Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

3 страница

Читайте также:
  1. 1 страница
  2. 1 страница
  3. 1 страница
  4. 1 страница
  5. 1 страница
  6. 1 страница
  7. 1 страница

Әсәй – Әйе, яңылышмайһың, уның өсөн. Уҡыуын тамамлай бит, бына хушлашыу балына тегәм дә инде күлдәкте. Белмәйем, бәлки оҡшатмаҫта… Туҡта, һеҙ миңә килдем тейһегеҙме?

Эльза – Һеҙ уға күлдәк тегәһегеҙ, ҡыҙыҡ. Гламурненько…

Әсәй – Ә ниңә улай тейегеҙ? Мин бит әле доктор ғына тугел, әсә лә. Әсәлек бурысым да бар бит әле минең. Һинекеләр ҙә шулай эшләгән булырҙар ине инде.

Эльза – Юҡ, улар улай эшләмәҫ ине.

Әсәй – Ниңә?

Эльза – Сөнки уларҙың ваҡыты юҡ. Улар - замана кешеләре.

Әсәй – Нисек була һуң ул, һинеңсә, замана кешеләре?

Эльза – Нисек тип ней... Әйттем бит инде, замана кешеләренең бер ҡасан да ваҡыты юҡ, улар башҡа кешеләр хаҡында ҡайғыртмай, сөнки улар ашыға. Нисек кенә булһа ла, бөтә нәмәне алып ҡалырға, йәшәп ҡалырға ашыға. Хәҙерге замандың девизы бит: “Аҡса. Карьера. Рәхәтлек!” Кешеләр бит мәңгелек түгел, шулай бит? Шуға төрлө ваҡ-төйәктәргә туҡтап иғтибар итергә, ғәфү итегеҙ, ваҡыт юҡ! Өлгөрөргә кәрәк.

Әсәй –Ҡайҙа эшләйҙәр һуң һинең атай-әсәйең?

Эльза – Ә, улар... Береһе ғүмере буйына себен аяҡтарын һанай. Икенсеһе – таш сүпләй. Ашарға бешерергә лә ваҡыттары юҡ. Икеһе лә ашханала көйгән картуф ашап тамаҡ туйҙыралар.

Әсәй – Ә һин?

Эльза – Мин дә шулай инде… Эх, ҡартәсәйем бар саҡта тәмле аштар бешерә инек тә ул… бишбармаҡ, бәлеш… самауыр ҡайнай... Ҡартәсәйем бешерергә ярата ине, “ҡыҙым, иртәнсәк һиңә нимә бешерәйем” - тейер ине… Мин: “белмәйем” - тип ҡайтарһам. “Ярай, үҙеңә сюрприз булыр” - тей торғайны. Ә иртәнсәк уянһам, өйгә тәмле еҫтәр таралып киткән… һикереп торам да… (Һүҙ туҡтала, Эльза урынынан тора, тәҙрә эргәһенә бара, тағы килеп ултыра) Һеҙ мине дөрөҫ аңлағыҙ, Нэнси- минең иң яҡын дуҫым… Тик мин һеҙгә килмәй булдыра алманым.

Әсәй – Берәй хәл булдымы әллә? Һөйлә тиҙерәк.

Эльза – Нэнси Артурҙы ярата. Ул ысынлап та ярата. Бәлки, Артурҙа уны шулай уҡ ярата торғандыр… тик уларҙы һаҡларға кәрәк, аңлайһығыҙмы? Һаҡларға.

Әсәй – Нисек һаҡларға? Туҡта, һин асығыраҡ һөйлә. Нимә булды?

Эльза – Беләһегеҙме, мин Нэнсиҙы ныҡ яратам… мине дөрөҫ аңларға тырышығыҙ, мин уны һатмайым… хыянат та итмәйем…

Әсәй – Тырышырмын, аңлармын. Эльза тинең бит әле, һин теге ней, борғоланма, тураһын әйт.

Эльза – Мин һеҙгә ҡот осҡос нәмә әйтергә тейешмен: белеп тә әйтмәй ҡалдырыу, енәйәт булыр ине, моғайын. Хәйер, мин былай ҙа енәйәтсе инде… Нэнсиҙың ҡайҙан, ниндәй кешеләр менән аралашҡанын, ниндәй компаниянан икәнен беләһегеҙме?

Әсәй – Юҡ, мин уның хаҡында бер нимә лә белмәйем. Һораша башлаһаң, бит тырпая ла китә… Ата-әсәһе юҡ тине, бары шул ғына. Шунан уны Артур ярата, мин улыма ышанам. Артур, бәхетемде таптым, тине… Эльза, ниндәй компания?

Эльза – Ха, әлеге лә баяғы - замана компанияһы. Унда клуб, тусовки, гулянки, еңел ләззәт алыу… барыһы ла бар… Стразы, меха, лимузины, кредитки... Бренды, сигары, чеки, визитки... Клубы, тусовки, гламурные пати У нас на районе вот это все катит. Был, былай, матур һүҙ өсөн генә. Ул компанияларҙа все ок!... все гламурненько…. Тик уныһы ла мөһим тугел. Нэнси ирекле түгел. Ул йырсы һәм уның, әлеге һүҙ менән әйткәндә, продюссеры бар… хужаһы инде. Ул, иң мөһиме, ҡурҡыныс кеше… Нэнси… бахырҡай… Ул уны былай ғына ебәрмәйәсәк. Ана һеҙ ап-аҡ булдығыҙ ҙа инде, зинһар, тынысланығыҙ.

Әсәй – Юҡ, мин тыныслана алмайым, иҫ киткес әйберҙәр һөйләнең һин миңә, Эльза.

Эльза - Ҡыҫҡаһы, бына шул, доктор, Артур менән Нэнсиҙы айырырға кәрәк. Хәҙергә әле һуң түгел, аҙаҡ һуң булып ҡуйыуы ла бар. Нимә генә эшләһә лә, Нэнси унан ҡотола алмаясаҡ, аңлайһығыҙмы? Асығын әйтәм: юҡһа – өҫтәренә ай менән йондоҙ… икеһенә лә.

Әсәй – Нисек, нисек һуң улай? Нисек эләкте һуң ул ул компанияға? Нисек беҙгә эләкте?...

Эльза – Уға мин ғәйепле. Мин алып килдем уны был компанияға. Мин уны тәү тапҡыр дуҫтарым менән паркта осраттым. Меҫкен Нэнси… Хәйер, беҙ икебеҙ ҙә меҫкендәр инде. Ул шундай матур, ҡояш нуры кеүек… Ә үҙенең күҙҙәре тулы йәш. Ул бәләгә тарыған ине. Уны бөтөнләй нахаҡҡа аҡса урлауҙа ғәйепләгәндәр, Нэнси быны бик ауыр кисергән. Хатта үҙен – үҙе юҡ итергә булған.

Шундай ауыр сағында осраттым мин уны һәм… Аңлағыҙ, был ирекһеҙҙән килеп сыҡты. Минең ул ваҡытта, донъя рәхәтлегенә сумып, ләззәттә йөҙгән сағым ине. Ата-әсәйемә минең кәрәгем булманы һәм юҡ та… Минән аҡса түләп ҡотолалар ине. О, ул сихри көндәр… әллә ниндәй иҫерткес, хистәргә сумаһың да, зәңгәр күккә ҡарай осаһың да осаһың… Шулай бер көндө мин: үҙемде-үҙем кәрткә отторҙом. Ул үлем ине минең өсөн, мәсхәрә… башта мин быны шаярыу тип уйланым. Юҡ, уйын ысын булып сыҡты. Минең яратҡан “дуҫтарым” мине һатырға булды… Мин… фәхишә булырға теләмәнем, әлбиттә… уларҙың аяғына йығылдым, кәмһетелдем, бөжәккә әүерелдем… Шунан улар миңә шарт ҡуйҙылар, мин үҙемдең урынына кемделер, икенсе кешене килтерергә тейеш инем… ризалаштым. Ул Нэнси булды. Тик бәхеткәлер инде, ул да фәхишә булыуҙан ҡотолдо, уны Тимер Искәндәр оҡшатты. Үҙенең ҡурсағы итеп яһаны. Нэнси бик матур йырлай ине… бәлки, һеҙ ишеткәнһегеҙҙер ҙә… Ул “йондоҙ” булып китте төнгө тусовкала… “Ҡара фәрештә - Нэнси”. Бына шулай, хәҙер һеҙ барыһын да беләһегеҙ… Уларҙы айырырға кәрәк. Башта мин үҙем дә уларҙың мөхәббәтенә шатландым, тик… бынан бер нимә килеп сыҡмаясағын аңланым… Ғәфү итегеҙ, доктор, бындай хәбәр килтергән өсөн. Уйлағыҙ… (Эльза, ҡапыл ғына тиҙ атлап сығып китә. Әсәй сәхнә уртаһында ҡатып туҡтап ҡала… Ул уйға батҡан килеш, һиҙмәҫтән алдағы йырҙы дауам итә, тик ул инде уның йөрәгендә ҡайнаған бар хистәрен сағылдырып әсе итеп, әрнеүле итеп ишетелә).

Әсәй – Нишләп? Нишләп һөйләнең һин миңә уны? Һинең хаҡың юҡ… Мин белергә теләмәйем уны. Минең улым бәхеткә эйә, ул лайыҡлы уға… Ниңә киҫәһең уның бәхетен? Минең яфаланыуҙарым етмәгәнме ней һиңә? Ниңә был донъя шулай ҡоролған? Улай булырға тейеш түгел ине… минең ейәндәрем булырға тейеш… киленем… бәхетле ғаилә булып, беҙ рәхетлектә йәшәргә тейеш. Белергә теләмәйем… һөйләмә миңә уны…

Картина

(Артур менән Нэнсиҙың шаярып көлөшөп ҡайтып инеүе ишетелә. Әсәй үҙен ҡулына алып, күлдәк менән булышырға дауам итә. Нэнси йүгереп килеп уны ҡосаҡлап ала)

Нэнси – Ҡәҙерле докторым минең!

Артур – Миңә лә ҡалдыр докторҙы, ашап ҡуйма… һаумы, әсәй! (ҡосаҡлап ала) Бына, ҡотлаһаң да була. Бөгөндән алып Нэнси квалифицированный специалист с высшим образованием! Хәҙер дипломды ҡулға алырға ғына ҡалды.

Әсәй – Ҡотлайым, балаҡай! Ҡалай һәйбәт булған.

Артур – Бына, урламаһындар тип ҡаршы алырға барҙым, егеттәр бит ҡоҙғондар кеүек тирәләй осоп йөрөй.

Нэнси – Юҡ, доктор, бында берәй нимә эшләргә кәрәк, клиника булып китмәһен. (Бышылдап) Беләһегеҙме, ул бәҙрәфкә лә минең менән бергә инер ине, әгәр ҙә уға форсат бирһәң. Арттан ҡалмай бит. Берәй дарыу юҡмы шунан?

Артур – Ялған, төптән ялған. Ул үҙе… Сер итеп әйтәм, Әсәй, ул ҡурҡа… Үҙенең күләгәһенән дә ҡурҡа. Бөгөн икәү барғанда, ҡапыл үҙ күләгеһенән ҡурҡып, тайпылып китте. Ҡулыма йәбеште, бына эҙҙәре лә ҡалды.

Нэнси – Һинең ҡулдарың ҡамырҙан һымаҡ, йомшаҡ бит, үҙең дә һин - Ҡамыр батыр. Күләгәнән түгел, кемдер килеп сыҡты тип тойолдо. Ә һин…

Әсәй – (Күлдәкте сығарып) Ҡара әле, Нэнси, мә, кейеп ҡара, ә һин Артур сығып тор, саҡырырбыҙ. Нисек килеп сыҡҡан икән?

Нэнси – Был - миңә?!

Артур – Әйттем бит, минең әсәйем иң яҡшы әсәй был донъяла, тип!

Әсәй – Һиңә, әлбиттә, бар инде сығып тор, Артур.

Нэнси - Доктор һеҙ… (Шаршау артына барып кейенә) Әйтергә һүҙем дә юҡ…

Әсәй – Элек тә, яңы йылғамы шунда, Артурға гел костюмдарҙы үҙем тектем. Белмәйем, оҡшармы инде… Хәҙер, ней, йәштәр магазиндан алып кейенергә өйрәнгән. Нишләптер, һинең хушлашыу балына, үҙеңә күлдәк тегергә булдым. Башҡаларға ла оҡшаш булмаһын, тип… Оҡшатмаһаң һин әйт… тартынып торма…

(Нэнси сыға, сәхнә уртаһына килә, әйләнеп ала, Артур ҙа сыға)

Артур – Нэнси… Һин… хәҙер шундай… Әсәй, һин беләһеңме, ҡар ирегәндә нимәгә әйләнә?

Әсәй – Һыуға.

Артур – Түгел, ул яҙға әйләнә. Һин, Нэнси - яҙ ҡояшы кеүек!

Нэнси – Әсәй…

Әсәй – Шулай шул, ҡалай үҙеңә килешеп тора.

Нэнси – Рәхмәт, Әсәй!

Әсәй – Нимә тинең?

Нэнси – Рәхмәт һиңә, әсәй! Һин, ысынлап та, иң яҡшыһы!

Артур – Рөхсәт итегеҙ, Нэнси ханым, һеҙҙе бейеүгә саҡырырға?

Нэнси – Рәхим итегеҙ.

(Музыка ишетелә, Артур менән Нэнси бейеп әйләнәләр, Әсәй уларға ҡарап ҡатҡан.)

 

Картина

(Баҡса, скамья. Әсәй ултыра, Артур эргәһенә килеп баҫа)

Артур – Хәҙер сығырға тейештәр. Фото төшәләр, әсәй, ул шундай бәхетле… күҙҙәрендә нур! Элегерәк ҡайсаҡ боҙ кеүек һалҡын булып, сәнсә ине, әле күҙҙәрендә яҙ урынлашҡан. Тик ниңәлер күк йөҙөндә болоттар йүгергәндәй булғылай, йөҙө ҡарайып китә лә… Нисектер, йомола, тип әйтәйемме…

Әсәй – Артур улым, Һинең менән һөйләшер һүҙем бар ине.

Артур – Әйҙә һөйлә, әсәй, нимә булды?

Әсәй – Нисек әйтәйем икән… улым, һин, ней… Нэнси…

Артур – Нимә Нэнси? Әсәй… борсолма, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ.

Әсәй – Шулайҙыр… Артур…

Артур – Эйе, әсәй? Туҡта, сығалар шикелле. Әсәй һин аҙаҡ һөйләрһең, йәме? Әле барып ҡаршылайым инде.

Әсәй – Бар улым, бар. Мин, улым, китәйем, йәме? Эшкә барып килергә кәрәк ине, көтәләрҙер инде. Бер бик ҡаты ауырыу пациент бар… Һеҙгә лә ҡамасауламайым…

Артур – Әсәй, һин ҡамасаулағаның бармы?

Әсәй – Ярай, мин китәйем.

(Әсәй сыға, икенсе яҡтан Нэнси килеп инә)

Нэнси – Артур! Нисек миңә рәхәт! Йәннәт рәхәтлеге, ҡояш йылмайыуы! Ул әсәй булдымы? Ниңә китте ул?

Артур – Ҡабалана ине, көтәләр тине. Һине миңә ҡотларға ҡушты! Бер рәхәтләнеп убеп ал, тине…

Нэнси – Әсәй шулай тинеме? Булмаҫ, микробтар менән алышырға ҡушмаҫ ул. Ул бит улар менән көрәшә… Ә һин…

Артур – Ҡурҡма… мин дауалай белермен һине…

(Артур уны убергә ынтыла, Нэнси һуңғы сиктә боролоп өлгөрә)

Нэнси – Артур, әйҙә, бер аҙ ултырайыҡ әле. (Ултыралар) Һинең йөрәгең дөпөлдәйме? Минең йөрәк сығырҙай булып ашҡына. Бына, тыңлап ҡара әле…

(Артур Нэнсиҙең йөрәген тыңлай, улар шулай тымып, бер аҙ ултырып алалар)

Нэнси – Артур, әйҙә йондоҙҙарға осайыҡ.

Артур – Ҡайһы йондоҙҙға?

Нэнси – Ана, ай эргәһендәге иң яҡты йондоҙға…. Эһей! Йондоҙ! Ал беҙҙе үҙеңә! Беҙ һиңә осабыҙ! Беҙ һиңә осабыҙ!.. Ана, йондоҙ беҙгә яҡынайҙы. Әйҙә остоҡ, Артур!

(Ҡосаҡлашып йондоҙҙарға ҡарап торалар) Артур, бынан ары, мин һеҙҙә ҡалмам инде…

Артур – Ниңә?

Нэнси – Мин бит хәҙер уҡып бөттөм. Үҙем – үҙемә хужа, эйеме?

Артур – Әлбиттә! Аңламайым… һин… нимә һөйләйһең ул?

Нэнси – Һин минең турала бер ни ҙә белмәйһең.

Артур – Белгәнем еткән, ҡалғаны кәрәкмәй ҙә…

Нэнси – Юҡ, Артур. Һин белергә тейеш. Артур… киләләр…

(Сәхнәлә “Оҙон егет” менән башҡалар күренә, улар тиҙ генә Артур менән Нэнсиҙы уратып алалар. Тимерғале Искәндәрович инә)

Т. И. – Сәләм! Мин һиңә әйткәйнем бит, осрашырбыҙ тип. Бына осраштыҡ. Нэнси, ҡәҙерлем, һаумы? (Яуап көтә, Нэнси өндәшмәй) Ниңә, әҙерәк булһа ла шатланмайһыңмы әллә мине күргәнгә? (Нэнси өндәшмәй) Мин бит һинең өсөн күпме изгелек эшләнем, оноттоң инде әллә? (Нэнси өндәшмәй) Ниңә, матур итеп иҫәнләшерлек тә эшләмәнемме ней мин? Ҡәҙерем ҡалманымы миңә ябай һаумы, тип әйтергә? (Нэнси өндәшмәй) Нэнси, был бөтөнләй ҡырағайлыҡ бит… иҫәнләшеү ул бит ябай кешелек сифаты. Нишләп мине улай кәмһетәһең? Бында бит беҙ бер үҙебеҙ түгел, кешеләр әллә нимә тип уйлауҙары бар.

Нэнси – Һаумы Тимер!

Т.И. – Уф… Алла, рәхмәт!

Артур – Ниндәй йомош?

Т.И. – Йомошмо? Йомош беҙҙең ҙур түгел. Һин нимә, бөтәһе лә шыма ғына үтеп китер, тип уйланыңмы? Бына һин, ер аҫтынан кеүек, килеп сығырһың да беҙгә ҡәҙерле булған, ҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашын, бөтә клубтарға йөрөгән кешеләрҙең яратып көткән, бер кемгә лә тиң булмаған “Ҡара фәрештә Нэнси” ҙы, бына шулай еңел генә алырһың да, китерһең, тип? Ә? Яңылышаһың. Ул ҡыҙ бик ҡиммәт тора, нисек түләргә уйлайһың? Һинең алтының бармы? Счет в банке? Акции? Һин был ҡалала берәйһен беләһеңме? Һинең артыңда берәй ҙур кеше бармы? Нисек һин уны үҙең менән алып ҡалырмын, тип уйланың?

Артур – Нэнси әйбер түгел уны һатып алырға.

Т.И - Ярай уныһы, ә уның каприздарын нисек ҡәнәғәтләндерәһең? Әле институтта уҡып бөттө, уның өсөн мин түләнем. Шунан тағы бер нимә уйлап таба ул, аҡса еткерә алырһыңмы? Әллә ул ғүмер буйы, берәй ябай эштә эшләп, бала аҫырап, һеҙҙең ике бүлмәле хрущевкала йәшәр, тип уйлайһыңмы? Юҡ, ул ундай кеше түгел, мин уны беләм. Күп тә үтмәҫ, мыжып берәй нимә таптыра башлар, ҡайҙалыр юғала башлар, мин ял иткем килә, арыным, тип йәнеңде алыр. Юҡ, улай ҙа түгел, ул һиңә әйтмәй генә, ҡасып беҙгә йөрөй башлаясаҡ һәм барыбер ул беҙгә ҡайтасаҡ, сөнки ул беҙһеҙ йәшәй алмай, ул ағыуланған инде… ул беҙҙеке… Нэнси, һин яратҡан… нисек әйтәһең әле һин, “йәннәт рәхәтлеген”, “ҡояш йылмайыуын” бирәйемме? Миндә бар ул. Уйла, Артур, кәрәкме ул һиңә?

Артур – Бына нимә, ғәфү итегеҙ, исемегеҙҙе белмәйем…

Т.И. – Тимерғәли Искәндәрович.

Артур – Тимерғәли Искәндәрович, мин Нэнсиҙы яратам. Мин уны бер кемгә лә бирмәйем. Үҙегеҙҙең бандиттарығыҙға әйтеп ҡуйығыҙ, Нэнсиға яҡын килмәһендәр, үҙегеҙ ҙә уны ҡалдырығыҙ. Киҫәтәм генә, мин көрәшәсәкмен, үлһәм үлермен…

Т.И. – Бына быны эшләп була, бик еңел.

Артур – Шулай ҙа Нэнсиҙы һеҙгә бер ҡасан бирмәйем.

Нэнси – Артур, ул дөрөҫ әйтә…

Т.И. – Нэнси, аҡыллым… афарин. Кил яныма, киттек. (Нэнси уның эргәһенә килә) Мин ғәфү итәм һине, бәләкәс… был юлы бик борсоттоң бит… бир тәпәйеңде, йылмай, йәле?

Артур – Нэнси… юҡ! Йондоҙҙарға осорбоҙ, гүрҙәргә лә төшөрбеҙ, тик икәү бергә… Бөтәһен дә кисерербеҙ, тик икәү бергә… һуңғы сиккә тиклем. Нэнси! Нэнси, мин һине яратам!

Нэнси – Мин дә һине яратам, Артур! Әйҙә ҡайттыҡ, беҙҙе әсәй көтә…

(Барып Артурҙы ҡосаҡлай, улар ҡулға ҡул тотоношоп сығыу яғына китәләр)

Т.И. – Мөхәббәт!.. Туҡтағыҙ! (Артур менән Нэнсиҙы шундуҡ егеттәр уратып алалар) Егеттәр, бында түгел. Их, иҫәркәйҙәр… Тыңла мине, Һин… йә, Нэнсиҙан үҙең баш тартаһың… йә өс көндән 10 миллион аҡса алып киләһең… йә… Мин алдашыуҙы яратмайым. Уйын ысын. Ә һин, Нэнси, уйла… һиңә һуңғы шанс.

(Егеттәргә ҡулы менән ишара яһай, улар икеһен дә үткәреп ебәрәләр)

Оҙон егет – Артур, бурыстар әле түләнмәгән…

(Артур менән Нэнси сығып китәләр)

Т. И. – Мөхәббәт… Ҡәһәр һуҡҡыр мөхәббәт. Нэнси, һин бит миңә үҙең башҡа юл ҡалдырмайһың.

(Сәхнәлә Әсәй күренә, ул был осрашыуҙы күҙәтеп торған)

Әсәй – Ғәфү итегеҙ, һеҙгә бер һүҙ әйтергә буламы?

Т.И. – Йәгеҙ, ә һеҙ кем булаһығыҙ? (Һеҙ минең кабинетҡа килегеҙ, мин вторник өстән бишкә тиклем ҡабул итәм)

Әсәй – Мин Артурҙың әсәһе булам.

Т.И. – Тыңлайым.

Әсәй – Күрәһең, һеҙ Нэнсиҙы яратаһығыҙ…

Т.И – Яратам!

Әсәй – Ебәрә лә алмайһығыҙ…

Т.И. – Алмайым!

Әсәй – Нимә эшләргә йыйынаһығыҙ? (Яуабын көтмәй дауам итә) Улар бит йәштәр, улар бер нимә аңламай, күҙҙәренә ҡорған төшкән, мөхәббәттәренән башҡа бер ни ҙә күрмәйҙәр. Үҙегеҙ әйтәһегеҙ бит, барыбер һеҙгә ҡайта, тип… Бәлки, әҙерәк көтөргә кәрәктер? Йәштәр бит… йәшәп ҡарарҙар… аңларҙар… ҡайтыр ул һеҙгә… өйрәнгән бит инде…

Т.И. – Мин улай оҙаҡ көтә алмайым.

Әсәй - Нишләрәгә йыйынаһығыҙ?

Т.И – Нэнси барыбер минеке булырға тейеш, ә Артур... әле өс көн бар… уйлаһын.

Әсәй – Һеҙгә бит аҡса кәрәкмәй, хәйер, беҙҙә ундай аҡса мәңге булғаны юҡ. Һеҙ… эш бит аҡса ла түгел…

Т.И – Минең һүҙем бөттө, өс көндән ул йә Нэнсиҙан баш тарта, йә… Һөйләшеп тораһы юҡ. (Сығырға итә)

Әсәй – Туҡтағыҙ! Һеҙ үҙегеҙҙе кем, тип уйлайһығыҙ? Әллә Алла тәғәләһеме кеше ғүмере менән хөкөм итергә? Нисек баҙнат итәһегеҙ һеҙ?... Улар бит йәштәр, йөрәктәрен беренсе тапҡыр шундай тәрән хис төйғолары биләп алған, улар бит әле тиле шикелле, бер береһенә ҡарап туя алмай һәм башҡа бер нимә күрмәй. Һуң һеҙ ҙә бит шундай йәш булғанһығыҙ, һеҙҙең дә шундай мөхәббәтегеҙ булғандыр?


Дата добавления: 2015-11-30; просмотров: 1 | Нарушение авторских прав



mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.023 сек.)