары гел дөрөҫ ине, гел өҫтөн сыҡты… Көслө булһаң - һинең алдында ағас та бөгөлә, ҡулыңда тимер ҙә ирей… Ниндәй алыштар үттем мин… Ниндәй кешеләр миңә ҡаршы булдылар ҙа… Ҡайҙа һуң хәҙер улар?... Ә мин бына ул… Гел бында… Һәм бына, бер бәләкәй генә йән эйәһе, сиртһәң дә үлергә торған… Һинең артыңа, киҙәнеп тороп, бер типте… Юҡ, типмәне ҡыҙыл чернила менән, ҙур хәрефтәр менән: “ТИМЕР ҺИН ЛОХ” тип яҙҙы. Хистәреңде тапаны, һине туҙан менән бер итте, Тимер. Нимә булды ул? Әллә донъя әйләндеме?...

Оҙон! Нисек унда Нэнси?

Оҙон егет – Осто…

Т.Р. - Ярай, үҙе һайланы ул яҙмышты. Бына нимә, егеттәрең менән хәҙер барығыҙ һәм юҡ итегеҙ теге бәндәне.

Оҙон – (Үҙенә) Ха, ҡарт һөйәктәр әле һелкенә икән.

Т.Р. – Нимә тинең? Юҡ, һин нимә мине бөтөнләй ахмаҡ тип беләһеңме? Мине һиҙмәй тиһеңме, һин минең арттан йөрөп көлгәнеңде? Минең урынға теләйһеңме? Башың йәш әле. Бар бойороҡто үтә, аҙаҡ һинең менән һөйләшербеҙ.

(Шул саҡ Әсәй килеп инә)

Т.Р. - Йә хоҙай, тағы һеҙ? Нимә кәрәк?

Әсәй – Телегеҙгә алмағыҙ Аллаһы тәғәләне, был урында ғонаһ булыр…

Т.Р. – Нимә, һеҙҙең эксклюзив рөхсәт бармы уның исеменә? Әллә һеҙ уның сәркәтибеме? Теләһәм әйтәм, теләһәм юҡ, ней йомош?

Әсәй – Миңә Нэнси менән һөйләшергә кәрәк ине.

Т.Р. - Ҡарағыҙ әле һеҙ минең, һеҙгә ҡарата күрһәткән йомшаҡлыҡ менән хәҙер көндә ҡулланырһығыҙмы? Бәлки иртәгә һеҙгә тағы берәй нимә кәрәк булыр, бәлки минең клуб кәрәк булыр, минең өйөм? Әйҙәгеҙ, тартынмағыҙ, барыһын да хәҙер һорағыҙ, мин барыһында үтәйем, мин бит Ҡыш бабай. Һаҡал ғына юҡ…

Әсәй – Миңә һеҙҙең бер нәмәгеҙ ҙә кәрәкмәй. Артур атаһына, илебеҙҙең икенсе яҡ осона китә, мин беҙҙең килешеү буйынса барыһында үтәнем, тик ул, китер алдынан, Нэнсиҙы күрергә теләй… (Оҙон ынтыла, Тимер уны ҡулы менән туҡтата) Миңә Нэнси менән һөйләшер кәрәк… Һеҙҙә һүҙегеҙҙә тора беләһегеҙҙер?

Т.Р. – (Бер аҙ уйланғандан һуң) Ярай, әсәй кеше… һеҙҙеңсә булһын, тик быныһы һуңғы тапҡыр, Оҙон, алып сыҡ уны.

Оҙон – Ә… теге…

Т.Р. – Эшлә ҡушҡанды.

Оҙон – Тик бит…

Т.Р - Нимә, һеҙ миңә бөгөн ҡаршы булырға һөйләшеп ҡуйҙығыҙмы? Кисә һин нисектер бәләкәсерәк инең тип әйтәйемме Оҙон, һиҙмәйһеңме?… Эшлә тим ҡушҡанды.

(Нэнси күренә, уның йөҙөндә бөтөнләй битарафлыҡ… уға рәхәт…)

Әсәй – Нэнси, ҡәҙерлем, ғәфү ит мине, зинһар өсөн… Мин һиңә ялбарам, Артур ошо көндәре, ҡаланан китергә тейеш, атаһына бара… Тик ул… Нэнси һин мине ишетәһеңме? Нимә булды уға?

Нэнси – Артур, Артур, Артур… Кем ул Артур? Мин белмәйем бер ниндәй ҙә Артурҙы…

Әсәй – Нэнси, ебәр уны… уға китергә кәрәк, һин барыһын да үҙең аңлайың… Мин беләм һин уны яратаһың, ысын яратаһың… Шуның өсөн һин уны ебәрергә тейешһең…

(Нэнсиҙы килеп фәрештә кейеменә кейендерәләр, уның ауыҙ осонда ғына йылмайыу барлыҡҡа килә)

Нэнси – Мин нимә эшләргә тейеш?

Әсәй – Шылтырат уға…

(Нэнси ҡапыл көлөп ебәрә)

Нэнси – Шылтыратырға? Күрешергә лә ярамай? Ул китә? Артур.. был донъя төптән ялған… Был минең һиңә һуңғы һүҙем, башҡаса беҙ күрешмәбеҙ. Телефон! Алығыҙ Артурығыҙҙы үҙегеҙгә, миңә ул кәрәкмәй…

Әсәй – Рәхмәт Нэнси!

(Телефон гудоктары, Артурҙың тауышы: “Нэнси… Һин…”, яуапҡа яңғырай йыр “Мин һине яратмайым, беҙҙең осрашыуыбыҙ хата…”)

 

Картина

(Ут сәхнәнең бер яҡ мөйөшенә төшә, Артур үҙенең сумкаһын рәтләй, әйберҙәр һала. Ул ныҡ борсоулы, бик етди, ләкин йөҙөнән төҫө ҡасҡан. Әсәй сыға)

Әсәй – Бына улым, юлыңа һин яратҡан май-икмәк, бәлеш. Улым һин теге яратҡан күлмәгеңде алдыңмы? Ҡалған кәрәк яраҡтарыңды онотма… Туҡта, бөтөнләй онотоп торам, улым, мин бит һиңә ………. Артур, улым, ниңә өндәшмәйһең?

Артур – Нимә, әсәй?

Әсәй - Яуап бирсе… улай ярамай… бөтөрөнмә улай.

Артур – Барыһы ла тәртиптә әсәй.

Әсәй – Улым, кил яныма, балаҡайым минең… Беләһеңме, был донъяла… юҡ, ярай… Ҡара әле миңә, ҡабатла: Минең бар әсәйем, минең бар мин! (Артур ҡабатлай) Мин яратам һине, улым! Матур йөрө инде, алдыңды артыңды ҡарап… шылтыратырға онотма!

Артур – Ярай әсәй, шылтыратырмын… Әсәй… тәртип. (Все хорошо)

Әсәй - Ярай.

 

Картина

(Клуб, сәхәнәлә светомузыка уйнай, әйләнә. Бер кемдә юҡ, тик Нэнси ғына бер үҙе иҙән уртаһында ултыра, ҡиәфәтенә ҡарап - ул йә иҫерек, йә “кайф аҫтында” булғаны һиҙелә, ул һаман шул ҡара фәрештә кейемендә, тыңлыҡ.)

Нэнси – Стихи о Жизни, Любви и Артуре

(Фейерверк атылғаны ишетелә, һәр шартлауы ҡысҡырыш менән ҡаршы алына. Йүгереп Эльза инә)

Эльза – Ә бына һин ҡайҙа Нэнси… Ә барыһы ла фейерверк ҡарай, иҫтәре китеп…

Тимер Рамиль бөгөн в ударе, бүләктәр тарата… классненько. Шулайға машинаһын бүләк итте, әллә ниндәй бер егеткә эләктереп тә алды, миңә, шәп кенә, үҙе эшләгән тирәлә, урын вәғәҙә итте, етер ти буш ҡыуаҡ булып кеше аптыратып йөрөргә, эшкә урынлашырһың, мин һинән “кеше” яһайым тей… Нэнси, ниңә һин өндәшмәйһең? Ниңә бында бер үҙең ултыраһың?

Нэнси – Эльза һиндә гел бар… бир әле миңә теге… мин яратҡанды…

Эльза – Нэнси, етер һиңә, әйҙә әле, тор.

Нэнси – Эльза туйҙырҙың… бар кит әле…

Эльза – Кит? Бына нисек? Ярай китермен… юҡ, һин нимә үҙең тураһында уйлайһың? Барыһы ла һинең эргәңдә зыр әйләнеп бейеп йөрөй, һиңә һаман нимәлер етмәй… Нэнси, Нэнси, Нэнси… бөтәһелә шашҡан кеүек һинең исемеңде ҡабатлай. Ә нимә ул Нэнси? Булыр инеме ул Нэнси мин булмаһам? Эйе, мин килтерҙем һине бында… мин ғәйепле, тик һин бит бер нимәңде лә юғалтманың… аяныс ғүмерҙән, фәхишә булыуҙан дә ҡотолдоң, Тимер һине оҡшатты. Тик уға, беҙҙең арала шәп ҡыҙ бар, матур йырлай тип кем еткерҙе? мин әйттем… юғиһә китер инең ҡулдан ҡулға, иң боронғо профессия менән. Ә былай, все гламурненько… “Ҡара фәрештә Нэнси” булып киттең, һиңә Тимер бер нәмәһен дә йәлләмәне, алтынға күмде… Һаман ҡәнәғәт түгел инең. Артурҙы яраттың… һуң яратыр инең шым ғына, кем һиңә ҡамасауланы? Юҡ бит һин…

Нэнси – Эльза…

(Шул саҡ сәхнәгә, төрлө яҡтан, фейерверктан һуң шатланышып Тимер һәм башҡалар инә. Эльза бына күреп ситкә китә)

Т.Р. – Байрам дауам итә!

(Барыһы ла быны ҡысҡырып ҡаршылай, Рок-төркөм уйнай башлай, тик уларҙы Тимер туҡтата, микрофондарын тартып ала)

Т.Р. – Үҙем. Давай егеттәр!

(Тимер үҙенең йырын башҡара. Нэнси хыялый кеүек бейей. Ул йырҙын аҙағына Эльза Нэнсиҙы ситкәрәк һөйрәп алып китә)

Эльза – Ғәфү ит мине, Нэнси… Мин һине яратам!

Нэнси – Барыһыла буш, Эльза…

Эльза – Нэнси… туҡта… Мин бөгөн Артурҙы күрҙем, ишетәһеңме? Ул бөгөн Мәскәүгә китә, оҙаҡламай поезды…

Нэнси – Артур!...

Эльза – Бар һин, Нэнси, йүгер, туҡтат уны… һеҙ бергә булырға тейеш… Нэнси ҡабалан!

Нэнси – Эльза нисек?

Эльза – Мин һине прикрою, все будет гламурненько…

Нэнси – Ә һин, Эльза? Һин?

Эльза – Минең өсөн борсолма… беренсе тапҡыр түгел, һине яҡларға… артыңдан һепереп ҡалырға… Нэнси, зинһар… бәхетле бул йәме…

(Нэнси ипләп кенә сығып китә, уның китеүе була: “ҡайҙа беҙҙең фәрештә” тигән тауыш ишетелә)

Эльза – Нэнси?... Уй Алла, бер минут Нэнсиһыҙ йәшәй алмайҙар. Хәҙер ул килә… дамский бүлмәгә китте.

 

Картина

(Перон, поездар тауышы ишетелә. Сәхнәлә Артур менән әсәй күренә)

Артур – Ярай, әсәй, мин китәйем инде.

Әсәй – Туҡта, бер минут тороп тор әле, улым.

(Нэнси күренә)

Нэнси – Артур…

Артур – Нэнси, һин…

Нэнси – Мин.

Артур – Ниңә килдең?

Нэнси – Һине оҙатырға килдем, Артур.

Артур – Ә мин атайымды күрергә барам, Мәскәүгә.

Нэнси – Мәскәүгә?

Артур – Эйе.

Нэнси – Шулай икән… ярай, яҡшы йөрөп кил…

Артур – Һин нисек?

Нэнси – Мин? Яҡшы… унда күңелле… Әйттем бит, Артур, һин минең турала бер нимә лә белмәйһең тип…

Артур – Белмәнем шул… үҙең ҡәнәғәтһеңме, үҙең менән? Нисегерәк ул, кеше күңеле менән улай шаярырға?

Нэнси – Шаярырға? Бик тә күңелле… миңә рәхәт булды…

Артур – Ә һиңә рәхәт булдымы?

Нэнси – Эйе, Артур.

Артур – Ярай улай булғас, ә мин һиңә ҡыйын булған тип ҡурҡҡайным… ә, былай булғас яҡшы. Мин шат һинең өсөн… исмаһам һин ләззәт алдың…

Нэнси – Ләззәт? Эйе, ә һин нисек уйланың? Мин бит шундай…

Артур – Ә хәҙер нимә, көлөргә килдеңме? Етер, Нэнси… хуш! Минең поезд китә…


Дата добавления: 2015-11-30; просмотров: 1 | Нарушение авторских прав



mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.027 сек.)