Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

1 страница

Читайте также:
  1. 1 страница
  2. 1 страница
  3. 1 страница
  4. 1 страница
  5. 1 страница
  6. 1 страница
  7. 1 страница

Действие

Картина

 

(Клуб. Донъя тетрәтеп музыка яңғырай, сәхнәлә рок - төркөм. Йәштәр хыялыйлана, ҡулдар, аяҡтар, әселе-күкле тауыштар, мәғәнәһеҙ хәрәкәттәр. Заман күренеше. Тегендә берәүһе йығылып китә, бында ике бәндә бер-береһен дөмбәсләй, уларҙы охрана айыра, бер һүҙ менән әйткәндә, КҮҢЕЛЛЕ. Алғы планда Нэнси, ул хәрәкәтһеҙ, аяҡтарын ҡосаҡлап ултыра. Икенсе яҡта бәләкәй өҫтәл, бер төркөм кеше кәрт уйнайҙар. Араһында “Ҙур кеше” һәм уның тән һаҡлаусылары. Босс үҙенең ярҙамсы егеткә ишара яһай, ҡолағына ниҙер бышылдай, тегенеһе шундуҡ урынынан тороп Нэнси янына килә һәм бер минут шым күҙәтеп торғандан һуң, “шут” шикелле ниҙер ҡылана башлай, паклондар яһай. Нэнси уға иғтибар итмәүен күреп ҡулынан тартып торғоҙа ла кинәт кенә ҡолағына ике һуҙ ҡысҡыра.)

Шулай - Бар сәхнәгә…(Һине һорай…)

(Нэнси “Ҙур кеше” яғына нәфрәтле бер ҡараш ташлай ҙа сығып китә. Ҡапыл музыка тамамлана, йәштәр бер-ике секунд тирәһендә аптырап ҡалғандан һуң, рок - төркөмде алҡыштарға күмә, ҡысҡыра, һыҙғыра. Төркөмдең йырсыһы сәхнәнән төшөп өҫтәл эргәһенә килә уны “Ҙур кеше” үҙе ҡулынан күрешеп ҡаршылай, эргәһенә ултырта, шарап ҡоя. Егеткә ымлай, тегенеһе бер аҡ төҫтәге төргәк бирә.)

Ҙур кеше - Быныһы минең бүләк! Йәннәткә… аҡ юл…

(Сәхнә тынлыҡҡа ҡала, барыһыла тыма)

Тауыш (сәхнә артынан) - Йәмәғәт… Һеҙҙең алдығыҙҙа… Ҡара төндә, күктән ергә төшкән… ҡара фәрештә!... Нэнси!

(Йәнә музыка уйнай башлай, тик уның йүнәлеше икенсе, яҡтылыҡ түңәрәгенә Нэнси сыға. Ул фәрештә кеүек матур һәм серле. Йыр башлана, ул бер талғын бара, бер шәбәйеп китә. Бышылдап аҫта ғына башланһала, нотоларҙың иң юғарыларына ла менә.)

- Нэнси – розамы мин, әллә ҡанмы?...

Әйтегеҙсе миңә дөрөҫөн!

Айырмаймы әллә һеҙҙең күҙ ҙә

Роза менән ҡандың араһын…

 

Ниңә бар мин, ниңә йәшәйем,

Ниңә, ниңә, ниңә, ни өсөн?!...

Шәфәк һүнә, төндәр килә,

Килә зәңгәр ҡосаҡлап.

 

Төнөм зәңгәр, көнөм зәңгәр…

Йөрәгемдә зәңгәр ут…

Роза, роза, роза мин

Һыуһаным мин, һыу бирегеҙ, Э-һей!...

Ҡоройым мин, шиңәм мин,

Әллә инде, үләм мин?... Э-һей!...

(Барыһыла һоҡланып тыңлай, “Ҙур кеше”лә күҙ алмай Нэнсиға ҡарай, төркөмдең йырсыһы өҫтәлдә порошоктан дорожка яһап, ҡағыҙ аҡсаны төрөп, уның аша порошокты еҫкәп ҡуя. Йыр тыма. Алҡыштар, тауштар)

Тауыштар - Нэнси, һин фәрештә!

Йырсы – Фәрештә… ҡанаттары бяк-бяк-бяк, артынан югерә турғай прыг-прыг-прыг…

(“Ҙур кеше” урынынан тороп, ҡулдарын йәйеп Нэнсиҙы көтә, Нэнси яй ғына сәхнәнән төшә, уның эргәһенә килә, бер аҙ уның күҙҙәренә ҡарап тора.)

Ҙур кеше – (боролоп, барыһына ла) Минең һылыуым! (Бөтәһе лә алҡышлай, һыҙғыра. Нэнсиға боролоп) Бир тәпәйеңде… йылмай… ана шулай.

(Улар эргәһенә рок - төркөмдең йырсыһы килеп Нэнсиға подностағы ике аҡ һыҙыҡҡа күрһәтеп.)

Йырсы – Был һиңә кире йәннәткә ҡайтыр өсөн, аҡ юлдар… фәрештә Нэнси.

(Сәхнәләге төркөм йәнә уйнай башлай. Нэнси өндәшмәй карап тора, ҡапыл боролоп йүгереп сығып китә. “Ҙур кеше” аптырап тирә яҡҡа күҙ һалала ярҙамсы егеткә өндәшеп)

Ҙур кеше – Осоп китмәһен, ҡара уны…

Шулай – Шулай, ергә төшкән фәрештә кире осоп китә алмай, босс. Мин хәҙер.

(Егет Нэнси артынан ташлана, уны Эльза туҡтатып ҡала)

Эльза – Туҡта! Ҡайҙа, Шулай?

Шулай – Күрҙең бит. Коштар йылы яҡтарға ҡайтырға теләй, ҡанаттарын бер аҙ ҡыҫҡартыр кәрәк. Шулай тугел меней?

Эльза – (Уға һырылып)Шулай, Шулай… Ҡайҙа китер тип уйлайһың? Һин, бер ҡош аулаҡлағансы, икенсеһе осор тип уйламайһыңмы, ҡара күпме бында бөркөттәр?

Шулай - Кит юлымдан, юғиһә…

Эльза - Теймә Нэнсиға! Теймә уға. Ишетәһеңме?

(Егет сығып китә, музыка көсәйә төшә, ут алышына һәм капыл бар донъя тынлыҡта ҡала.)

Картина

Сәхнә буш. Төн. Баҡса. Скамья. Йүгереп Нэнси инә, ул йүгереүҙән ярһыған, тыны ҡыҫылған, туҡтап ял итергә скамьяға ултыра шул саҡ артынан ҡыуа төшкән егет килеп етә, улар бер аҙ өндәшмәй бер-береһенә ҡарап тора)

Шулай - Килеп еттек, матуркай? Нимә, ҡасып ҡотолормон тип уйланыңмы? Ахмаҡ. Мин бит һине йәһәннәм төбөндә лә табам. Шулай шул. Әйҙә, киттек кире!

Нэнси – Йәһәнәмгә һин олаҡ. Мине теймә. Тыңла әле, бәйләнмә миңә, ебәр мине?

Шулай – Шулай… Һин бөтөнләй аҡылдан яҙғанһың. Мине кем тип беләһең? Киттек тим һиңә, атла!

Нэнси – Кем тип белергә һуң һине, Шулай? Һине барыһы ла белә… һин… көсөк! Хужаң алдында артҡы аяҡтарында йөрөгән көсөк. Һин кешесә лә яңыраҡ ҡына һөйләшә башланың бит, өрә инең генә, сәүек эт һымаҡ. Ебәр мине Шулай, кеше булғас кеше бул, бер генә?

Шулай – (Нэнсиҙы сәсенән тотоп ала) Нимә тинең? Мин көсөкме? Йәле ҡабатла?

Нэнси – Нимә өрөп әйтәйемме тағы ла, һиңә аңлашыбыраҡ булһын өсөн? Тик мин бит эт түгел.

(Егет уны этеп ебәрә, Нэнси ҡолай)

Шулай – Ә һин фәрештә инде, тимәк? Мөхәббәт аллаһы! Тор! Нимә ҡыланаһың? Кеше ышандырып. Һинең өсөн миңә эләгәсәк. Тор, атла, юғиһә шулай итермен… күрмәгәнеңде күрерһең. Бөгөн бит мөхәббәт кисәһе. Һине тегендә көтәләр.

Нэнси – Төкөрҙем мин һиңә, төкөрҙем мин һинең хужаға!

Шулай – Ә, шулай көләһең инде? Был бит шаярыу?

Нэнси- Эйе! (Йүгерергә ынтыла, тик уны егет эләктереп ала)

Шулай – Тимәк, шулай инде? Улай булғас, төн беҙҙеке. Бындай кисте әрәм итеү гонаһ булыр. Беҙ кемдән кәм? Кил әле бында! Башта икәү яратышабыҙ ошонда, шунан мин һине, ошонда уҡ бөтөрәм шымғына. Йә, сисен, ҡурсаҡ!

Нэнси- Әшәке! Йыртҡыс! Яҡын килмә! Мине үлем менән ҡурҡытаһыңмы? Юҡҡа тырышаһың, холуй. Минең былай ҙа йәшәгем килмәй. Күптән үлергә тейеш инем мин. Тик һин әшәкенең бысраҡ ҡулынан түгел! Йә, нимә көтәһең? Үлтер! Тура! Өҙгөлә, йыртҡыс!...

Шулай – Хе, шулай икән, минең дәрәжәм арта шикелле, бая мин көсөк инем, әле йыртҡысҡа әйләндем. Ҡысҡыр, ҡысҡыр! Ярҙамға берәйһе килер, тип уйлайһыңмы? Әйҙә, нығыраҡ ҡысҡыр, бына шулай .(Үҙе ҡысҡыра башлай) Эй, ярҙам итегеҙ! Үлтерәләр! Үлтерәләр! Ха-ха! Ана, берәү килә ине, беҙҙе күргәс, тиҙ генә икенсе яҡҡа боролоп китте. Кем килһен? Бер кем дә килмәйәсәк, сөнки улар бөтәһе лә ҡурҡалар. Ярҙам түгел, ярҙан этәсәктәр, ләкин, был бары тәбиғи күренеш.

Йә, яҡшылыҡ менән генә сисен, матурҡай.

Нэнси – Яҡшылыҡтың бында бер нимәһе лә юҡ, әйтмә ул һүҙҙе. Палач.

Шулай – Юҡ! Мин палач түгел, ҡош мин, шулай ғына. Төрле бөжәктәрҙе сүпләп юҡ итеүсе, ҡара ҡарлуғас мин. Бөгөн төндә мин һине юҡ итһәм, кешелек миңә рәхмәт кенә әйтәсәк, сөнки һин был донъяла кәрәкмәйһең, һин сүп, һин бөжәк! Шулай!

(Егет Нэнсиға ташлана, уны ергә йыға, шул ваҡыт сәхнәгә Артур инә, ҡулында сумкаһы бар. Был вакиғаны күреп ярҙамға ташлана. Ҡыҫҡа ғына алышта Артур өҫтөн сыға)

Артур – Бар ысҡын бынан! Ҡабат юлымда осрама.

Шулай – Шулай… Һин әле кемгә ҡул күтәрҙең белмәйһең, Һаҡ бул.

Артур – Булырмын. Ә хәҙер бынан олаҡмаһаң, ҡул ғына түгел, үҙеңде күтәреп ташлармын.

(Шулай ҡасып сығып китә, Артур ҡото осоп ултырған Нэнси эргәһенә килә)

Артур – Тыныслан. Барыһы ла үтте. Кем ул? Һин уны беләһеңме?

Нэнси – Таныш инде шунда. Дискотекала бергә булғайныҡ…

Артур – Хәтәр икән таныштарың… Әле лә бейей инегеҙ мәллә? Аҫҡы брейк. Ҡамасауламаныммы?

Нэнси- Юҡ, мин дөрөҫөн әйтмәнем. Икенсе урында булғайныҡ… танышҡайныҡ… күрешкәйнек…

Артур – Ҡайҙа инде?

Нэнси – Уныһы һиңә кәрәкмәй. Бына һиңә мә, мин һиңә отчет бирергә һин миңә кем? Һин кем булһаңда, миңә әле һин, һәм мин һиңә бер кем дә түгел.

Артур – Әйткән һүҙеңде үҙең аңланың мы һуң? Әйҙә, улайһа оҙатып ҡуям.

Нэнси – Кәрәкмәй.

Артур – Ниңә кәрәкмәй?

Нэнси – Был ваҡытта мине индермәйҙәр.

Артур – Ҡайҙа, балалар баҡсаһына мы? Әйҙә, улайһа беҙгә киттек.

Нэнси – Юҡ. Мин бер ҡайҙа ла бармайым. (Үҙе ҡалтырап өшөп тора)

Артур – Бында йоҡлайһыңмы ней? Теге танышың кире килеп сығыр, тип ҡурҡмайһыңмы? Юҡ инде, был хәлдә мин һине ташлап китә алмайым. Миңә лә ҡайтыр кәрәк, һиңә лә бында ҡалырға ярамай. Киттек. Бөттө.

(Артур Нэнсиҙы күтәреп алып сығып китә)

Нэнси – Ҡалай һин уҫал ул. Ебәр мине.

Картина

(Ҡараңғылыҡ. Фатир. Артур менән Нэнси ҡайтып инәләр)

Артур – Т-с-с… Әсәйемде уятып ҡуймайыҡ. Ултыр. Мин хәҙер.

(Шым ғына аяҡ остарында икенсе бүлмәгә үтә. Шунда уҡ кире сыға, тирә яғын ҡарай)

Хм, әсәйем бит өйҙә юҡ. Ул, моғайын эштәлер.

Нэнси – Эштә? ҡыҙыҡ. Әллә ул да һинең ише төнгө дозорҙа мы? убырҙарға һунарҙа? Всем выйти из сумрака…

Артур – Больницала эшләй ул, төнгө дежурствола, күрәһең. Убырҙарға мин һунарға йөрөйем, хәҙер һине ҡалдырам да, кире урамдар буйлап китәм, һарымһаҡ менән көмөш хәнйәремде генә алайымда. Ҡара әле, һин бөтөнләй ҡалтырап бөткәнһең бит. Бына термос, моғайын, эҫе сәйе лә барҙыр. (Асып ҡарай) Бар шул. Мә, эсеп ал. Йылынырһың.

Нэнси – Ҡан тугелме? Ағыу? Ярай… ней булһала… тик мин теге… хәҙер инде барыбер.

Артур – Убырға әйләнермен тип ҡурҡаһың мы? Ҡурҡма, бергә һунарға йөрөрбеҙ. Спайдермин менән Спайдерһин. Ашағың киләме?

Нэнси – Юҡ.

Артур – Минең дә юҡ. Сәйеңде эс тә, йоҡларға ятырһың. Мин һиңә үҙемдең бүлмәгә урын һалам.

Нэнси – Йылытып та алырһыңмы? Мин һиңә бит бурыслы, шуны көтәһеңдер бит? Әйҙә, тартынма… мин ҡарышмаясаҡмын… йә?

Артур – Алйот һин. (пауза)

Нэнси – Ғафү ит мине… мин… зинһар?

Артур – Тағы сәй ҡояйыммы? эс…

Нэнси – Кәрәкмәй.

(Тынлыҡ урынлаша. Артур икенсе бүлмәгә сыға, Нэнси уйға ҡала. Бер аҙҙан Артур кире инә)

Артур - Урын әҙер. (Нэнси өндәшмәй. Артур ҙа сәй эсергә ултыра) Эс тағы!

Нэнси –Ҡара әле, ә һин ысынлап та миңә… теге ней… бәйләнеп ҡарамайһыңмы?

Артур – Юҡ.

Нэнси – Ә бәлки, һин… ҡатын-ҡыҙҙарҙы яратмайһың?... Был хәҙер бит мода ла?

Артур – Бына бит замана, ҡатын-ҡыҙҙға бәйләнһәң дә – насар, бәйләнмәһәң дә – ҡыйын, әллә нимә уйлап ҡуйыуҙары бар.

Нэнси – Бәлки… һин…

Артур – Бәлки, бәлки… Күрәһең, хәҙер модала, тәнде генә түгел, мейеңде көсләргә.

Нэнси – Ә һин… башыңа, сөгөндән шлем кей, бәлки, ярҙам итер.

Артур – Мәйтәм, сәй эс.

Нэнси – Ҡыҙыҡ, бая сәй тәҡдим итеүең, ысынлап та, сәй эс тигәнде аңлата ине, хәҙер, киреһеңсә, өнөңде тыҡ тигәнде аңлата, һин тураһын әйт, борғоланма. Мин өйрәнгәнмен ахмаҡлыҡҡа.

Артур – Бына мин өйрәнмәгәнмен шул уға, аптыратаһың бит, ҡыҙыҡай.

Нэнси – Ә һин аптырама! Миңә тарыма, тарыһаңда арыма.

Артур – Тағы башлайһыңмы?

Нэнси - Рәхмәт, сәй тәмле булды. Быныһы ысын - күңелдән.

Артур – Бар инде, йоҡларға ят.

Нэнси – Һинең эргәлә аҙыраҡ ултырһам яраймы?

Артур – Һинең ултырғың киләме?

Нэнси – Эйе.

Артур – Улай булғас ултыр.

(Артур Нэнси ҡаршыһына килеп ултыра. Улар шулай бер-береһенә оҙаҡ ҡына ҡарашып ултыралар)

 

Артур – Беҙ бит әле танышманыҡ та. Мин – Артур. (Ҡулын бирә)

Нэнси – Ә мин – Нэнси. (Ул да ҡул бирә, ҡулға-ҡул тотоношоп тағыла бер аҙ ултыралар)

Нэнси – Мин йоҡларға китәйемме инде?

Артур – Йоҡоң киләме?

Нэнси – Юҡ.

Артур – Улайһа, тағы аҙыраҡ ултырып тор.

(Нэнси өндәшмәй, тағы һүҙһеҙ ултыралар)

Нэнси – Мин… барайым. Тыныс йоҡо, Артур.

Артур – Тыныс йоҡо, Нэнси.

(Нэнси булмәгә инеп китә. Артур өҫтәл артында ултырған килеш йоҡлап китә. Таң атылыуы һиҙелә. Аяҡ остарында ғына баҫып Нэнси сыға. Ул Артур эргәһенә килеп, оҙаҡ ҡына ҡарап тора. Артурҙың битенән үбә лә, ишеккә йүнәлә. Боролоп тағы бер Артурға ҡараш ташлай ҙа)

Нэнси – Артур! Тыныс йоҡо, матур төштәр күр. Хуш!

(Ишекте йомшаҡ ҡына ябып, сығып китә. Ул сығып китеү менән доктор ҡайтып инә. Бикһеҙ ишеккә ҡарап аптырап ҡала)

Әсәй – Ишкән икән ишәк сумарын. Бына бит ишекте лә бикләмәй киткәнмен.

(Артурҙы күреп ҡалып) Ярраби! Төшмө был, өнме? Улым, Артурым ҡайтҡан бит! (Шым ғына Артур эргәһенә килеп ултыра. Йомшаҡ ҡына итеп уның сәстәренән һыпырып ала, Артур уяна)

Артур- Әсәй! (Ҡосаҡлап ала) Әсәкәйем!..

Әсәй – Аллаға шөкөр, ҡайттың, иҫән һау, ҡәҙерлем минең. Һаумы, улым?

Артур – Һаумы, әсәй!

Әсәй – Нисек ҡайттың, улым? Ниңә шылтыратманың?

Артур – Самолетта ла, поезда ла, йәйәү ҙә ҡайттым, әсәй. Һине борсомаҫ өсөн, шылтыратманым. Тс-с-с!..

Әсәй – Ни булды?

Артур – Уны күрҙеңме?

Әсәй – Кемде?

Артур – Уны –ҡыҙыҡайҙы.

Әсәй – Ҡыҙыҡайҙы? Ниндәй ҡыҙыҡайҙы?

Артур – Мин бер ҡыҙ алып ҡайттым.

Әсәй – (Хайран ҡалып) Юҡ, мин йоҡлайымдыр ул. Улым, ҡурҡытма мине…

Артур – Әсәй, мин уны урамда осраттым.

Әсәй – Урамда? Балам, һин ней… йоҡлап алаһыңмы әллә әҙерәк?

Артур – Әсәй… ул бында… Мин уны төнөн урамда осраттым, хәҙер ул беҙҙә, теге бүлмәлә.

Әсәй – Иҫ киткес. Кем һуң ул, танышыңмы?

Артур – Юҡ, әсәй, танышым тугел. Ипләп, уятып ҡуймайыҡ. Йоҡлаһын әйҙә. Исеме уның Нэнси, матур исем, эйеме?

Әсәй – Ғәжәп. Әйтергә һүҙем дә юҡ.

Артур – Табылыр әсәй, бына күрерһең әле, һин дә уны яратасаҡһың.

Әсәй – Мин дә? Улым… ҡайҙа ҡарайым әле.

Артур – Тик шым ғына, йәме.

(Әсәй ипләп кенә бүлмә ишеген асып ҡарай)

Әсәй – Бында бер кем дә юҡ.

Артур – Нисек юҡ? (Һикереп тора, йүгереп барып бүлмәне ҡарай) Нэнси!... Нэнси!.. Нисек инде шулай?... Ниңә әйтмәй киттең?

Әсәй – Улым, төшөңдә генә күрмәнеме һин уны?

Артур – Нэнси!

(Ут һүнә)

 

Картина

 

(Баҡса. Нэнси менән Артур беренсе осрашҡан урыны. Нэнси туҡтап ҡала, скамейка янына килә)

Нэнси – Әйҙә, ултырайыҡ.

Эльза – Ошо урында осраштығыҙмы? О, романтично… Парк, скамейка… мусорка… гламурненько… Нэнси, Һин һөйләп бөтмәйһең, шунан нимә булды?... Булдымы?... Нимә өндәшмәйһең? Ошонда осраштығыҙ…

Нэнси – Эйе. Эльза миңә нишләргә? Нимә булды миңә?... Үҙем аңламайым… Ул көндә килә. Ә мин ҡасам… Әллә нисек, үҙем ҡасам, үҙем һаман да уға ынтылам. Һис тә үҙемде аңламайым. Көсһөҙ мин.

Эльза – Ба! Матурҡайым, һин ысын түгелдер ул? Теге ней… бер тапҡыр, ул эле бер нимә аңлатмай…

Нэнси – Аңлата, бына һин бер нимә лә аңламағаныңды аңлата. Нишләргә миңә?

Эльза – Хм, интересненько… Бик… шәп!... егеттер ул, улайһа.

Нэнси – Ул миңә шундай ҡараны… йөрәгемә үтеп ҡараны…

Эльза – О, шулай уҡмы ней? Ҡотлайым, дуҫҡайым, һин бит ғашиҡ булғанһың!

Нэнси – Көлмә әле.

Эльза – Ни эшләп көләйем тей? Һин ысынлап та ғашиҡ булғанһың, бәлки, ул да һиңә ғашиҡтыр. Һеҙ икегеҙ ҙә бер – берегеҙгә ғашиҡ. Был бит мөхәббәт! О, нисек был романтично… Ҡулдар, ирендәр, сәскәләр… тулған ай… Күҙ алдыма килтерәм… Һин аҡ күлдәктә, ул да ҡара фрак кейгән, бәхетегеҙ йөҙөгөҙгә сыҡҡан… марш яңғырай, һеҙ ҡулға ҡул тотоношоп ҡыҙыл келәм оҫтөнән бараһығыҙ… Хөрмәтле кәләш, Нэнси, һеҙ Артурға кейәүгә сығырға ризамы?... Нишләп ҡасаһың? Ҡасма, яратыу ул бәхет бит! Ә шунан… матур, хрусталь люстралар эленгән залға… Шулай килеп инә, уның артынса башҡалар һәм… ул… (пауза) Юҡ. Улай түгел. Бөтәһе лә һәйбәт булырға тейеш, сөнки мөхәббәт ул, бәхет!

Нэнси – Бәхет… Юҡ. Мин уны күрергә теләмәйем… ярамай Эльза! Һин үҙең бөтәһен дә беләһең, аңлайһың… уның өсөн ҡурҡам мин… Ҡурҡыныс миңә… мин былай йәшәй алмайым… Мин өҙгөләнәм… Артурҙы үҙемә бәйләүҙән ҡурҡам.

Эльза - Нимә эшләмәксе булаһың инде?

Нэнси – Белмәйем… Тик мин тегендә башҡаса бармайым… Ней булһа ла булыр, хәҙер миңә барыбер…

Эльза – Бармайһың? Нэнси, һин ныҡлап уйла, уларҙан ҡасып булмаҫ бит. Шулай ҙа һин Артурҙан ҡасма. Әгәр ул, ысынлап та яратһа, барыбер һине эҙләп таба бит инде. Кеше яратыуҙан ҡасамы ней? Уның өсөн ҡурҡма һин. Мөхәббәт… нисек романтично!

Ҡуй әле, күңелеңде төшөрмә, әйҙә киттек. Минең бар… (сумканан сығарып күрһәтә)

Һинең күңелеңде күтәреүсе дауа.

Нэнси – Йәшер тиҙ генә. Юҡ, Эльза. Һин бар, мин аҙыраҡ ултырам әле. Уйларға кәрәк.

Эльза – Ну, ярайкин. Үҙең ҡара. Скамья, саф һауа, мөхәббәт, йондоҙҙар ғына етмәй, нисек… классненько!....Мин киттем. Әгәр ҙә бик ҡыйын булһа, һин миңә кил, тартынып торма.


Дата добавления: 2015-11-30; просмотров: 103 | Нарушение авторских прав



mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.031 сек.)