Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

2 страница

Читайте также:
  1. 1 страница
  2. 1 страница
  3. 1 страница
  4. 1 страница
  5. 1 страница
  6. 1 страница
  7. 1 страница

(Эльза китә, Нэнси яңғыҙ ҡала. Ул, китәм тип, бер тора, бер кире ултыра. Шул саҡ, Артур килеп инә, ул Нэнсиҙы күреп аптырап ҡала. Шым ғына Нэнси эргәһенә килеп ултыра)

 

Артур – (Бер аҙ ултырғандан һуң) Ә мин, һин бары төнгө фәрештә тип уйланым. Ҡояш нурҙарынан да ҡурҡмайһың икән. Привет! Көндөҙ һин тағы ла матурыраҡ күренәһең. (Нэнси тертләп китә. Артурҙы күреп, тиҙ генә китергә теләй) Туҡта! Ҡайҙа ашығаһың?

Нэнси – Ҡояш тәнемде яндыра башланы, ҡараңғылыҡҡа йәшенергә кәрәк.

Артур – Туҡта! Китмә! Мин һине нисә көн инде эҙләйем.

Нэнси – Ә һин эҙләмә.

Артур – Булдыра алмайым.

Нэнси – Шулай уҡмы ней? Ах, бахырҡай… ҡыйындыр инде һиңә? Ә һин эҙләмәҫкә тырышып ҡараманыңмы? Туҡта, мин бер юл тәҡдим итәм һиңә хәҙер… Һин ултырып телевизор ҡарап ал, йәки гәзит уҡы, йә булмаһа клубҡа бар, унда күңелле, ҡыҙҙар ҙа күп. Бына шунда берәйһен эләктереп ал да, мине тыныслыҡта ҡалдыр, йәме?.

Артур – Нэнси, үтенәм, юғалма! Ниңә минән ҡасаһың? Мине күргең килмәйме? Дөрөҫөн эйт, шулаймы? Шундуҡ китәм. Ниңә өндәшмәйһең?

Нэнси – Миңә китергә кәрәк.

Артур – Туҡта!

Нэнси – Ебәр!

Артур – Юҡ, ебәрмәйем. Тағы ла юҡ булырғамы?

Нэнси – Бәлки, мин бөтөнләй юҡ булырмын…

Артур – Нэнси, шаярма улай.

Нэнси – Мин шаяртмайым. Ниңә килеп миңә йәбештең әле, бар, юлыңда бул. Бәлки, минең эшем барҙыр.

Артур – Туҡта әле, һин бында берәйһен көтә инеңме әллә?

Нэнси – Эйе…

Артур – Тимәк, мин ҡамасауланым, ғәфү ит. Сер булмаһа, кемде? (Нэнси өндәшмәй) Ярай, әйтергә теләмәйһең икән, әйтмә. Мин көсләшмәйем. Тик, һин минән ҡасма, юғалма. Ниңә һин бер һүҙ ҙә әйтмәйһең? Һиңә нимә булды?

Нэнси – Һин мин йәшәгән дөйөм ятаҡта булғанһың… унда һиңә һайранылар инде… Минең хаҡта бөтәһен дә белдең хәҙер. Шулай булғас, ниңә һаман мине эҙләйһең? Нимәгә кәрәк мин һиңә? Эҙләмә мине.

Артур – Нэнси, улай тимә, һинең хаҡта мин бер ни ҙә белергә теләмәйем. Ишетәһеңме? Бер ни ҙә. Бына һин барһың, миңә шул еткән. Башҡаһы мине ҡыҙыҡһындырмай. Ышан миңә. Эйе, мин булдым унда… һине күрергә теләгәйнем… Ә уларҙың һинең тураһында һөйләргә хаҡтары юҡ.

Нэнси – Ә бына һинең ней хаҡың бар мине һорашып йөрөргә?

Артур – Мин һорашманым… мин һине эҙләнем… Мин…

Нэнси – Ниңә эҙләнең? Мин һиңә ниңә кәрәк? Ниңә бөтәгеҙ ҙә минең йөрәгемә инеп, унда соҡонаһығыҙ? Һуңынан телгеләнеп, ҡан һарҡып ҡалғанын берегеҙ ҙә белмәйһегеҙ. Юҡ, юҡ миндә йөрәк… тапанылар инде уны күптән… Бына нимә, башҡаса мине эҙләмә. Йөрөмә.

Артур – Ниңә?

Нэнси – Ниңә, ниңә?... Беҙҙең юлдарыбыҙ башҡа… Һау бул!

Артур – (Нимә әйтергә белмәй, аптырап ҡала. Үҙен бик уңайһыҙ тоя) Һау бул, Нэнси!.. (Артур теләмәй генә сығып китә, Нэнси ярһып өҙгөләнә)

Нэнси – Ниңә осраның һин миңә, Артур! Ниңә?.. Ниңә… Йөрәкһеҙ! Таш йөрәк! Кит… бар, бар, йүгер. Абынып йығылма. Артур! Артур!.. Ниңә ҡалдырып киттең мине?!

Ә мин бер ҡайҙа ла китмәйем, ултырам ошонда, һиңә үс итеп ултырам… Китер булғас, ниңә эҙләнең мине? Көндә килдем ошо ергә, һине көттөм… Ә һин… килдең… киттең… китер булғас ниңә эҙләнең? Нисек күрә алмайым мин һине! Күрә алмайым! Күрә ал… (Ҡаршыһында торған Артурҙы күреп туҡтап ҡала) Артур… (Яй ғына бер-береһенә яҡынлашалар) Артур!...

Артур – Нэнси!

(Йыр ишетелә, уны рок-төркөм башҡара. Икенсе бүлегенә Артур менән Нэнси ҡушыла)

Ҡурҡмайым, ҡояш байып,

Ҡаранғаланһа көн.

Беләм, йондоҙҙарға сумып,

Зәңгәр булып, серен йомоп.

Яҡты айын ҡосоп ҡосаҡҡа;

Йә булмаһа, дөм ҡаранғы,

Шомло, ҡара булып, килә төн.

Төнөм бул һин, айлы булһаң да.

Ҡап-ҡараңғы шомло булһаң да.

Көнөм бул, бат та ҡалҡ,

Тик юғалма, осма күҙемдән.

Йәшәү бирһәң миңә әгәр,

Айырма һин, мине үҙеңдән.

Йәшәү бирһәң миңә әгәр,

Айырма һин, мине үҙеңдән.

 

Артур – Нэнси! Киттек беҙгә, әсәйем дә көтә беҙҙе.

Нэнси – (ҡапыл һағайып ҡуя) Һеҙгә?.. Юҡ, мин һеҙгә бармайым.

Артур – Ниңә бармайһың? Борсолма, беҙ бик ябай кешеләр.

Нэнси – Юҡ. Ғәфү ит, Артур… мин… мин һинең әсәйең менән осрашырға теләмәйем, шикелле. Төрлө һорауҙар китәсәк. “Атайың кем?”, “Әсәйең кем?”, “Ҡайҙа, кем булып эшләйҙәр?”, “Үҙең уҡыйһыңмы?”, “Эшләйһеңме?”… һәм башҡалар… һәм башҡалар… мин баралмайым һеҙгә. Теләмәйем. Һау бул, Артур! (Китергә теләй, Aртур уны тотоп ҡала)

Артур – (Ҡаты рәүештә) Юҡ инде, туғанҡай. Мин һине бер тапҡыр юғалттым инде, хәҙер бер ҡайҙа ла ебәрмәйем. Бына ошолай күтәреп кенә алам да, өйгә ҡайтып еткәнсе, төшөрмәйем үҙеңде.

(Нэнсиҙы күтәреп алып сығып китә)

 

Картина

(Квартира. Нэнси яңғыҙы. Ул бер уйланып тора,бер йөрөп ала. Гитара алып уйнай. Аҡрын ғына йырлай башлай, йыр күтәрелә, көсәйә)

Розамы мин, әллә ҡанмы?...

…………………………………..

(Әсәй ҡайтып инә. Тыңлап тора. Нэнси уны күрмәй)
Әсәй – Әллә инде үләм мин…

Нэнси – Ой, ғәфү итегеҙ. Мин һеҙҙең ҡайтҡаныңды белмәнем.

Әсәй – Борсолма, зарар юҡ. Ниндәй йыр ул, әле һин йырлаған?

Нэнси – Оҡшамаймы?

Әсәй – Юҡ, бик оҡшаны. Ул мине, беләһеңме, тетрәтте. Тик ниңәлер бик әрнеүле, тип әйтәйемме. Өҙөп кенә хатта әйтеп тә булмай. (Ул Нэнси эргәһенә килеп ултыра) Әллә нисек үткәндәрҙе, йәшлекте иҫкә төшөрөп ҡуйҙы. Ә һин талантлыһың. Һинең кемең музыкант? Атайыңмы, әсәйеңме? Әллә икеһелә ме?

Нэнси – Белмәйем.

Әсәй – Нисек белмәйһең?

Нэнси – Сөнки улар минең юҡ…

Әсәй – Нисек юҡ?

Нэнси – Шулай, юҡ. Тю – тю. Мин бына, ошондай саҡтан уҡ (Бармаҡ өсөн күрһәтә) ҡанатланып осоп киткәндәр. Тағы ла һорауҙарығыҙ юҡмы? Булһа, бөтәһен дә бер юлы ғына бирегеҙ ҙә… Булмаһа, теләйһегеҙме ҡыҫҡа биография яҙып бирә алам, хәйер ул әллә ни оҙон булмаҫ.

Әсәй - (Уңайһыҙ хәлдә ҡала) Мин… кухняға барайым әле… теләһәң әйҙә, һин дә, миңә булышырһың. (Нэнси өндәшмәй. Әсәй кухняға инеп китә. Нэнси ни эшләргә белмәй тора ла, сумкаһын алып ишеккә ынтыла, тағы туҡтап ҡала. Сумкаһын элә лә, уның артынан кухняға китә. Шул саҡ телефон шылтырай, трубканы Әсәй ала.)

Әсәй - Тыңлайым. Шулаймы ни? Машина сыҡтымы? Яҡшы. Мин хәҙер сығам .(Ул өҫтөн алмаштыра, ашығып кейенә)

Нэнси – Берәй хәл булғанмы әллә?

Әсәй – Эйе. Ауыр хәлдә бер кеше килтергәндәр. Һин бында үҙең ҡара инде, йәме? Хәжабикә бул, Артур ҡайтһа, ашатып ебәр.

Нэнси – Ашап та өлгөрмәнегеҙ бит.

Әсәй – Ҡайтҡас, аҡыллым, ҡайтҡас. Һин берәй нәмә әҙерлә шунда. Холодильникта ит тә бар, үҙең ҡара.

Нэнси – Һеҙгә уңыш теләйем, доктор! Доктор, тик мин бит… (Доктор сығып китә) теге ней… бешерә белмәйем. Иҫ киткес хәл… Ни эшләп мин бында?.. Юҡ, Нэнси йөрәккәйем, кит, олаҡ һин бынан… Әгәр эҙерәк оятың булһа… Артур… Артур… Ниңә, ниңә осраның һин миңә?... (Шул ваҡытта ишеккә шылтыраталар. Нэнси ишекте аса, Эльза инә) Эльза һин?

Эльза – Эйе, мин. Ба! Бына ҡайҙа йәшенгәнһең икән һин. Романтично… Фатир, ир, кастрюлдәр, ҡалаҡтар, ҡара бойҙай бутҡаһы. Супер. Хатта көнләшәм һиңә. Эх, мөхәббәт бит! Ә беҙҙә шул инде… Һинекеләр яңы йыр яҙҙылар, был суббота ҙур байрам була, ситтән дә ҡунаҡтар була тиҙәр… күңелле булырға тейеш.

Нэнси – Нисек мине таптың, Эльза?

Эльза – Нисек? Һин нимә, Нэнси, уларҙан шулай еңел генә ҡотолормон тип уйланыңмы? Килеп сыҡмаҫ шул. Теге аждаһа, бит, миңә йәбеште: “Һин беләһең уның ҡайҙалығын, әйтмәйһең” – тей. “Әйтмәһәң, Шулайға үҙеңде буләк итәм” – тине. Ә уныһы ажғырып, егеттәре менән көнө-төнө урамдар буйлап саба, һине эҙләйҙәр һәм Артурҙы. Мин инде, һинең ҡайҙалығыңды белмәһәм дә, алдашырға булдым. “Нэнси, әсәһен тапҡан да шуға киткән, адресын миңә бирмәне” – тинем. (Ауыр тынлыҡ урынлаша) Ышанманы… Нэнси, миңә ҡыйын һинһеҙ унда. Бер үҙемә ҡыйын.

Нэнси – Һин мине саҡырырға килдеңме?

Эльза – Эйе инде… Һин юғалғас, Тимер Искәндәр тигр һымаҡ ҡотора…

Нэнси – Эльза, һин белмәйһең, мин ниндәй кешеләргә тап булдым… Нисек рәхәт миңә улар менән… Бына хәҙер, ике айҙан ашыу бит инде, мин бында йәшәйем. Доктор миңә үҙ балаһына ҡараған һымаҡ ҡарай…

Эльза - Күренеп тора. Кешегә оҡшап киткәнһең. Иртәнсәк торһаң, ашарға аш әҙер, ҡуйыныңда яратҡан кеше, тағы нимә теләргә була. Уҡып бөтһәң, эшкә урынлашырһың, балаң тыуыр… пеленки – распашонки… гламурненько… Ә ниңә һин уны доктор тиһең?

Нэнси – Әллә, уны бөтәһе лә шулай тиҙәр. Доктор ҙа доктор. Дөрөҫ әйтәһең, миңә бынан китергә кәрәк… башҡаса был йортта йәшәргә тейеш түгел мин… Хаҡым юҡ… Тик, барыр ерем юҡ минең… Теге йәшәгән урынды төшөмдә лә күрһәм, ҡурҡып уянам. Ә барыбер, бынан китергә кәрәк… хаҡым юҡ… Улар кем дә, мин кем?...

Эльза - Нэнси, һин – фәрештә! Ҡара фәрештә! Оноттоңмо ней? Һине барыһы ла көтә, Нэнси. Йырыңды көтә.

Нэнси – Егеттәр һаман уйнайҙар тинеңме әле? Ниндәй йыр яҙҙғандар?.. Артур… Артур… нишләргә? Мин ике уртала. Береһе бәхет, береһе йәһәннәм…

Эльза – Ҡуй әле, улай тимә… Нэнси. Һине барыһы ла ярата, һин бит йондоҙ. Бына Артур ҙа ярата, башҡалар ҙа… Улар ҙа көтә һине… сәхнә көтә…

Нэнси – Сәхнә…

Эльза – Эйе, сәхнә, тамашасылар һөйөүе, сәскәләр, алҡыштар… был бит… суперский! Ул бит рәхәтлек, ләззәт… Һинең бит бөтә нимәң буласаҡ… Артурың да… теләһәң инде, әлбиттә. Быны ҡалғандарға белергә лә кәрәкмәй, беҙ бер кемгә лә әйтмәйәсәкбеҙ. Беҙҙең серебеҙ булыр. Нэнси, ҡара нимә алып килдем мин һиңә… (Бәләкәй һауыт сығара, уның эсенән тырнаҡ менән генә аҡ порошок алып еҫкәп ҡуя. Нэнсиға һона) Әйҙә, Нэнси?! Беҙҙе йәһәннәм түгел, йәннәт көтә.

Нэнси – Мин көсһөҙ, Эльза. Мин көсһөҙ, яратыуымдан баш тарта алмайым… Нимә эшләргә лә белмәйем… Миңә ҡурҡыныс… Тик Артур, минең бөтә булған булмышым. Мин Артурҙы бер көн дә күрмәй тора алмайым. Бер ҡасан да шулай була алыр, тип уйламаным… Мин уныҡы…

Эльза – Да, мөхәббәт… романтично… Ә мин һине, шундай һағындым… йырыңды ла һағындым… Йөрәктәрҙе айҡап бер үлтерә, бер терелтә торған йырыңды… (Бер аҙ паузанан һуң) Беләһеңме, мин бит, бер үҙем килмәнем. Ул да бында.

(Барып ишекте аса) Ғәфү ит мине, Нэнси, ғәфү ит… уларҙы беләһең, ҡотолоу юҡ. Барыбер табасаҡтар бит.

Нэнси – Эльза… Ул… Мин… ҡурҡам…

(Тимерғали Искандарович килеп инә, ул теге “Ҙур кеше” эргәһендә тәнһаҡлаусыһы)

Тимерғале Искандарович – (Һалҡын йылмайыу аша Нэнсиға күҙ йүгертеп ала ла, Эльзаны ҡулынан тотоп сығарып ебәрә) Бар, матурҡай сығып тор. (Нэнсиға яҡынлашып) Һаумы, йәнем! Күрешмәйһеңме ней?

Нэнси – Һаумы, Тимер!

Т. И. – Бына, һин килмәгәс, үҙем һине эҙләп таптым. Ҡотлайым, әсәйеңде тапҡанһың икән. Бик яҡшы. Ниңә өндәшмәйһең? Телеңде йоттоңмо? Әллә әсәйеңде түгел, икенсе берәйһен таптыңмы? Нэнси, матурҡайым, һин мине, беҙҙе ташланыңмы ней?

Нэнси –Эйе. Ташланым. Ҡабат һеҙгә бармаясаҡмын.

Т. И. - Бына бит - ит изгелек, көт яуызлыҡ! Нэнси, алтыным, ҡуй, улай ҡаштарыңды ослайтма, һиңә килешмәй, йәмһеҙ күрһәтә. Һинең йөҙөң бит фәрештә йөҙө, күпме салондарҙа аҡса түгелеп матурланған, сәхнәнең ҡояшы, нуры. Ә һин уны боҙаһың. Ошо меҫкен фатирҙа йәшерәһең. Шуның өсөн мин һине ҡурсаланыммы?

Нэнси – Мин барыбер бүтән унда бармайым.

Т. И. - Нэнси, ҡара әле, һин ошо тормошҡа мине алыштыраһыңмы? Көлдөрмә, мин ышанмайым. Ошомы ней һинең хыялың? Ябай ғәилә тормошо? Һин бит йырсы.. һине сәхнә көтә, мин көтәм. Һин мине этәрмә, Нэнси.

Нэнси – Тимерғәле Искандарович…

Т. И. – Нэнси, миңә насар… миңә һин кәрәк… яратам бит мин һине, яратам… мин һуңғы сигемдә… аңла, зинһар! Күр, бына алдыңда теҙләнәм. Этмә мине. Ҡыҙған мине, Нэнси! Донъяла минең бер нәмәм дә ҡалманы… саҡ ҡына булһа ла нур һипкән бер һин, бер һин барһың минең өсөн… Ҡалдырма мин, Нэнси… Этәрмә… Йыртҡыс булыуҙан һин генә мине тотаһың, һинең нескәлегең тота.

Нэнси – Тимер… улай итмә, ебәр мине… Мин күп уйланым… Ҡабат…

Т. И. – Өндәшмә…

Нэнси –Тимер…

Т. И. – Туҡта, кәрәкмәй…

Нэнси – Бер ҡасанда. Күрә алмайым мин һеҙҙе.

Т. И. – Мине лә ме?

Нэнси – Һине лә.

Т. И. – Үлтерҙең. Ах, минең бәләкәс королевам (йондоҙом), яҡшылыҡ менән аңламаһаң… аҙағы нимә менән бөтәсәген беләһеңме?

Нэнси – Беләм. Нисек бөтһә лә, миңә барыбер.

Т. И. – Барыбер? Һиңә барыбер? Юҡ, һинең менән бөтөнләй икенсе төрлө һөйләшер кәрәк. Һин сабый бала шикелле, нимә эшләгәнеңде үҙең аңламайһың, шикелле. Был каприздарың мине ялҡытты. Һөйләшеп тораһы юҡ, әйҙә йыйын.

Нэнси – Юҡ.

Т. И. – Һин минеке, аңлайһыңмы шуны? Минең әйберем. Теләһәм нишләтә алам мин һине. Кил әле бында. (Нэнсиҙы тартып алып ҡосаҡлай)

Нэнси – Ебәр! Теймә миңә!

Т. И. – Эх һин, ахмаҡ ҡыҙыҡай!... ысынлап та һағындым бит мин һине… Әллә ышанмайһыңмы? О, Нэнси! Һине күреү, һине тойоу, ләззәт. Мәхрүм итмә мине унан!

Был донъяла минең бөтә нәмәм дә булды, бар… дан, аҡса… мөхәббәт… Һиңә лә етер ине. Бөтә нәмәм дә һинең өсөн, һине ынйы таштай, йондоҙҙай балҡытырға ине уйым һәм шулай буласаҡ та. Тартынма ла, тартышма ла. Һинең ғумерең хәл ителгән инде. Бына бит мәрәкә. Миңә ҡаршы бунт күтәрҙе берәү. Мин бит иҙә алам һәр кемде лә. Миңә ҡаршы булма, Нэнси, һаҡлан. Мине дошман булып күреүҙән Алла һаҡлаһын!

Бөтә кеше, ғүмере буйы, тырышып-тырнашып, үргә үрмәләй, бөтәһелә. Үргә күтәрелгән һайын, улар туҡтамай, һаман үргә ынтыла, тағы ла бейектәргә. Ҡая осонда баҫып тора аламы - юҡмы, уны белмәйем – үрмәләй ҙә, үрмәләй… Сиге бар микән уның?... Бына мин мендем, өҫкә мендем, тағы ла бейегерәк тә менермен. Ә һин.. меҫкен… баш тартаһың. Кем һуң һин ул тиклем? Бөтә ҡәғиҙәләрҙе боҙорға? Был донъяның төҙөлөшен белмәйһең. Тик көслө кеше хәким итә ала. Көслөләр генә гел өҫтөн сыға.

Нэнси – Һин әллә нимә һөйләйһең? Мин бер нимә лә аңламайым.

Т. И. – Һиңә аңларға кәрәкмәй. Бәләкәсһең әле. (Ул ҡурҡыныс ҡиәфәттә, бер аҙ тынып тора ла етди төҫ ала) Барыбер, һин минеке. Хәҙер мин, бигерәк тә уҫал… Юҡҡа ғына мине Тимер Искәндәр теймәйҙәр. (Нэнсиҙың биттәренән, муйынынан, күкрәгенән яй ғына бармағы менән йөрөтә) Ағыулы мин. Бер кемгә лә аяу юҡ минән. Киттек.

Нэнси - Үлтер мине! Ҡабат һинеке булырға теләмәйем! Бер ҡасанда! Яратманым мин һине! Ҡурҡтым, бары шул ғына. Хәҙер ҡурҡмайым. Беләм, һинән ҡотолоу юҡ…

Т. И. – (Тыныс ҡына, бармаҡ осо менән Нэнсиҙың йөҙөнә крест һыҙа) Яңылышаһың, минең йондоҙом. Мин һиңә теймәйәсәкмен. Сөнки мин һине яратам… Ә ҡалғаны…

(Йүгереп Шулай инә, ҡулында телефон)

Шулай – Тимерғәле Искандарович …телефон.

Т. И. – Ғәфү ит. Тыңлайым. Ә сәләм, сәләм, Сергей Петрович… әлбиттә, әлбиттә… Сергей Петрович, одну минуту. Нэнси, матурым, һин үҙең килерһең, йәме? мин беләм, һин барыһын да дөрөҫ аңланың. Мине ҡабат йөрөтмәҫһең, тип уйлайым. Көтәм. Алданма, Нэнси, һин был донъяныҡы түгел. Хуш, осрашҡанға тиклем!

(Шул саҡ Артур килеп инә)

Артур – Бында нимә булды? Һеҙ кем?

(Уға Шулай ташлана, тик уны Т. И. тотоп алып ҡуя, башы менән һелкә - ярамай)

Т. И. – (Телефонға) Да… Сергей Петрович… ғәфү, ғәфү… эштәр күп бит… (Артурға) Ә һинең менән, дуҫҡай, беҙ әле күрешербеҙ. Көтәм, Нэнси. (Телефондан һөйләшеп сығып китә, уның артынса Шулай ҙа сыға)

Артур – Нэнси! Нимә булды?

Нэнси – Артур! (Иҫе китеп йығыла)

(Артҡы планда “Буреләр” төркөмө йыр башҡара, ут һүнә)

Акт тамам

 

Акт

Картина

(Фатир эсе.Әсәй күлдәк тегеп ултыра, үҙ алдына ниндәйҙер йыр йырлай. Ул йыр алдағы йырҙарға бөтөнләй оҡшамаған, ул йырҙа ниндәйҙер йылылыҡ килә, тыныслыҡ. Ул әсә йыры! Бөтә донъяға таралып, йөрәккә үтеп инә ул йыр. Бер аҙ үткәс, ишеккә шылтыраталар. Әсәй барып аса. Эльза пәйҙә була).

Эльза – һаумыһығыҙ!

Әсәй – Һаумыһығыҙ! Үтегеҙ, һеҙ кем булаһығыҙ?

Эльза – Мин Нэнсиҙың иң яҡын дуҫы, Эльза булам.

Әсәй – Ә, шулаймы? Бик һәйбәт, тик Нэнси өйҙә юҡ, ул уҡыуҙа. Ултырығыҙ.

Эльза – Рәхмәт. (Ултыра). Һеҙ аптырамағыҙ, тик мин бит уға түгел, һеҙгә килдем .(Тегелеп ятҡан күлдәкте күреп) Ой, ниндәй матур күлдәк, суперский. Кем өсөн тырышаһығыҙ? Нэнси өсөн түгелдер бит инде… әллә уның өсөн? …отпад!


Дата добавления: 2015-11-30; просмотров: 1 | Нарушение авторских прав



mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.023 сек.)